Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атайлы бала – арҡалы, инәйлеһе – иркәле
Атайлы бала – арҡалы,  инәйлеһе – иркәлеӘсәйем китә йыраҡҡа,
Йыраҡҡа, һыуыҡ яҡҡа.
Бик өшөр инде әсәйем,
Эшләйем, тиеп аҡса.

Гел иланым ҡәҙерлемде
Оҙатҡанда Себергә.
Үпкәләп тә йөрөгәйнем,
Булмайбыҙ, тип гел бергә.

Хәҙер ҙур үҫтем. Һағынып
Көтәм уның ҡайтҡанын.
Беләм аҡсаның һыуыҡта,
Ҡар аҫтында ятҡанын.


Ошо шиғырҙы уҡығанға йыл ярым ваҡыт үтте, әммә ул һаман да йөрәгемдән сыҡмай. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Алһыу Ғилманованың был шиғыры үткән йыл “Йәншишмә” гәзитендә баҫылды.

Шуны уҡығандан һуң бик ныҡ тетрәндем. Өс строфалыҡ ҡына ошо юлдарҙа беҙҙең Башҡортостан ауылдарындағы күп ғаиләләрҙең тормошо сағылған бит. Элегерәк Себер тарафтарына ир-ат юлланһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙың да эш эҙләп һалҡын төбәккә китеүе ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Баланың шиғыр юлдарынан күренеүенсә, әсәһе тәүге йыл ғына йөрөмәй был юлда. Бала әсәһен оҙатҡанда илап ҡалған, гел бергә була алмағанға үпкәләп тә йөрөгән, хәҙер үҫкән инде, аҡсаның һыуыҡта ҡар аҫтында ятҡанын аңлаған ҡыҙыҡай әсәһен, өшөйҙөр инде, тип өҙгөләнә.
Был юлдарҙы нисек тыныс уҡымаҡ кәрәк: күпме ғаилә фажиғәһе, күңел тетрәнеүе, күҙ йәше, һағыныу, һағыш унда. Ғәзиз кешеһенән айырылып, интернатта йәшәргә мәжбүр булған бала һәр иртә әсәһенең иркәләп уятыуын, тәмле ҡоймаҡ менән сәй эсереүен, арҡаһынан яратып мәктәпкә оҙатыуын, йылмайып ҡаршы алыуын, уңыштарына ҡыуаныуын, кис хәйерле йоҡо теләп ятҡырыуын теләмәй, тиһегеҙме ни? Үҫмер ҡорона инеп барған ҡыҙҙың әсәһе менән серләшер һүҙҙәре лә барҙыр, кәңәштәрен дә ишетергә теләйҙер бит.
Ә әсә һуң?! Уның йөрәге һыҙмаймы ни? Һәр иртә эшенә барғанда, балам ни эшләй, хәле нисек, сирләмәйме икән, тип өҙгөләнмәйме ни?! Үҙе тамағына ашағанда, балам ни менән туҡлана икән, тип уйламаймы ни?! Ғәзиз балаһын төштәрендә күреп, һағыныуҙан күҙ йәштәрен нисек тыя алһын. Шул бала хаҡына тип йөрөй ҙәбаһа ул ошо ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарында. Уның киләсәген уйлап, уҡытырға, кеше итергә тип үҙенең дә һаулығын бөтөрә. Әгәр ауылда эш булһа, ирекһеҙҙән бер кем дә шулай күҙ күрмәгән яҡтарға сығып китмәҫ ине...
Республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында ниңәлер иң башта ошолар хаҡында уйлата. Кемдәргәлер төрлө байрамдар ойоштороу ҙа кәрәктер. Әммә иң беренсе сиратта ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләрҙең хәлен хәстәрләү мөһимдер.
Әле бер генә ҡыҙ баланың шиғыры аша күңел ғазаптарын кисерҙек. Ә улар күпме? Ирҙәрен Себергә оҙатҡан ҡатындарға ауылда йәшәү икеләтә ауырға төшә бит. Утынын да, бесәнен дә әҙерләргә, ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн малын ҡарарға, балаларын тәрбиәләргә, баҡса үҫтерергә... Йылдар буйы ирле көйө ирһеҙ йәшәй улар. Ярай әле алып ҡайтҡан аҡсаһын ғаиләһенә имен-аман тотторһа. Ай буйы эсеп ятып, китергә аҡса таптырғандары ла юҡ түгел. Тегендә, Себерҙә, икенсе ғаилә ҡорғандары ла бар. Бында ҡалған ҡатындар араһында ла ир наҙы эҙләп, хәләлдәренә хыянат итеүселәр осрай. Атайлы килеш етем үҫкән балалар аҙмы?! Бына ниндәй фажиғәләргә килтерә ғаиләләрҙе ауылдарҙағы эшһеҙлек.
Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ. Ғалимә, иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты Гөлнара Яҡшыбаеваның тикшеренеүҙәре буйынса, Башҡортостандан 150 мең кеше ситкә эш эҙләп китергә мәжбүр. Вахта ысулы менән эшләүселәрҙең 70 проценты – район, ауылдар халҡы, 27 проценты – бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙан, 3,2 проценты – Өфөнән. Рәсәйҙең 36 төбәгендә йәшәүселәр вахта ысулы менән эшләй. Ошо исемлектә беҙҙең республика 11-се урында тора. Башҡортостан халҡының 8 проценты йәшәр өсөн аҡса табырға сит тарафтарға юллана.
Ситтә эшләгән, бигерәк тә Себерҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында – ҡыш өтөп барған һалҡынында, яҙ әсе елдәрендә епшек һауала, йәй умарта күсе кеүек һырып алған серәкәй, ләпәктәрҙән талана-талана эшләгән ир-аттар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күпме һаулығын юғалта, ғаиләләрендә балаларын тәрбиәләүҙә ҡатнаша алмай. Әгәр ауылдарҙа эш булһа, ғаиләһен аҫрарлыҡ хеҙмәт хаҡы түләнһә, ирекле каторжан булып китергә кем теләр ине икән?!.
Ә бит Себергә махсус белемле кешеләр генә юлланмай. Бөтөнләй һөнәре булмағандар ҙа барып эләгә унда. Техника хәүефһеҙлеген белмәү арҡаһында күпме фажиғәләргә осрай ябай ауыл ир-аттары, ҡайһылары хатта шунда мәңгелеккә ятып ҡала. Бер нисә таныштың, яҡташтарҙың, туғандарҙың араһында Себер тарафтарында эшләгән кешеләрҙең булыуы сәбәпле, улар һөйләгәндәренән белгәнгә күрә яҙам был юлдарҙы. Ғаилә яҙмыштарының боҙолғанына ла, балаларының атай-әсәй тәрбиәһе күреп үҫмәгәнгә тайғаҡ юлдан китеүе хаҡында ла аныҡ миҫалдар килтереп һөйләргә булыр ине.
Ҡасан илебеҙ етәкселеге ауылдарға йөҙ менән боролор икән? Ағас өҫкә ишелеп торған төбәктәрҙә урман хужалыҡтары ойоштороп, ауыл халҡы өсөн күпме эш урыны булдырырға мөмкин. Элек ҡырҡыуҙан ҡалған ҡалдыҡтарҙан сувенирҙар ғына түгел, ағас һауыт-һаба, ҡалаҡтар, массажерҙар, сыйырсыҡ оялары, ручкалар, ағас көрәктәр, сана-саңғы һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-ярағы етештерәләр ине. Хәҙер ҙур супермаркеттарҙа шашлыҡ бешерер өсөн ағас күмерен дә һата башланылар. Шуны урман хужалыҡтары эшләй алмаймы ни? “Ағиҙел” производство берекмәһе яһаған сувенирҙарҙың хаҡы иҫ китмәле ҡиммәт.
Әллә ҡайҙан килтерелгән уҡлау, картуф иҙгес, туҡмас йәйер өсөн, ризыҡ турар өсөн аш-һыу бүлмәһенә таҡталарҙы ғына үҙебеҙҙә эшләрҙәр ине бит, әгәр урман хужалыҡтарында ошондай цехтар асылһа. Күпме ир-атҡа эш урыны булыр ине!
Ялан яҡтарында кемдер иген үҫтерә, кемдер мал тота, кемдер баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Һәр ҡайһыһы үҙе етештергән продукцияһын нисек булдыра, шулай һатырға тырыша. Ярай, машиналары булһа, район үҙәгенә яҡын йәки оло юл буйындараҡ йәшәһәләр, итен, һөтөн, ҡаймағын, майын, картуфын, башҡа йәшелсә-емешен һатып аҡса эшләргә мөмкинлектәре бар. Әгәр шуларҙың береһе лә юҡ икән: әйтәйек, үҙенең транспорты булмаған, район үҙәгенән, оло юлдан ситтә йәшәгән ауыл кешеләренең күпме йәшелсәһе, еләк-емеше әрәм-шәрәм булып, сереп юҡҡа сыға.
Әгәр ҙә берәй ауылда бәләкәй генә консерва заводы асылһа, яҡын-тирәләге халыҡ шунда алып барып, баҡса уңышын тапшырыр ине. Юғиһә бөтә Башҡортостанды бер Бүздәк заводы ғына тәьмин итә алмай бит. Йәки ит ыҫлау заводтары асылһа, ауыл кешеләре үҙ ғаиләһенән артыҡ һуғымын тапшырып аҡса эшләр, кәрәк-ярағына тотонор. Ауылға ысынлап иғтибар иткәндә, быйма баҫыу, балыҡ ыҫлау цехтары ла төҙөргә, балаҫ, кейеҙ һуғыу, шәл, ойоҡ, бейәләй бәйләү, күпләп ҡаҙ аҫраған кешеләрҙән ҡаҙ мамығын йыйып, мендәр, юрғандар эшләү кеүек кәсептәрҙе ойошторорға мөмкин. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә лә, аш-һыу әҙерләргә лә оҫта. Һалма, туҡмас, бауырһаҡ, сәксәк, йыуаса кеүек ризыҡтары менән ҡала халҡын һыйлай алыр ине бит. Бары ойошторорға, мөмкинлек булдырырға, аҡса бүлергә кәрәк. Ауылыңда эш ҡайнап торғанда, ситкә китергә теләүселәр табылырмы икән? Ғаилә йылыһында балаларың менән имен-аман йәшәп ятыуға ни етә!
Үҙҙәренең эштәрен асһындар һуң, уларҙы кем тота, тип әйтеүселәр булыр. Ниндәйҙер эшкә тотоноусыларға беҙҙә мең ҡаршылыҡтар ҡуйыла, шул сәбәпле ҡул һелтәп төңөлөүселәр ҙә әҙ түгел. Үҙҙәре етештергән йәшелсә-емешен һатып торған милләттәштәребеҙҙе кемебеҙҙең күргәне бар?! Ә ситтән килгән халыҡ өсләтә хаҡ менән сауҙа итә. Ҡыш теплицаларҙа үҫтерелгән ҡыярҙы 90 һумға алып, 180-гә һатып торалар. Хәләл көс һалған кеше хеҙмәтенән йылғыр әҙәмдәр аҡса эшләй. Ә беҙҙең фермер шул уңышты алыр өсөн күпме тир түгә.
Бына бер миҫал. Өфө янындағы “Ял” кафеһы туҡталышында бер шәхси эшҡыуар тотош үҙенең империяһын булдырған. Юлдың ике яғында ике киоскыһы, “Ял” кафеһы, ҡунаҡхана, балалар өсөн майҙансыҡ, килеүселәрҙең машиналарын ҡуйырға урын... Ошонда уҡ лаваштар ҙа, башҡа ризыҡтар ҙа бешерелә, хатта “Ял” тигән эсәр һыуҙы ла һауыттарға тултырып һаталар. Ә бит заманында шул ерҙе беҙҙең милләттәштәр алырға йөрөгәндә, әллә күпме сәбәп табылды, ҡаршылыҡтар тыуҙы. Әгәр кешегә эш булһа, көнкүреш шарттары тыуҙырылһа, кем тыуған төйәген ташлап китһен? Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға кәрәк, тип һөйләйбеҙ. Бының өсөн ауылдарҙы бөтөрөргә түгел, киреһенсә, үҫтерергә кәрәк.
Ғаилә ҡиммәттәре тигәндә, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған байлыҡты, мал-мөлкәтте, өй-ерҙе, алтын-көмөштө күҙ уңында тотмайбыҙ. Нәҫел шәжәрәбеҙҙәге алтын бағаналай булған шәхестәребеҙ рухына тоғро ҡалып, уларға хыянат итмәй ғорурланып йәшәүебеҙҙе раҫларға тейешбеҙ. Үҙ төйәгендә аяғын ергә ныҡ терәп, үҙ байлығына үҙе хужа булып йәшәргә теләй бөгөн ауыл халҡы.
Ғаиләләрҙең проблемалары күп. Инвалид бала үҫтереүселәр, күмәк бала тәрбиәләүселәр, өлкән йәштәге сирле ата-әсәһен ҡараусылар, үҙҙәре олатай-өләсәй булғас та, балалары, ейәндәре менән бергә ҡыҫыҡ бүлмәләрҙә көн күреүселәр, Афғанстан, Чечня ветерандары, Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусылар... Һәр ҡайһыһының хәл ителмәгән мәсьәләләре етерлек. Әгәр ҙә ошондай мохтажлыҡ кисергәндәргә ниндәйҙер кимәлдә аныҡ ярҙам күрһәтелһә, Ғаилә йылы үҙ маҡсатына өлгәшер ине.
Һүҙемде үткән Ғаилә йылына арнап, 2008 йылда яҙған шиғырым менән тамамлағым килә.

Ил тотҡаһы – татыу ғаилә,
Һәр ғаилә – кескәй дәүләт.
Шул дәүләттәр имен торһа,
Тормош та булыр һәйбәт.

Йорт-еребеҙ тыныс булһа,
Бишек йыры көйләнер.
Быуындарҙан быуындарға
Нәҫел ебе бәйләнер.

Атайлы бала – арҡалы,
Инәйлеһе – иркәле.
Ата-әсә менән сабый
Ҡаршылаһын иртәне.

Һыйындыра, һөйөндөрә
Беҙҙе ғаилә усағы.
Наҙ, һөйөүҙән генә тора
Әсәйҙәрҙең ҡосағы.

Дуҫ-иштәрең йөҙ борһа ла,
Беҙҙе ғаилә аңлай.
Кемдер иҫәпкә алмаһа,
Яҡындар беҙҙе һанлай.

Ғаиләлә беҙҙең бәхет,
Ғүмеребеҙ дауамы.
Йәнгә тынғы табыр оя,
Күңелебеҙ дауаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519