Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һигеҙ һылыуҡай янына йәнә бер малай
Һигеҙ һылыуҡай янына йәнә бер малайЫшанаһығыҙмы-юҡмы, Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Фәйрүзә менән Ғәфүр Янғоловтар сәскәләй һигеҙ ҡыҙҙары янына Илфат исемле малайҙы тәрбиәгә алған.


Бөрйән районының Байғаҙы ауылында тыуып үҫкән Фәйрүзә Фәүәрис ҡыҙы үҙе лә ишле ғаиләнән. 1991 йылда өйләнешкән ғаилә күп бала тәрбиәләп үҫтерергә хыял­лана, һәм хыялдары тормошҡа аша. Ғаиләлә береһенән- береһе матур Нәркәс, Әлфинур, Гөлфинә, Аҡйондоҙ, Гөлфирә, Дилбәр, Илгизә, Илсиә исемле ҡыҙҙар донъяға килә. 2005 йылда бәхетле әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә, 2010 йылда ғаиләгә “ГАЗель” машинаһы тапшырыла.
— Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарымдың барыһын да яратам, уларҙың һәр береһен көтөп алдыҡ, — ти Ғәфүр Ғәлиулла улы. — Шулай ҙа кәләшемде бәпәй алырға оҙатҡанда, күңелемдән генә, был юлы малай менән ҡайтмаҫмы икән, тип уйлай торғайным. Ғаиләгә малайҙың булыуы мөһим, миңә ярҙамсы ла кәрәк бит.
Уның һүҙҙәренә йорт хужабикәһе лә ҡушыла:
— Илфатты тәүҙә ғаиләгә ун көнгә алып ҡайтҡас, ҡыҙҙар уны шунда уҡ йылы ҡаршыланы. Малай малай инде, күҙе ут кеүек янып тора, хәрәкәтсән, шытып сығып бара. Тәүге көндән үк атаһы янында уралды, уға мал ҡарарға ярҙам итте, апайҙары менән шаяра торғайны. Ун көн тулыуға, күрәһең, күңеленән һанап йөрөгәндер инде, шаян, тиктормаҫ малайыбыҙ шунда уҡ шымып ҡалды. “Мине балалар йортона кире алып бараһығыҙ инде, ҡалдырып китәһегеҙме?” тигән һорауы йөрәгемде телгеләне. Апайҙары ла: “Нисек кире алып бараһығыҙ? Ҡалһын, өйрәндек бит”, — тип Илфатты ебәргеләре килмәне. “Алып ҡайтырбыҙ, документтар тултырырға ғына кәрәк”, — тип улыбыҙҙы саҡ Сибайға яңынан алып барырға күндерҙек. Ул көндәргә хәҙер һигеҙ йыл үтеп тә киткән, — ти Фәйрүзә Фәүәрис ҡыҙы.
Янғоловтар — сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ ғаилә. Атай кеше оҫта итеп гармунда уйнай, матур йырлай. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе килештереп бейей, йыр-моңға ла маһир. Ғәфүр Ғәлиулла улынан башҡа ауылда бер мәҙәни сара ла үтмәй, йыл һайын ул балаларҙың ғына түгел, хатта ололарҙың да көтөп алынған Ҡыш бабайы. Шулай уҡ Янғоловтарҙы үҙенсәлекле ғаилә тиергә лә була. Йәй айҙарында хужалыҡ эштәренән арынып, хөкүмәтебеҙ бүләк иткән “ГАЗель” машинаһына “һә” тигәнсә тейәлешеп, тәбиғәт ҡосағына, йәмле Талҡаҫ күленә барып ял итеүҙе матур йолаға әйләндергәндәр. Йәй еләген дә, бәшмәген дә йыя улар, баҡсаһын да емертеп үҫтерәләр. Кәртә тултырып мал көтәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Йорт хужалығында һәр кемдең үҙенә тәғәйен эше бар, ә Илфат һәр саҡ атаһы янында. Атаһы ҡулына сүкеш тотһа, ул эргәһендә ҡаҙау алып биреп тора, бысҡы алһа, бер осон үҙе тарта. “Улымдың холҡо үҙемә оҡшаш, минең кеүек шаян, юморҙы үҙ итә”, — ти атаһы.
Ҡыҙҙар бер ваҡытта ла буш ултырмай, һәр ваҡыт файҙалы шөғөл менән булыша. Кемдер әсәһенә аш-һыу янында ярҙам итһә, икенселәре ҡулына бәйләм тота, бәғзеләре ҡул эштәре менән ҡыуандыра. Ишле ғаиләлә балалар бәләкәйҙән эш һөйөп үҫә, бер-береһенә ярҙамсыл була. Тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмай, илебеҙҙең демографияһын күтәреүгә тос өлөш индергән, һигеҙ ҡыҙҙары янына бер малайҙы һыйындырып, уға ата-әсә һөйөүен бүләк иткән, матур тәрбиәләгән был ғаиләгә киләсәктә балаларының һөйөүендә һәм рәхмәтендә йәшәргә насип булһын.
2009 йылда Янғоловтар, күп бала тәрбиәләгән ғаилә булараҡ, районда фатир алыуға сиратҡа баҫа. Әммә бөгөнгә тиклем улар үҙҙәренә тейешле фатирҙы һаман булһа сабыр көтөүҙәрен дауам итә. Ғаилә йылында уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840