Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Журналист чиновникмы?
Юҡ. Ул – ҙур хеҙмәткәр кеше. Ул чиновник була алмай, сөнки халыҡ менән ҡатнаша, халыҡ мәнфәғәтен өйрәнә һәм мәғлүмәт аша халыҡҡа еткерә.

Беҙҙең Башҡортостанда оҫта телле, үткер ҡәләмле, халыҡҡа оҡшаған, уның тормошон дөрөҫ аңлап яҙған журналистар бихисап. Шулар араһынан оҫта журналист исемен йөрөткән бер нисә шәхесте иҫкә алырға уйлайым. Бына улар. Ғилемдар ағай Рамазанов, Башҡортостандың күренекле шағиры, әҙәбиәтсеһе, филология фәндәре докторы, 1955 — 1958 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире. Ул үҙен тәжрибәле журналист итеп күрһәтте. Уның мәҡәләләре һәм башҡа әҙәби яҙмалары халыҡ күңеленә үтеп инә ине. Уның ижад өлгөләрен беҙ көтөп тора инек.
Үҙе бик ябай булды. Урамда осрашҡан ваҡытта ла йә иһә рәсми сараларҙа ла ул: “Йә, Роберт ҡусты, ни хәл бар? Уҡытыусылар әҙерләүҙә ниндәй ауырлыҡтар һәм ыңғай яҡтар осрай?” — тип йылмайып ҡына өндәшә ине. Уның менән кәңәшләшеү бик фәһемле була торғайны.
Башҡортостан әҙәбиәтенең күренекле шәхесе — данлыҡлы шағир, әҙәбиәтсе, оло яҙыусы Хәким ағай Ғиләжев менән дә бик яҡындан аралаштым. Ул “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәбиәт бүлеге мөдире, 1955 — 1968 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире булып эшләне. Журналдың дәрәжәһен күтәреүгә, тиражын арттырыуға күп көс һалды. Уның публицистик мәҡәләләре һәр ваҡытта ла үткер булды. Халыҡ Ғиләжев ағайҙың яҙмаларын яратып уҡый ине һәм мин дә, әлбиттә. Рәсми осрашыу ваҡытында йылмайып, йомшаҡ ҡына һөйләшә торғайны, әммә ҙур мәсьәләләрҙе күтәрҙе, мәктәп тормошон яҡын күрҙе.
Оҫта журналист Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев 20 йылдан ашыу “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире булып, республикала Журналистар союзын етәкләне. Бик күп әҙәбиәтселәрҙе журналистика оҫталығына өйрәтте. Үҙе, журналист булараҡ, һәр ваҡыт ҡатмарлы мәсьәләләрҙе күтәреп, бер ниндәй ҡытыршылыҡҡа ҡарамай, ҡыйыу сығыш яһар булды. Әммә үҙе бик ябай хеҙмәткәр, кешеләр менән яҡындан ҡатнашып, уларҙың кәйефен аңлап яҙған материалдары халыҡҡа бик оҡшай ине. Уның менән аралашыу һәр ваҡыт беҙгә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерҙе.
Хәҙерге көндә юғары кимәлдәге журналист, һәр материалы менән уҡыусыларҙы тәрән уйға һалып, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы шәхес Марсель Ҡотлоғәлләмовты бик оҫта һәм ҡәләме осло публицист тип һанайым. Үҙенең тырыш хеҙмәте өсөн ул “РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Ул беҙҙең республика һәм илебеҙҙең тормошо менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, халыҡ-ара мәсьәләләрҙе лә ҡыйыу күтәрә. Уның менән осрашып һөйләшеүҙә бик белемле тарихсы икәнен дә аңлайһың.
Ҡыйыу, арыу-талыуҙы белмәгән тәжрибәле журналист, шағирә Лариса Абдуллина яҙған материалдарҙы ла бик яратып уҡыйбыҙ. “Башҡортостан” гәзитендә йыш ҡына нәшер ителгән яҙмалары халҡыбыҙҙың үткәнен һәм бөгөнгө тормошон да бик тос сағылдыра. Уның ижады бер генә йүнәлештә түгел, ә төрлө тарихи мәсьәләләрҙе лә сағылдыра. Уның әңгәмәләрен һәм шиғырҙарын уҡығандан һуң “Була бит шундай талантлы шәхестәр” тигән һығымтаға киләһең. Күптән түгел Төркиәлә уҙғарылған ТӨРКСОЙ конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булып, оло бүләк тапшырылды уға. Шундай талантлы әҙәбиәтселәр, күренекле журналистар менән ғорурланабыҙ.
Әммә һәр етәксе, журналист йә иһә йәмәғәт эшмәкәре лә үҙен ябай тотоп, халыҡҡа яҡын булып эшләй алмай.
Берҙән-бер көн бер район гәзите мөхәрриренә йомош менән телефондан шылтыратырға тура килде. Ҡабул итеү бүлмәһендәге секретарь: “Етәксе янында кеше бар, һөйләшәләр, һуңыраҡ шылтыратығыҙ”, — тип яуап бирҙе. Мин: “Өфөнән шылтыратам, ҡабат-ҡабат шылтыратып булмай, телефон трубкаһын алһын әле”, — тип үтендем, ләкин хөрмәтле мөхәррир телефон трубкаһын алманы. Бына шулай, үҙен оло етәксе итеп тойоп, беҙгә, пенсионерҙарға, өҫтән генә ҡарап тороусы йәш мөхәррирҙәр ҙә бар. Был осраҡта гәзит мөхәррире, йәғни журналист, үҙен чиновник итеп күрһәтте. Тимәк, журналист та чиновник була ала икән...

Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504