Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөрйәндең ҡапҡаһы”
“Бөрйәндең ҡапҡаһы”Байназар – Бөрйән районында Иҫке Собханғолдан ҡала иң ҙур ауыл. Әйткәндәй, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улысының бөгөнгө район биләмәһендәге ултыраҡтарының иң олоһо ла ул. Тарихсылар иҫәпләүенсә, Байназар ауылына Асҡар түңгәүерҙәре нигеҙ һалған, һуңғараҡ Әбделмәмбәт, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар килеп төпләнгән. Ауыл старшина Байназар Ильясовтың исемен йөрөтә.
Райондың иң ҙур биләмәләренең береһенең йәшәйеше, проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре тураһында уның башлығы вазифаһын лайыҡлы тартҡан, талапсан, абруйлы етәксе Айрат САЛАУАТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


— Айрат Зиннур улы, үҙегеҙҙең эшмәкәрлек биләмәһе менән яҡын­даныраҡ таныштырып үтегеҙсе.
— Ауыл биләмәһенә Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. 970 хужалыҡта 3824 кеше йәшәй, шуларҙың 2292-һе — хеҙмәт йәшендәгеләр, 535-е – пенсионерҙар, меңгә яҡыны — мәктәпкәсә йәштәге һәм уҡыусы балалар.
Биләмәлә барлығы 1367 баш мал аҫрала. Халыҡтың байтаҡ өлөшө шәхси ихатала мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап килем ала. Ситтә вахта ысулы менән эшләп йөрөгәндәр ҙә бар. 19 фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар игенселек, малсылыҡ, ҡортсолоҡ буйынса эшмәкәрлек алып бара. Ауылдаштарын эш урындары менән дә тәьмин итәләр.
Биш ауылда ла мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты (Ҡурғашлынан тыш) кеүек кәрәкле социаль учреждениелар, магазиндар бар.

— Һеҙҙең биләмәне Бөрйәндең ҡапҡаһы тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ, төп трасса буйлап районға килгәндә иң тәүҙә һеҙҙең ауылдарҙы үтәһең. Шәхсән мин иң тәүҙә шыңғырлап торған, төҙ бүрәнәләрҙән төҙөлгән йорттарҙың йыл һайын күбәйеүенә иғтибар итәм.
— Эйе, беҙҙең яҡтарҙа бигерәк тә һуңғы йылдарҙа төҙөлөш бик йылдам бара. Йәштәр ауылда төпләнеп, күркәм йорттар һалып инергә тырыша. Уҙған йылда ғына ун бер ғаилә өй туйланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә районда көнүҙәк ер проблема­һы беҙҙе лә урап үтмәне. Район етәкселеге менән берлектә биләмә территорияһын урман фондына ингән һәм ауыл хужалығы ерҙәре иҫәбенә киңәйтеү мәсьәләләре ҡарала.
Урманға бай районда йәшәһәк тә, ағас мәсьәләһе лә киҫкен тора. Һуңғы йылдарҙа төҙөлөш өсөн бирелгәненең күләме байтаҡҡа кәметелде. Ошо сәбәпле тәбиғи материалдан йорт һалырға теләгәндәргә бер нисә йыл сиратта торорға тура килә.


— Халыҡтың башланғысына, ҡат­наш­лығына нигеҙләнгән һәм маҡсатлы программалар биләмәлә нисек тормошҡа ашырыла?
— Былтыр Мәһәҙей ауылы халҡы, әүҙемлек күрһәтеп, “Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау” программаһында еңеп сыҡты. Күпселек тауыш менән ауылда балалар майҙансығы төҙөргә ҡарар итте улар. Проекттың хаҡы 450 мең һум, шуның 20 процентын халыҡ үҙе күтәрҙе, 10 процентын урындағы шәхси эшҡыуарҙар йыйҙы. Бөгөн төҙөлөш эше әүҙем бара, шәхси эшҡыуар Артур Хәлитов үҙ бурысына етди ҡарай. Май-июнь айҙарына объект сафҡа инәсәк, тип күҙаллайбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса бүленгән 150 мең һум аҡсаға Яуымбай ауылының балалар баҡсаһында ремонт эштәре уҙғарыла. Берәй айҙан кескәйҙәр яңыртылған баҡсаға йөрөй башлаясаҡ.
Шул уҡ программа нигеҙендә Мораҙым ауылына 52 меңлек музыка аппаратураһы ҡайтарттыҡ.
Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты нигеҙендә Байназар мәҙәниәт йор­тоноң матди-техник базаһы нығытылды, йәғни музыка аппаратураһы яңыртылды, уйын ҡоралдары һатып алынды, ансамблдәр өсөн кейемдәр, ситектәр тектерелде. Беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Шулай уҡ “Балалар спорты” проекты буйынса бүленгән 474 мең һум аҡсаға Байназар мәктәбендә баскетбол майҙансығы ла сафҡа инде.

— Депутаттар, йәмәғәт ойошма­ларының эшен нисек баһаларһығыҙ?
— Ауыл Советында ун депутат иҫәпләнә. Һайлаусыларҙың ышанысын аҡлап, уларҙың барыһы ла бурыстарына бик етди ҡарай, ауылдаштарының йәшә­йешен яҡшыртыу маҡсатында төрлө инициативалар, тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтарының да эшмәкәрлеген тик яҡшы яҡтан ғына баһалар инем. Ауылдарҙа бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Бигерәк тә йәш быуынды патриотик, милли рухта тәрбиәләүҙә уларҙың өлөшө һанап бөткөһөҙ ҙур.

— Башлыҡ булараҡ һеҙҙе бигерәк тә ниндәй проблемалар борсой?
— Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа эске­лектең үҫеше күҙәтелә, енәйәт ҡылыуҙар­ҙың да төп сәбәбе – эскелек. Был афәткә ҡаршы полиция хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары менән бергә көрәшәбеҙ, имен булмаған ғаиләләргә, эскелек менән шөғөлләнгән кешеләрҙең йорттарына рейдтар ойошторабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “йәшел йылан” менән законһыҙ сауҙа итеүселәр ҙә бар. Былтыр шундай ун ике кешегә штраф һалынды, иҫерткес эсемлектәре тартып алынды.

— Бөгөн ниндәй пландар, уй-ниәттәр менән янаһығыҙ?
— Быйыл да “Урындағы башланғыс­тарҙы яҡлау” программаһында еңеп сығырға ниәт итәбеҙ. Маҡсатыбыҙ — биләмәгә янғын һүндереү автомобиле һатып алыу. Проект хаҡы – 1 миллион 500 мең һум, шуның 225 меңен халыҡ күтәрәсәк. Бөгөн документтар туплау эше бара. Маҡсатыбыҙ тормошҡа ашыр, тип уйлайым, сөнки халыҡ программаның асылына төшөнөп, уның кәрәклегенә инанды.
Башҡаһы — көн дә хәл итәһе мәсьәләләр: юлдар торошо, көтөүҙе ойоштороу, экологик өмәләр... Ауыл ерендә эш етерлек инде.

— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, эштәрегеҙҙең уң булыуын, ниәттәре­геҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506