Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы агрегат сәсеүҙе тиҙләтә
Яңы агрегат сәсеүҙе тиҙләтәРеспублика хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренең иң ҡыҙған осоро. Яҙҙың һуңлап һәм һалҡын килеүе сәбәпле, баҫыуға май башында ғына сыҡҡан ауыл эшсәндәре, йылы һәм ҡоро көндәрҙең һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, мөһим кампанияны тейешле агротехник сроктарҙа башҡарып сығыу өсөн бар көсөн һала.

Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуы Әбйәлил районы буйынса дым ҡаплауҙы тамам­ларға мөмкинлек бирҙе. Әле ужым ба­ҫыуҙарын һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлек­тәрен өҫтәмә туҡландырыу менән бер рәттән иртә яҙғы культураларҙы сәсеү ҙә алып барыла. Әле улар бөтәһе 5 мең гектар майҙанда сәселгән дә инде.
Сәсеү эштәрен дәррәү һәм сифатлы алып барыуға ҡайһы бер хужалыҡтар һатып алған “Томь” сәсеү комплексы булышлыҡ итә. Киңлеге 10, 6 метр булған был агрегаттарҙа бер юлы бер машина орлоҡ һыйҙырышлы пластик бункерҙар ҡуйылыуы ла етештереүсәнлекте арттыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, бындай агрегаттары булған хужалыҡтарҙың сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып сығасаҡтарына өмөт бар. Тик техника һынатмаһын да, көндәр генә аяҙ торһон.
“Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәте менән “Башаҡ” хужалығы баҫыуҙарын әле нәҡ ошондай комплекстар элгән ҡеүәтле “Кировец”тар иңләй. Беҙ барғанда сортучасткаһының йәш, әммә тәжрибәле механизаторы Алексей Никитин борсаҡ сәсеү менән мәшғүл ине. Уҙған йылдан ҡалған ҡамылды еңел генә ҡырҡып, шуның өҫтөнән орлоҡто һала бара агрегат. Етештереүсәнле сәсеү комплексына йәмғиәт үткән йылда уҡ “һынау үткәргән”, икенсе йыл был агрегат менән Алексей бик оҫта эш итә.
— Күршеләрҙә яңы комплексты эштә күргәс, беҙ ҙә ошондай уҡ агрегат һатып алырға булдыҡ, — ти “Башаҡ” хужалығы директоры Ғ. М. Шәғәлиев. — Уға ҡеүәтле трактор талап ителгәс, Шишмә районынан капиталь ремонттан һуң булған К-700 тракторын да ҡайтарттыҡ.
Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, был сәскес баҫыуҙарҙа дым юғары булғанда ла сәсергә мөмкинлек биреүе менән отош­ло һәм, әлбиттә, уның менән тәжрибәле игенсенең идара итеүе лә кәрәк икән. Шуға ла юғары етештереүсәнле агрегат менән эш итеүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алмас Таһировҡа (һүрәттә) ышанып тапшырғандар.
— Был техника айырым иғтибар талап итә, уны тейешенсә көйләй, хеҙмәтлән­дерә белергә лә кәрәк. Бөгөн-иртәгә хужалыҡҡа БДМ-7,4 маркалы яңы дискатор килеүен көтәбеҙ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ғаяз Мәжит улы.
Беҙ килгәндә “Башаҡ” хужалығы баҫыуҙарында техника гөрләп тора ине. “Алтай” тракторында Радик Әбделхаҡов менән МТЗ-1221-ҙә Сәлим Искәнйәров ерҙе культивациялай, улар артынса Шамил Ҡотдосов ерҙе катуклау менән мәшғүл. Шулай итеп әҙерләнгән майҙанда Алмас Таһиров ярҙамсыһы Нурғәле Гәрәев менән рапс сәсә.
— Уңайлы ваҡытты файҙаланып, көндәр аяҙ торғанда тиҙерәк сәсеп ҡалыр­ға тырыша игенселәр, иртәнән барыһы ла баҫыуҙа, — ти хужалыҡ етәксеһе.
“Башаҡ” хужалығы игенселәре бөтәһе 200 гектар майҙанда горчица сәскән, рапс та ике йөҙҙән ашыу гектарҙы биләй.
Бына шулай быйылғы сәсеү кампанияһында ла яҡшы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек өлгөһө күрһәтә Әбйәлил игенселәре. Уларҙың был көндәрҙәге тәүлек әйләнәһенә фиҙакәр тырышлығы көҙ мул уңыш менән һөйөндөрһөн тигән теләктә ҡалайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518