Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ күңелле, аҡ халатлы
Аҡ күңелле, аҡ халатлыҺаулығың – байлығың, ти халыҡ мәҡәле. Шуға ауыл тормошоноң кимәлен самалағанда, ундағы инфраструктура, социаль учреждениелар араһында дауалау пункты булыуы ла мөһим. Әлбиттә, ул учреждение йәки филиалдарҙың тейешле шарттарҙа эшләүе кәрәк. Оноторға ярамай, шарттар ҡорамалдарҙың көслөлөгөнә генә бәйле түгел, белгестәрҙең ихласлығы ла шаҡтай мөһим. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов әйткәнсә, медицина тәү сиратта – табиптар ул.

Стәрлебаш районының Елембәт ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты миҫалында был фекер менән ихлас килешергә мөмкин. Фельдшер Роза Фәйзуллина эшенә мөкиббән бирелгән, пациенттарын ихлас дауалай.
Роза Рәүеф ҡыҙы был яҡтарға килен булып төшкән. Һөнәре буйынса медицина белгесе булһа ла, оҙаҡ йылдар урындағы ауыл хужалығы предприятиеһында иҫәп-хисап эштәрен алып барған. Шулай ҙа асылыңа ҡайтырға бер ҡасан да һуң түгел – хәҙер ул елембәттәрҙе һәм күрше ауылдар халҡын дауалай.
— Табиплыҡ эше менән бала саҡтан яндым, яратҡан һөнәремә ҡайтанан тотоноуыма ҡыуанып бөтә алмайым, — ти әңгәмәсем. Ә пациенттар нисек шат! Табиплыҡ Хоҙайҙан килә тигән әйтемде улар үҙҙәрен дауалауҙа инана.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты дауахана түгел, әлбиттә. Уның ҡарауы, яраны бәйләү, сирленең хәлен еңеләйтеү һәм хатта үлемдән алып ҡалыуҙа уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме — сирҙе дауалау түгел, уны иҫкәртеү яҡшы. Был тәңгәлдә лә ауыл халҡын тикшереүҙәр, кешеләрҙең мөрәжәғәттәренең сәбәптәрен асыҡлау бында башлана бит.
— Кешеләр һаулығына хәҙер яуаплыраҡ ҡарай, тейешле тикшеренеүҙәргә йөрөй, диспансерлаштырыу, флюорография, УЗИ үтә, — ти пациенттары менән аңлашып эшләүе хаҡында Роза Рәүеф ҡыҙы.
Шулай ҙа башлыса фельдшер пунктына оло быуын йышыраҡ һуғыла икән, йәштәр ҡала тирәһендә күберәк уралғас, шундағы поликлиникаларға йөрөй. Нисек кенә булмаһын, һуңғы арала Роза ханымдың пациенттары араһында йөклө ҡатындар ҙа бар – быныһына фельдшер бигерәк тә ҡыуана. Тимәк, ауыл йәшәй!
Шул уҡ ваҡытта борсолоуҙарын да йәшермәй әңгәмәсем:
— Йөрәк-ҡан тамырҙары, баш менән бәйле сирҙәр көсәйә. Онкология менән иҫәптәге 400 кешенең дүртеһе сирләй, — ти ул. Нисек кенә булмаһын, был сирҙәрҙең сәбәптәренең осона сығырға, уларҙы нисек тә дауаларға тырыша аҡ халатлы апай.
...Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә: “Киләһе ике йылда 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кешеһе булған ауылдарҙа иһә фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылырға тейеш”, — тине. Был ҡарарҙың тормошҡа ашырына шик юҡ, иң мөһиме — ул пункттарҙа әлегеләй аҡ күңелле фельдшерҙар эшләһен ине.

Стәрлебаш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506