Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар үҫте. Алименттан ҡотолдоңмо?
Балалар үҫте. Алименттан ҡотолдоңмо?Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, беҙҙең илдә никахтарҙың яртыһынан күберәге тарҡала. Тәүге йылда бындай осраҡтар бик аҙ булһа, биш-туғыҙ йыл бергә йәшәгән парҙар араһында айырылышыу күрһәткесе иң ҙуры. Ә был осорҙа, ғәҙәттә, ғаилә лә ишәйә – балалар икәү, өсәү, дүртәү булып китә... Башҡортостан да ошо йәһәттән Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән ҡалышмай. Әлбиттә, 2016 йылға ҡарағанда, былтыр хәл яҡшыраҡ булған – айырылышыу­сылар һаны алты процентҡа кәмегән. Әммә бында үткән осорҙа никахҡа инеүселәрҙең күберәк булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡоро һандарға күҙ һалһаң иһә, элекке йыл 15645 никах тарҡалған, былтыр – 15572.

Ғаиләнең селпәрәмә килеүе – оло фажиғә. Ир менән ҡатын ғына түгел, балалар ҙа ғазап сигә. Юҡҡа ғына атайлы бала – арҡалы, инәйле бала – иркәле тимәйҙәр шул. Рухи кисереш­тәргә матди ҡыйынлыҡтар ҙа ҡушыла. Ни генә тиһәң дә, ауырлыҡтарҙы бергә-бергә кисереүе еңелерәк.
Ғәҙәттә, балалар әсәй менән ҡала. Бығаса атай аҡса тапһа, бынан һуң әсә кешегә ныҡлап эшкә егелергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә икеләтә йөк төшә. Был осраҡта, икенсе яҡтан, бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү өсөн үҙ-ара һөйләшеп килешеп йә суд аша алимент талап итергә мөмкин. Уны түләү тәртибе, күләме аныҡ билдәләнә. Ләкин тормошта бөтәһе лә һин теләгәнсә, ҡанун буйынса ғына бармай. Байтаҡ ир-ат алимент аҡсаһын кәметеү йә бөтөнләй бирмәү өсөн төрлө хәйләгә бара. Рәсми рәүештә эшләмәй йә хеҙмәт урынын йыш алмаштыра, теркәлгән адрес буйынса йәшәмәй, килемен йәшерә, мөлкәтен башҡа берәй туғаны исеменә күсерә...
Хәл йәнә суд приставтарының үҙ эшен нисек башҡарыуына ла бәйле. Көн дә шылтыратып, ай һайын уларҙың тупһаһын тапаусыларҙың аһ-зары ишетелеп тора. Был хеҙмәтте башҡарыу­сыларҙы ла аңларға була. Улар бурыслы граждандың эш урынын билдәләп, суд ҡарарын бойомға ашырыу өсөн бирелгән башҡарыу ҡағыҙын шунда ебәрҙе лә ти. Урындағы бухгалтерия бирәсәге булған хеҙмәткәрҙең уҙған айға эш хаҡының яртыһын тотоп ҡалыу менән, уныһы эштән китеү тураһында ғариза яҙа. Киләһе айҙа тағы алимент аҡсаһы килеүҙән туҡтай... һәм бөтәһе лә яңынан башлана.
Йә иһә алимент түләүсе рәсми эшлә­мәй йәки эш биреүсеһе, һалым түләүҙән ҡасып, документтарҙа хеҙмәт хаҡының закон буйынса ҡаралған минимум өлөшөн генә күрһәтә. Был осраҡта түләм дә аҙ күләмдә килеп сыға.
Тағы ла хәйләләшеү юлы бар. Икенсегә ғаилә ҡорған кешенең яңы ғаиләһендә сабый тыуһа инде, тәүге балаларына түләмде кәметер өсөн, быныһына ла алимент юллана.
Әлбиттә, ғәзиздәренә алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән граждандарға ҡарата яза ла ваҡыты-ваҡыт ҡатыланып тора. Өс ай бурысыңды атҡармаһаң, штраф сәпәүҙәре бар. Артабан инде машина йөрөтөү таныҡлығыңдың ғәмәлдә булыуын сикләүҙәре, сит илгә сығыуҙы тыйыуҙары, ҡайһы бер дәүләт хеҙмәттәренән ҡулланырға рөхсәт итмәүҙәре ихтимал. Мәжбүри эшкә ҡушыуҙары, иректән йә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә мөмкин.
Һанай китһәң, алимент түләүҙән ситләшеү юлдары һәм бының менән көрәш алымдары бихисап. “Кем кемде еңер?” принцибы хөкөм һөрә бында. Ғәмәлдәге Ғаилә кодексы буйынса, был “көрәш” балаға 18 йәш тулғансы дауам итә. Бәлиғ булған балаға алимент йәнә суд аша, ул хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған осраҡта ғына тәғәйенләнә.
Тормошта, ғәҙәттә, шундай күренеш йыш осрай. Алимент түләгән кеше, балаларына 18 йәш тулғас, иркен тын ала һәм яңы тормош башлай. Мәҫәлән, эсеүенән арынып, рәсми эшкә урынлаша, асарбаҡ хәлендә тегендә-бында һуғылып йөрөүҙән туҡтап, йорт һатып ала йә төҙөй, йәғни даими йәшәү урыны булдыра. Йәнәһе, ул хәҙер ирекле, ҡасып-боҫорға маташыу кәрәкмәй. Алимент буйынса йыйылған меңдәрсә-миллиондарса һум бурыс та юҡҡа сыға.
Юҡ, улай түгел шул. Һөйөнөргә иртәрәк. Рәсәй Федерацияһы Юғары судының административ эштәр буйынса суд коллегияһының сираттағы ултырышы ошондай бер осраҡҡа аңлатма бирҙе. Баҡһаң, бала-саға күптән үҫеп бөтһә лә, бурыслы ата-әсәнән тейешле алимент аҡсаһын талап итергә була.
...Хабаровск ҡалаһынан бер ҡатын 20 йыл буйы балаларын яңғыҙы тәрбиәләй. Элекке ире уларға алимент аҡсаһын түләмәй, нисек тә атайлыҡ бурысынан ҡасып ҡалырға тырыша. Бер нисә тапҡыр суд приставтарына ғариза яҙыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Байтаҡ ваҡыттан әсә кеше, ул барыбер бурысын ҡайтарырға тейеш тип һанап, тәүҙә суд приставы хеҙмәтенә, унан судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә улар бындай компенсация талап итеү менән ризалашмай. Йәнәһе, ҡатындың балалары инде бәлиғ булған, атайҙарынан бурысты үҙҙәре таптырһын.
Үҙәк район суды, край суды ла уның ялыуын һөҙөмтәһеҙ ҡалдыра. Ысынлап та, балаға 18 йәш тулғас, ата-әсә уларҙың законлы вәкиле булыуҙан туҡтай. Тимәк, түләнмәгән алиментты ла бала үҙе генә талап итергә хоҡуҡлы.
Юғары суд ултырышында бына ошо осраҡ ҡаралды ла инде. Белгестәр, алимент юлланған бала бәлиғ булыу сәбәпле, законда дәғүәсене алмаштырыу нигеҙле тип билдәләнмәгән, тип яуап бирҙе. Даими түләү алыу хоҡуғының юҡҡа сығыуы закон актын дөрөҫ аңламауҙан килә. Был осраҡтарҙа бурыслы кешенән бәлиғ булған балаға түгел, ә уҙған осор өсөн алимент талап ителә бит.
Баланы тәрбиәләгән атай йә әсәй был эште атҡармаған кешенең дә бурысын башҡарған. Тимәк, сығымдары өсөн компенсация аҡсаһы талап итергә хоҡуҡлы. Йәғни, балаға 18 йәше тулһа ла, дәғүәсе суд приставынан башҡарыу эшен дауам итеүҙе һорай ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506