Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Супермаркет хәйләләре
Супермаркет хәйләләре“Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ” тигән әйтемде барыбыҙҙың да ишеткәне барҙыр. Ысынлап та, кеше кәрәк урында алдаштырып та ебәрергә мәжбүр. Ә аҡса һанаған сауҙа нөктәләре, табыш артынан ҡыуған эшҡыуарҙар бындай алымдарҙы йыш ҡуллана һәм яңыларын уйлап сығарып ҡына тора.

Һандарға күҙ һалайыҡ. “Ромир” аналитика холдингы хәбәр итеүенсә, февраль айы менән сағыштырғанда, мартта Рәсәй кешеһенең магазиндағы уртаса чек күрһәткесе 0,9 процентҡа артып, 539 һумды тәшкил иткән. Бигерәк тә Үҙәк, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарында сығым күбәйгән. Йыллыҡ уртаса чек күләме лә үҫкән – 2,1 процентҡа.
Был нимәне аңлата? Хаҡтар артыуынмы, әллә үҙебеҙҙең артығыраҡ ризыҡлана башлауҙымы? Бәлки, сауҙа нөктәләренең төрлө хәйләгә барып, һатып алыусыны күберәк сығымға этәреүенәндер? Ғәҙәттә, уларҙың табышы кәмеһә, етәкселеге килемде арттырыу тураһында баш вата башлай. Реклама бирергәме, төрлө акциялар үткәрергәме, фәтүәле маркетинг алымдары ҡулланырғамы...
Ниндәй хәйлә тоҙағына ҡабып, уйлаған-теләгәнеңдән күберәкте, ҡыйбатыраҡты һатып алыуың бар? Нисек быларҙан һаҡланырға, аҡсаңды юҡҡа сарыф итмәҫкә? Һаҡсыл тотонмаһаң, ул һыу кеүек ағып китеп бөтә бит...
Беләһегеҙҙер, күптән ятҡан аҙыҡ-түлекте, шулай уҡ ҡыйбатлыһын да, һатып алыусының күҙ алдынараҡ, яҡын кәштәләргә ҡуялар. Яңы әҙерләнгәнен, осһоҙорағын төпкәрәк йәшерәләр. Хәҙер килеп, тағы бер хәйлә эҙләп таптылар. Ҡайһы бер магазиндарҙа бер үк категория ризығына хаҡты төрлөсө ҡуялар – ҡайһы бер төргә килограмға күрһәтәләр, ә янындағыһына – 100 грамға. Тауар төрлөлөгөнән башы әйләнгән йә эштән һуң иғтибары тарҡалған кеше ысын хаҡты кассаға барғас ҡына белә. Ололарға, балаларға, ғөмүмән, грамына ғына бәйәһен белеп, бер килограмдыҡын хәтерҙә һанап сығарыуы ауыр. Һөҙөмтәлә күптәр, аҙыҡты кире ҡайтарыуға ваҡытын әрәм итмәҫ өсөн, уны һатып алырға мәжбүр була. Кемдер, ниңә был хәтлем күп аҡса түләнем әле тип аптырап, чекты өйгә ҡайтҡас ҡына ҡарай. Ирҙәр күп осраҡта быға бөтөнләй ҙә иғтибар итеп тормай.
Шулай ҙа була: беҙ тауарҙың тышҡы ҡиәфәтенә ныҡ өйрәнәбеҙ. Таныш әйберҙе, яҙа-йоҙа ғына күҙ һалып, кәрзинебеҙгә ташлап та ҡуябыҙ. Етештереүселәр бынан да ота. Мәҫәлән, билдәле брендтың исемен ҙур хәрефтәр менән сыймаҡлап ҡуялар, ә төрөн бөтөнләй билдәләмәйҙәр. “Крәҫтиәндеке” тип яҙылған, ә маймы, үҫемлек майы ҡушылған спредмы, әллә маргаринмы икәне – юҡ. Етмәһә, улар бөтәһе лә бер кәштәлә ята. Маргарин алам тигән кеше касса янында уның май булып сыҡҡанын белеүе ихтимал.
Һөт менән хәл былайыраҡ. Элек шартлы бер хаҡҡа бер литр эсемлек алабыҙ тип уйлай торғайныҡ. Һөт заводтарының шыптыр пакетындағы күләм иһә ауырлыҡта билдәләнә – 900 грамм. Хәҙер инде сауҙа нөктәләрендә 800 грамм тартҡан һөт ҡаптары ла күренә башланы. Ғәҙәттә, беҙ уның күләменә ҡарамайбыҙ ҙа бит һуң.
Беҙҙе шул тиклем химик өҫтәмәләр менән ҡурҡытып бөткәндәр, шуға күрә “консервантһыҙ”, “хуш еҫле берләшмәләрһеҙ”, “сояһыҙ”, “холестеринһыҙ”, “ГМО-һыҙ” тип яҙылған тауарға сат йәбешәбеҙ. Ысынында нисек һуң? Мәҫәлән, лимон кислотаһы. Ул – бер юлы тәм биргән өҫтәмә лә, консервант та, кислоталылыҡты көйләгес тә. Кешенең консерванттан уттан ҡурҡҡан кеүек шөрләүен белгән етештереүсе тауар тышлығына лимон кислотаһын “тәм биреүсе” йәки “кислоталыҡты көйләүсе” тип яҙа. Был осраҡта уны “консервант” тиеү кәрәкмәй ҙә.
Соя, холестерин менән дә шул уҡ хәл. Бына ҡиммәтле генә үҫемлек майы шешәһе тышлығында “холестеринһыҙ” тигән яҙыу иғтибарҙы ылыҡтыра. Мотлаҡ шуныһын һатып алаһың. Тик бер генә бындай шыйыҡ майҙа ла холестериндың булыуы мөмкин түгел бит! Уларҙың барыһы ла холестеринһыҙ...
Йәнә “сояһыҙ” колбаса менән сосисканы һайлайбыҙ. Ә был ит ризыҡтары, ғөмүмән, тик иттән тормай. Тимәк, йә соя текстуратынан, йә май эмульсияһынан эшләнә. Тәүгеһенән булмаһа, әлбиттә, “сояһыҙ” тип яҙырға була. Тик был һатып алыусы мейеһендә “ҡәҙимге иттән” тигән хаталы фекерҙе тыуҙыра.
Йәшелсәнең дә таҙартылып, йыуылғаны ҡыйбатыраҡ һәм күҙ алдындараҡ ята. Әгәр ҙә өйҙә үҙең йыуып бешерергә йыбанмаһаң, картуф, кишерҙең осһоҙорағын да ҡарап ала алаһың. Был маркетинг алымы иһә – кешенең ялҡаулыҡ сифатына һынау.
Ҡайһы берҙә беҙ әҙәм ышанмаҫтай күренешкә алданабыҙ. Ниндәйҙер ризыҡтың тышлығына “25 йыл гарантия” тип яҙылған әйберҙе нисек алмайһың инде! Йәнәһе, ул йә ныҡ сифатлы, йә оҙаҡ ваҡыттан да уны алмаштырырға, кире ҡайтарырға була. Улай түгел шул. Тауар чектарын оҙаҡ һаҡлағандар белә: касса термотаҫмаһынан сыҡҡан ҡағыҙ уҙа барһа өс йыл юйылмай һаҡлана. Ғәҙәттә, берәй йылдан уның яҙыуҙары уңа, нимә яҙылғанын уҡып та булмай.
Бына шундай хәйләләргә әҙер булғанда, аҡса янсығың тиҙ бүҫкәрмәҫ, финанс хәлеңде көйләүе лә еңелерәк булыр. Баҙар иҡтисады законы буйынса, сауҙа нөктәләре күберәк керем йәлеп итергә тырыша. Ә һин һәр осраҡта ла юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙырға өйрән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512