Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя тотҡаһы, тормош мәғәнәһе
Донъя тотҡаһы, тормош мәғәнәһеДонъяға ауаз һалып, тәүге һүҙҙәрҙе әйтеп, мәктәп һуҡмағын тапағанда ла, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫып, атай-әсәй булғас та, беҙгә әсәй кәрәк. Уның наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре беҙҙе һикәлтәле лә, тура ла, ауыр ҙа һуҡмаҡтарҙан, даръяларҙан оҙата, ҡурсалай. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, “әсәй” тип уның йылы ҡосағына ташланабыҙ, ҡытыршы ҡулдарын һағынабыҙ, тәмле ашын, хуш еҫле икмәген юҡһынабыҙ.

Ысынлап та, ҡыҙ баламы, ир баламы, барыһы ла әсәй фатихаһына мохтаж. Теге йә был мөһим ваҡиға йәки ниндәйҙер эш башлар алдынан, оҙон юлға сыҡҡанда әсәйгә мөрәжәғәт итәбеҙ, сөнки беләбеҙ: уның фатихаһы, уның доғалары эштәребеҙҙе уң, юлдарыбыҙҙы хәүефһеҙ итә, күңелебеҙҙе тынысландыра, сафландыра.
Донъя тотҡаһы, аҫыл тормошобоҙҙоң мәғәнәһе, киләсәккә ғүмер асҡан ҡатын-ҡыҙ-әсәне беҙ яратырға, хөрмәтләргә бурыслы. Ғәзиздәребеҙ балаларын табып үҫтереп, тыуған ояларынан тормош юлына оҙата. Улар беҙҙең өсөн йән атып, бәләләрҙән ҡурсып йәшәй. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, әсәйҙәрҙең хәлен белеп, уларға ярҙам итеп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәргә тейеш.
Үҙем әсәй бөгөн. Ике балама – улдарыма ғүмер бүләк иттем. Уларҙың һәр башланғыстарын хуплап, тормошто яратырға, лайыҡлы йәшәргә өйрәтәбеҙ тормош иптәшем менән. Тыуған ауылымдан алыҫта булғанғамы, әллә тормош мәшәҡәте баҫамы – атай нигеҙенә һирәк ҡайтыла. Әммә күңелемдән генә мин унда көн дә булам. Сөнки тыуған ауылым Самаҙының (Ейәнсура районы) тау битендә урынлашҡан ҡотло йортобоҙҙоң утын һүндермәй йәшәгән ҡәҙерле кешем бар унда минең! Рәшиҙә Әхмәтдин ҡыҙы Ҡарабаева ул. Әсәйем, әсәкәйем! Атайыбыҙ менән матур тормош ҡороп, гөрләтеп йәшәнегеҙ, беҙҙе, ҡыҙҙарығыҙҙы, кәм-хур итмәй, етеш тормошта үҫтерҙегеҙ, белем бирҙегеҙ. Һәр беребеҙ күңеленә сабырлыҡ, матурлыҡ, мөхәббәт орлоҡтарын да һалдығыҙ. Бөгөн үҙебеҙ әсәй, өләсәй булғанбыҙ, балаларыбыҙҙы ҡурсып йәшәйбеҙ. Әммә ҡәҙерле әсәйебеҙҙең кәңәшенә, уның йылы ҡарашына, тәмле аштарына мохтажбыҙ.
Мең рәхмәт әйтке килә, әсәй, бөгөн һиңә! Тыуған йортобоҙҙоң ғына түгел, ауылыбыҙҙың ҡото ла бит һин. Тормош ауырлыҡтарына сыҙамай, күптәр йорт ишектәренә йоҙаҡ һалғанда, әсәйебеҙ нигеҙен ташламай. Күрше йорттарҙа уттар һүнгән, мейестәр яғылмай, ишек алдарында бала-сағалар тауыштары ла ишетелмәй... Ғүмер буйы аралашып йәшәгән күрше-күләндең күбеһе инде баҡыйлыҡҡа күскән. Йорттарына илткән һуҡмаҡтарҙы үлән баҫҡан. Әммә әсәйебеҙ урамға ҡот, йәм таратып, мейесен һүндермәй бына тигән итеп донъя көтә.
Оло йәштә инде ҡәҙерлебеҙ, һикһәнен тултыра, Аллаға шөкөр. Әммә йәштәргә биргеһеҙ таһыллыҡ, йәшәүгә, эшкә дәрт-дарман бар унда, күҙ генә теймәһен. Юҡты бар итеп, булғанын тәләфләмәй йәшәргә өйрәнгән ул. Уны ҡасандыр был һәләткә өләсәйебеҙ өйрәтһә, бөгөн иһә беҙ әсәйебеҙҙән өлгө алып йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙҙең хәлен белешеп, кәңәштәрен биреп, күстәнәстәрен өләшеп йәшәй ҡәҙерлебеҙ. Ауылдаштарыбыҙ ҙа хөрмәт итә үҙен, сөнки олоһона ла, кесеһенә лә йылы һүҙен, ҡарашын йәлләмәй. Кәңәш һорап килгән һәр береһен иғтибар менән тыңлап, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, йылы сәйе, тәмле ашы менән һыйлап оҙата.
Тик ултырырға яратмай әсәйебеҙ. Йыл әйләнәһенә эш менән мәшғүл. Уның ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ, нимәгә тотонһа, шуны сынъяһау итеп ҡуя. Мин үҙ-үҙемде белә- белгәндән әсәйемдең ҡулында энә менән еп ине – шәл бәйләргә оҫта ул. Беҙҙе, ҡыҙҙарын, мамыҡ шәлдәр бәйләп һатып уҡытты, кеше итте. Бәйләгән мамыҡ шәленең ептәре Ер шарын әллә нисә ҡабат урарға етәлер ул!
Тәбиғәтте лә бик ярата. Йәмле йәй етеп, еләк бешә башлаһа, оло йәштә булыуына ҡарамай, ялан-ҡырға еләккә сығып китә. Ҡоштар һайрауын тыңлап, сәскә-гөлдәрҙең хуш еҫенән көс алам, ти ҡәҙерлебеҙ. Еләген йыйып киптереп, тәмле ҡайнатмаһын ҡайнатҡас, бер аҙҙан, муйыл бешкәндер инде, тип тағы урманға юллана. Аллаһ Тәғәлә биргән емеште йыйып, эш итеп, киптереп, артып ҡалғанын дарыуханаға, магазинға тапшыра. Аҡса етмәгәндән түгел, ә тик ултыра алмағандан шулай итә ул. Әсәйемдең был шөғөлдәре күптәргә өлгө тип әйтер инем, сөнки, ысынлап та, тәбиғәт мул уңыш биргән ваҡытта, өлгөргән емеш-еләкте йыйып, бөгөн күптәр аҡса эшләй ала бит. Өйҙә генә ултырмай, сыға ла китә, ти ҡайһы берәүҙәр әсәйемә. Ундайҙарға яуап итеп, әсәйем уларҙы үҙе менән ялан-ҡыр гиҙергә саҡыра. Бөрлөгәндең, баландың ҡайҙа үҫкәнен күреп-белеп ҡалығыҙ, тип ҡыуаҡтарҙың үҫкән урындарын күрһәтә, уларҙы дөрөҫ йыйыу, эш итеү, ҡайнатыу, киптереү серҙәренә төшөндөрә.
“Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын”, “Ҡатынды ҡатын иткән – ҡоро утын” тип ҡыҙҙарына ла, кейәү-ейәндәренә лә халыҡ ынйылары ярҙамында тәрбиә бирергә тырыша. “Эше барҙың ашы бар” тип тә ҡабатларға ярата ҡәҙерлебеҙ.
– Тормош матур, магазин кәштәләрендә барыһы ла бар, йәнең теләгәнде һатып ал, элек улай булманы. Хәҙер эшләгән, хеҙмәт һөйгән кеше генә етеш йәшәй. Аллаға шөкөр, һәр берегеҙҙең һөнәре бар, уңышлы эшләп йөрөйһөгөҙ, имен-һау ғына булығыҙ, балаҡайҙарым, һеҙҙән яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын, – тип теләй ул һәр балаһына.
Беҙ бик бәхетле, сөнки тыуып үҫкән йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, беҙгә терәк-таяныс булған әсәйебеҙ имен-һау, Аллаға шөкөр. Ауырлыҡтарға бирешмәй, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләләренең ҡәҙер-хөрмәтенә, уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, күптәргә өлгө булып йәшәй. Киләсәктә лә дәртле, рухлы, һау-сәләмәт булып, беҙгә йылылығыңды өләш, әсәй!
Һәр беребеҙгә аҫыл ғүмер биргән, йәшәйешебеҙҙең асылы булған ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе һаҡлап, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ҡыуандырып ҡына торайыҡ. Йылы, тәмле һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Сөнки беҙ үҙебеҙ әсәй, беҙҙән балаларыбыҙ өлгө ала, һәр беребеҙҙең киләсәге, ҡартлығы балаларыбыҙ ҡулында, шуны онотмаһаҡ ине.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
мәғариф алдынғыһы,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504