Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәй-атай йә ирекмән бул...
Йыл башынан түләнә башлаған балалар пособиелары физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан азат ителде, йәғни аҡса күләменең 13 проценты ҡаҙнаға тотолоп ҡалынмаясаҡ. Өҫтәүенә был һалым төрөн ирекмәндәр ҙә түләмәйәсәк.

Атап әйткәндә, ошо ташламаға быйыл 1 ғинуарҙан ағзаларының һәр береһенең килеме йәшәү минимумы кимәленән 1,5 тап­ҡырға артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнгән беренсе һәм икенсе балаға пособиелар эйә. Балаға йәш ярым тулғансы бирелгән йәшәү минимумы күләмендәге был түләм социаль ярҙам иҫәбенә инә. Мәҫәлән, студент ғаиләләре сабый тыуған осраҡта ла ҡурҡмайынса белем алыуын дауам итә ала.
Ирекмәндәргә килгәндә, уларҙың аҡсалата ла, натуралата ла килемдәре күҙ уңында тотола. Бында һүҙ бушлай ярҙам итеүселәрҙең хәйриә эшмәкәрлеге мәнфәғәтендә торлаҡты ҡуртымға алыуҙан, юл йөрөү һәм туҡланыуҙы ойоштороу­ҙан, ҡорамалдар менән йыһаз­ландырыуҙан килгән табыштары тураһында бара. Бындай осраҡта, ирекмәндәрҙең финанс сығымын аҡсалата ҡаплағанда, тейешле сумманан бер тин дә тотолмаясаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа бөтәһе 800 меңдән ашыу кеше эшләй. Уларға 3,8 миллион ирекмән ярҙам итә.
Яңы закон буйынса, ил Президенты гранттарына ла физик шәхестәрҙең килеменә 13 процентлыҡ һалым һалынмаясаҡ. Ярыштарҙа һәм конкурстарҙа еңеүселәр, аҡсалата йәки натуралата премия һәм приздар алғанда, был бурыстан азат ителә. Ошондай сараларға барғанда киткән юл, йәшәү, туҡланыу сы­ғымдарын ҡаплаған аҡсанан да һалым тотолмай. Ойошмаларҙың дәүләт етәксеһенең гранты рәүешендә ҡабул итеп алған мөлкәте һәм аҡсаһы ла ошондай уҡ ташламаға хоҡуҡ бирә. Тик шуныһы: былар быйылдан барлыҡ­ҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә генә ҡағыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504