Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҡәҙерле кешем
Иң ҡәҙерле кешемСәфәрҙәремдән уңдым. Башҡортостанымдың әле бер, әле икенсе яғына юлдарым төшөп кенә тора. Шағирҙар әйтмешләй, сәхәрҙәрҙән тороп, сәфәр сығам; аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа. Йылдың һәр миҙгелендә ҡарап туймаҫ тәбиғәтебеҙгә тамаша ҡылам, матурлыҡтың яңы серҙәрен асам, кешеләр менән танышам, уларҙың һәр береһенең күңел ҡапҡаларын шаҡып инәм. Төрлөләре осрай. Кеше ҡылыҡтары, күркәм йә кире сифаттары сәфәрҙәрҙә асылыусан. Хәйбулла тарафтарына оҙон юлға сыҡҡанмын. Өфөнән ҡуҙғалып, үҙемдең Ҡырмыҫҡалыма тиклем аҙмы-күпме серем итеп алғанмын. Ҡарлыманды үткәс, тамам уянып, Аҡташ тауынан күҙемде алмайым. Тыуған яғымдың ғәжәйеп ҡомартҡыһы тәбиғәт байлығы ғына түгел, ул үҙендә оло тарих һаҡлай, аҙмы ел-дауылдар ҡағылып уҙған уға, мәгәр Аҡташ хан ер-һыуыбыҙҙы яттарға бирмәгән. Аҡташтың тап түбәһендә хан резиденцияһы булған,тиҙәр. Йөрөлдө ул тарихи эҙҙәргә тамаша ҡылып, хайран ҡалып.


Сәбәп ҡәйнәлә түгел...

“ГАЗель” тип аталмыш бәләкәй автобуста тығылышып киләбеҙ. Ни арала аяҡ-ҡулдар талып киткән, әле тегеләй, әле былай борғоланам. Етмәһә, күршем уҫлаптай ир-уҙаман, Хәйбулланан икәнен тәүге өндәренән үк самалайым.
— Тауҙарҙан күҙеңде алмайһың, әллә был яҡтыҡымы? – Яуап та көтөп тормай дауам итә. — Мин Йәнтештән, Таналыҡ буйҙары­нан, ишеткәнең бармы? Ярты йыл тиерлек вахтанан, Когалымдан ҡайтманым, уйланһындар, үҙҙәренә баһа бирһендәр, тип ҡайтманым, үс итеп...
Автобусыбыҙ Урал тауҙарының бейек түбәләрен яулай-яулай алға елдерә. Бормалы тау юлдары аҡрынлап артта ҡала. Ел уйнатып, Елмерҙәккә ҡарай еләбеҙ. Күршем йәнә телгә килә:
— Бына шул мәлғүн арҡаһында донъям түңкәрелә яҙҙы, шуның арҡаһында балаларымдан ситтә көн күрәм!
— Кем арҡаһында, аңламайым?
— Кем булһын, тещща инде, ҡәйнәм тип әйтергә телем әйләнмәй, Елмерҙәктең “Тещин языг”ын да минең ҡәйнәгә ҡулай булғанға ҡушҡандарҙыр әле. – Вахтовик ҡәйнәләр тураһында бер-ике әсе анекдотын тәмләп, ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү табып, һөйләп ташланы.
— Сәбәп, бәлки, ҡәйнәңдә генә түгелдер, Себерҙә уйланырға, барыһын да үлсәп ҡарарға форсат булманымы ни? — тиеүҙән уҙманым.
Үҙ уйҙарыма сумдым. Күршемдең ләститен тыңлау ҡайғыһы китте. Йоҡлаған булып күҙҙәремде йомдом, ә уйҙарым, тау юлдары кеүек, тиҙ генә байҡап сығырлыҡ түгел. “Тещин язык”, имеш... Аҡташ тауының тап түбәһендә, аҡ болоттарға оҡшаш сал сәстәрен елдә уйнатып, аҡыллы ҡараштарын һынамсыл төбәп, был донъяның барлыҡ шатлыҡ-ҡайғыһын сабыр күтәрә белгән, бала көйө ҡаҡса иңдәренә ил хәстәрен һалған иң ҡәҙерле кешем — 90 йәшенә аяҡ баҫҡан ҡәйнәм торғандай тойолдо...

Ул Еңеүҙе яҡынайтты

Иң ҡәҙерле кешемМиңзифа Ҡотләхмәт ҡыҙы Ғилманова 1928 йылдың 28 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылында донъяға килә. Бәғзеләр кеүек бөркәнсектә тыуыу яҙмай уға. Сабыйға донъя үҙе бөркәнсеккә әйләнә, ҡулынан килгәнсә ҡурсаларға, яҙмыштың аяуһыҙ мәлдәрендә устарына алып йылытырға ынтыла. Яҙмыш тигәнең әҙәм балаһына һынауҙарҙың иң ауырҙарын алдан уҡ әҙерләй, имәндәй ирҙәрҙе бөгөп һала. Ике-өс йәшлек Миңзифа үкһеҙ етем ҡала. Ярай әле ауылда инәһе яҡлап үҙ әбейе Хәлимә, йәнә ике туған ағаһы Хәйретдин бар. Шулар таянысына әйләнә. Ағаһы Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Ниндәй сифатта әрме бурысын үтәгәндер, әммә Хәйретдин Миңзифаны хеҙмәт урыны Мәскәү ҡалаһына алып килә, балалар йортона урынлаштыра. Отҡор Миңзифа тиҙ арала рус телен үҙләштерә, беренсе класта уҡый башлай. (Шуғалыр ҡәйнәм рус телен яҡшы белде, таҙа һөйләште, кәрәк урында олоғайғас та сатнатып үҙ һүҙен әйтте). Тик ни өсөндөр артабан тәрбиәләнергә ҡыҙ баланы Өфөгә оҙаталар, ә унан етемде кире Үрге Төкөнгә ҡайтарып ебәрәләр. Еңгәһе Зәбиҙә ҡарамағына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Хәйретдин ғаиләһен Стәрле­тамаҡҡа күсерә, ҡул араһына ингән Зифа фатир йыйыштыра, балалар ҡараша. Ҡайҙа инде уҡып белем алыу? Заманында белем-ғилемле булһа, ҡәйнәм апарыу ҙур кеше булыр ине. Тәбиғәт уға һәләт, тәрән аң-зиһен биргән. Ҡара иҫәпкә бик шәп, уҡыу йорттары бөткән бәғзе берәү уйлап өлгөргәнсе, ул иҫәпләп тә ҡуя. Донъя көткәндә был сифаттары уға һәр саҡ ярап ҡалды.
...Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ағаһы Хәйретдинде фронтҡа алалар. 1943 йылда Сталинград өсөн барған аяуһыҙ һуғышта ул батырҙарса һәләк була. Өҫкә кейем, ризыҡ табыу уғата ауырлаша. Бәхеттәренә 1941 йылдың авгусында ҡалаға эвакуацияланған завод килеп төшә: күпләп эшсе ҡулдар, станоктарҙа эшләргә өйрәнсектәр кәрәк. Завод тигәндәре В.И. Ленин исемендәге Одесса станоктар эшләү гиганты булған икән. Һуғыш алдынан унда 2452 эшсе, 362 инженер-техник хеҙмәткәр эшләгән. Завод ҡорамалдары тейәлгән эшелондар бер ай тигәндә Стәрлетамаҡ станцияһына килеп туҡтай. СССР Оборона комитеты ҡарамағындағы завод 1941 йылдың 11 октябрендә хәрби заказдар үтәй башлай. Төп продукция — снарядтар, совет танктары өсөн ҡоростан ҡойолған броня, деталдәр, төрлө ҡорал-яраҡ. Тимер юл буйында ҡалҡып сыҡҡан хәрби завод 1943 йылда Ленин ордены менән бүләкләнә. Имен көндәрҙә Салауат Юлаев премияһы лауреаты шағир Ирек Кинйәбулатов ул осорҙо теүәл һәм көслө итеп сағылдыра алды:
“Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” —
Илде урап үтте оран.
Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы ҡойҙо
Фронт өсөн күпме ҡорал!
14 йәше яңы тулған Миңзифаны термик цехҡа эшкә алалар. Тәүҙә дядя Мишала өйрәнсек (ҡәйнәбеҙ урыҫ эшсеһенең фамилияһын онотҡан) була. Ғүмерҙә ишетмәгән-күрмәгән һөнәр үҙләштерә: ҡайнап торған ҡоросто формаларға ағыҙа, һыуынғас, әҙер деталде шымартыу цехына оҙата. Смена оҙонлоғо көн әйләнәһенә, ҡайһы саҡ цехта йоҡлап та ҡалалар. “Бөтәһе лә фронт өсөн, Еңеү өсөн! Иң ауыры ағайымдың похоронкаһын алыу булды, яҡындарымдан бер кем дә ҡалмағанға бәғерем өҙөлдө, был талонымды урлатып, ай буйы аслы-туҡлы йөрөүҙән дә ҡыйыныраҡ булды”, — тип хәтерләй бөгөн ветеран.
Хәтере яҡшы ҡәйнәмдең. Һуғыш осорон, аслыҡты, Еңеүҙән һуң ауырлыҡ менән аяҡҡа баҫыу йылдарын ул оҙаҡ һөйләй ала. Ана әле лә хәтер ебен ашыҡмай ғына һүтә:
— 9 майҙы цехта ҡаршыланыҡ. Беҙ ин­де, ауыр эшкә өйрәнгән термик цех эш­се­ләре, һүрәттәребеҙ Маҡтау таҡтаһында. Бер саҡ көтмәгәндә завод гудогы һыҙғыр­тып ебәрҙе. Эште туҡтатырға, майҙанға йыйылырға ҡуштылар. Митинг башланды. “Еңеү! Ур-ра!” — тип ҡысҡырабыҙ, күҙҙә­ребеҙҙән йәштәр аға. Бөтә эшселәргә лә шарап ҡоялар: “Еңеү өсөн! Сталин өсөн!” Мин һәм Николай Зайцев өлөшөбөҙҙө дядя Мишаға ҡоябыҙ, берсә көләбеҙ, берсә илайбыҙ. Шуныһы йәл: ҡарт эшсе дядя Миша оҙаҡ торманы, ҡапыл ауырып арабыҙҙан китте... – Ҡәйнәм һөйләй, уфтана, әммә күҙҙәре сыланмай, күрәһең, һуғыш йылдары, аслығы-яланғаслығы, донъяның ҡары-бураны, күпме ғүмер осон-осҡа ялғап, кеше көлдөрмәйем тип йәшәү, юғалтыу-һыҙланыуҙар уның күҙ йәше шишмәләрен әллә ҡасан уҡ ҡорғаҡһытҡан.
9 Май – Еңеү көнөн ҡәйнәм һәр йыл кө­төп ала. Элегерәк мәктәпкә йә Ефрем­ки­ноға байрам тантанаһына йыйып алырҙар, һүҙ бирерҙәр, сәскә бәйләмдәре тотторорҙар ине. Яугирҙәр ҡалманы. Йәш етәкселәр, донъя мәшәҡәтенә сумып, 1941–1945 йылда Стәрлетамаҡта хәрби заводта Еңеү көнөн яҡынайтҡан Миңзифа инәйҙе хәтеренән сығара торғандарҙыр. Ә ул Еңеү көнөн көтөп ала, онотмай, иртүк тороп, яратҡан зәңгәр костюмына миҙал­дарын таға, үҙен ипкә килтерә. Кистән почта йәшнигенән балалары индереп биргән матур телеграмманы ҡәҙерләп ҡулына ала. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙә­рен хәрефләп уҡый, төбәк етәксеһенең онотмауына, хәтеренә хайран ҡала...

Донъя бит ул

Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ станоктар заводы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төп продукция — станоктар сығара башлай. Ҡатмарлы осорҙа эшкә өйрәнгән, производство нескәлектәрен үҙләштергән завод станоктарҙы конвейер-ағым ысулы менән етештерә. Ҡаланың төп сәнәғәт үҙәгенә әүерелә. Бөтмөр, таһыллы Миңзифа цехта алдынғы эшселәр иҫәбендә, уға ышаналар. Ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, барактан бер бүлмәле фатир бүләләр, эш хаҡы ла арыу ғына. Ара-тирә Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылына ҡайтып йөрөй еткән ҡыҙ, әбейе Хәлимәгә ярҙамлаша, татлы ризыҡтары менән ҡыуандыра. Бер килгәнендә ошо уҡ райондың Алайғыр егете Нәжип Ғилманов менән таныша, дуҫлашып китәләр. Ауылда йәшәһә лә, егет ФЗО бөткән, токарь һөнәрен үҙләштергән. Көшкәр күле табаны менән әбейе бәләкәй генә туй үткәрә, яҡындары йәштәргә бәхет теләй.
Етеҙ хәрәкәтле Миңзифа заводта яңы уңыштар яулай. Өфөгә ял итеп ҡайтыуҙы ла ойоштора завод үҙ алдынғыларына. Нәжип тә һынатмай, паровоз депоһына машинист ярҙамсыһы булып урынлаша. Ә бер аҙҙан Стәрлетамаҡ — Ҡарлыман араһында үҙаллы паровоз йөрөтә. Һәр сменаһында тыуған яҡтың матурлығына һоҡлана, күңел ҡошо ситлектәрҙән осоп сығырға ынтыла. Түҙмәй: “Ҡайтайыҡ, Зифа, ауылға, инәйем, инвалид апайым яңғыҙҙар”, — ти. Ә цех етәксеһе: “Ғилманова, эшең яҡшы, тиҙҙән таш йорттан ике бүлмәле фатир аласаҡһың, ауылда әрәм булырһың”, — тип өгөтләй.
Ҡырмыҫҡалыла төпләнә йәш ғаилә. МТС-та икеһенә лә еҙнәһе, политбүлек мө­дире, фронтовик Сөләймән Төхвәтул­лин, эш урыны белешкән, ятаҡтан урын хәстәрләгән. 1950 йылдар башында МТС системаһы тарҡала, уның урынына колхоз­дар эреләтелә, һәр хужалыҡ техника алып, үҙаллы ер эшкәртеүгә, хужалыҡ итеүгә күсә. Ғилмановтар ҙа аптырап ҡалмай, Алайғырҙа ата-бабай нигеҙендә оя ҡора. Бынамын тигән итеп йорт бөтөрөп алалар, балалары ишәйеп ҙур ғаилә булып йәшәй.
Нәжип Ғилманов — алдынғы комбайнсы, ураҡ туҡталғас, тәүге һөнәре буйынса токарь. Йәмәғәте йәйен сөгөлдөр баҫыуында, ҡышын Ленин исемендәге колхоз идараһында йыйыштырыусы, мейес яғыусы. Үҙәктәренә үтә был вазифа, ҡыш буйы сей утын бысыу, яндыра алмай ыҙаланыу. 1970 йылдарға тиклем дауам итә был эш. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл магазинында тырышып эшләй геройыбыҙ. Шул йылдарҙа ауыл күрке булырҙай яңы йорт туйланы улар. Тырышҡан тапмай буламы. Шулай ҙа иң ҙур байлыҡтары береһенән-береһе уңған балалары булды. Һәр береһе һөнәрле, үҙ юлын тапты, хеҙмәтендә уңыштар ҡаҙанды. Мәҫәлән, Фиҙаил Ғилманов Совет Армияһынан ВЛКСМ Үҙәк Комитетының миҙалы менән бүләкләнеп ҡайтты, оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләне.
Фатима Нәжип ҡыҙы Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” исемен яуланы. Нәжибә Нәжип ҡыҙы Нижневартовск ҡалаһының Төҙөлөш материалдары заводының алдынғы кран машинисы булды. Балалары хәҙер барыһы ла хаҡлы ялда, үҙҙәре ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерә. Ғилмановтар һигеҙ бала үҫтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт улы ваҡытһыҙ гүр эйәһе булды. Ана бит, Урал төпсөгө, Өфөлә техникум бөтөп, колхозда ең һыҙғанып эшләп йөрөр ине. Колхоз эшендә, һалҡын тейҙереп, көтмәгәндә китеп барҙы. Ҡайным ҡайғыға түҙмәй, ауырып китеп, донъя менән иртәрәк хушлашты. Ҡәйнәмдең түҙемлегенә, сабырлығына иҫем китә, күрәһең, Хоҙай Тәғәләнең “Сабыр булығыҙ!” тигәнде әсә йөрәге тәрәнерәк аңлайҙыр, ҡабул итә беләлер, ҡатын-ҡыҙ ныҡлығы көс бирәлер. Донъя бит, нишләтәһең уны!..

Ғаиләм менән бәхетлемен

Әҙәм балаһы өсөн үҙ әсәһенән дә яҡын кеше юҡтыр. Әсә ҡулында тәрбиәләнгән төпсөк малай булараҡ, мин дә әсәйемде изге йәндәй күрҙем, янында булырға, ярҙам итергә тырыштым. 89 йәшендә йәненә мәңгелек тыныслыҡ тапҡас, япа-яңғыҙ ҡалғандай тойҙом үҙемде. Ошо ваҡыт бәхетемә яратҡан ғаиләм, үҙ күргән ҡәйнәм булды. Беҙ инде дүрт тиҫтә йыл бергәбеҙ. Туй булғансы уҡ мин, кешенең көлөүенә ҡарамай, ҡәйнәмдәр ғаиләһенә килеп керҙем, үҙ балаларылай ҡабул иттеләр. Фатирым булһа ла, ҡышты бергәләп сыҡтыҡ. Шул саҡта уҡ уның итәғәтлелегенә, тәрбиәле булыуына һоҡландым. Яҡты йөҙө, тәмле аштары күңелемә хуш килде.
Улдарым тыуғас, икеһен дә ҡарашты. Бәләкәйемә хатта эшен дә ҡалдырҙы. Изге ғәмәл сауапһыҙ булмай. Бөгөн ҡәйнәмде ҡәҙерләп, ҡулдан килгәнсә ҙурлап торабыҙ. Ҡалалағы фатирыбыҙҙа ла, ауылдағы йортобоҙҙа ла үҙ бүлмәһе бар, килеп күңеле булғансы йәшәп китә. Ул саҡта донъябыҙ яҡтырып, нурланып ҡала, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Изгелектең сиге булмай. Үҙҙәре төпсөк улдарынан ҡалғас, ғаиләм менән яндарында булырға, ауыр ҡайғыларын еңеләйтергә тырыштыҡ. Рәхмәт Ирина киленгә, Борай ҡыҙы үҙ яғына ҡайтып китмәне, ҡайны-ҡәйнәһенә ысын ярҙамсы, рухи таяныс булды. Атай нигеҙе бөгөн ышаныслы ҡулдарҙа. Фиҙаил Нәжип улы донъяны һыуытмай, ауыл йортон ҡала фатирына әйләндереп, нигеҙҙе тағы нығыраҡ ҡорҙо.
Ҡәйнәбеҙҙең, ил инәһенең, ни дәрә­жә­ләге изге йән икәнен шунда белеп була: ул һигеҙ балаһына йән өрҙө, ҡайным менән бергәләп аяҡҡа баҫтырҙы, 17 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре, 2 тыуа-тыуасары бар. Һәр береһе хәлен белеп, төп нигеҙгә һуғылып тора. Әсә өсөн шунан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме икән? Таналыҡ егетенә ошоларҙы бәйән итәйем тигәйнем. Уйҙарымдың осона сыҡҡанда, егет, ҙур сумкаларын артмаҡлап, Бүребайҙа уҡ төшөп ҡалды. Тура ғына Йәнтешеңә ҡайтһаң, ни була инде...
Ошо көндәрҙә ҡәйнәм үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләргә тора.
— Тәүҙә ҡөръән уҡытып алырмын, — ти ул. — Ҡартым, гүр эйәһе булған балала­рым, ике ейәнсәремдең рухтары шат булыр. Балаларымды исемләп саҡырмайым, бушағаны үҙе белеп килер әле. Ваҡыттары булмаһа, һүҙ менән ҡотларҙар, шөкөр, хә­ҙер “сутауай” заманы... Изге йән эйәһе ҡәйнәм, шәфҡәтлелегеңә ниҙәр генә бирһәк тә, аҙ булыр. Оҙон ғүмерле тормош юлың бынан кире ҡайғы-хәсрәтһеҙ генә үтһен ине.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518