Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ биксәндәр бит әле!
Башҡортостандан сығып, Себер тарафтарында эшләп йөрөгән, шунда төпләнеп, гөрләтеп йәшәгән яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Зөлфиә менән Алик Иҫәновтар районыбыҙҙың Биксән ауылынан. Күпләп ҡаҙ аҫрайҙар, ҡуяндары ла байтаҡ. Күркә, тауыҡ, хатта ҡыр өйрәктәре лә тоталар. Бынан тыш зааненка тоҡомло кәзәләре бар. Хас ауылдағыса инде!

Хужабикә Зөлфиә Әмир ҡыҙы һүҙен үҙенең ире, йорт хужаһы Алик Нурғәле улын маҡтауҙан башланы. Йәштән яратышып өйләнешкән улар.
– Иремдән уңдым, – тине ул. – Һис кенә лә эшһеҙ ултырмай, белмәгән һөнәре юҡ. Шулай булмаһа, сит яҡ тарафтарға күсеп килеп, буш ергә бер йыл эсендә ике ҡатлы йорт һалып инә алмаҫ инек. Иртүк сәғәт биштә тороп малдарҙы ҡарай. Әле яңыраҡ ветеринарҙың прививканы дөрөҫ яһамауы арҡаһында бер бәрәсебеҙ зыянланы. Ирем төндәрен йоҡламай, ҡарап, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы.
Ошо көндәрҙә Иҫәновтарҙың ҡыҙы Лиана ла ялға ҡайтҡан икән. Ул милләтебеҙ, телебеҙ өсөн яныуын йәшермәне. Архивтарҙа ҡаҙынып, үҙҙәренең нәҫеленә ҡағылышлы бик күп мәғлү­мәт йыйған, туғыҙ быуынына тиклем шәжәрәһен табып өйрәнгән. “Беҙҙең быуын Әхмәтзәки Вәлиди нәҫеленең тамырына барып тоташа”, – ти ул. Лианала Юрматы ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылыҡ, ғорурлыҡ сағыла. Әсәһенең ябайлығы, наҙлылығы, атаһынан килгән егәрлелек сифаттарын да күрергә була. Шулай булмаһа, “Мисс офис Башкортостана” конкурсында еңеү яуламаҫ ине. Беҙ мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарап йөрөгәндә йорт хужаһы Алик Нурғәле улы ла ҡайтып төштө. Машинаһынан төшөп, ихата ҡапҡаһын асып инеү менән, барлыҡ мал-кәзәһенән алып тауығына тиклем уның янына йүгерҙе, нисек, иҫән-һау ҡайттыңмы, йәнәһе! Мал йәнле булғас, малы ла, ҡош-ҡорто ла һағынып көткән, күрәһең.
Зөлфиә аш-һыуға оҫта, күрше-күлән менән дә йылы мөнәсәбәттә. Күрше тигәндән, мал-тыуар алдынан күршебеҙ Надежда менән кәңәшләштек, сөнки ул да мал тота. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ, ти Алик Нурғәле улы.
Быйыл яҙ, баҡсаларынан уңайлы ғына урынды һайлап, тупрағын ашлап, картуф ултыртып ҡарағандар. Матур итеп тәрбиәләп, ваҡытында утап, күмеп, һыуын да һипкәс, картуфтары хәтәр ныҡ уңған! “Киләһе йыл тағы ла ултыртасаҡбыҙ”, – ти Иҫәновтар.
Тағы шуныһы: Алыҫ Себерҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында кәрлә ҡайындар менән шыршы­ларҙан башҡа ағас юҡ. Аптырап тормай Алик, тыуған яҡтарынан бер нисә төп имән, балан үҫентеләрен килтерә лә үҙҙәренең йорто янына ултырта. Үҫеп китерме, йәнәһе! Үҫеп нығыныу ғына түгел, имәненән мунсаһына миндек әҙерләй, баланынан тәмле итеп бәлештәр бешерә Иҫәновтар.
Тәүҙәрәк ҡош-ҡортто, ваҡ малды үҙҙәре өсөн генә үрсетә башлаһалар ҙа, һуңғараҡ мул ғына табыш та ала башлайҙар. Шифалы кәзә һөтөн дә өйҙәренән үк килеп һатып алалар. Бынан тыш, Алик Нурғәле улы киләһе йыл башынан ике страус алып аҫрай башлаясағын әйтте. Дөйәғоштар өсөн хужа урынды ла алдан хәстәрләп ҡуйған. Тыуған яҡтарынан ситтә йәшәһәләр ҙә, ауылдағыса гөрләтеп донъя көтә Иҫәновтар. Хеҙмәтегеҙҙән йәм табып, башҡаларға өлгө булып йәшәгеҙ, тигән теләктә ҡалайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518