Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Реанимацияға инергә рөхсәт
Реанимацияла ятҡан ауыр хәлдәге сирле янына туғандарына инергә рөхсәт итеүҙе закон менән нығытмаҡсылар. Ысынлап та, был – хәл итеүҙе көткән бик нескә мәсьәлә.

Ике йыл элек хәйриә фондтары вәкилдәре реанимацияла ауыр хәлдәге балалар янына ата-әсәләрен индереүгә рөхсәт проблемаһын күтәргәйне. Үпкәһен яһалма тын алдырған кескәйҙәр реанимацияла айҙар буйы ятырға һәм туғандарын күреүҙән мәхрүм булырға мәжбүр. Ололар менән дә шул уҡ хәл. Һөҙөмтәлә ғаилә ағзалары үлем сигендәге яҡындары менән бәхилләшә лә алмай ине.
Шул мәлдә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауалау учреждениеларына был осраҡта туғандарға реанимация ишеген асырға тәҡдим иткәйне. Әммә “рекомендация” мотлаҡ үтәлеүҙе талап иткән документ түгел. Шуға ла ҡайһы бер табиптар бындай рөхсәтте бирҙе, ҡайһылары – юҡ. Ә бына закон ҡабул ителһә, бөтә дауаханалар ҙа уға буйһонорға тейеш буласаҡ.

* * *

Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙер медицина ярҙамы көндән-көн үҫешә, элек төшкә лә инмәгән ҡатмарлы операциялар яһала, уларҙың эҙемтәһе лә ҡурҡыныс түгел.

Бына юғары технологиялы медицина ярҙамын да республикала ете йыл элек 211 генә бала алған булһа, быйыл был һан өс меңде тәшкил итә. Ул саҡта өлкәндәр араһында мохтаждарҙың 10 проценты ғына быға өлгәшһә, бөгөн инде – теүәл яртыһы.
Шуныһы ҡыуаныслы: элек бындай сифатлы ярҙам алыр өсөн кешеләр башлыса Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙағы көслө медицина үҙәктәренә йөрөһә, әле пациенттарҙың 50 проценты республикала дауалана. Мәҫәлән, беҙҙә 151 бөйөр, 15 йөрәк, 14 бауыр күсереп ултыртыу осрағы теркәлгән.

* * *

Дауаханала ятҡан кеше унда туҡланыу нисек ойошторолғанын яҡшы белә. Һөҙөмтәлә күптәр “балнис ашын” хушһынмай, өйҙән килтерелгәне менән тәғәмләнә.

Хәҙер Башҡортостан дауаханаларында төрлө диета варианттары күҙалланған дөйөм меню буйынса ашатасаҡтар. Туҡланыу өлкәһендәге хеҙмәтләндереү күҙәтеүгә алынып, ғинуар-февраль айҙарында тәҡдим ителгән 310 ризыҡ төрө экспертизаға ебәрелгән. Бындай тикшереүҙән һуң өҫтәлдәрҙәге сифатһыҙ аҙыҡ-түлек кимәле кәмер тип көтөлә. Ошо юҫыҡта йылдың тәүге ике айында төбәк дауаханаларында 46 дәғүә белдерелгән, бер хеҙмәтләндереүсе фирма менән килешеү өҙөлгән.

* * *

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу маҡсатында һалым индереү тәҡдимен хупламай. Амбулатор дауаланған пациенттарға ташламалы йә бушлай дарыу бүлеү мәсьәләһенә ҡағыла был.

Һаулыҡ һаҡлау тармағында быға финанслау етешмәү сәбәпле, алдараҡ министрлыҡтың Дарыуҙар менән тәьмин итеү департаменты башлығы Елена Максимкина: “Һау-сәләмәт граждандар мохтаж ватандаштарына бушлай дарыу алыу хоҡуғында булышлыҡ итергә тейеш”, – тип белдергәйне. Йәғни ошо маҡсатта халыҡтан һалым түләтеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Пациенттар хоҡуғын яҡлау лигаһы башлығы Александр Саверский иһә быға яуап итеп: “Мотлаҡ медицина страховкаһы тураһындағы законда, амбулатор дауалау мәлендә бушлай дарыу бүлеү медицина страховкаһы иҫәбенә башҡарыла, тип яҙылған. Бары бюджетты дөрөҫ планлаштырырға һәм сығымдарҙы ҡаты контролдә тоторға кәрәк”, – тине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512