Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман башҡортон үҫтерәйек
Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе ҙур эш алып бара. Йылына дүрт ултырыш ҡаралған, был йыйылыштарҙа һәр уҡытыусының ҡатнашыуы мөһим. Үткәреләсәк сараларға әүҙемлек, реаль төҫ бирер өсөн план ентекле уйланылып төҙөлә.


Былтырҙан 21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнөн киң билдәләйбеҙ. Үткән йыл “Эй, һөйөклө, алсаҡ, ипле туған телем!” тигән темаға асыҡ семинар-фестиваль ҡаланың 20-се мәктәбендә үтте, быйыл иһә 21-се, 17-се белем усаҡтары әүҙемлек күрһәтте.
Ҡаланың үҙәк мәктәптәре һәр яҡтан да алда бара, сөнки төрлө тикшереүҙәр ҙә, инновациялы алымдар ҙа улар аша үтә. Методик берекмәлә район мәктәптәренең эшен әүҙемләштереүҙе төп маҡсатыбыҙ итеп алдыҡ. Быйылғы уҡыу йылының көтөлмәгәнсә киҫкен башланыуы ла быға этәргес булды.
Күңелебеҙ тулы нур, моң булғас, уҡытыусыларыбыҙ ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Район-ҡала, республика йыл уҡытыусыһы конкурсына ла сығалар, төрлө кимәлдәге конференция, семинар­ҙарҙа ҡатнашып, курс, аттестация үтәләр, уҡыусыларҙың ижади ҡомарын үҫтереүгә көстәрен йәлләмәйҙәр, ғөмүмән, педагогик оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы тәүге баҫҡысҡа ҡуялар. Күрше район педагогтары менән дә хеҙмәттәшлек күпере нығытылған.
Учалыла Салауат Юлаевты һөргөнгә алып киткән урындарҙан йәйәүләп үтеү шул тиклем тетрәндерҙе, Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһенең өсөнсө ҡатын күреү һоҡландырҙы, районыбыҙҙың Ҡаһарман ауылында ятҡан бөйөк бейебеҙ Шәғәли Шаҡман рухына зыярат ҡылы­уыбыҙ тарихыбыҙҙың яҡынлығын той­ҙорҙо, Өфөләге Мәжит Ғафури исемен­дәге төп театрыбыҙға барып “Бәхет хаҡы” музыкаль драмаһын тамаша ҡылыуыбыҙ, “Йөрәк һүҙен” ҡарап, йөрәкһенеп ҡайты­уыбыҙ, үҙебеҙ һайлаған уҡытыу предметының абруйын, мөһимлеген иҫбатлап нығытты ғына.
Йөрөгән таш шымара, беҙ ҙә саҡма­таштай әүәләнәбеҙ. “Беҙ ҙә булмағас, кем һуң?” тигән девиз менән эшләйбеҙ. Ҡыуандырған эштәребеҙ күберәк. Март айында асыҡ сараларҙың береһе – “Халыҡ аҡылының уҡытыу-тәрбиә эшендә сағылышы” тип аталған семинар-практикум Сермән ауылы мәктәбендә үтте. Тема уңышлы һайланған, Башҡортос­тандың 100 йыллығына, Ғаилә йылына бағышланған булыуы ла отошло. Популяр “Алтын тирмә” уйыны (бик матур һорау­ҙарҙы уҡытыусылар үҙҙәре әҙерләгән) еренә еткерелеп уҙғарылды. Уҡыусы­ларҙың, уҡытыусыларҙың байрам бүләге – концерт номерҙары, күмәк бейеү, бүләкләүҙәр – барыһы ла ыңғай тәьҫорат­тар ҡалдырҙы.
Бындай ғәмәлдәр нимәһе менән отош­ло? Беренсенән, мәктәп коллективы берҙәм эшләһә, икенсенән, ата-әсәләр, уҡыусылар өсөн ул байрамға әйләнә, сөнки һәр береһе ҡатнаша. Етмәһә, өйҙә лә ошо турала ғына һүҙ бара, берәүҙең дә үҙ балаһының йөҙөн ҡыҙартҡыһы килмәй, бар мөмкинлектәрен һалалар. Балалары менән бер энергетик тулҡында булып, шатланалар (хәҙерге заманда был айырыуса мөһим). Өсөнсөнән, уҡытыусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, хаталы урындарға анализ яһала. Алға китеш баһалана, асылып бөтмәгән һәләттәр сағыу балҡыш ала.
Эйе, күпме ыңғай, файҙалы мәл-күренеш бирә бындай асыҡ саралар. Туған телебеҙҙең бөйөклөгө, милләттең йөҙө лә, мәҙәниәтебеҙ ҙә ошондай саҡта күренә, һынлана, мәртәбәләнә. Ҡунаҡтар менән аралашыу, һөйләшеү, таныштарың менән күрешеү минуттарын кисереү – үҙе бер тормош. Бөрйән уҡытыусы­ларының сарала ҡатнашыуы, фекерҙәрен еткереүе, һоҡланыуы – быға асыҡ миҫал.
Милләттәштәрем, күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, рухиәтте үҫтереүгә төплө аҡыл менән ҡарайыҡ. Ғаиләбеҙҙә генә түгел, ғөмүмән, үҙ-ара ла ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло милли мираҫ – башҡорт телендә һөйләшәйек, моңдарыбыҙҙы уртаҡлашайыҡ, бейеүҙә­ребеҙҙе тергеҙәйек, туған телдең бөйөклөгөн, мөғжизәһен хәлебеҙҙән килгәнсә балаларыбыҙға еткерәйек. Дәрестәрҙә генә телдең бар нескәлеген, аһәңлеген биреп бөтөп булмай.
Был юлдарҙы уҡытыусы булараҡ яҙҙым. Әммә мин – әсәй һәм өләсәй. Балаларыма телемде өйрәткәнемә ҡыуанып бөтә алмайым, күңелем дә, йәнем дә тыныс минең. Хәҙер инде ейәнем менән ейәнсәремде туған телһеҙ ҡалдырмауҙы мөҡәддәс бурысым итеп һанайым. Балаларыбыҙҙы милли мөхитле бала саҡ илендә сәйәхәт итеүҙән мәхрүм итмәйек. Үҙ телеңдә йор һүҙҙәр, кинәйә менән аралашыу ғүмерҙәрҙе тулыландыра. Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабы халыҡсан тәрбиә мәктәбенең асҡысына әйләнһен. Өйҙә күмәкләшеп уҡыуҙар, тәрбиә тураһында әңгәмәләр ойошторайыҡ. Һәр башҡорт ғаиләһендә бер генә дана булһа ла милли матбуғат алдырыу йолаға әйләнһен һәм модала булһын. Ата-әсәнең төп бурысы – уңышлы башҡорт вәкилен тәрбиәләүҙә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла юл ҡуймаҫҡа, мәкерле сәйәсәткә бирешмәҫкә.

Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА,
Белорет ҡала-район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509