Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тиң йәшәүҙәргә ни етә...
Тиң йәшәүҙәргә ни етә...Ғаилә нигеҙенең ныҡлығы, һис шикһеҙ, уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен ихтирам итеп, яратып йәшәүенә бәйле. Мөхәббәтле ғаиләне ғүмер миҙгелдәренең ҡаршылыҡтары еңә алмай, һөйөү нурынан яралған балалар ҙа бәхетле була. Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәшәгән Маһира менән Әмирхан Шәһимәрҙәновтар тап шундайҙарҙан. Илле йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән пар күптәргә өлгө булырлыҡ. Күбәләк ырыуынан булған Туйыш ауылы егете үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен студент йылдарында осрата.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем алған егет Маһираны тәү күргәндә үк оҡшата. Элек Көйөргәҙе районына, хәҙер Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районына ҡараған Мәҡсүт ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡыуҙа зирәк булыуы менән бер рәттән йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Студент туйы үткәреп, йәштәр ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп тәүге улдары Рәмил донъяға килә. Ҡулдарына диплом алған белгестәр йүнәлтмә буйынса Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылына эшкә ебәрелә. Ғаилә башлығы “Октябрь” совхозында зоотехник булып эш башлай, фатир ала. Әммә ауылда яңғыҙ йәшәгән әсәһен ҡарау, уға ярҙам итеү теләге көслөрәк була. Бер йылдан ғаилә тыуған яғында төпләнә. Әмирхан Әхмәтғәле улы Шайморатов исемендәге колхозға баш зоотехник булып эшкә тәғәйенләнә. Оло улдары янына иптәшкә Йәмил менән Рөстәм донъяға килә. Маһира Хаммат ҡыҙы мәктәпкә эшкә урынлаша, бер аҙҙан Силәбе педагогия институтын ситтән тороп тамамлай һәм артабанғы яҙмышын мәғарифҡа бағышлай.
Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағына тура килә уларҙың хеҙмәт юлы. Ҡайҙа ғына эшләү­ҙәренә ҡарамаҫтан, Шәһимәр­ҙәновтар һәр саҡ үҙ эшенә яуаплы ҡарай, уны намыҫ менән башҡара. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, бер нисә йыл рәттән һөнәре буйынса иң яҡшылар рәтендә була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улар өсөн тормош яңынан башлана. Дөрөҫөрәге, яңыса йәшәй башлайҙар, үҙҙәренең буш ваҡыт­тарын ҡасандыр ваҡыт юҡлыҡтан, эштән бушамағанлыҡтан тотона алмаған шөғөлдәрен, һәләттәрен асыуға йүнәлтә. Дәүләт ауыл клубында ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, бигерәк тә театр түңәрәгенә теләп йөрөй улар. “Тормошта ғәҙәти, эшһөйәр кеше булараҡ белгән Әмирхан Әхмәтғәле улы сәхнәлә бөтөнлөй башҡаса асыла. Ул шул тиклем торғаны менән әртис, үҙе яҙған шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп уҡый. Маһира ханым менән уйнаған ролдәрен халыҡ яратып ҡарай”, — ти район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев.
Әйткәндәй, Шәһимәрҙәновтар районда үткәрелгән “Мин яратам һине, тормош!” конкурсында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, күп кенә Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Күптән түгел улар ҡатнашлығында драматург Әминә Яхинаның “Ҡайырыл­маһын ҡанаттар!” спектаклен сәхнә­ләштергәндәр.
— Бер-береңде ихтирам иткәндә, берең һөйләгәнде икенсең тыңла­ғанда, үҙ-ара һөйөү һәм хөрмәт булғанда, беҙҙең кеүек матур ғүмер юлын үтергә була, — ти Маһира Хаммат ҡыҙы. — Малайҙарыбыҙҙың хәҙер үҙ донъяһы, һәр саҡ килеп ярҙамлашып торалар. Әле ҡартым менән йәштәрҙән һис ҡалышмай донъя көтәбеҙ, мал тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ.
Әйткәндәй, ысынлап та баҡса­ла­ры шәп уларҙың. Ниндәй генә ағас­тар ултыртмаған Әмирхан Әхмәт­ғәле улы. Алмағастары шау сәскәгә күмелгән, виноградтары япраҡ ебәргән, яҙҙың тәүге сәскә­ләре хуш еҫ тарата. Теплицала ҡыяр тиҙҙән өлгөрәм тип ултырһа, борос менән помидорҙар сәскәгә тумаланған.
— Бөтә нәмә үҙебеҙҙеке, ҡыҙым. Хатта магазиндан әйбер ҙә алмайбыҙ, үҙебеҙ етештергән, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте файҙаланабыҙ. Хәрәкәт барында, һаулыҡҡа ла зарланырға ваҡыт юҡ, — тип һүҙгә ҡушыла йорт хужаһы.
Һикһәнде тураҡлаған Әмирхан Шәһимәрҙәновҡа һис тә үҙ йәшен бирмәҫһең! Егеттәрсә шәп, дәртле һәм уңған! Иң өлкән улдары Рәмил хәрби офицер, әле отставкалағы подполковник, ғаиләһе менән Белорет ҡалаһында йәшәй. Йәмилдәре хәрби бурысын Афғанстанда үтәй, әле Асҡарҙа төпләнгән. Кесе улдары Рөстәм район үҙәгендә үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөл­ләнә. Шәһимәрҙәновтар бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй, Данияр исемле бүләләре бар. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, ғаилә башлығын йылдар дауамында хәл ителмәгән проблемалар ҙа борсомай ҡалмай. “Һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, иҫән ҡайтҡандарҙың балаларына бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, ә беҙгә, атайҙарыбыҙ һуғышта яраланып ҡайтҡандарҙың йәки вафат булғандарҙәң балаларына, аҡсалата ярҙам күрһәтелмәй”, — ти ул.
Әйткәндәй, геройҙарым сәләмәт тормош алып бара: һәр иртә күнекмәләр яһай. Велосипедта йөрөү, даими рәүештә саф һауала булыу, йорт эштәре менән булышыу ҙа һаулыҡ өсөн файҙалы, ти улар.
Йәшәүҙән йәм табып, йәштәргә — өлгө, балаларына — терәк, ауылдаштарына үрнәк булып йәшәгән Маһира менән Әмирхан Шәһи­мәрҙәновтар — ауылдың ғына түгел, райондың матур, өлгөлө ғаилә­ләренең береһе.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509