Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыҙ түгелбеҙ, ахыры
Яңғыҙ түгелбеҙ, ахырыЯнда ғына шыртлап ботаҡ һынып ҡуя. Өҫтәлдә ултырған сынаяҡ төшөп ватыла. Эргәлә кемдер йөрөгән һымаҡ... Таныш ваҡиғалармы? Эйе, иғтибар итһәк, ирекһеҙҙән был тормошта беҙ (тере йән эйәләре) яңғыҙ түгел икәнебеҙгә инанып ҡуябыҙ. Шайтандар, убырҙар, “параллель донъя”, аҙашҡан рухтар... Мөгөҙлөләр, ҡойроҡлолар, өс күҙлеләр. Кем нимәне осратҡан, ҡайҙа күргән. Шаштырыусыларҙы онотмай, кемдең нимәгә фантазияһы етә, тигәндәй.
Кемдер баҙҙа
ҡыл тарта

Ә шулай ҙа уйландыра, их, уйландыра аң етмәҫлек күренештәр. Осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел хатта. Хәйер, сығырға тейешбеҙме лә икән? Иң мөһиме — был ваҡиғаларҙан һабаҡ алып йәшәргә кәрәктер. Юҡҡа ғына киҫешмәй бит ике донъя. Күрәһең, иҫкәртәләр, аҙымыңды хуплайҙар, ҡайһы саҡ туҙынып та китәләр. Артабан үҙем менән булған һәм башҡаларҙың ауыҙынан ишеткән бер нисә ваҡиғаға туҡталмаҡсымын.
Яңғыҙ түгелбеҙ икәненә бала саҡта уҡ төшөнөргә мәжбүр булабыҙ. Эйе, хисле халыҡ беҙ — өләсәйҙәрҙең өс башлы аждаһалар, күл күтәрер батырҙар тураһында әкиәттәрен тыңлап үҫкән малай һәм ҡыҙҙар. Тик шул сабый саҡта әкиәт персонаждары ысын тормошта ла барлығына ышанырға тура килә. Мауыҡтырғыс сюжетты күҙ алдына баҫтырмай ҙа.
...Әле уҡырға бармаған саҡ. Көҙ. Ҡараңғы төшөп килә. Атай-әсәй, ағай-апайҙарым тышта эш менән мәшғүл, хатта өләсәй ҙә улар янында ни менәндер булышып йөрөй. Мин өйҙә яңғыҙым. Үкенескә ҡаршы, ауылда ут һүнгән. Тәҙрәнән тышты күҙәтәм. Бер саҡ баҙҙа тауыш сыҡты. “Сысҡандыр” тигән уй килде башҡа тәүҙә. Тик... сысҡан музыка ҡоралында уйнай беләме ни? Баҙҙа ҡыл тарталар ине. Әйтерһең дә, кемдер гитара сиртә. Юҡ, ниндәйҙер бер тәртиптәге көй түгел, айырым-айырым ҡыл сиртеү. Сиңерткәлер, бәлки, тик уның сырылдауын ғына ишеткән бар бит!
Баяғы әкиәттәрҙә әйтмешләй, ҡот ботҡа етте. Тән зымбырлай, тын алырға ла ҡурҡып ултырам. Хәтерләмәйем, яңғыҙ булғас, бәлки, йырлап та ултырғанмындыр. Шуға ҡыл тауышы шул көйгә эйәреп сыҡҡандыр тип тә уйлай торғайным элек.
...Инде тышҡа атылдым тигәндә генә, апай килеп инде. Эскә йылы йүгерҙе. Шарҙай булған күҙҙәремде күрептер инде, туғаным нимә булғанын һорап ҡуйҙы. Хәлде аңлатҡас, “моңдо” икәүләп тыңларға булып киттек. Ләкин күпме генә тын ултырырға тырыш­майыҡ, ҡыл тартыу ҡабатланманы. Апайыма, миңә “ҡолағыңа ишетел­гәндер” тип әйтеп, йәнә тышҡа сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ул сығып китте. Тик “музыка” тағы башланды бит. Эй ҡурҡыуым!
Күрәһең, апай ишеткәнемде башҡаларға ла һөйләгән, бала ҡурҡмаһын тиептер, иптәшкә өләсәй инде. “Ҡурҡма, улым, бәлки, өй эйәһе шулай шаяралыр”, — тип тынысландырҙы, ғәмәлдә йөрәккә ҡурҡыу ғына өҫтәп ҡуйҙы. Хәйер, яңғыҙым булмағас, бер нимә лә шөрләтмәй ине инде.
Был ваҡиғанан һуң да өйҙә яңғыҙ ҡалған саҡтар булды, сәйер тауыш йәнә ҡабатланды, йәнә ҡабатланды. Тик уны ишеткәндән һуң үҙемде насар йәки яҡшы тоя башланым тип әйтә алмайым. Бары ҡурҡыу ғына. Әйткәндәй, аҙаҡ өйрәнеп китеп, иғтибар ҙа итмәй инем. Ҡайһы берҙә “параллель донъя” тураһында һүҙ сыҡһа, ошо ҡыл тартыу иҫкә төшә. Нимә булды икән ул?

Ен-һыйыр

...Беҙ бала саҡта, яҙ етеп, ер өҫтө саҡ ҡына асыла башланымы, йылға аръяғындағы тауға йүнәлә торғайныҡ. Башта әрселгән тау битендә “тәкмәс” тигән уйын һуғабыҙ. Аҙаҡ, аҫтағы тигеҙ ялан асылғас, “маяҡ” уйнайбыҙ, волей­болға сират етә.
Шул уйнарға сыҡҡанда атай-әсәй эш тә ҡушып ебәрер ине – ауыл көтөүенә иртәрәк булғас, яланға һыйырҙарҙы ҡыуып барабыҙ ҙа ҡыуып алып ҡайтабыҙ. Уйын менән күҙ бәйләнә башлағансы, мәҡәлә шартына тура килтереп әйткәндә, ендәрҙең уяна башлаған сағына тиклем йөрөй торғайныҡ.
Бер көндә апайым әхирәте менән тау битләүенә һыйырҙы эҙләп менеп китте. Беҙ аҫта, тигеҙ яланда, уйынды тамамлайбыҙ. Тик ҡыҙҙар менеп тә бөтмәне тиерлек, кире сырылдап-ҡысҡырып йүгереп килеп төшмәһенме. Барыбыҙ ҙа уларға баҡҡанбыҙ: “Нимә булды? Бүреме әллә? Һыйыр ҡайҙа?” Саҡ-саҡ тынысланған ҡыҙҙар ен күреүҙәрен һөйләне.
Баҡтиһәң, тау башына менеп еткәс тә беҙҙең һыйырҙы күреп ҡалғандар, апай янына барып “һәш!” тип ҡул күтәреүе була, малҡайыбыҙ секунд эсендә тауҙы уртаға йырып үткән тәрән генә йырындың икенсе ярында тора, ти. Урындағы халыҡ ул йырынды “эт соҡоро” тип йөрөтә. Быға тиклем дә был урынға бәйле аптыратырлыҡ ваҡиғалар ишетелеп-ишетелеп ҡала торғайны, ен-һыйыр күренгәс, йырын тамам серле ергә әүерелде минең өсөн.
Һыйыр ҡайғыһы китте, әлбиттә. Өйгә һыпырттыҡ. Бәхетебеҙгә, ҡайтыуға, Зорька һарайҙа бесән көйшәй ине инде. Был ваҡиғаның шуныһы бигерәк тә ғәжәпләндерҙе: ен бер ниндәй тайпылышһыҙ нәҡ беҙҙең һыйырҙың күсермәһенә әүерелгән бит әле!

Миләшле буйында

Ен-пәрейҙәр техниканан ҡурҡа, тиҙәр, ә бына уларҙың йыш ҡына мал тирәһендә уралғанын ишеткән бар. Һыйыр ғына түгел, ат менән бәйле осраҡтар ҙа була.
Был хәл тураһында әсәйем һөйләгәйне. Олатай менән өләсәй Ташбүкән (Ғафури районы) ауылынан ҡайтып килгән. Эңер ваҡыты. Бер мәл өләсәй аттан төшөп ҡалып, әҙерәк йәйәүләп атларға булған – биш-алты метр самаһы сананан арттараҡ килгән. Тик ен йәйәүлегә түгел, ә санала ултырып килгән олатайға һөжүм иткән. Олатайҙың: “Елкәгә менде лә ултырҙы, ат та тарта алмай, тирләп сыҡты. Зәбиҙәгә сыбыртҡы менән миңә һуҡ тип әйтергә саҡ көс таптым”, — тигән хәтирәләрен әсәй беҙгә лә һөйләп ала. Өләсәй сыбыртҡы менән һуҡҡас, хәлдән тайған ат ҡапыл алға сығып саба, саналағылар саҡ йәбешеп ҡала. Олатай был хәлдән еңел ҡотолоуҙы сыбыртҡыға бәйләгән. Аттың тир еҫе һеңгән сыбыртҡыны ен, күрәһең, яратмаған.
Ошо уҡ яҡтарҙа ауылдың икенсе бер атлы кешеһенә лә ябырыла ҡара көс. Зәйнетдин исемле мал ҡараусы бабай (“Миләшле буйы” тиҙәр ул ерҙәрҙе беҙҙә) көҙ малды кәртәгә япҡас, һыбай көйө ауылға ҡайтып китә. Тик урман эсенә инеүе була, уның янында бер эт пәйҙә була. Өрмәй ҙә, ти, артта ла ҡалмай икән. Тик бына ат ҡына сәбәләнеп-сәбәләнә. Бер мәл эт күҙҙән юғала, ат алға юрта, тик... ен быларҙың янынан инде алама ғына бишмәт кейгән, билен ҡайыш менән быуып бәйләгән бәләкәй буйлы бер ҡарт булып эйәрә башлай. Һыбайлы уға: “Кем һин, ҡайһы ауылдан? Ҡайҙа бараһың?” — тип өндәшеп тә ҡарай, ләкин “алама бабай” шым ғына эйәреүен белә. Үҙе шәп барған аттың тиҙлегенән ҡалышмай икән. Шулай урманды сыҡҡансы оҙатып килә ул.
Үкенескә ҡаршы, малсы олатай һымаҡ ендән еңел генә ҡотола алмай. Аҙаҡ күҙенә күренеп, сирләп тә алған, тиҙәр. Башта осона сығырға тейеш­беҙме икән, тип ошоларҙы ла күҙ уңында тотҡайным инде. Борсо­ғандарын йыш ҡына яратмайҙар шул сит “күршеләр”.

Төн уртаһында
сабый тора


Ярай, әле һөйләгән ваҡиғалар элек булған. Тик әле борон-борондан инанылған шайтандар, убырҙар һәм башҡа көстәр, тормошҡа үҙе мөғжизә булған гаджеттар, роботтар килеп ингән замандарҙа ла сит-ят түгел шул.
Йәш саҡ. Һөйгән ҡыҙымды оҙатып, төн уртаһында өйгә велосипедта елдерәм. Ай күренмәй, тышта әсе ел ҡотора, педалдәрҙе аяҡтар саҡ-саҡ әйләндерә, тигәндәй. Ауылды уртаға айырып ятҡан Иләмән йылғаһы аға ине, хәҙер соҡоро ғына ҡалды инде. Был йылға янында йорттар юҡ, тик социаль объекттар ғына урынлашҡан. Шул тәңгәлгә еткәс, ҡапыл алда нимәлер пәйҙә булды. Ныҡлабыраҡ ҡараһам, өс-дүрт йәшлек кенә сабый баҫып тора. Төн уртаһы, өҫтәүенә, шундай ҡурҡыныс. Был сабый ҡайҙан килеп сыҡты икән, тип уйлап та өлгөрмәнем, күҙ асып йомған арала ул юҡ булды. Аптырарға ғына ҡалды. Ысынында берәйһенең балаһы булдымы, күҙгә генә күрендеме икән, хәҙер мәңгелек сер. Һәр хәлдә, ошо йылға буйында йәнә элегерәк ендәрҙең күмәкләп гармун тартып, аҡырып йырлап ҡайтып килгән туй мәжлесе булып та күренгәнен һөйләгәндәре бар...

Мине лә ҡалдырмағыҙ

Ауыл тирәһендә – тыныс тормош, ә ендәр тыныслыҡты ярата. Шуға шау-шыулы ҡала ерендә был күренеште инҡар итеп барабыҙ. Ен-пәрейҙәр генә түгел, өй эйәһе, рух-йәндәр ҙә унда юҡ һымаҡ, ләкин тормошта йыш ҡына киреһенсә килеп сыға. Бер танышым үҙенең фатир алыу мажараһын бәйән иткәйне.
— Күсенер алдынан әсәй өй эйәһен дә саҡырырға кәрәк, һеперткегәме шунда йәки кәстрүлгәме ултыртып алып барығыҙ тигәйне, көлөп кенә ҡараныҡ, — тип һөйләп китте ул. – Тик барыбер уныңса килеп сыҡты.
Шулай итеп, шатланышып-ҡыуа­нышып күсенә дуҫтарым яңы фа­тирҙарына. Бер аҙ йыйыштырып, йоҡларға яталар. Тик бер ҙә серем итә алмайҙар: йә тегендә тауыш, йә бында. Ә төнгө сәғәт 3-тә бөтөнләй тик торғанда крандан шажлап һыу аға башлай. Шунда ғына аңлап ҡала йәштәр хатаһын. Тик икенсе һәм өсөнсө көнөнә лә төп хужаны саҡырырға ашыҡмайҙар – төндә йәнә шул уҡ хәл ҡабатлана. Бер нисә көндән һуң китәләр былар иҫке фатирҙарына кәстрүл күтәреп...
Эйе, тәү ҡарашҡа өләсәй һөйләгән әкиәт тип ҡабул итәһең әлегеләй хәлдәрҙе, әммә күҙеңә тура ҡарап торғас, ҡулбашыңа килеп ҡағылғас, өҫтөңә менеп быуа башлағас йәки, киреһенсә, берәй бәләнән ҡотҡарып ҡалғас ҡына, уларҙың барлығына ышанаһың. Дөрөҫөрәге, тура килә. Иң мөһиме — кемдәр генә һәм ниндәй маҡсат менән үҙҙәрен белгертеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙы асыуландырмай, борсомай ғына йәшәргә тырышайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509