Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә именлеге хаҡына
Ғаилә именлеге хаҡынаҒаилә стратегик өҫтөнлөккә эйә. Шул уҡ ваҡытта ғаилә менән эшләүҙә ҡараштар үҙгәрә. Бөгөн төрлө ташламаларға һәм пособиеларға ҡарағанда социаль үҫеш институттары нығыраҡ талап ителә. Юҡ, был льготаларҙы бөтөрөргә тигәнде аңлатмай. Улар мотлаҡ һаҡланасаҡ.

– Кешеләр лайыҡлы эшләй алһын, йәмәғәт тормошонда ҡатнашһын, үҙҙәренең кәрәклеген тойһон, файҙа килтерһен өсөн иҡтисади процестарға йәлеп итеү бурысын ҡуйырға кәрәк. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең үткәндә ҡалыуы зарур. Маҡсат – ғаиләләр етеш йәшәргә, балаларына лайыҡлы белем бирергә, һаулығын нығытыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Быға дәүләт кенә түгел, ә йәмәғәт институттары ла ынтылырға бурыслы. Шул ваҡытта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов II Республика ата-әсәләр форумының пленар ултырышында.
Конгресс-холда үткән мөһим сарала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, фән һәм мәғариф ойошмалары, район-ҡалаларҙан ата-әсәләр берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәктә иғлан ителгән Ғаилә йылына ярашлы, Рөстәм Зәки улы тәҡдиме менән үткәрелгән Ғаилә аҙнаһын тамамлап, форум мәғариф сәйәсәтен камиллаштырыуҙы, ата-әсәләрҙе әүҙемләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Атап әйткәндә, сарала балалар хоҡуғын яҡлау, кескәйҙәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе иҫкәртеү, социаль әһәмиәтле проекттарға йәмәғәтселекте йәлеп итеү, ғаиләләр менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашыуҙа дәүләт власы органдары һәм йәмәғәт ойошмалары көсөн туплау кеүек темалар ҡаралды. Форум делегаттары туғыҙ секцияға бүленеп, тәрбиә, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү, Интернетта балаларҙың медиа хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һөнәри йүнәлеш биреү буйынса фекер алышты.
Сарала Рөстәм Хәмитов республика, ил үҫешенә ҙур өлөш индергән, өлгөлө балалар тәрбиәләгән дүрт ғаиләгә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырҙы. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Ғәлиә Хәкимйән ҡыҙы менән Самат Ишбулат улы Зәйнуллиндар биш бала үҫтергән. Улдары Ринат хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булып ҡалған, үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән билдәләнгән. Фәүзиә Фәиз ҡыҙы менән Алик Мәүләүей улы Сәмиғуллиндар ике балаға ғүмер биргән, ҡыҙҙары Алина еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындарында, Донъя һәм Европа чемпионаттарында еңеүҙәр яулаған. Был көндө билдәле биатлонсы, Олимпия уйындарының бронза призеры Максим Чудовтың ата-әсәһе Галина Ильинична менән Александр Николаевич та юғары баһа алып ҡыуанды. Өфөлә йәшәгән Галина Анатольевна менән Валерий Вениаминович Семеновтар 18 бала тәрбиәләй. Уларҙың өсәүһе үҙҙәренеке булһа, 15-ен опекунлыҡҡа алғандар. Балалар һынатмай, атай-әсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандырып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518