Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни өсөн ҡатмарлы икән был донъя?..
Ни өсөн ҡатмарлы икән был донъя?..Мине үткәндәр һәм тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙың тере шаһиттары булған кешеләрҙең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Эйе, ер йөҙөндә күпме әҙәм балаһы йәшәһә, уларҙың һәр ҡайһыһының ғүмер юлы үҙенә бер, ҡабатланмаҫ була. Берәүҙәр ҡайғы-хәсрәт, ғазап-михнәт күрмәй, бәхеткә төрөнөп, рәхәтләнеп ғүмер итһә, бәғзеләре алдына Хоҙай Тәғәлә күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙар ҙа ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ бер ҡатлы булыуҙары арҡаһында, йәнәшәләге кешеләргә сабый балаларса самимилыҡ менән ышанып, киләсәк тормоштарын үҙ ҡулдары менән емергән, селпәрәмә килтергән инсандар ҙа бихисап. Был хикәйәтем нәҡ шул яралы яҙмыш тураһында.

...Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар, хәтфәләй йәшел болондар менән уратып алынған бәләкәй генә бер ауылда ғүмер иткән ярлы ғаиләлә сәскәле, йәмле май айында Йәмилә исемле ҡыҙ бала донъяға килә. Илебеҙҙәге тормоштоң төрлө тетрәнеү­ҙәрҙән һуң аҡрынлап яйға һалына барған мәле була ул саҡта. Ләкин күп тә үтмәй, һандуғастар өҙҙөрөп һайраған йәйге тын иртәлә тағы ла хәтәрерәк һәм аяныслыраҡ афәт ҡуба: Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауылдағы эш көсөндәге бөтә ир-атты, һөлөктәй егет-еләнде, шул иҫәптән Йәмиләнең атаһы Ибраһим ағайҙы ла, фронтҡа алалар. Күмәк хужалыҡтағы бар эш-мәшәҡәт ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңдәренә төшә. Шунлыҡтан ҡыҙсыҡҡа бәхетле бала саҡты күреү насип булмай, быуындары ла нығып етмәгән килеш ул өлкәндәр менән бер рәттән эшкә егелә: яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙа баҫыуҙа, ындыр табағында, ә ҡышын фермала арыу-талыу белмәй эшләй. Тормош ни тиклем ауыр булмаһын, Йәмилә төшөн­көлөккә бирелмәй, ғәзиз әсәһе кеүек үк, яуыз Гитлер армияһының дөмөгәсәгенә һәм илебеҙ халҡының шул рәхимһеҙ һуғышта еңеп сығасағына ышанып йәшәй. Уларҙың ҡылған доғалары ҡабул була, өмөттәре аҡлана: зарығып көтөп алған Еңеү яҙы килә, атайҙары ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Бөйөк Еңеү көнө Йәмиләнең хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Уға 15 йәш тулған 9 Май иртәһендә урамда таңдан уҡ йәнлелек һиҙелә. Ауыл советы янындағы бағана башына урынлаш­ты­рылған тәрилкәнән Левитандың дүрт йыл дауамында барған Бөйөк Ватан һуғы­шы­ның тамамланыуы тураһында тантаналы рәүештә иғлан итеүе халыҡты тағы ла йән­ләндереп, дәртләндереп ебәрә. Бары­һы ла йәш аралаш йылмайып, ихлас шатлана, йырлай, бейей, бер-береһен ҡосаҡ­лап, Еңеү менән ҡотлай. Яҙмыш шаяртыуы булдымы икән, ул көндө ауылдағы иң си­бәр егеттәрҙең береһе Хәлил дә һөйө­нөсөнән Йәмиләне ҡыҫып ҡосаҡлап ала. Әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәт, ләззәтле һәм татлы шул миҙгелдә ҡыҙҙың башы әйләнеп, Хәлилгә үлеп ғашиҡ була...
Һуғыш емереклектәренән арынып, илебеҙ әкренләп аяҡҡа баҫа. Мәктәптә уҡыуын тамамлаған йылдың көҙөндә Хәлил хәрби хеҙмәткә китә. Йәмилә уны йәне-тәне менән өҙөлөп яратһа ла, кешеләрҙән ҡыйынһынып, оҙата барырға ҡыймай. Ике йыл армия хеҙмәте үткәнсе улар бер-береһе менән хат-хәбәр алышмай, аралары нисектер йырағая, һыуына төшә. Тик шулай ҙа ҡыҙҙың күңелендә киләсәктә һөйгәне менән ҡауышып, ғаилә ҡороу, ғүмерлеккә бергә булыу тигән яҡты өмөт сатҡылары һүнмәй. Хәлилен көтә-көтә ул урта мәктәпте тамамлай, унан һуң колхозда һауынсы булып эшләй башлай...
Ниһайәт, Йәмилә өсөн көтөп алған бәхетле мәл етә: алтынһыу көҙ айында һөйгәне хәрби хеҙмәтте тултырып, Ватан алдында изге бурысын үтәп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ул көндө ҡыҙ һөйөнө­сөнән осоп ҡына йөрөй, фермала эштәрен теүәлләп, өйөнә йүгерә-атлай ҡайта ла, биҙәнеп-төҙәнеп, киске уйынға ашыға.
Йәмилә барып еткәндә йәштәр йыйылып, күңел аса башлаған була инде. Йәй буйы тапалып, таҡырланып бөткән майҙансыҡта барыһы ла дәртләнеп бейей, ә бер ситтә гармунсы егет өҙҙөрөп тальянда уйнай. Шул саҡ көй кинәт тынып ҡала, был миҙгелдә Йәмилә менән Хәлилдең күҙ ҡараштары осраша. Бер-береһен шундай һағынғанлыҡтан, улар был юлы бер кемдән дә оялып тормайынса ҡосаҡлашып күрешә. Ике йәш йөрәк араһындағы мөхәббәткә әйләнә-тирәләгеләр таң ҡала...
Киске уйын тамамланыуға, Хәлил мәҙәкләнә төшә, ә икәүләп ҡайтыр юлға сыҡҡас, Йәмилә һөйгәненең иҫерек булыуын аңлай. Башта улар тын ғына атлай, унан һуң Хәлил телгә килә:
— Йәмилә, һөйөклөм, мин һине шундай һағындым! Әйҙә әле, бөгөн таңды бергә ҡаршылайыҡ, — ти.
Ҡыҙ, артыҡ бер ҡатлы булғанлыҡтан, был тәҡдимгә ризалаша. Улар бер аҙ барғандан һуң ҡамышлы, тын күл буйына килеп етә. Шул саҡ Хәлилде, гүйә, ен алыштырғандай була: ул Йәмиләһен ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла, үҙ-үҙен белмә­йенсә, ярһып-шашып үбергә керешә. Үләнгә яйлап ятҡырып, яҡынлыҡ ҡыла. Бисара ҡыҙыҡай, һөйөклөһөн ике йыл буйы зарығып көткәнлектән хистәре тулышып, был ҡурҡыныс һәм ләззәтле миҙгелдә ни булғанын да аңламай ҡала. Һуңынан үкенеп, үкһеп илаһа ла, эш уҙған була инде... Хәлил иһә йондоҙло күккә ҡарап, хәтһеҙ уйланып ята ла, йәһәт кенә тороп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡайтып китә. Йәмилә лә ҡурҡыуынан һәм хурлығынан биҙгәк тотҡандай дер ҡалтыранып уға эйәрә...
Бер-бер артлы көндәр уҙа. Шәхси хужалыҡтағы һәм колхоздағы көндәлек эш-мәшәҡәттәр менән ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Тора-бара Йәмилә үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш тоя, уның йыш ҡына күҙ алдары ҡараңғылана, күңеле болғана башлай. Һуңыраҡ ул ауырға ҡалғанлығын аңлай... Ата-әсәһенә белгертергә ҡурҡып, был хаҡта башта һөйөклөһөнә әйтергә була. Уныһы иһә йөҙөн йыйырып:
— Минән башҡа тағы кемдәр менән сыуалдың һин? Уларҙан да һорап ҡарарға кәрәк, бәлки, эйәһе табылыр, — тип яуап­лай.
Йәмилә бындай ҡот осҡос һүҙҙәрҙе ишетеүгә ғәрләнеүҙән ни эшләргә лә бел­мәй, көс-хәл менән өйөнә ҡайта ла, карауатына бөгәрләнеп ятып, күҙ йәштәренә ҡойоноп, ярһып иларға керешә. Әсәһе ҡото алынып, ни булғанлығын асыҡларға теләп, бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра башлай. Ҡыҙ, меҫкен, йәштәренә ҡойоноп, башынан кискән хәлде һөйләп бирә. Әсәһенең йөҙө ағарып китә, ул тораташтай ҡатып ҡала. Бер аҙ ваҡыт уҙғандан һуң ғына, ҡалтыранып:
— Нимә лә булһа ҡылырға кәрәк, балам, нәҫел-ырыуҙа булмаған хурлыҡ бит был! — тип әйтеп ҡуя.
Ул дәүерҙә йәштәрҙе ауылдан ситкә ебәрмәҫ өсөн документтарын ҡулдарына биреү ҡәтғи тыйылған була, ләкин Йәмиләнең әсәһе әмәлен таба: үҙҙәренә туған тейешле ауыл советы секретары менән килешеп, ҡыҙының документтарын алып, икенсе көндә үк уны йыраҡ ҡалала йәшәгән бер туған һеңлеһенә илтеп урынлаштыра. Хушлашҡанда ҡырыҫ ҡына:
— Сабыйыңды бында табырһың, ҡара уны, төшөртәһе булма! Хоҙай ҡаршында яман гонаһ ҡылғанһың инде һин, шуныһы етер, башҡаса хаталана күрмә! — тип киҫәтә.
Әсәһе киткәндән һуң ҡыҙ ғәрлегенән көнө-төнө илай, ашау-эсеүҙән яҙа. Биса­раның күңел тетрәнеүҙәре эҙһеҙ уҙмай: ул йөрәк аҫтында йөрөткән балаһын юғалта.
...Тормош дауам итә, Йәмилә яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, үҙендә нисек тә булһа йәшәүгә көс таба. Эшкә урынлаша, дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә алыуға өлгәшә, ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Ғәзиз ата-әсәһен, тыуған ауылын өҙөлөп һағынған ваҡыттарҙа алһыу шәфәҡ нурына ҡойонған һауаға ҡарап тәрән уйға сума, күңеле тула, күҙҙәренә ҡайнар йәш эркелә. Тик һөйөклөһөнөң һуңғы тапҡыр күрешкәндәге мыҫҡыллы, асыулы йөҙөн күҙ алдына килтереү менән айнып киткәндәй була, ауылға башҡаса әйләнеп ҡайта алмаясағын аңлай...
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт вазифаһы баҫҡысынан үрләп, ҙур урында эшләй Йәмилә. Тик шәхси тормошо ғына килеп сыҡмай уның: ғаилә ҡормай, ғүмере буйы Хәлилен өҙөлөп яратып, һөйөклөһөн һис онота алмайынса, уға табынып йәшәй. Эшләү дәүерендә кешенән ҡалышмай байлыҡ туплау бар йыуанысына, тормош мәғәнәһенә әүерелә. Ҡасандыр сараһыҙ­лыҡ­тан йыраҡ ҡалаға бер нәмәһеҙ килеп эләккән ауыл ҡыҙының ғүмер уҙып, хаҡлы ялға сыҡҡанда яҡшы фатиры ла, дачаһы ла, затлы машинаһы ла, һаҡлыҡ банкында ҙур суммала аҡсаһы ла була. Үҙенең хеҙмәттәш дуҫтары менән ихлас аралашып, тыйнаҡ ҡына йәшәй ул.
...Ғүмеренең көҙөндә, көндәрҙән бер көндө, Йәмилә кинәт ауырып китә һәм үҙ янына яҡын әхирәте Әминәне саҡыра. Күп йылдар дауамында бер кемгә лә һөйләмәйенсә күңел түрендә һаҡлап йөрөткән серҙәре менән уртаҡлашырға теләй ул. Оҙаҡ көттөрмәйенсә килеп еткән әхирәтенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап һүҙ башлай:
— Әминә, мин һине һәр саҡ үҙемдең бер туған һеңлемдәй күреп йәшәнем, шуға күрә ҙур үтенесем бар һиңә. Күңелем һиҙә: миңә был донъяла йәшәргә күп ҡалманы инде. Вафат булғас, мине тыуған ауылыма ҡайтарып ерләүҙе ойошторорһоң әле, — ти. Бик оҙаҡ серләшкәндән һуң, ул үҙенең мөлкәтен төпсөк ҡустыһына яҙҙырыуы тураһында ла әйтә. Икенсе көндө иртән Йәмилә күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Әминә иһә әхирәтенең васыятын еренә еткереп үтәй.
...Алдан хәбәрләшеп, мәрхүмәнең табутҡа һалынған кәүҙәһен ауылдарына алып ҡайтҡас, уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатырға туған-тыумасаһы, ауыл халҡы йыйыла. Мәйетте ерләгәс, халыҡ араһы­нан таяҡҡа таянған бер ҡарт сыға ла, ҡәбер янына килеп, теҙләнеп, илай-илай ғәфү үтенә башлай. Әминә, әхирәте һөйләүе буйынса, был сал сәсле бабайҙың Хәлил икәнлеген аңлап ала һәм уны иғтибар менән тыңлап тора:
— Йәмиләкәйем, беләм, ғәйеплемен. Һинең генә күҙ йәштәрең, рәнйешең төштө бит миңә, шуға күрә был донъяла бер рәхәт тә күрә алманым. Ғәфү ит мине, зинһар! — тип ялбара ул бисара ҡарт.
...Төп нигеҙҙә йәшәгән төпсөк ҡусты­һының йортонда мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытҡандан һуң, Әминә яҡын әхирәтенең үлер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын тапшырыу өсөн һүҙ башлай. Оло апалары Йәмилә үҙенең мөлкәтен берҙән-бер ҡустыһына яҙҙырыуы тураһында хәбәр итеү менән туғандар араһында тауыш ҡуба. Әминә иһә уларҙың был ҡыланы­шына иҫе-аҡылы китеп, өнһөҙ ҡала һәм тейешле документтарҙы тиҙ генә тапшырып, ҡайтыр юлға ашыға.
...Ҡайтҡанда еңел машина тәҙрәһенән ҡарап, бер туҡтауһыҙ уйланып бара ул. Асыҡ, ихлас күңелле Йәмиләнең ауырып ятҡан сағындағы бойоҡ йөҙө, Хәлил ҡарттың ҡәбергә теҙләнеп, сараһыҙлыҡтан өҙгөләнеп илауы һәм туған-тыумасаның байлыҡ бүлешеп, аты-юлы менән йәмһеҙ итеп талашыуы күҙ алдынан бер-бер артлы йүгереп уҙа. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы тормош күренештәре, алданыу, хыянат, үкенес һәм ҡомағайлыҡ кеүек төшөнсәләр йөрәген тетрәндерә уның. Оҙаҡ, бик оҙаҡ уйланып барғандан һуң:
— Эх, ниңә шулай баш етмәҫлек ҡатмарлы икән был донъя? — тип ауыр һулап, көрһөнөп ҡуя Әминә...

Дүртөйлө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513