Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ”
“Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ”Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе Рәшиҙә менән Низаметдин Сафиуллиндарҙың тормош юлы еңелдән булмай. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан улдарының һәм, яңы донъяға килеп, оҙаҡ та йәшәмәгән ҡыҙҙарының үлеменән һуң улар йәшәү мәғәнәһен юғалта. Һәр кемдең үҙ-ара күңелдәрен ҡыймаҫҡа тырышып, ҡайһы саҡта бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй артабан йәшәргә тырышыуы нисектер яһалма килеп сыға.

Көндәрҙең береһендә, оҙаҡ уйлағандан һуң, ныҡлы ҡарарға килеп, Сафиуллиндар балалар йортонан бер ҡыҙ алырға батырсылыҡ итә. Район үҙәгенә барып, кәрәкле инстанциялар аша үтеп, бар документтарын ҡалдырып, ҡасан да уйҙарының тормошҡа ашырын түҙемһеҙлек менән көтә улар. Ниһайәт, күптән көтөлгән шылтыратыу алына. Тиҙ генә йыйынып, ғаилә Сибай ҡалаһына юл тота.
— Бер ҡыҙ алабыҙ тип барғайныҡ, ике ҡыҙлы булып ҡайттыҡ, — тип йылмая Рәшиҙә Йыһаннур ҡыҙы. – Туғыҙ йәшлек Альбинаның кескәй Алина исемле һеңлеһе барлығын әйткәстәр, туғандарҙы нисек айыраһың, тип икеһен дә: “Бер ай ғаиләлә аралашығыҙ, өйрәнегеҙ, аҙаҡ ҡарарығыҙҙы әйтерһегеҙ. Ниндәй ҡарар ҡабул итһәгеҙ ҙә, һеҙҙе аңлаясаҡбыҙ”, — тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Ауырлыҡтар булманы түгел, булды. Шулай ҙа беҙ яһаған аҙымыбыҙға бер ҡасан да үкенгәнебеҙ юҡ.
Әлбиттә, сит баланы үҙеңдеке кеүек тәрбиәләү еңелдән түгел. Үкенгән саҡтары ла була уларҙың, әммә йөрәктәренең миһырбанлылығы, күңелдәренең сафлығы, ихлас булыуҙары һәм иң мөһиме — сит балаларҙы үҙҙәренекеләй күреп ярата алыуҙары бар ҡаршылыҡтарҙы еңергә көс бирә. Рәшиҙә Йыһаннур ҡыҙы әйтеүенсә, ауылдаштары ла уларҙың был ҡыйыу аҙымын хуплай, туғандары ла бар яҡлап ярҙам итә. Әммә һәр ерҙә яман уйлы кешеләр ҙә юҡ түгел бит. Бәләкәйерәк саҡта ҡыҙҙарға “улар һеҙҙең атай-әсәйегеҙ түгел” тип әйтеүселәр ҙә осрай, мәктәптә тәүҙәрәк өлкән ҡыҙҙарын ҡыйырһытҡан осраҡтар була. Әсә кешегә, өй һайын йөрөп, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән һөйләшергә лә тура килә.
Әле ҡыҙҙарҙың икеһе лә юғары белем ала, Альбина Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡый, Алина — Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курсында. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән, уҡыу йортонда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Алина аш-һыу бешерергә лә оҫта. Альбинаның иһә тәүге һөнәре ашнаҡсы, әле технология факультетында был һөнәрҙең нескәлектәренә өйрәнә.
— Ҡыҙҙарыбыҙға ҡатын-ҡыҙға хас булған шөғөлдәрҙе өйрәтергә тырыштым, сөнки улар буласаҡ әсә кеше, киләсәктә үҙҙәрен яратҡан һәм хөрмәт иткән аҡыллы кейәүҙәр осраһын, — тип теләй Рәшиҙә ханым. – Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ, улар беҙгә яҡын һәм ҡәҙерле.
Сафиуллиндар үҙҙәре тәрбиәләп үҫтергән балалар хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләүенән үк уларҙы яҡын итеүе, яратыуы күренеп тора. Ҡасандыр ата-әсә һөйөүенән мәхрүм булған сабыйҙарға ысын ата-әсә һөйөүенән дә ҡәҙерлерәк тағы нимә бар һуң?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519