Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан быуын
Ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан быуын1939 йылғымын. Өләсәйем Гөлсәсәк Хәйҙәр ҡыҙының һөйләгәндәренән хәтерләүемсә, аслыҡ осоронда Учалы районының Мулдаш ауылынан алты ғаилә, ат егеп, Себер яғына сығып киткән. Уларға ире, ун ике балаһы менән бергә өләсәйем дә ҡушылған. Өҫтәүенә кейәүгә сыҡҡан Мәрфуға исемле ҡыҙының сабыйы ла булған.


“Төмән яғына бик оҙаҡ, туҡтап ял итә-итә барҙыҡ, – тип хәтергә ала торғайны. – Бер мәл, сәй эсергә туҡтаған ваҡытта, ҡыштырлаған тауышҡа һағайып ҡалдыҡ. Йыланмы икән? Ирем барып ҡараны ла беҙҙе саҡырҙы. Бәй, тараҡандар рәткә теҙелешеп (ҡырмыҫҡа шикелле юл һалып) шыуыша. Урыҫ ауылдарының береһендә был хаҡта һорашып белештек. Баҡтиһәң, тараҡандар ҙа шулай аслыҡ сәбәпле күсенеп йөрөй икән...”
Төмәнгә барып еткәс, өләсәйем дауаха­наға санитарка булып урынлашҡан. Егәрле икәнен күреп, оҙаҡламай ашнаҡсы уны үҙенә ярҙамсы итеп алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире лә, балалары ла ниндәйҙер ауырыуҙан вафат булған. Тыуған яғына өләсәйем атайым Насип менән генә ҡайтҡан. Ике йәшлек ейәнсәрен иһә хәлле йәшәгән урыҫ ғаиләһенә биреп китергә мәжбүр булған. “Сабыйығыҙ барыбер йә аслыҡтан, йә ауырыуҙан йонсоп үләсәк. Беҙгә ҡалдырығыҙ, аҙаҡ килеп алырһығыҙ”, – тип күндергән мәрйә. Был ғаиләнең үҙ балалары булмаған. Өләсәйем ейәнсәрен йыш иҫкә төшөрҙө. “Их, бер күрергә ине ҡыҙымды. Үҫкәндер инде...” – тип илап ала торғайны. Тик уға ейәнсәрен күрергә насип булманы. Беҙ ҙә туғаныбыҙҙы эҙләп, юллап йөрөмәнек. Етеш ғаиләлә ҡараулы­лыр, бәхетлелер, тип тынысландыҡ.
Ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан быуынӨләсәйем балаһы менән Башҡортос­танға йәйәү ҡайтҡан. Ҡыш башланһа, ҡайҙалыр туҡтап, шунда эшләгән, яҙ иһә тапҡан аҡсаға аҙыҡ алып, тағы алға атлаған. Шулай арып-талып Илсе ауылына килеп ауғандар. Унан үҙебеҙҙең Мулдашҡа ҡайтҡандар. Өләсәйем кордонда (ауыл ситендә урыҫтар йәшәгән урын) мәрйәләргә ашнаҡсы, кер йыуыусы булып хеҙмәт итә башлаған. Шунда үҙенә бәләкәй генә өй биргәндәр. 1917 йылғы атайым Насип Ҡаһиров кордонда үҫкән, бәләкәйҙән урыҫса һөйләшергә өйрәнгән.
...Миңә ике йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атайымды 1941 йылдың 14 июлендә фронтҡа оҙаталар. Тәүҙә ул 74-се айырым артиллерия дивизионының 1279-сы уҡсы полкында разведчик була. Артабан 1942 йылдың октябренән 1946 йылдың аҙағына тиклем Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флотындағы 103-сө уҡсылар полкының диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, төрлө миҙалдар менән наградлана. Яу йылдары иҫтәлеге итеп атайым үҙенең һалдат котелогы менән флягаһын алып ҡайтты. Күстәнәскә бер тоҡ сәтләүек килтерҙе. Әсәйемдең уны ингән бер кешегә услап өләшкәнен хәтерләйем.
1950 йылда ашлыҡ ныҡ уңды, халыҡҡа уны күпләп тараттылар. Лар тигән һауыт юҡ ине: әсәйем һике өҫтөндә ятҡан кейеҙҙе ишек алдына йәйеп, игенде шунда ауҙартты. Ҡул тирмәне менән он тарттырып, көл күмәсе бешереп ебәрҙе. Йорт эсенә тәмле еҫ таралды. Ҡыуанысынан илай-илай бешеренде әсәйем. Ул – Хәтимә Әминева – бәләкәйҙән етем ҡалып, өлә­сәһе ҡарамағында үҫкән. Аҙаҡ Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Буй еткергәс, уҡытыусы һөнәрен алып, Мул­дашҡа эшкә килгән, атайыма кейәүгә сыҡҡан. Ғаиләлә ике бала тыуған – мин һәм Венера һеңлем.
Һуғыштан һуң да халыҡ рәхәтләнеп йәшәп китә алманы. Иген араһында үҫкән билсәнде утарға йөрөр инек, ҡулдарыбыҙ ҡанап бөтә торғайны. Көн буйы эшләһәң, әҙ генә он бирәләр, был – үҙе бер ҡыуаныс. Әсәйем бәрәңгене иҙеп, йоҡа итеп йәйеп, йәймә бешерер ине. Көрпәнең ваҡ таяҡтары унан тырпайышып сығып тора торғайны. Шуны туғаным менән ҡыуанышып ашар инек.
Ауыл эргәһендәге йәшелсә фермаһына ла эшкә йөрөнөк. Унда кишер, кәбеҫтә, һуған һәм тәмәке үҫтерҙеләр. Быуанан, күлдән һыу ташып һибә торғайныҡ. Уңыш гел мул булды. Колхоз уны ситкә һатып аҡса эшләне. Халыҡҡа хеҙмәт хаҡы урынына йәшелсә һәм тәмәке бирә торғайнылар.
Атайым оҙаҡ йылдар “Совет” колхозында төрлө вазифа башҡарҙы. 1960 йылда республика ауыл хужалығы күргәҙмә­һендә ҡатнашты. Аслыҡ-яланғаслыҡты, һуғыш ғазаптарын күргән-кисергән, үҙ иңендә күтәргән, ләкин һынмаған, ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан атай-әсәйем тормошомда һәр саҡ оло өлгө булды.

Рима Ҡоләхмәтованың иҫтәлектәрен Рамай Ҡаһир яҙып алды.

Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840