Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ут менән һыу — телһеҙ яу
Ут менән һыу — телһеҙ яуҒәзиз еребеҙҙә йәшәүселәр, ғәжәпкә ҡалырлыҡ ныҡышмалылыҡ менән, бына нисәмә йылдар инде сит тарафтарға ынтылыуын дауам итә. Бүтән, әлегәсә күрмәгән-белмәгән донъяларға бер мәл, тәүбә-тәүбә, барып юлыҡһаҡ, күҙ алдыбыҙға ниндәй күренеш килеп баҫыр? Унда беҙ һыуһын ҡандырып, ҡолас ташлап йөҙөп, балыҡ ҡармаҡлап йөрөгән йылға-күлдәр бармы икән? Үҙебеҙҙә ҡороп, кейек-януарһыҙ ҡалып барған урмандар, бәлки, алыҫ яҡтарға күсеп киткәндер? Һандуғас, кәкүк кенә түгел, хатта әрһеҙ сәүкә, һайыҫҡан тауыштарын да шунда ишетергә яҙҙы, ахыры. Йәй көндәре, китеп барышлай, юрғалап юлды киҫкән йомран күҙгә салынһа ла, айыу күргәндәй ғәжәпкә ҡалабыҙ. Тере мөхитле тәбиғәт менән осрашыу, айырыуса ҡала кешеләре өсөн, ғәҙәттән тыш хәл булып бара.


Ҙур һәм кесе йән эйәләре, хатта бө­жәктәр ҙә бәндә менән осрашмаҫҡа тырыша, бының өсөн бар һәләтен, хәйләһен һалып ҡарай, әммә улар тәбиғәт биргән аңды йөрөткән, ҡулына ҡорал тотҡан кешене яңылыштыра алмай. Әҙәм балаһы теше, суҡышы, тырнағынан бүтән ҡора­малы булмаған йән эйәләренән һәр даим өҫтөн сыға. Шуға күрә циркта мороно ҡайыш менән ҡыҫып тарттырылған бахыр айыу­ҙарҙың, ҡасандыр ғорур, ирекле йөрөгән юлбарыҫтарҙың, сыбыртҡыға буйһоноп, утлы ҡулса үтә һикереүен күрәбеҙ ҙә, ысын януарҙар менән осраштыҡ, тип шатланған булабыҙ. Әллә үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдайбыҙ. Шул мәлдә ситлектәрҙә һағышҡа сумған хайуандарҙың зар тулы ҡараштарын күҙ алдына килтерһәксе.
Туҡта, бөгөн мин һыу тураһында бәғзе фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы инем бит, ә үҙем йәнә хайуандар донъяһына инеп барам.
Бер мәл миңә хәләлем, әллә ысынлап, әллә инде уйынсалап, “Һин, ҡарт, гел урман тиһең дә йөрөйһөң, шул ағастың ни ҡыҙығы барҙыр инде? Ни хәтле генә яҙһаң да, бүтәндәр урман тип һинең ише аһ итеп тормаҫ”, — тигәйне. Мәрхүмәм, бәлки, үҙенсә хаҡлы булғандыр. Ләкин, үҙемдең ышаныуымса, ниндәйҙер мөхит эсендә йәшәйһең икән, шул мөхитте тәшкил иткән һәр нәмәнең асылын аңларға тырышырға тейешһең. Бар тереклеккә йән биргән мөғжизәле тупраҡ, ҡайҙандыр хасил булып килеп сығышын ғалимдар ҙа йүнләп аңлата алмаған һыу... Әгәр йылғалар, шишмәләр, инештәргә һыуҙың ҡайҙан туҡтауһыҙ килеп тороуы тураһында фәнни ышанырлыҡ фекерҙәрҙе ишетһәк, ошо хәҡиҡәт күңелебеҙҙә доғаға тиң урын алһа, йылға-күлдәргә, диңгеҙҙәргә, хатта иге-сиге юҡ океандарға мөнәсәбәтебеҙ аңлыраҡ, кешелеклерәк, ихласыраҡ булыр ине.
Әлегә иһә “ине” тигән үкенеүле ҡылым формаһын ихтыярһыҙҙан йыш ҡулланырға тура килә, сөнки беҙ булғандың ҡәҙерен бе­лергә өйрәнмәгәнбеҙ, “атаһының аты бар, инәһенең туны бар — иҫәүәнгә ни ҡай­ғы” тигән фәлсәфә менән көнитме­шебеҙҙе дауам итәбеҙ. Фекерҙе тәрәнәй­теберәк, ҡарашты ҡоласлыраҡ итеп уйла­ғанда, һыуға ҡағылышлы мәсьәләләр ифрат етди тора, хатта саң ҡағыр дәрәжәгә еткән.
Башҡортостандағы һыуҙарға әйләнеп ҡайтмаҫ борон тотош донъя күләмендәге бер нисә миҫалға уҡыусының иғтибарын йәлеп итмәксемен. “Гринпис” халыҡ-ара ойошмаһы ғәмгә еткергән мәғлүмәттәргә ышанған хәлдә, Ер йөҙөндә ошо мәлдә 1,2 миллиард кеше эсәр һыуһыҙ моҡрай икән. Бына 1972 йылдан бирле, һыуын һуғарыу өсөн алыу арҡаһында, Ҡытайҙағы Хуанхэ йылғаһы ла гел генә ҡорой, һыуы диңгеҙгә барып етмәй. Әйтеүҙәренсә, Һиндостандағы Ганг, Африкалағы бөйөк Нил йылғаларына ла шул уҡ яҙмыш янай икән. Хәйер, ниңә алыҫ тарафтарҙа йөрөргә? Урта Азиялағы Амударъя, Һырдаръя йылғалары, төрлө каналдар аша ер һуғарыу, бүтән төрлө хужалыҡ ихтыяждары арҡаһында, күптән инде Арал диңгеҙенә етеп һыуын ҡоя алмай. Заманында ҙур, ҡеүәтле экосистеманы тәшкил иткән йылғаларҙың ҡеүәте мамыҡҡа, электр энергияһына, етештереү ҡеүәттәрен тәьмин итеүгә алмаштырылды. Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан менән уртаҡ булған тоҙло күл-диңгеҙҙе хәҙер ҡасандыр караптар йөҙгән оло һыу тип әйтеүе ситен. Ул уҙған быуаттың 60-сы йылдары башынан уҡ һайыға, ҡожорая бара, тамам кибеп, әсе батҡаҡтарға бүлгеләнгән, күптән инде экологик һәләкәт зонаһына әүерелгән. Кипкән диңгеҙ төбөнөң тоҙло саңы тирә-яҡтағы ҙур ерҙәрҙәге тереклекте лә, халыҡтың үҙен дә һәләк итә.
Хәтерегеҙҙә булһа, совет власы замандарында Көнбайыш Себер, ғөмүмән, Себер аша Төньяҡ Боҙло океанға табан аҡҡан иң ҡеүәтле, әле лә мул һыулы йылғаларҙы Урта Азияға, Амударъя менән Һырдаръяға, тимәк, Арал диңгеҙенә ярҙам­ға бороп, ундағы һыуға мәңге ҡытлыҡты бер һелтәүҙә бөтөрөү проекты ил етәкселеге фатихаһы менән эшләнгәйне. Ниәт матбуғатта бик зәһәр пропагандаланды, хатта ғәмәли эшкә тотонорға әҙер ойошмалар ҙа билдәләнгәйне. Әгәр торараҡ проектҡа йән әсеһенән ҡаршы сығыусыларҙың фекере аяҡ аҫтында ҡалһа, Себер йылғалары Урта Азияның һыуһынын да ҡандыра алмай, үҙҙәре лә ҡорой, Рәсәйҙең ифрат ҙур төбәгенең хужалығын, социаль-иҡтисади тормошон, шул йылғаларға кендектәре менән тоташҡан күп ҡәүемдәрҙең хан замандан килгән традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ғөмүмән, көнитмеш рәүешен ҡурҡыныс хәлгә ҡуйыр ине. Хәйер, беҙҙе сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күҙ йомоп аҡтарып ташлау “тәжрибәһе лә” һис нимәгә өйрәтмәне.
Әллә ҡайҙарҙағы йылға-диңгеҙҙәргә уй һонмай, Әбйәлил районының үҙем үҫкән Ҡаҙмаш ауылына әйләнеп ҡайтайым да шул атамалағы йылғаға, дөрөҫөрәге, уның яҙмышына күҙ һалайым. Мин бит уның яҙҙарын гөрһөлдәтеп ярҙай боҙҙарҙы аҡтарған саҡтарын хәтерләйем. Ауылдың ике урамын айырған йылға аша күпер булмағас, Ҡаҙмаш йылғаһы ҡотороп ташҡан көндәрҙә балалар өсөн каникул иғлан итәләр. Йәй ҙә йылғабыҙ бүтәндәрҙекенән һис кәм түгел: сабаҡ, борош ҡармаҡлайбыҙ, таш, кәҫ аҫтарын ҡайырып шамбы сәнсеп алабыҙ, сосораҡ, тәжрибәлерәк ағайҙар йылға үренә бағры, бәрҙе, сурағай мәскәүләргә йөрөй. Ике тиҫтә саҡрым самаһы юл үтеп, донъяла ошонан да ҙурыраҡ һыу юҡтыр тип йөрөгән йылғабыҙ Рысҡужа ауылына етәрәк Оло Ҡыҙыл йылғаһына ҡушыла. Дөрөҫөрәге, әүәлге Оло һәм Кесе Ҡаҙмаштарҙың аҡтыҡҡы һарҡындыһы әле лә Оло Ҡыҙылға килеп һыйына. Ҡушыла, һыйына, тигәс тә, Оло Ҡыҙыл йылғаһы бассейнына ҡараған йылғаларҙың бер-береһенә ҡойоуы кәрһеҙ менән мөсһөҙҙөң йәрәшеүе һымағыраҡ була инде, сөнки күп йылғаларҙың география картаһында атамаһы ғына ҡалды, уларҙа ғәмәлдә һыу тауыҡтарға суҡыш еүешләрлек кенә, ҡаҙ-өйрәк йөҙә алмай. Беҙҙең ауыл осонан ғына ағып үткән Оло Ҡыҙылда һәр яҙ һайын ҡыуғын ҡыуыуҙары тураһында һөйләһәң, бөгөн, мәҫәлән, кем ышаныр?
Улай тиер инең, нисәмә быуын яҡташ­тарым инеш, шишмә, йылға баштарын, ярҙарын малдан тапатыу, йылғаларҙы элегерәк кәртәләп үҫкән ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырыу менән үҙҙәре үк шөғөлләнде. Ғөмүмән, яланға тартым яҡтарҙа, һәр урында тиерлек, ерҙе йылға ярҙарына терәп үк һөрөү ғәҙәткә инде. Ә яр буйҙары шыр-яланғас ҡалған һыу, ул йылғамы, күл йә быуамы, мотлаҡ ҡороу, үлеүгә дусар ителә.
Хәҙерге заманда, күп кенә ауылдарҙа онотолоп, тонсоғоп ятҡан инеш, шишмә­ләрҙең башын табып, таҙартып, кәртәләп, халыҡ файҙаланырлыҡ хәлгә килтереү осраҡтары йышайҙы, терел­телгән шишмәләргә шул төбәктең берәй данлы кешенең исемен бирәләр. Хәйерле эш. Ләкин ошо изге ғәмәлде ҡоласландырырға кәрәк, сөнки урман төпкөлдәрендә, тау-таш араһында онотолған йөҙҙәрсә инештәр беҙҙең хәтерҙең яңырғанын һаман көтә. Тәмле, гәлсәрҙәй таҙа һыу ниңә көтөп зарығырға тейеш әле? Күп дәүләттәр бөгөн Рәсәй биләмәләренән эсәр һыуҙы һатып алыу мәсьәләһен етди күтәрә, ул стратегик тауар сифатын алмаҡсы, ә беҙ еребеҙ ҡуйынынан сығыр хазинаны күрмәмешкә һалышыу ғына түгел, уны кәмһетеү, юҡҡа сығарыу өсөн аҡыл да, йөрәк тә ҡабул итә алмаҫлыҡ ғәмәлдәр ҡылабыҙ.
Урал аръяғында Һаҡмар йылғаһының таҙалығын хәстәрләү йәһәтенән һәйбәт эштәр башланғанлығы тураһында хәбәр­ҙәр ишетелеп ҡала. Уны, чиновниктарҙың буш вәғәҙәләренән арындырып, эшлекле рәүештә дауам итергә ине. Унан һуң, Башҡортостанда 13 меңгә яҡын йылға иҫәптә тора. Был һүҙҙе тиктәҫкә генә ҡулланмайым, сөнки иҫәптә тороу менән булыу араһында айырма ҙур. Беҙҙең илдә — айырыуса. Нисек кенә булмаһын, һәр һыу сығанағы, ҙурмы, тәрәнме, оҙонмо, киңме ул, хәстәрлекле күҙҙән юғалырға тейеш түгел. Шуны ғына әйтәйек: минең Оло һәм Кесе Ҡаҙмаштарымдың һыуы Оло Ҡыҙыл, артабан Яйыҡ аша Каспий диңгеҙенә, тимәк, Рәсәйҙең көньяҡ ярҙарына, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Төркмәнстан, хатта Иран тарафтарына барып етә. Бына мәсьәлә нисек бит ул! Шуға күрә кескенә инеш башына ла баш кейемен һалып барайыҡ. Әсәләр донъяға йән бүләк иткән һымаҡ, инеш-шишмәләр ҙә тереклек бирә.
Һыуға ҡағылышлы булған бер нисә миҫал килтерәм дә бөгөнгә һүҙҙе ослап торайым. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙҙең ихтыяр­ҙа, әммә донъя океанының биштән бер өлө­шөнөң өҫтө нефть шекәрәһе менән көпләнгән икән. Тимәк, океандағы тере йәндәргә кислород юлы ябылған. Евро­палағы һыу ресурстары хәҙер талап ителгәндең яртыһын ғына ҡәнәғәтләндерә ала. Канадала дүрт мең күл кислоталы ямғырҙар һөҙөмтәһендә һәләк булған тип иғлан ителгән, йәнә 12 мең күлгә лә шул яҙмыш янай. Ошо ваҡытта Урал аръяғы күл­дәренең дә аяныслы хәле иҫкә төшә. Уларҙың яҙмышы нисек булыр? 2050 йылға донъяла өс миллиард кеше эсәр һыу етмәүҙән интегәсәк. Рәсәй Феде­ра­цияһы ҡалаларында эсәр һыуҙың 50 проценты ғына санитар нормаларға яуап бирә.
Әлегә етеп торормо? Ут менән һыу, кеше ҡулы аҫтынан ысҡынһа, ысындан да өнһөҙ-тынһыҙ, әммә ғәйәт хәтәр яуға әйләнә.
...“Һыу, һинең тәмең дә, төҫөң дә, еҫең дә юҡ, һине һүрәтләү ҙә мөмкин түгел. Ни икәнеңде белмәй, һинең менән ләззәтләнәләр генә. Һин йәшәү өсөн кәрәкһең, тип әйтеү етмәй, һин — тормоштоң үҙе”. Был — француз әҙибе һәм осҡоро Антуан Сент-Экзюпериның һүҙе. Хаҡ әйткән бит?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513