Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандың эше лә уң
Уңғандың эше лә уңТөбәгебеҙ ауылдарында мәҙәниәт усаҡтары буш тормай. Унда әленән-әле матур байрамдар, тематик кисәләр, конкурстар үтә. Аҡназар ауыл клубы мөдире Наилә Күсәрбаева яҡташтарының күңелен моңло тауышы менән генә түгел, ихласлығы, ярҙамсыллығы, уңғанлығы менән дә арбай.


Лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана ул тыуған ауылында. Эшендә лә, ғаиләһендә лә һоҡланғыс ҡатын, тиҙәр уның хаҡында. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге лә үҙен тик яҡшы яҡтан билдәләй. Тырыш хеҙмәте тармаҡтың, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Наилә Үҫәрбай ҡыҙы — аяҡ кейеме тегеүсе. Әммә уға ошо һөнәре буйынса бер көн дә эшләргә тура килмәй. Ҡаланың 42-се һөнәрселек лицейын тамамлап, ҡулына диплом алғас та, тыуған ауылындағы ун бер балалы ғаиләгә килен булып төшә. Хеҙмәт биографияһын һауынсы булып башлай. Ваҡытлыса тип кенә урынлашһа ла, һөтсөлөк фермаһында ун биш йыл эшләргә насип була уға. Шул арала тормош иптәше Айҙар менән бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирәләр, әле биш ейән-ейәнсәрҙәре бар.
— Һауынсы эше миңә ят түгел ине, сөнки әсәйем 35 йыл һыйыр һауҙы. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп бергә эшләнек. Ә өйҙә ҡайным менән ҡәйнәм таяныс булды. Улар балаларҙы ла ҡарашты, йорт һалғанда ла булышты. Атай-әсәйле, балаларыбыҙҙың өләсәй-олатайлы булыуы менән бик бәхетле инек, — ти Наилә.
Булмышы менән иһә мәҡәләбеҙ геройы — йырсы. Сәнғәткә ғашиҡ ҙур ғаиләлә үҫкән ул. Үҙенсәлекле моңло тауышы менән тәүҙә мәктәп, һуңынан лицей һәм ҡала сәхнәһендә сығыш яһай, ҡумыҙҙа уйнай. 
2008 йылда уға ауыл клубын етәкләргә тәҡдим итәләр. Күңеленә яҡын эштән баш тартмай ҡатын һәм бына ун йыл үҙенең яратҡан эше менән мәшғүл. Клубта эшләү йырлап күңел асыу, байрам ойоштороу ғына түгел. Ул, иң беренсе, ижтимағи, мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барыу, халыҡты үҙ артыңдан эйәртеү, сәнғәткә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Шуға күрә хеҙмәткәргә бөтә яҡлап, әсәй, хужабикә, ир ҡатыны булараҡ, өлгө булырға тура килә.
Мәҙәниәт — кешенең, йәмғиәттең үҫеш кимәлен, рухи байлығын күрһәткән факторҙарҙың береһе. Киләһе быуынға уны нисек еткереү, һис шикһеҙ, ошо өлкәлә эшләгән һөнәрмәндәргә бәйле. Шуға ла халҡыбыҙ йолаларын, мәҙәниәтен нисек бар, шулай сағылдырырға тырыша Наилә Күсәрбаева. Байрамға әҙерләнгәндә кешенең донъяға ҡарашын, аң даирәһен киңәйткән, эстетик зауыҡ тәрбиәләгән күренештәргә иғтибар бирә. Район һәм ҡаланың мәҙәни-ижтимағи тормошонда, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Балалары, хәләл ефете ярҙамында йортон да сынъяһау итеп тоторға, өс һыйыр һауып, ағын эшкәртергә, ҡалаға ҡорот, ҡаймаҡ, һөт алып барып һатырға ла өлгөрә ул.
Уңғандың бөтә эше уң, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Наилә Үҫәрбай ҡыҙы нимәгә тотонһа ла, эше уңышлы килеп сыға, сөнки янында һәр ваҡыт дәртләндергән, илһамландырған яҡындары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ауылдаштары бар. Уй-ниәттәре тик ыңғай, шуға ла һәр эше ырай.

Л. ИСМӘҒИЛЕВА.
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840