Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡазаға тарыма, тарыһаң – арыма...
Ҡазаға тарыма, тарыһаң – арыма...Рәсәйҙә автогражданлыҡ яуаплылығын мәжбүри страховкалау (ОСАГО) тирәһендә бәхәстәр бер тына, бер яңынан башлана. Был эш менән шөғөлләнгән страховка компаниялары ошо йүнәлештең отошло түгеллегенә зарлана, полис өсөн түләүҙе арттырыу кәрәклеген билдәләй, ә Автоһәүәҫкәрҙәр союзы (ә ул – ярайһы уҡ йоғонтоло ойошма) тарифтың нигеҙһеҙ күтәрелеүен тәнҡитләй. Халыҡтың түләү һәләтенең кимәленә бәйлеме был, әллә баҙар иҡтисадына тура килеп бөтмәүме, әллә ҡануниәтте көйләүҙә етешһеҙлектәр булыуына ишарамы?


“Тик кенә ултырһаң, соҡорға ҡолар­һың, ҡуҙғалһаң – һырт аша тәгәрәрһең”, ти Дағстан халыҡ мәҡәле. Бында ла шулай: әгәр ҙә автогражданлыҡ яуаплылығын страховкаламаһаң, һине штраф көтә, аварияла ғәйепле тип табылған осраҡта полисың булмауы асыҡланһа, зыян күргән кешенең машинаһын йүнәттереү өсөн бер нисә йөҙ мең һум аҡсаңды сығарып һалырға тура киләсәк. Полис хаҡы иһә бик ҡиммәт, ул һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына артты, шулай ҙа уны һатып алырға мәжбүр булаһың һәм... авария өсөн страховка аҡсаһын түләттерә алмай интегәһең. Авто­страховкалауҙың иң ҙур өлөшө тура килгән “Росгосстрах”ты ғына алып ҡарайыҡ: уның Өфөләге Жуков урамындағы ҙур офисы эргәһендә һәр саҡ ошо төр страховка буйынса махсуслашҡан юристар ҡаршы ала. “Аварияла зыян күргән өсөн аҡса ала алмайһығыҙмы? Яртыһын ғына түләнеләрме? Мин ярҙам итәм!” тип визиткаларын һона һалалар. Тимәк, был – ҡәҙимге күренеш, һәм ошо турала барыһы ла белә.
Шуға өҫтәп, һуңғы йылдарҙа ОСАГО полисы алыу өсөн һыу буйы сират теҙелеүен, күп осраҡта ҡабул иткән страховка ойошмаһына көнэлгәре яҙылырға мәжбүр булыуҙарын, заказсының ризалығынан тыш өҫтәмә страховка төрҙәрен көсләп тағыуҙарын да иҫәпкә алһаҡ, был өлкәләге бутал­сыҡтың ниндәй ҙур булыуы нығыраҡ аңлашыла төшөр. Ә бит полисһыҙ ҙа ярамай, унһыҙ автомобилеңә ултырып бер метр китергә лә хоҡуғың юҡ...
Страховка компаниялары өҫтәмә хеҙмәтләндереү төрҙәренән баш тартҡан клиентҡа “Бланк юҡ” тип яуаплауҙы йышайтҡас, электрон яҙылыуҙы ғәмәлгә индерҙеләр.
Рәсәй Банкы рәйесе урынбаҫары Владимир Чистюхин аңлатыуынса, ошо йыл аҙағына саҡлы ОСАГО полисы өсөн түләүҙең тариф коридоры киңәйтеләсәк, йәғни иң юғары хаҡ менән иң түбәнгеһе араһындағы айырма артасаҡ. Әлеге мәлдә уларҙың тәүгеһе уртаса кимәлдән 20 процентҡа күберәк, икенсеһе шунса процентҡа уҡ аҙыраҡ. Был сараны Рәсәй Банкы ОСАГО баҙарын тотороҡландырыу буйынса саралар комплексының тәүге этабы булараҡ тормошҡа ашырырға ниәтләй. Тимәк, был һандар ваҡытлыса ғына. Икенсе төрлө әйткәндә, түбәнге хаҡты мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу йәки бик аҙ үҙгәртеү, ә юғары сикте үҫтереү яғын ҡараясаҡтар. Ни өсөн?
Бының төп сәбәбе автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау баҙарының зыянлы эшләүенә ҡайтып ҡала. Үҙәк Банк мәғлүмәттәре буйынса, страховка компанияларының былтырғы эшмәкәр­легендәге зыян 1,5 миллиард һумдан ашҡан.
Профессиональ шоферҙар һәм ав­тоһәүәҫкәрҙәр белеүенсә, бөгөн ОСАГО полисының тарифы махсус коэффициенттар күрһәткестәренә нигеҙлә­неп билдәләнә: илдең тәғәйен төбәге, автомобилсенең йәше һәм йөрөтөү стажы, машина моторының ҡеүәте һәм “бонус-малус” тип йөрөтөлгән үлсәм (шоферҙың нисә тапҡыр аварияға эләгеүен күрһәтә). Һөҙөмтәлә шоферҙарҙың күпселек өлөшөнә – еңел автомобиль йөрөткән автоһәүәҫкәрҙәргә – нигеҙ ставкаһының коридоры 2 746 һумдан алып 4 942 һумға саҡлы тәшкил итәсәк. Ә бөгөн ошо нигеҙ күрһәткесе – 3 432 һумдан алып 4 118 һумға тиклемге арауыҡта. “Тариф коридорын юғарыға ла, түбәнгә лә 20-шәр процент­ҡа шыуҙырыу страховка компаниялары араһындағы көнәркәшлекте көсәйтәсәк һәм ҡулланыусылар өсөн страховкалау мөмкинлеген тейешле хәлгә ҡайта­расаҡ”, – тип раҫлай В. Чистюхин.
Шулай итеп, “уртаса” шофер полис өсөн бөгөнгө 5 800 урынына ете мең һум түләргә тейеш буласаҡ. Ә иң арзан полис бөгөнгө 1 500 һумдан 1 700 һумға күтәреләсәк. Ләкин, ҡануниәткә үҙгәреш индермәй тороп, Рәсәй Банкы ошо тариф коридорына ғына йоғонто яһай ала икән. Ә тарифтың үҙен үҙгәртеү өсөн ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү зарур.
Тариф коридорын үҙгәртеүҙән тыш, тағы ике сара планлаштырыла: автомобиль йөрөтөү стажы менән шоферҙың йәше буйынса коэффициентты үҙгәртеү, “бонус-малус” коэффициентын камиллаштырыу. Тәүгеһе буйынса шоферҙың йәше һәм йөрөтөү стажына нигеҙләнгән страховкалау сегменттарын 50-гә еткереүҙе күҙ уңында тота (әле бындай бүленмәләр бишәү генә). “Страховка премияһының дөйөм хаҡын арттырыу күҙ уңында тотолмай, ләкин һәр айырым төркөм өсөн уның йә түбән төшөрөлөүе, йәки, киреһенсә, арттырылыуы ихтимал. Ул тәғәйен позицияның тәүәккәллек кимәленә бәйле”, – ти рәйес урынбаҫары.
Тариф коридорын киңәйтеүҙе иҫәпкә алып, Үҙәк Банк иң хәүефле шоферҙар өсөн йәш-стаж коэффициенты буйынса тарифты биш процентҡа ғына күтәреү менән сикләнергә уйлай. Ә кемдәр улар – иң хәүефле шоферҙар? Баҡһаң, 16 йәштән алып 24 йәшкәсә шоферҙар иң хәүефлеләр булып иҫәпләнә икән. Ни тиһәң дә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бик һанға һуғып бармаған дыуамал осор бит инде. “Бында йөрөтөү стажы әллә ни әһәмиәткә эйә түгел, был йәш арауығындағы шоферҙар өсөн коэффициент мотлаҡ арттырылырға те­йеш”, – тип иҫәпләй Владимир Чистюхин. Ә бына 25 – 35 йәштәге шоферҙар өсөн, уның фекеренсә, ошо түләү кимәлен дүрт-биш процент самаһына кәметеү маҡсатҡа ярашлыраҡ.
“Бонус-малус” коэффициентына килгәндә, ул һәр шоферға бер йылға тип бирелә һәм аварияға йыш осрағандарға полис һатып алғанда уның иң түбән кимәле ҡуйыла, йәғни бындай автомобилселәрҙең страховкалау ҡағыҙы ҡиммәтерәк буласаҡ.
Шул уҡ ойошманың мәғлүмәттәренә ярашлы, ОСАГО баҙарына реформаны 2020 йылға тамамлау күҙ уңында тотола. Үҙәк Банк был осорға саҡлы тариф буйынса барлыҡ сикләүҙәр бөтөрөлөр һәм страховка компаниялары полис өсөн хаҡ билдәләүҙә ирекле булыр тип өмөт итә.
– Рәсәй автостраховкалаусылар союзы ОСАГО баҙарын либералләштереүҙе яҡлай, – ти ошо союздың президенты Игорь Юргенс. – Беҙ власть орган­дарының был системаны этаплап үҙгәртергә тырышыуын күрәбеҙ һәм ошо ысулды ыңғай баһалайбыҙ. Был үҙгәртеп ҡороуҙың тәүге осорона ҡайһы бер коэффициенттарҙы ҡануни көйләүҙе бөтөрөү тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, тимәк, ошо үҙгәреш страховкалаусылар компаниялары өҫтәмә коэффициенттар билдәләй һәм уларҙың үлсәмен үҙаллы тәғәйенләй алһын өсөн эшләнә тип аңлайбыҙ.
Автостраховкалаусылар союзы һәм был эшкә ҡатнашы булған башҡа ойошмалар фекеренсә, ошо осраҡта монополиялылыҡҡа ҡаршы ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индерелергә тейеш: ул монополист тип табылған компанияға үҙ хеҙмәтенә иң түбән һәм иң юғары хаҡты үҙаллы билдәләүҙе тыйырға тейешле.
ОСАГО полисын ҡулланыусылар өсөн уңайлыраҡ итеү маҡсатында ярайһы уҡ етди аҙымдар яһалған. Анығыраҡ әйткәндә, намыҫлы шофер­ҙар өсөн уның шарттары еңелләшергә, полис яҙҙырып алыу ваҡыты ҡыҫҡарырға, юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған осраҡта документтар тултырыу ябайлашырға, автомобилде ремонтлау сифаты яҡшырырға тейеш. “Ләкин ОСАГО баҙарын тулыһынса тотороҡлан­дырыуға өлгәшә алманыҡ әле”, – ти рәйес урынбаҫары.
Иң мөһиме, моғайын, полис өсөн ғәҙел хаҡ билдәләүгә ҡайтып ҡалалыр. Әле страховкалау компаниялары шоферҙарҙың айырым категориялары өсөн шәхси тарифтар һайлап алыу менән мәшғүл. Яҡын киләсәктә полис хаҡы һәр автомобиль йөрөтөүсегә ҡарата айырым билдәләнәсәк. Был осраҡта “бонус-малус”тың күпме буласағы һәм ниндәй шарттарға ҡарап билдәләнәсәге шофер өсөн алдан уҡ асыҡ һәм иҫәпләп сығарыу өсөн ябай булырға тейешле. Полистың үҙен иҫәпләү өсөн дә страховка компа­нияларының сайттарында калькулятор һәм тейешле формула урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Страховкалаусы агенттарға ҡарата ҡағиҙәләр ҙә камиллаштырыу йүнәлешендә үҙгәртеләсәк, был өлкәләге квалификация талаптары шулай уҡ әлеге сайттарҙа күрһәтеләсәк.
Әйтеүҙәренсә, бөтә был үҙгәреш­тәрҙе өс этапта тормошҡа ашырырға уйлайҙар. Һәр артабанғы этап алдағы­һының нисек уңышлы эшләнеүенә ҡарап башланасаҡ.
Баҙар иҡтисадының ошо өлкәһендә төп урында торған “Росгосстрах”тың яҙмышы 2016 йылдың аҙағынан алып иғтибар үҙәгендә килә. Күрәләтә отошһоҙ булған был сегментҡа компания үҙе теләп барып индеме, әллә уның коллективы ҡулланыусылар менән эшләй белмәнеме (совет заманында уҡ оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған ойошманың эш алымдары ла шул осорҙан ҡалғаны һәм етәкселегенең дә элеккесә фекерләүе һис сер түгел) – һәл хәлдә, ул һуңғы йылдарҙа миллиардлаған һум зыян күрҙе.
Былтыр ул ғәмәлдә дәүләт контроленә күсте: төп акционер Данил Хачатуров контролде “Открытие” банкына тапшырҙы, ләкин артабан уныһы ла тиҙҙән Үҙәк банк санацияһына эләкте һәм, күҙәтеүселәр фекеренсә, бының сәбәбе, нигеҙҙә, ошо проблемаларҙы үҙ өҫтөнә алыуға ҡайтып ҡала. Хәбәр итеүҙәренсә, “Росгосстрах”тың элекке етәкселегенән ҡайһы бер түрәләр енәйәт яуаплылығына тарттырылған – килгән табыштың күпмелер өлөшөн үҙ кеҫәләренә һалғандар икән. Тимәк, автомобиль хужаларына аварияла үҙ ғәйебе буйынса булмаған зыян өсөн түләп еткермәүҙәренең ғилләһе бына ҡайҙа! Ә бит был урланған аҡса “Росгосстрах”тың үҙенеке генә түгел: былтыр сентябрҙә Үҙәк банк компанияға 106 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәткән... Икенсе төрлө әйткәндә, был – халыҡ аҡсаһы ла! Ләкин авария өсөн аҡсаны барыбер тотҡарларға йәки кәметеп түләргә маташыуҙары үкенесле, әлбиттә. ОСАГО баҙарындағы ҡат­марлы хәлгә, күреүебеҙсә, тағы ошондай проблема – автостраховка ком­панияларының намыҫһыҙлығы ла килеп өҫтәлә.
Ҙур автотранспорт предприятиеларында ошондай страховка компанияла­рының ышаныслы булыу-булмау тикшереү һәм, кәрәк булғанда, суд юлдарын тапау өсөн юристары етерлек, ә беҙҙең кеүек автоһәүәҫкәрҙәр ни эшләргә тейеш? Быйыл апрелдә “Росгосстрах”тың яңы етәкселеге элекке менеджменттың ҡайһы бер ойошмалар менән килешеүен арбитраж аша юҡҡа сығарырға ҡарар итеүен белдергәйне. Был ҡарарҙың нисек үтәлеүе әлегә аныҡ ҡына билдәлелек алмаған.
“Бер юлы тәфтишселәр табышты үҙләштереүҙең башҡа юлдарын да тикшерә, сөнки төшөмдө хосусилаштырыу, йәғни үҙ кеҫәһенә һалыу, ә зыянды дәүләт ҡаҙнаһы аша ҡаплатырға ынтылыу – баҙар иҡтисадында юл ҡуйылғыһыҙ хәл”, – ти Владимир Чис­тюхин, ләкин бөтә был ҡануниәт “көрәше” ҡулланыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында күргән зыян өсөн түләүҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә алыуын тотҡарларға тейеш түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509