Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берләштергән көн ул
Еребеҙҙә барлыҡ тереклекте уятып, тирә-йүнгә йән индереп йәнә яҙ килде. Тәбиғәттең ошо миҙгеле тарихтағы шанлы һәм данлы ваҡиғалар менән дә бәйләй. Йылдар ғына түгел, быуаттар үтһә лә, уларҙың бәҫе юғалмай, әһәмиәте һүрелмәй, халыҡ хәтеренән юйылмай. 1 Май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы хаҡында ла шуны әйтергә мөмкин.
Был байрамға бәйле сараларҙың тамыры ХVIII быуат башына барып тоташа. 1886 йылдың 1 майында Американың хеҙмәт федерацияһы, анархистар һәм эшселәр хоҡуҡтарын яҡлаусылар, 15 сәғәтлек эш көнөн һигеҙгә ҡалдырыуҙы талап итеп, дөйөм милли забастовка иғлан итә. Шул осорҙан башлана донъя күләмендәге эшселәр хәрәкәте. Әлбиттә, ошо сараларҙа профсоюздар төп урынды биләй. 1886 йылдың июлендә Парижда II Интернационал конгресы 1 майҙы эш көнөн һигеҙ сәғәтлек итеү өсөн Халыҡ-ара көрәш көнө тип атарға ҡарар итә. Ә беҙҙең илдә 1891 йылда Санкт-Петербургта халыҡтың күңел асыу йыйыны булараҡ тәүге маевка үтә.
1 Май Рәсәйҙә асыҡтан-асыҡ 1917 йылда ғына байрам ителә башлай. Советтар Союзында ул дәүләт статусына эйә була һәм Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө тип атала. Һөҙөмтәлә 1 һәм 2 май “календарҙа ҡыҙыл көн” тип иғлан ителә, йәғни законлы ял көндәре тип иҫәпләнә. Әле лә байрам үҙенең дәүләт статусын һаҡлап килә, әммә 1997 йылдан алып Яҙ һәм хеҙмәт байрамы булараҡ билдәләнә.
1 Май элеккесә һәр хеҙмәтсән өсөн яҡты, йылылыҡ менән һуғарылған байрам һанала. Быуаттар үтһә лә, ҡоролоштар үҙгәрһә лә, илдәр ҙур үҫеш кисерһә лә, “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” тигән һүҙҙәр мәғәнәһен һәм әһәмиәтен юғалтмаған. “Лайыҡлы эш урыны һәм эш хаҡы”, “Сифатлы хеҙмәткә — лайыҡлы эш хаҡы!”, “Рәсәй байлығы — рәсәйҙәрҙең именлеге хаҡына!” кеүегерәк саҡырыуҙар бөгөн дә яңғырай.

Ваҡыт үтеү менән тарихи ваҡиғаларға ҡараштар ҙа, яңы быуын өсөн әһәмиәте лә үҙгәрә, һәр замандың үҙ талаптары барлыҡҡа килә. Байрам алдынан бер төркөм гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт итеп, ошо көнгә ҡарата фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
1 Май байрамын нисек ҡабул итәһегеҙ?

Ренат ҒӘЛӘМШИН, Башҡортостан удмурттарының республика тарихи-мәҙәни үҙәге рәйесе, Тәтешле районы:
— Элек-электән 1 Май хеҙмәт менән бәйле. Әле лә был көндө халыҡ эштән айырылмай. Ауыл кешеһе бигерәк тә, сөнки уның өсөн ҡыҙыу мәл. Шуға күрә хеҙмәт байрамы тип ҡабул итергә күнеккәнмен.
Теләгем шул: элеккесә “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” тигән мәғәнәле төшөнсәһе юғалмаһын, һаҡланһын ине. Ә бына артыҡ оҙон ял халыҡты эштән ситләштерә, тип иҫәпләйем. Хеҙмәт байрамы итеп ҡабул итеүемдең сәбәбе күп нәмәгә бәйле. Мәҫәлән, шатлыҡ һәм өмөт менән ҡара ергә орлоҡ һалабыҙ, көнкүрешебеҙҙе йәмләндергән һәм күркәмләндергән башҡа эштәрҙе лә кәйеф-сафа ҡороуға ҙур урын бирмәй теүәлләйбеҙ.

Мадриль ҒАФУРОВ, “Башҡортостан коммунистары” гәзите мөхәррире:

— Май байрамы, бәхеткә сорналып үтмәһә лә, бала саҡтың матур һәм иҫ киткес яҡты хәтирәләрен иҫкә төшөрә. Морон ғына төртөп сыҡҡан йәшел үләндә ялан аяҡ йүгереп уйнау, муйылдың ап-аҡ сәскәгә төрөнөүе, өлкәндәрҙең дәррәү эшкә тотонған саҡтары күҙ алдына килә һәм өҙөлөп һағындыра.
Демонстрацияларға сығыу ҙа сағыу хәтирәләр булып ҡалды. 1 Май байрамын һәр ваҡыт оҙон ҡыштан һуң халыҡты туплау, берләштереү һәм дуҫлаштырыу сараһы итеп ҡабул иттем.
Хәҙер инде күпселек баҡсаһында йәки дачаһындағы ерҙә соҡона. Был да үҙенсә күңелле сара, сөнки тәбиғәттә булыуҙан, ҡара ергә баҫыуҙан, үҙеңде уның бер өлөшө итеп тойоуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алаһың. Әле лә халыҡты берләштергән һәм осраштырған көн, нигеҙҙә хеҙмәт байрамы ул.

Айгөл АБДУЛЛИНА, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре:
— Был көндө яҡты, изге, тантаналы байрам итеп ҡабул итәм. Элекке сағыу байрам төҫөн бер аҙ үҙгәртә төшһә лә, ата-әсәм һәм яҡындарым өсөн 1 Май һаман да әһәмиәтен юғалтмай. Уларҙың был көндө күркәм байрам итеп ҡабул итеүе бәләкәйҙән миңә лә күсте. Барыбер ғәҙәти бер көн түгел. Эш менән үтһә лә, күңел күтәренкелеге ташламай. Байрамға тип ҡайтып ярҙам итеүем дә, баҡсала һәм йортта бергәләшеп эшләү ҙә ата-әсәмә шатлыҡ, хатта улар ошо мәлдә йәшәреп киткәндәй була. Тыныс күк йөҙө аҫтында, тәбиғәт йәнләнгәндә теләһә ниндәй хеҙмәт тә матур байрамға тиң, тип иҫәпләйем.

Рәүилә ЛОҠМАНОВА, Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы, Ғафури районы:

— Май байрамы — электән үк иң сағыу байрамдарҙың береһе. Уны һәр ваҡыт тантаналы итеп үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әле лә шул йоланан тайпылмайбыҙ. Быйыл халыҡты “Яҙғы балҡыш” тип исемләнгән тамаша менән һөйөндөрмәксебеҙ. Ысынлап та, ошо мәл яҙғы балҡыш кеүек: тәбиғәттең йәнләнеүе менән бергә рухи йәнлелек күҙәтелә, өмөт уяна һәм күңелле мәшәҡәттәр арта. Ауыл кешеһе башкөллө эшкә сумһа ла, барыһы ла шатлыҡ менән атҡарыла. Мәҫәлән, сәсеү ҙә, йорттағы һәм хужалыҡтағы эштәр ҙә ҙур күтәренкелек менән башҡарыла. Минең өсөн 1 Май, һис һүҙһеҙ, яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

Марис НӘЗИРОВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар телле әҙиптәр берләшмәһе рәйесе:
— Хәҙер 1 Май Яҙ һәм хеҙмәт байрамы тип аталһа ла, беҙҙең быуын өсөн теләктәшлек көнө булараҡ иҫтәлекле. Күптәрҙең хәтерендә шаулы, күңелле демонстрациялары менән инеп ҡалды. Халыҡты яҡынайтыуы менән ҡәҙерле ине.
Әлбиттә, әле лә мәҙәни саралар ойошторола, күңел асыу һәм ял итеү өсөн мөмкинлектәр күп. Күмәк халыҡ ҡатнашҡандары ла бар, әйҙә, рәхәтләнеп ял ит. Әммә беҙҙең быуын өсөн, нигеҙҙә, хеҙмәт байрамы. Ерҙә кинәнеп эшләү үҙе үк байрам бит.
М. ХАРИСОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509