Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдың бар көнө лә яҡшы
Йылдың бар көнө лә яҡшыТыныслыҡ. Хеҙмәт. Май. Совет осоронда ошондай лозунг була торғайны. Хәйер, уның төшөнсәһе ниндәй заманда ла асылын юғалтмай. Тыныслыҡ — Ер йөҙөндә һәр кешенең иң изге теләге. Хеҙмәт булмаһа, әҙәм балаһы кеше булыуҙан туҡтай, үҙе генә түгел, ил-күсе лә етеш йәшәй алмай. Май иһә, миҙгелдең ай исеменән дә бигерәк, тыныс күк йөҙөндә балҡыған ҡояштың нурына сумған, бар тәбиғәт моронлаған, йәшәреп сәскә атҡан, күңелдәрҙә дәрт урғылған, йәшәүгә көс биргән яҙҙы, башҡа бик күп әйтеп аңлата алмаҫлыҡ мәлде күҙ алдына баҫтыра. Нәҡ ошо осорҙа игенсе усына тос орлоҡтар һала ла быуы күтәрелгән ҡап-ҡара тупраҡҡа һибә. Ябай орлоҡтар түгел ул, бәрәкәт, именлек, тыныслыҡ орлоҡтары. Ма-ай...


Бөгөн май башы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы булараҡ билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, ул тәүге тапҡыр тарихҡа ҡанға мансылып яҙылып килеп инә. 1886 йыл­дың 1 майында АҠШ менән Канаданың анар­хик ойошмалары митинг, демонстра­циялар ойоштора башлай. Чикагола 4 майҙа ошондай демонстрацияны тарат­ҡанда полиция ҡорал ҡуллана. Ҡорбандар була, ҡан ҡойола. Эшселәр хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы, эш хаҡын күтәреүҙе, һигеҙ сәғәтлек эш көнөн билдәләүҙе талап итә. Уға тиклем, 1856 йылдың 21 апре­лендә, ошондай уҡ талап менән Австралия эшселәре урамға сыға. 1889 йылдың июлендә уҙған II Интернационалдың Париж конгресы 1890 йылдың 1 майынан башлап донъяның барлыҡ илдәрендә хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөн демонстрацияға сығып билдәләргә тәҡдим итә. Талаптар шул уҡ ҡала.
1918 йылдан РСФСР-ҙа байрам Интернационал көнө тип билдәләнә башлай. Байрамдың исеме 1972 йылда Хеҙмәт­сәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө – 1 Май тип үҙгәртелә. СССР-ҙа был көн мөһим байрамдар иҫәбенә инә. Төп демонстрация Ҡыҙыл майҙанда үтә. 1990 йылда партия, ил етәкселәре һуңғы тапҡыр мавзолей трибунаһына күтәрелә. 1992 йылдан 1 май Рәсәйҙә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы итеп үҙгәртелә.
Нисек кенә аталмаһын, ниндәй генә сәйәси ваҡиғалар солғанышында булып, ниндәй генә дәүерҙә билдәләнмәһен, ябай кеше өсөн ул – ер һулышын алып килгән айҙың башы. Һәр быуын вәкиле бөгөн уны үҙенсә билдәләй. Ҡасандыр атай-әсәйҙәр пионер галстугын елбер­ләтеп, күкрәктәрендәге йондоҙсоҡто ҡояш нурында сағылдырып, йырлап урамдар­ҙан уҙһа, беҙҙең быуын иһә тиҙҙән коммунизм, ике меңенсе йылға һәр кем фатирлы булырына ышанып партия етәксе­ләренең, политбюро ағзаларының портреттарын йөрөттө. Һуңынан... Барыһы емерелде.
Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ был көндө үҙебеҙсә билдәләй: кем байрам итә, кем баҡсаһына ашыға, крәҫтиән һабан-сәскесен баҫыуға сығара... Тағы мөһим эш бар оҙайлы ялда: йорт алдын сүп-сарҙан таҙартыу, өйҙәрҙе йыйыштырыу, йыуыу менән бергә иҫке әйберҙәрҙән арыныу, туғандар менән осрашып, күңелде бушатыу, мәрхүмдәрҙең ҡәберен ипләп, рухтарына бағышлап хәйер биреү...
Бына ошолары һис үҙгәрмәҫ изге ғәмәлдәр булып ҡала. Илдә тыныслыҡ, именлек, үҙеңдең, яҡындарыңдың һаулығы булғанда, нисек аталыуына ҡарамаҫтан, йылдың бар көнө лә яҡшы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840