Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалдатҡа китер мәл етте
1 апрелдән Рәсәйҙә әрмегә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Был юлы хеҙмәткә алынғандар былтырғы яҙғы саҡырылыштан 10 про­центҡа аҙыраҡ буласаҡ. Бының сәбәбен хәрби белгестәр армияла бер үк ваҡытта контракт буйынса ил­де һаҡлаусыларҙың арта барыуы ме­нән аңлата. Рәсәй Ҡораллы Көс­тәре ойоштороу-мобилизация ида­ралығының Генераль шта­бы начальнигы урынбаҫары вази­фаһын башҡарған Евгений Бурдинский белдереүенсә, былтыр яҙ хәрби хеҙ­мәткә 142 мең егет алынһа, был миҙгелдә 128 мең кеше саҡырыла. Ә көҙ иһә 134 мең егет һалдат формаһы кейгән.
Был юлы шаҡтай үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, әлеге указ барлыҡ тө­бәк­тәргә лә ҡағылмай. Коми Рес­пуб­ли­каһында, Ненец һәм Ямал ав­то­номиялы округтарында, шулай уҡ Камчатка, Красноярск, Пермь кра­йы, Амур, Иркутск, Магадан һәм Сахалин өлкәләренең ҡайһы бер тө­бәктәрендә егеттәрҙе һалдатҡа йылына бер тапҡыр ғына саҡыралар. Унда йәштәр көҙөн генә ҡулына ҡо­рал аласаҡ. Әгәр улар ошо яҙҙа ар­мияға барырға теләһә, башҡа төбәктә хәрби иҫәпкә баҫырға тейеш.
Яҙғы саҡырылыштың йәнә бер үҙенсәлеге – бығаса һаулығы буйынса рәсми хеҙмәттән кисектереү алғандар ҙа ғәскәри бурысын үтәүгә алынасаҡ. Яҡынса өс мең самаһы егет хәрби-табип комиссияһы тарафынан ошоғаса һаулыҡ торошонда кәмсе­лектәр табылып, армияға алын­маһа, хәҙер сәләмәтлектәре һәй­бәт­ләнгән­лектән улар хеҙмәт итер­гә теләк белдергән. Мәғлүм бу­лы­уынса, әлегәсә 27 йәштән уҙғандар һалдатҡа алынмай ине. Рәсәй Президентының 2017 йыл­дың 29 декабрендәге указы менән хәҙер был сикте үткәндәр ҙә һалдат формаһын кейә ала.
Күптән түгел “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Законға йәштәрҙе һөнәри психологик йәһәт­тән һайлап алыу хаҡында үҙгәреш индерелде. Ул граждандарҙы хеҙ­мәт­кә әҙерләү буйынса мотлаҡ өлөш­кә әүерелде. Уның һөҙөм­тәләренә ҡарап хәрби комиссариаттарҙа йәш­тәрҙе ниндәй ғәскәрҙәргә тәғәйенләү сараһын күрәсәктәр. Бөгөн илдә хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ 78,6 процент тәшкил итә.
Саҡырыу комиссияһы составына быйыл яҙ һалдат әсәләре комитеттары, “Юнармия” хәрәкәте вәкил­дәре индереләсәк. Атай-әсәйҙәр улда­рының ҡайҙа хеҙмәт итеүен хәл иткән саҡырыу комиссияһы ултырыштарына килә ала. Ғәҙәттәгесә, армияға саҡырылған барлыҡ призывниктар ҙа хәрби кейем формаһы, кәрәк-яраҡ, ә хеҙмәт итә башлағас та банк картаһы менән тәьмин ителәсәк.
Республикабыҙҙан был яҙҙа биш мең самаһы егет хеҙмәткә оҙаты­ласаҡ.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498