Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Даими хәстәрлек солғанышында
Даими хәстәрлек солғанышындаДәүләтебеҙҙең граждандар алдындағы социаль гарантияларҙың үтәлеүен тормошҡа ашырған төп органы – Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы ЛАТИПОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Ул социаль пособиелар, эштә бәхетһеҙлек осраҡтары, инвалидлыҡ, бала табыу сертификаттары һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле яңылыҡтарға асыҡлыҡ индерҙе.

– Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, былтыр социаль гаран­тия­ларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 15 миллиард һум аҡса тото­нолған. Ошо хаҡта аныҡлабыраҡ һөйләгеҙ әле, зинһар.
– Нимә генә эшләһәк тә – барыһы ла, тәү­ге сиратта, кешеләр өсөн. Беҙ хеҙмәт­кәрҙәрҙең һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән һәм льготаға хоҡуҡлы граждан­дар­ҙың ихтыяждарын яҡлайбыҙ. Эше­беҙҙең йүнәлештәре төрлө, әммә һәр ҡайһыһы мөһим. Ошо исем­леккә ваҡыт­лыса эшкә яраҡ­һыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу, әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар, производствола зыян күргәндәргә түләүҙәр, уларҙың дауаланыу һәм реабилитация сығым­дарын ҡаплау, инвалидтарҙы реабилитациялау саралары һәм уларҙы протез-ортопедия әйберҙә­ре менән, ә льготалы категориялы граждандарҙы шифахана-курорт дауаланыуы менән тәьмин итеү инә.
– Эшләгән граждандар өсөн Социаль страховка фонды гарантияларына туҡталып үтәйек.
– Әлеге көндә беҙҙең төбәк бүлексәһендә 1 миллион 130 меңдән ашыу рәсми эшләгән кеше страховкаланған. Улар 97,5 мең предприятиела хеҙмәт итә.
Граждандарға беҙгә килеп страховкаланыу кәрәк түгел, агентта­рыбыҙ ҙа юҡ. Һүҙ – дәүләт стра­ховка­лауы тураһында, һәм рәсми эшкә урынлашҡан һәр кеше автоматик рәүештә беҙҙең клиентҡа әүерелә. Был – производстволағы бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм һөнәри сирҙәрҙән, ваҡытлыса, шул иҫәптән әсәлек буйынса ла, эшкә яраҡһыҙлыҡтан мотлаҡ социаль страховкалау хаҡында.
Һандарға килгәндә, былтыр Башҡорт­ос­танда сирләүгә һәм эшләгән граждан­дарҙың йәрәхәт­лә­неүенә бәйле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса 5,1 миллиард һумлыҡ пособиелар түләнгән. 2016 йыл менән сағыштырғанда, был һигеҙ процент­ҡа күберәк. Әйткән­дәй, Фондтың иң ҙур сығымдары тап ошо өлкәгә йүнәлтелә.
– Был кешеләр йышыраҡ сирләй башланы тигәнде аңлатамы?
– Юҡ, түләүҙәрҙең күбәйеүе сирләүсе­ләрҙең артыуына түгел, ә көндәлек уртаса эш хаҡының күтәрелеүенә бәйле. Былтыр, 2016 йыл менән сағыштырғанда, сирләү буйынса түләнгән көндәр һаны 134-кә кә­мерәк булған. Дөйөм алғанда, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса 7,6 миллион көн өсөн аҡса түләнгән.
– Ваҡытлыса эшкә яраҡ­һыҙлыҡ ҡағыҙының электрон вариантын халыҡ нисек ҡабул итте? Уның өҫтөнлөктәрен баһаланылармы?
– Һис шикһеҙ, кем был мөмкин­лектән файҙаланған, уның өҫтөн­лөктәрен тейешенсә баһалаған, тип уйлайым.
Дөйөм алғанда, проектты йәмәғәтселек яҡшы ҡабул итте, республика электрон ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын биреүгә уңышлы күсте. Барлыҡ ҙур медицина учреждениелары проектҡа ҡушылған, был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләйбеҙ.
Былтыр төбәктә дүрт меңгә яҡын электрон “больничный” бирелгән, ә быйыл бер нисә айҙа был һан 10 меңдән ашып китте.
Яңылыҡҡа бәйле пробле­маларҙы хәл итеү, системаны камиллаштырыу, әлбиттә, дауам итәсәк.
– Ғаилә тормошондағы иң бәхетле мәлдәрҙең береһе – сабыйҙың донъяға килеүе. Был юҫыҡта дәүләт үҙенең граж­дандарының шатлығын матди йәһәттән хәстәрләй – бала тыуыуға бәйле пособиелар хаҡында ла әйтеп үтәйек әле.
– Әсәлекте һәм балалыҡты хәстәрләү – эшебеҙҙең иң ыңғай йүнәлештәренең береһе.
Былтыр фонд ошо сәбәпле пособиелар түләү өсөн 6,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Бында йөклөлөк һәм бала тыуыу; иртә срокта ҡатын-ҡыҙҙар консуль­та­цияһына иҫәпкә тороу; бала тыуғас, бер тапҡыр бирелә торған; балаға 1,5 йәшкә тиклем түләнгән пособиелар инә.
Былтыр республикала 49 700 бәпес донъяға килгән. Рәсәйҙәге күрһәткестәр менән сағыштыр­ғанда, беҙҙең республика – етенсе урында, ә Волга буйы федераль округында – беренселә.
Пособиеларҙан тыш, “Тыуыу сер­тификаты” программаһын да уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. 12 йыл ғәмәлдә булыу осоронда был республикабыҙҙың медицина учреждениеларына 6,5 миллиард һумдан ашыу аҡса килтерҙе. Атап әйткәндә, был сумма ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, бала табыу йорттары, балалар поликлиникалары иҫәбенә күсте һәм халыҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуға, матди-техник базаны нығытыуға, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреүгә тотонолдо.
– Быйылдан башлап 1,5 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаилә­ләргә өҫтә­мә түләүҙәр билдә­ләнеүе хаҡында хәбәр­ҙәр күп. Ошо мәсьәләне аныҡлағыҙ әле.
– Ысынлап та, мәғлүмәт һорап граждандар фондҡа йыш мөрәжәғәт итә. Беҙ аңлатыу эше алып бара­быҙ, әммә түләүҙәрҙе тормошҡа ашырмайбыҙ.
Беренсе сабый тыуғас, граждан­дарға өҫтәмә түләүҙе юллап, халыҡты социаль яҡлау органдарына, ә икенсеһе тыуһа, Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү фарыз. Әгәр сабый быйыл донъяға килгән, ә ғаиләнең килеме түбән икән, улар өҫтәмә түләүҙәргә дәғүә итә ала.
– Бәхетһеҙ осраҡты берәү ҙә һорап алмай. Шулай ҙа тормошта шундай хәл була ҡалһа, граждандарға нимә эшләргә?
– Эшсәндәрҙең хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә йәрәхәтләнеүе, зыян күреүе тураһында йыш ишетәбеҙ. Йәш, көслө кешеләрҙең һаулығына ҙур зыян килеүе аяныслы булһа, ошо хәлдә уларҙың терәк-таяныс­һыҙ ҡалыуы – икеләтә ҡурҡыныс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр тыуып тора, бигерәк тә рәсми булмаған эшкә урынлашыусылар менән. Рәсми предприятиела тир түккәндәр яҡлаулы, улар хаҡында дәүләт хәстәрлек күрә. Беҙ, страховкалаусылар, әгәр ҙә бәхетһеҙ осраҡ билдәләнгән тәрт­ип­тә страховкалау хәле тип таныла икән, зыян күреүсене барлыҡ тейешле булған түләүҙәр менән тәьмин итәбеҙ, дауаланыу һәм реабилитация, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы өсөн дә сығымдарҙы ҡаплайбыҙ. Бөтә төр протез-ортопедия әйберҙәре һәм реабили­тациялауҙың техник саралары менән тәьмин итәбеҙ, махсус транспорт сараһы бирәбеҙ. Әйтергә кәрәк, хатта бик ауыр осраҡтарҙа ла кешеләр ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта, эшләй, тормош йәмен тойоп йәшәй.
Ауыр эҙемтәләргә килтергән производст­волағы һәр бәхетһеҙлек осрағы буйынса страховкалау менеджеры эшләй, ул иң һөҙөмтәле реабилитациялауҙы ойоштороу мәсьәләләрен көйләй. Былтыр ошо йүнәлешкә 1,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, 275 миллион һум – ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеүгә. Әлеге ваҡытта беҙҙең төбәк бүлексәһендә төрлө йылдарҙа производствола зыян күргән туғыҙ меңдән ашыу граждан иҫәптә тора. Улар бөтә страховкалау гарантияларынан файҙалана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта бындай бәхетһеҙлек осраҡтары үлем менән тамамлана. Был ваҡытта страховка түләүҙәре уның яҡындарына тәғәйенләнә.
– Ә һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошонда фонд нисек ҡатнаша? Ниндәй осраҡтарҙа уларға һеҙҙең учреждениеға мөрәжәғәт итергә кәрәк?
– Күп граждандарға һаулыҡ торошо буйынса көн һайын абсорбциялаусы саралар, коляска, ҡолаҡ аппараты, төрлө протез-ортопедия әйберҙәре һәм башҡалар талап ителә. Әгәр ҙә инвалидҡа ниндәй­ҙер реабилитация сараһы талап ителә икән, медицина-социаль экспертиза һөҙөмтәләренә таянып, уны тәьмин итәбеҙ, ғариза яҙырға ғына кәрәк. Аҡса федераль ҡаҙна­нан бүленә. Ошо маҡсатҡа финанс сараларының етмәүе, бының көнүҙәк социаль күренешкә әүере­леү проблемаһына бынан өс йыл самаһы элек республика етәкселеге ярҙамында иғтибарҙы йүнәл­теүгә өлгәшкәйнек. Ошонан һуң йыл һайын республикала йәшәгән инвалидтарҙың мәнфәғәттәрен 98 процентҡа тәьмин итеүгә өлгәшәбеҙ. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан йыл һайын бер миллиард һум самаһы аҡса бүленә.
Төбәк бүлексәһе льготалы граждандарҙы шифахана-курорт дауаланыуына юлламалар менән тәьмин итеүҙе үҙенең өҫтөнлөклө бурысы тип һанай.
Былтыр республикала йәшәгән ошо категориялағы граждандарға 4260 юллама бирелгән, улар Башҡортостандың, Краснодар, Ставрополь крайҙарының, Ҡырым­дың, Мәскәү, Һамар өлкәләренең шифахана-курорттарында дауаланыу үткән. Әммә финанс сараларының етмәүе ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү форсатын бирмәй: йыл һөҙөмтәләре буйынса тәьмин итеү – 25 процент. Был эш бик аныҡ ҡуйылыуға, электрон сират эшләүенә ҡарамаҫтан, әлегә проблема асыҡ булып ҡала.
Нисек кенә булмаһын, фонд һәр ваҡыт эшен камиллаштырыу юлында. Яңы проекттар тормошҡа ашырыла, электрон хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бара. Ғөмүмән, Рәсәй Социаль страховка фондының Баш­ҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙең именлеген, етеш тормошта йәшәүен тәьмин итеү бурысына оло яуаплылыҡ менән ҡарай.

Редакциянан.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе дәүләт учреждениеһы идарасыһы, милләтебеҙҙең арҙаҡлы улдарының береһе Марат Мөьмин улы Латипов 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Хеҙмәттәштәре уның тураһында “етәксебеҙҙән уңдыҡ” тип һис шикһеҙ ғорурланып әйтә: көслө рухлы, төплө белемле, уңған, кешелекле шәхестәрҙән ул.
Форсаттан файҙаланып, Марат Мөьмин улына ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, яңы еңеүҙәр, ғаилә ҡыуаныстары теләйбеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ һәм замандаштарығыҙ араһында абруйлы, ихтирамлы булып, артабан да матур, емешле ғүмер кисерергә яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513