Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайны менән ҡәйнә өлгөһөндә
Ҡайны менән ҡәйнә өлгөһөндәЛилиә менән Тимур Ғәлиастановтарҙың ғаиләһе лә 2012 йылда барлыҡҡа килә. Лилиә – Яңауыл районы ҡыҙы. Әсәһе ғүмере буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Атаһы яҡты донъянан бик иртә китә, яңғыҙына ике баланы аяҡҡа баҫтырыу ауырға төшһә лә, уларға лайыҡлы тәрбиә биреүгә, юғары белемле итеүгә бар көсөн һала.


Лилиә мәктәптә яҡшы уҡый, имтихандарҙа тик юғары балдар ала. Авиация инсти­тутының иҡтисад бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Шунда уҡып йөрөгәнендә әхирәте уны тыуған көнөнә саҡыра, тап ошонда таныша ла инде буласаҡ тормош иптәше менән. Тимур Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика факультетында уҡып йөрөгән була. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата йәштәр, байтаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөйҙәр. Ҡулдарына диплом алыу менән, гөрләтеп туй үткәрәләр.
Йәш ғаилә Инйәрҙә егеттең ата-әсәһе янында төпләнергә ҡарар итә. Әлбиттә, һәр ғаиләнең үҙ мөйөшө, үҙ ҡыйығы булырға тейеш. Шуға күрә, бар тырышлыҡтарын һалып, баш ҡалала төҙөлөп ятҡан йорттан фатир алыу өсөн ипотека түләй Ғәлиастановтар. Бөгөн Тимур – ҡурсаулыҡта экология буйынса белгес, ә Лилиә – бухгалтер. Әйткәндәй, Тимур программист һөнәрен дә үҙләштергән, заман технологияһын бик яҡшы белә.
Мөхәббәттәренең тәүге емеше – Динияр исемле малай үҫеп килә, уға биш йәш. Йәштәр спорт, туризмды үҙ итәләр, күмәкләп Өфөлә уҙғарылған хоккей, футбол матчтарына йөрөү йәш ғаиләнең традицияһына әүерелгән. Быйыл йәй Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының Һамар ҡалаһында уҙғарыласаҡ матчына ла барып ҡайтырға план ҡорған Ғәлиастановтар.
Ә иң ҙур хыялдары – үҙ ерҙәрендә күркәм йорт төҙөп, ихатаһын заманса ландшафт дизайны менән биҙәү һәм, әлбиттә, сит илдәр буйлап сәйәхәт итеү.
Тимурҙың атаһы Вәкил Сәлимгәрәй улы ла оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡта эшләй, урманды һаҡлау бүлеген етәкләй ул. Юғары белемле, үҙ эшен биш бармағы кеүек яҡшы белгән абруйлы хеҙмәткәрҙе бар коллектив хөрмәт итә. Ҡатыны Рәйлә Ҡырҙас ҡыҙы сығышы менән Әлшәй районынан, оҙаҡ йылдар Инйәрҙең 2-се мәктәбенең интернатында тәрбиәсе булып эшләй, балаларға икенсе әсәй ролен башҡара. Рәйлә менән Вәкил Ғәлиастановтар өс егеткә ғүмер биреп, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло юлға баҫтырған. Бөгөн өс ейәндәрен һөйөп ҡыуаналар.
– Ҡайны-ҡәйнә менән бергә тороу ауыр түгелме? – тип һорайым Лилиәнән.
– Юҡ, бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп йәшәйбеҙ. Ололарҙың кәңәше, ярҙамы, аҡыллы һүҙе бала тәрбиәләгәндә лә бик кәрәк, – тип яуап бирҙе ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498