Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаман һабаҡ алмайҙар
Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сауҙа-күңел асыу комплекстарында янғын хәүефһеҙлеген тикшереү йомғаҡтарын хәбәр итте.

Әле контроль-күҙәтеү органдары 705 ҙур сауҙа үҙәгенең һәм халыҡ күпләп йыйылған башҡа объекттарҙың 355-ен тикшерҙе. Уларҙың 278-ендә автоматлаштырылған янғын сигнализация системаһы ҡуйылмаған йәки төҙөк түгел, 221-ендә халыҡҡа хәбәр итеү һәм эвакуациялау системаһы эшләмәй йәки бөтөнләй юҡ. 111 үҙәктә янғын һүндереү ҡулайламалары, 73-өндә төтөндән һаҡлау системаһы ғәмәлгә индерелмәгән. 285 объектта эвакуация юлдары талапҡа яуап бирмәй, 117-һендә персонал янғын хәүефһеҙлеге сараларын үҙләштермәгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов сауҙа үҙәктәре хужалары һәм идарасыларының ошо мәсьәләгә битараф мөнәсәбәтен билдәләне. Уның әйтеүенсә, учреждениелар хеҙмәткәр­ҙәре янғын һүндереү ҡулайламаларын файҙалана белмәй, эвакуация ҡағиҙә­ләрен, ҡотҡарыу юлдарын өйрәнмәгән. Ҡайһы бер сауҙа үҙәктәренең диуарҙары яныусан материалдарҙан эшләнгән, эвакуация юлдары сит-ят әйберҙәр менән тултырылған.
— Нимәгә иҫәп тотаһығыҙ? Яуап­лылыҡты аңлайһығыҙмы? Ут менән шаярмағыҙ! — тине республика Башлығы ултырышҡа килгән сауҙа-күңел асыу үҙәктәре идарасыларына һәм кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
“Росгвардия”ның республика идаралығы ла тикшереү үткәрҙе. Йыл башынан алып 71 сауҙа үҙәгендә асыҡланған 162 етешһеҙлектең ни бары дүртәүһе генә төҙәтелгән. Республика прокуроры Андрей Назаров әйтеүенсә, сауҙа үҙәктәренең милекселәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә ашыҡмай, ә контроль-күҙәтеү органдары һәм муниципаль власть ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән сара күрмәй. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса судҡа 18 ғариза яҙылған, 300-ҙән ашыу күрһәтмә сыға­рылған, админис­тратив хоҡуҡ боҙоу­ҙар тураһында 193 эш ҡуҙғатылған, һигеҙ объекттың эшмәкәрлеген туҡтатыу хаҡындағы мәсьәлә күтәрелгән.
— Лицензия, төҙөлөшкә, сауҙа үҙәктәрен сафҡа индереүгә рөхсәт биреү, күңел асыу комплекстары менән артабан эшләү мәсьәләләре муниципалитет башлыҡ­тарының бурыстары иҫәбенә инә, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡала һәм район етәкселәренә мөрәжәғәт итеп. — Үҙ биләмәгеҙҙә һеҙ — төп янғын һүндереүселәр, төп санитарҙар. Ихатала, подъезда таҙа, сауҙа үҙәгендә хәүефһеҙ булырға тейеш. Ошо эш менән шөғөлләнегеҙ. Һеҙҙең бурыс — кешеләрҙең именлеген һәм сәләмәтлеген тәьмин итеү.
Р. ХӘСӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840