Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандуғастар моңон беҙгә һипте…
Һандуғастар моңон беҙгә һипте…Быйылғы йәйҙең уртаһында фани донъяға пәйҙә булыуын тәүге ауазы менән хәбәр иткән Әнүәр Ғата улы Сиражетдиновтың тыуыуына 100 йыл тулыр ине. Яҙыу-һыҙыу эше менән әүҙем шөғөлләнгән йылдарымда яҙмыш ошо ағай менән мине гел генә аймылыш йөрөттө. Халыҡ телендә “яңылышҡанға яза юҡ” тигән әйтем йөрөһә лә, үҙ юлыңда осрашыр кешең була тороп та, оҙаҡ күрешә алмау үкендермәй ҡалмай инде. Бына әле лә, кем өсөндөр хилаф эш һымаҡ тойолһа ла, күрмәгән, фәҡәт ишетеп кенә белгән кеше тураһында бер кәлимә әйтергә йөрьәт итеп ултырыуым.


“Күл ҡамышһыҙ, күңел һағышһыҙ булмай” тигән һүҙҙе раҫлағандай, хәбәрһеҙ юғалған яугир улына һуғыш тураһында яҙыу – бик ауыр эш. Йөрәктең дерелдәберәк тибеүе, зиһендең көсөргәнеүе, өс йыл әүәл атайымдың 100 йыллығын, күҙ йәштәремә сәсәй-сәсәй, үҙемсә генә билдәләгәйнем. Әҡсән Ҡәйүм улы мәңгелек иленә күскәндә егерме ете йәштә булған. Бөгөн килеп, 5 майҙа, ғәзиз әсәйем – Мөнирә Ғариф ҡыҙы­ның тыуыуына 100 йыл тулды. Атайымдан ҡалғанда өс бала әсәһенә егерме дүрт кенә йәш булған. Донъя йәмләр өсөн яралған сәскәнең тажы асылыр-асылмаҫтан һулыған. “Таш­туғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән” тигән һүҙҙәр атай­ҙарыбыҙҙы харап иткән, әсәйҙәре­беҙҙе ваҡытһыҙ һарғайтҡан ҡәһәрле дауылға ишара яһаманымы икән?
Әнүәр Сиражетдинов тураһында һүҙ башлап та, уны иң яҡын кешеләрем яғына бороп ебәргәнем өсөн уҡыусы ғәфү итер әле. Ҡурғаш һәм ҡорос ямғыры аҫтында әжәл менән йәшенмәк уйнаған һалдат­тарҙың яҙмышы, уны нисек кенә һәр береһен айырым һүрәтләргә тырышма, барыбер күп йәһәттән уртаҡтыр.
Һандуғастар моңон беҙгә һипте…Шишмә районының көньяҡ төбәгендә Сыуалкип атамалы ҙур үә боронғо ауыл бар. Бүтән яҡтарҙан айырмалы булараҡ, Сыуалкип һыуһыҙ моҡраған урын түгел. Дим, Өршәк йылғалары, уларға ҡушыла торған Уза, Балышлы, Киҙәк, йәнә лә һирәк осрай торған йән эйәләре, үҫемлектәре менән дан тотҡан Шөңгәккүл зоологик ҡурсаулығы… Ә хан замандар тарихына сума башлаһаң, Шишмә яҡтарынан, ғөмүмән, әйләнеп ҡайтыуың икеле.
Ер-һыуға айырым илтифат итеүемдең сәбәбе бик ябай: борон­ғолар, кемдең кемлеген сырамытам тиһәң, уның ҡайһы йылға­ларҙан һыулағанын, кем ҡулынан тәғәм ейгәнен һораш, тигәндәр. Әнүәр Ғата улының төп йорто Сыуалкип иһә төпсөрләп һорашыуҙарға ла мохтаж түгел. Хәҙер тарих яҙыуға әүәҫтәр күп бит. Бына шуларҙың раҫлауына ышанһаң, ауылға, аҫаба башҡорттар еренә, мишәрҙәр ун һигеҙенсе быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалған, имеш. Көтәрәк, уларға типтәрҙәр ҙә килеп ҡушылған. Һәр хәлдә, хәтһеҙ генә ҙур ауылда мәҙрәсәһе менән мәсете лә, мөгәзәйҙәре лә булған. Халыҡтың төп шөғөлө игенселек, мал үрсетеү, ҡорт тотоу булһа ла, оҫталар быймаһын баҫып та, хатта сабатаһын үреп тә өлгөргән.
Әнүәр Сиражетдинов ошо тарихлы, традициялы, эшсән ғаиләлә тыуған. Егәрле кешеләр, һис шикһеҙ, утыҙынсы йылдарҙағы ауылдың ҡаты-ҡото тормошона ла бирешмәҫ ине, ләкин ғаилә башлығы – Ғата бабай һуғыш алдынан Черниковск ҡалаһына күсенергә ҡарар итә. Черниковка ул ваҡытта әле үҙенә бер ҡала булған һәм Сиражетдиновтар ғаиләһендәге дүрт егеттең икәүһе Өфө моторҙар заводында эш башлаған. Черниковка, Өфө менән тоташҡас, Сталин районы тип йөрөтөлгән. Сиражетдиновтар эшкә төшкән ул саҡтағы предприятие комбайндар өсөн двигателдәр етештергән. Ике орден менән бүләкләнгән һәм хәҙер даны бөтөн донъяға таралған ғәйәт ҙур авиация двигателдәре етештереүсе берекмә, ана шулай, Өфө районының Богородское ауылынан башланғыс алған. Был хаҡта төпсөрләп яҙыуымдың әтнәкәһе шунда: Әнүәр Сиражетдинов, сәнәғәт предприятиеһына бигүк ынтылып тормаһа ла, йылдар үтеү менән Башҡортостандың баш ҡалаһын һәр яҡлап уратып алған Өфө районын иҡтисади, социаль-мәҙәни йәһәттән үҫтереүгә оҙаҡ йылдарын биргән.
Һәр кемдең ғүмеренең үҙ тарихы бар. Бер заманда йәшәп, уртаҡ эштәрҙе башҡарһаҡ та, яҙмыштар оҡшаш булмай. Әнүәр Сиражет­динов­тың тәржемәи хәле менән таныш­ҡанда, күптәрҙең башынан үткән хәл-ваҡиғаларҙы яңынан кисергәндәй булаһың. Бында, бәлки, ғәжәпләнергә урын да юҡтыр. Әнүәр Дәүләкәндәге педагогия техникумынан һуң Сталин районының 59-сы мәктәбенә эшкә төшә, артабан – Башҡортостан уҡы­тыусылар институты. Йәш мөғәл­лимдең тормош юлы һәүетемсә төҫмөрләнгән һымаҡ. Ләкин… “Яу юҡ тимә – яулыҡ аҫтында”, тигәндәй, әллә ил хакимдарының һүҙ килештерә белмәүе арҡаһында, йә бүтән сәбәп­тәр менәнме, көнбайыштан ҡара-ҡором болоттар беҙгә ҡарай ағыла.
Мөғәллим Әнүәр Сиражетдиновҡа ла иңенә шинель һалыр, билен ҡыҫып быуыр мәл етә. Шулай итеп, Сиражетдинов Ҡыҙыл Армияға, тимәк, ил һаҡлауға теүәл биш йыл ғүмерен бирә. Белемле, өлгөлө, тәртипле һалдат, хәрби вазифа баҫҡыстарынан йылдам күтәрелә алмаһа ла, арттағылар рәтендә лә йөрөмәй: курсант, взвод командиры, батарея командиры урынбаҫары, батарея командиры. Хеҙмәтен Приморье крайы менән Амур өлкәһендәге Ҡыҙыл байраҡлы 1-се һәм 2-се армияларҙа башлап ебәрә. Мәғлүм булыуынса, Германия беҙҙең илгә баҫып инмәҫтән алда уҡ, Советтар Союзы етәкселәре, Японияның агрессив ниәттәренән һеркелдәп, Алыҫ Көнсығышта ныҡ әҙерлекле бер нисә армия тотҡан. Шул көстәр тәүҙә – Мәскәү, торараҡ Сталинград өсөн барған алыштың иң хәтәр мәлендә, командованиеның бойороғон үтәү йөҙөнән, ярҙамға килеп өлгөргән.
1941 – 1942 йылдар мәхшәрен күреү түгел, ул турала яҙыуы ла йөрәктән ала. Был ғөмүмән алғанда, сөнки һалдаттың бөгөн ҡайҙа булырын, иртәгә ҡайҙа баҫырын фәҡәт коман­дирҙар ғына белә. Сиражетдинов хеҙмәт иткән 158-се артиллерия полкы, 204-се уҡсы дивизия эсендә, Сталинградты алыҫтан, байтаҡ көнбайыштан, ҡурсалауҙа ҡатнаша. Ләкин ни хәл итмәк, 1942 йылдың йәйге айҙарында дошман үтә лә ҡеүәтле, уның ҡорос ташҡынын кәртәләр әмәл табылмаҫ һымаҡ. Ләкин ул әмәлде совет һалдатының тиңдәшһеҙ батырлығы, командир­ҙарҙың көндән-көн камиллаша барған оҫталығы тапҡан.
Фельдмаршал Паулюстың божраға эләккән 330 меңлек армияһын көл-талҡан иткәндән һуң дивизия Белгород янына күсерелә. Ул арала 204-се уҡсы дивизияға 78-се гвардия уҡсы дивизияһы исеме бирелә. Әммә гвардия – маҡтаулы исем генә түгел, ә яугир батырлығының бығаса күрелмәгән кимәле. Бына бер генә миҫал: 1943 йылдың 5 – 12 июлдәре араһында ғына дивизия Белгород эргәһендә дошмандың 101 танкын яндыра һәм 102-һен сафтан сығара. Һанауҙарынса, 12 мең 420 фашист һалдаты ошонда әжәлен тапҡан икән.
Дивизияның һәм уның меңдәрсә яугире араһында йән аямай һуғышҡан Әнүәр Сиражетдиновтың дан юлы тураһында, бик теләһәм дә, бәйнә-бәйнә яҙа алмамдыр. Дөрөҫөрәге, Әнүәр Ғата улының тормошо, хеҙмәт юлы китапҡа яҙып бөткөһөҙ. Был юлы мин рәсми бер нисә документты ғәмгә сығарыу менән генә хушһынмаҡ булдым.
Туғандарына ебәрелгән хаттан. “Хөрмәтле Ғата Кәбир улы! Часть командованиеһы Һеҙҙе Ҡыҙыл Армияның 26-сы йыллығы менән ҡотлай һәм улығыҙ Әнүәр Ғата улы Сиражетдиновтың фронтта, немец баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә командованиеның боевой заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “Сталинградты обороналаған өсөн” ми­ҙалы менән бүләкләнеүе тураһын­да хәбәр итә” (был миҙал батырға 1943 йылдың 13 майында тапшырыла).
“Юғары баш командующий Сталин иптәш өлкән лейтенант Ә.Ғ. Сиражетдиновҡа Белгород эргәһендә немец-фашист ғәскәрҙәренең йәйге һөжүмен кире ҡағыуҙа, Белгородты, Харьковты, Красноградты азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн дүрт мәртәбә рәхмәт белдерҙе.
Һалдатты, мәғлүмдер, үҙ ихтыяры йә үҙ аяғы йөрөтмәй, бәлки, хәрби етәкселәренең әмере йөрөтә. Мәгәр Әнүәр ағай үткән юлдарҙы карта-фәләнгә төшөрөү мөмкин булһа, улар, Белгородтан һуң Красноград, Кировоград ҡалалары, Молдавия, Румыния, Көнбайыш Украинаның Тернополь, Львов, Польшалағы Дембица ҡалалары аша илдең көнбайышын­дағы Ченстоховҡа ҡарай барыр ине. Ошо юлдарҙа диңгеҙгә торошло нисәмә йылға киселгән, ә иң әрнеткәне – күпме ҡоралдаштар шул тарафтарҙа һибелеп ҡалған. Фашист ҡоллоғонан азат ителгән дәүләттәрҙә хәҙер шул ҡорбандарҙың ҡәҙерен беләләрме икән?
1945 йылдың 13 ғинуарында Сиражетдинов ҡаты йәрәхәтләнә һәм Еңеү хәбәрен госпиталдә ишетә.
1973 йылда республика гәзиттә­ренең береһендә хәрби журналист В. Ераносьяндың “Сталинградтан Прагаға тиклем” тигән яҙмалары баҫыла. Улар Әнүәр Сиражетдинов хеҙмәт иткән 78-се гвардия дивизия­һының ҡаһарманлыҡ юлына арналған.
Һуғыштан һуң Әнүәр Ғата улы комсомол, партия эшендә мәж килеп эшләй, Хрущев реформалары осоронда партияның Оло Тәләк, Нуриман район комитеттарында беренсе секретарь булып эшләй, ун алты йыл ғүмерен Өфө район Советы баш­ҡарма комитеты рәйесе вазифаһына бирә. Әгәр мөғжизә булып, Әнүәр ағай байрамса кейенеп ғәмгә сыҡһа, һеҙ матур кешенең матурлығын тағы ла сағыуыраҡ иткән Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендарын, зыңлап торған миҙалдарҙы күрер инегеҙ.
Ир ғүмере – бер көн, тиһәләр ҙә, уларҙан ғүмерлек дан ҡала шул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518