Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәктәпкә... бысаҡ тотоп
Мәктәпкә... бысаҡ тотопЭлекке көн Интернет селтәрен Стәрлетамаҡтан килгән насар яңылыҡтар тултырҙы: ҡала мәктәптәренең береһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән, унан һуң кабинетҡа ут төрткән, бер нисә кеше яраланған. Тәүҙә күңелгә шик йүгерҙе: Пермь, Улан-Удэ, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙағы ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың шаңдауынан арынып та өлгөрмәнек – ысынмы-бушмы был? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәр дөрөҫ булып сыҡты.

Төрлө сығанаҡтар бәйән итеүенсә, тиҙ арала ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, янғын һүндереү­селәр, медицина хеҙмәткәрҙәре мәктәптәге балаларға ярҙамға килеп еткән, уҡытыусылар коллективы ла ғәҙәттән тыш хәлдә тыныслыҡ һаҡлап, уҡыусыларҙы тиҙ генә бинанан эвакуациялаған.
Ваҡиға урынына кисекмәҫтән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов барып етте. Ул 1-се мәктәптә оператив кәңәшмә үткәрҙе, унда хоҡуҡ һаҡлау, власть органдары, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты.
Төбәк Башлығы тиҙ арала республика мәктәптәрендә һаҡ системаһын тикшерергә, тәфтиш эштәре тамамланыу менән янғын сыҡҡан класта ремонт эшләргә, йыһаз алырға, мәктәптәге уҡыу процесын өҙлөкһөҙ дауам итергә бойорҙо.
– Үҫмер нисек мәктәпкә бысаҡ алып ингән? Һаҡсы бар, тикшереү ҡорол­маһы ҡуйылған. Был ваҡиға республика мәктәптәренең хәүефһеҙлеген тағы бер тапҡыр тикшереүҙе талап итә.
Мәктәп коллективының берҙәм һәм профессиональ эшләгәнен, балалар­ҙы грамоталы эвакуациялауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү зарур. Янғын һүнде­реүселәр ҙә дүрт-биш минут эсендә килеп еткән, тиҙ арала утты һүндергән. Юҡһа ваҡиғаның эҙемтәләре бө­төн­ләй башҡа булыуы ихтимал ине, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Ул балаларҙың Интернеттағы мауығыуҙарына айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейешлеген дә билдәләп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәтсел атрибутиканы, суицидаль кәйефте пропагандалаған сайттар виртуаль киңлектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ, психикаһы нығынмаған балалар ошо төркөмдәрҙә күпләп аралаша. Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡтағы үҫмер ҙә үлемде культ итеп күтәргән төркөмдәрҙә тор­ған, мәктәпкә һөжүмде алдан план­лаштырған, был хаҡта йәштәштәренә бәйән иткән. Тик... уның яҙмаларын берәү ҙә етди ҡабул итмәгән.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ дауаханала булып, зыян күреүселәр менән осрашты. Билдәле булыуынса, ике уҡыусы ҡыҙ, информатика уҡытыу­сыһы һәм үҙ-үҙенә ҡул һалырға ма­ташҡан үҫмер – әлеге ваҡытта дауаханала.
– Балаларҙың ғүмеренә хәүеф янамай, барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы йәрәхәт­ләнеүселәрҙең яҡындары менән осрашҡанда. – Ә енәйәт ҡылған үҫмер тейешле язаһын аласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504