Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошомдоң матур миҙгеле...
Тормошомдоң матур миҙгеле...Нисек уйлайһығыҙ, “пенсия – тормоштоң көҙө, күңелһеҙ ҡартлыҡ” тигәндәр яңылышамы, әллә хаҡлымы? Бәхәсләшергә урын бар һымаҡ, сөнки пенсияға сығыу – эштән бушау ғына түгел, ә ифрат күп мөмкинлектәр асҡан, быға тиклем хыялланған теләктәрҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән осор, тип иҫәпләйем. Бының өсөн ыңғай фекерләргә, ялҡауланмаҫҡа һәм хәрәкәт итергә генә кәрәк.

Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе Гөлсәсәк Хәйруллина ла ошо фекер менән тулыһынса килешә һәм үҙенең миҫалында йәштәштәрен төрлө яҡлы ҡыҙыҡлы тормошта йәшәргә саҡыра. Уға 68 йәш. Сығышы менән Ейәнсура районының Яңыбай ауылынан, яҙмыш ҡушыуы буйынса Нуриман районында төпләнгән. Оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән, пенсияға сыҡҡансы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методист булып эшләгән.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, шунда уҡ эшемдән китмәнем, тағы ла ике йыл мәғариф бүлегендә эшләгәндән һуң, бер нисә йыл мәктәптә балаларҙы башҡорт теленән уҡыттым. Ниһайәт, ялға сыҡтым... Яңы хәл-торошом башта бик ауыр тойолдо. Ғәҙәт буйынса иртә торам, ә эшкә барырға кәрәкмәй. Тәҙрәнән үткән-һүткән кешеләрҙе моңайып ҡына күҙәтеп ҡалам, тормош та минең эргәнән сабып үтеп китеп барған төҫлө... Ҡыҫҡаһы, йылдан ашыу эстән генә бойоғоп йөрөнөм. Бер ваҡыт шундай хәбәр ишеттем: район хакимиәте урындағы ветерандар советы менән берлектә оло йәштәгеләр өсөн өсөнсө быуын университеты, йәғни төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора икән. Район ветерандар ойошмаһы рәйесе Долорес Нуриәхмәт ҡыҙы Хамматова — бик әүҙем, уңған кеше: ул ауылыбыҙҙың пенсиялағы әүҙемдәрен “һә” тигәнсе туплап, төрлө түңәрәктәрҙең эшен яйға һалды. Кемдер дауалау физкультураһы менән шөғөлләнә, бәғзе ололар компьютер үҙенсәлектәренә төшөнә, башҡаларға йыр-бейеү түңәрәге оҡшай һәм башҡалар.
Үҙемә ҡалһа, бына өс йыл рәттән дауалау физкультураһы менән шөғөлләнәм. Күнекмәләр район спорт үҙәгендә үтә. Етәксебеҙ Рөстәм Мөниров — дәрт-дарманы ташып торған, әүҙем белгес. Ул булмағанда, мин дә ойоштороу һәләтемде эшкә егәм – ике тиҫтәнән ашыу кеше йөрөгән түңәрәктең эшен туҡтатып булмай бит инде. Йәш саҡта спорт менән дуҫ булдым – гимнастика менән шөғөлләндем, шуға күрә дауалау физкультураһына ихлас йөрөйөм.
Тағы бер яратҡан шөғөлөм – бейеү түңәрәген үҙ итәм. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәшерәк саҡта, донъя мәшәҡәттәре, эш менән күңелем ынтылыштарын тормошҡа ашырыу түгел, улар тураһында хыялла­нырға ла ваҡыт етмәй ине. Хәҙер иһә ғүмеремдең иҫ киткес гүзәл мәлен кисерәм тип иҫәпләйем, сөнки йәнем теләгән шөғөлдәр менән мәшғүлмен. Беҙҙең “Әхирәттәр” бейеү ансамблендә һигеҙ кеше шөғөлләнә. Арабыҙҙа төрлө һөнәр кешеләре бар, йәштәре 60 менән 70 араһында. Әйткәндәй, йырларға яратыусыларҙы “Хазина”, “Вдохновение” вокаль ансамблдәре берләштерә, барлыҡ коллективтар ҙа – район, төбәк кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙың йыш ҡунағы.
Ансамблебеҙҙең репертуарында бер нисә бейеү бар. Тамашасылар беҙҙе яратып, ихлас ҡабул итә, был да күңелгә май булып яғыла, сөнки эштең һөҙөмтәһен күрәбеҙ.
Шулай ҙа иң төп шөғөлөмдөң береһе тип бәйләү менән сигеүҙе атар инем. Ейәнсурала тыуып үҫкән кеше бит мин, ә унда бәйләй белмәгән кеше юҡтыр ул. Әле булһа иҫләйем: Фариза өләсәйем бик оҫта ҡуллы ине, үҙебеҙгә түгел, кешеләргә лә семәрләп юрғандар һырып бирер ине, ә бәйләгән шәлдәренең матурлығы әйтеп бөткөһөҙ. Әсәйем Заһира ла, уға оҡшап, маһир булды, һәр шәле сәнғәт өлгөһөнә тиң ине тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Уларҙағы биҙәктәр бер ҡасан да ҡабатланманы, һәр ҡайһыһын яратып, бар күңелен һалып бәйләр ине әсәйем.
Үҙемә килгәндә, мин дә бәйләмемде ҡулдан төшөргәнем юҡ, хатта ҡайҙалыр барһам, башланған әйберҙәремде үҙем менән һалып йөрөтәм. Джемпер, кофталар бәйләргә яратам. Фасонды билдәләйем дә, биҙәктәрен күҙаллай-күҙаллай эшкә тотонам. Ҡайһы саҡта магазинда шул тиклем матур төҫтәге, сифатлы ептәрҙе күрһәм, түҙә алмайынса мотлаҡ һатып алам, хаҡына ла ҡарап тормайым. Тиҙерәк бәйләргә тотонғом, күҙаллаған әйберҙе эшләгем килә. Минең өсөн был шөғөл күңел тыныслығы биреүсе яратҡан мауығыу ғына түгел, ҡайһы саҡта матди ярҙам да, сөнки заказ буйынса йәне теләгән әйберҙе бәйләтеүселәр бар.
Ошо эш менән ныҡлап мауығыуым мине тағы бер ғәмәлгә этәрҙе: ауылда бәй­ләргә өйрәнергә теләүселәрҙе берләштереп, түңәрәк ойоштороп ебәрҙем. Район китапханаһында аҙнаһына бер тапҡыр осрашабыҙ, уҡыу залында бәйләү серҙәренә төшөнәбеҙ, тәжрибә уртаҡла­шабыҙ, әңгәмәләшәбеҙ. Белмәгәндәргә өйрәтергә, ҡул эшенә һөйөү тыуҙырырға тырышам. Шулай итеп, эште лә теүәлләп, күңелгә ял да алып ҡайтабыҙ. Әйткәндәй, был түңәрәккә йөрөү бушлай – быны күңел өсөн башҡарам. Яҙ-йәй миҙгелендә беҙҙең барлыҡ эшмәкәрлек туҡтап ҡала, сөнки кешеләр баҡса менән мәшғүл була (шул иҫәптән үҙем дә), бесән эшләй, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Әммә көҙ етһә, мотлаҡ һағынышып осрашасаҡбыҙ, уртаҡ шөғөлдәрҙе дауам итәсәкбеҙ, – ти Гөлсәсәк Нуретдин ҡыҙы.
Бына ошолай, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, Гөлсәсәк Хәйруллинаның миҫа­лында ғына ла пенсияға сыҡҡандан һуң тормош бөтмәгәнлеген, теләйһең икән, уны ифрат сағыу һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороп булғанлығын иҫбат иттек. Эйе, бәғзе берәүҙәр оло йәшкә еткәс, балаларының балдан татлы балаларын ҡарап йыуана, кемдер ваҡытын яҡындарына бағышлай, театрҙарға-концерттарға йөрөй, ә кемдер, Гөлсәсәк апай кеүек, әүҙем йәмәғәтселек тормошонан йәм табып, йыуанып көн итә. Нисек кенә булмаһын, был – бик күркәм, ыңғай өлгө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840