Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көл һауытын үбергә мөмкинме?
Көл һауытын үбергә мөмкинме?Өфөләге Интернационал урамынан үтеп барғанда ике ҡатлы йорттоң өҫкө ҡатынан кемдер мине исемләп сәләмләне. Башты күтәреп ҡарайым: элек моторҙар берекмәһендә бергә эшләгән танышым икән. “Нисек тормош?” – тип һорайым. “Арыу әле, бына балконға саф һауа һуларға сыҡтым”, – ти ул. “Нисек инде – саф һауа һуларға? – тип аптырайым. – Һин бит тәмәке тартып тораһың!” Өндәшмәй...

Тәүҙә һандарға иғтибар итәйек: Рәсәйҙә һуңғы тиҫтә йылда тәмәкеселәр һаны 440 мең кешегә артҡан. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең заманда илебеҙҙәге 15-19 йәштәге үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең 67,7 проценты тарта. Профессиональ-техник училищеларҙы айырым алып ҡараһаҡ, ундағы буласаҡ квалификациялы эшсе егеттәрҙең 75 проценты һәм ҡыҙҙарҙың 64 проценты көйрәтергә әүәҫ икәнлеген күрербеҙ. Бөгөн беҙ тәмәке тартыуҙың айырыуса йәш ҡатын-ҡыҙ араһында тиҙ тарала барыуына шаһитбыҙ. Шул уҡ ойошма мәғлүмәттәренә ярашлы, 20-29 йәштәге гүзәл заттар араһында тәмәкеселәр 60 йәштән уҙған ҡатындарға ҡарағанда ун тапҡырға күберәк.
Ә бит хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа ил халҡының һаулығын нығытыуҙың сәйәси йүнәлеш икәнен дә аңғартҡан тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә бара... Ә тәмәкеселәр һаны арта... Ҡайһы берәүҙәр быны социаль протест тип тә атай. Тимәк, йәмғиәткә һәм дәүләт власы органдарына ҡарата протест белдереү өсөн берҙән-бер үпкәңдән үс алырға кәрәкме? Быныһы үҙе бер мәғәнәһеҙлек тип ҡабул ителһә, күпме кешенең тәмәке арҡаһында үпкәһендә яман шеш үҫеүе, үҙенең быны белмәй йөрөүе, дауаханалар буйлап йүгергеләй башлағанда инде бик һуң булыуы уларға ҡарата йәлләү һәм үкенеү тойғоһо уятмай ҡалмай.
Бер ҡараһаң, ғәжәп тә: тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш Европаға Колумб экспедицияһы тәмәке алып ҡайтыу менән, йәғни ошо зарарлы үҫемлек был ҡитғала сәселгәнсе үк, башланған! Экспедиция ағзаһы Родриго де Херез урамда тәмәке тартып торған өсөн төрмәгә ултыртыла. Уға ҡарата хөкөм ҡарарында шулай тип яҙғандар: “Фәҡәт иблис кенә кешегә танау аша төтөн сығарыу һәләте бирә ала”. Католик сиркәү ҙә был ғәҙәткә ҡаршы сара күрә башлай. 1761 йылда инглиз табибы Джон Хилл тәмәкенең кешегә зарарын беренсе тапҡыр клиник һынауҙар аша иҫбатлай.
Ләкин артабан тәмәке тартыу тарал­ғандан-тарала, яңынан-яңы илдәрҙе солғап ала. Бының сәбәбен аңлау өсөн Карл Маркстың “Илле процент отош күҙаллан­ғанда, капиталист бер ниндәй ҡануниәт тыйыуы алдында ла туҡтап ҡалмай, ә йөҙ процент отош көтөлгәндә, ул теләһә ниндәй енәйәтсел аҙымға барырға әҙер” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү етә. Ә тәмәке һатыу иң ҙур отош биргән кәсеп булып сыға. Уны ҙур баҫыуҙарҙа үҫтерергә, махсус тоҡсайҙарға һалып та, ялтырауыҡлы сигарет ҡағыҙҙарына төрөп тә һата башлайҙар. Килеме күп булғандың, тәбиғи, реклама эшен киң йәйелдерергә лә хәленән килә.
Нимә генә уйлап тапмай тәмәке фабрикаларының оҫта маркетологтары. Сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа килгән электрон сигареттарҙы ғына алайыҡ: уның “тәмәкегә ҡаршы көрәш” алымы шул – тартыу процесын онотмаҫҡа ярҙам итә. Рәсәйҙә, һуңғы йылдар мәғлүмәттәре буйынса, йылына 400 миллиард сигарет етештерелә, 20 папирос һалынған ҡаптың үҙҡиммәте – һигеҙ һум самаһы. Ә бит улар сеймалды, нигеҙҙә, сит илдәрҙән һатып ала... Илебеҙҙә никотинлы продукция етештергән 80 предприятиелағы эшсе­ләрҙең хеҙмәт хаҡы башҡа сәнәғәт тармаҡтары менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Хөкүмәт был осраҡта ике арауыҡта ҡала: ошо насар ғәҙәткә ҡаршы көрәш сараларын киҫкенләштерергәме, әллә, был осраҡта тәмәке предприятиеларының табышы кәмеүе арҡаһында, ҡаҙнаға һалымдың аҙайыуына юл ҡуйырғамы...
Ә тәмәке йәшәү киңлеген яулауҙы дауам итә. Буласаҡ әсәләрҙең ҡулында сигарет күреү йәмғиәтебеҙҙе айырыуса хафаға һалырға, демографик хәл насарайған дәүерҙә ашығыс саралар күрергә мәжбүр итергә тейеш. Элегерәк “тәмәке тартҡан ҡыҙҙы үбеү – тәмәке көлө һалынған һауытты үбеү менән бер” тигән лаҡап бар ине. Бөгөнгө заманға ул тура килеп бөтмәй, сөнки тәмәкесе йәш ҡыҙҙар аҙым һайын. Хәйер, таҙаны үбергәме, бысраҡтымы – һәр кем үҙе хәл итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519