Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин – герой улы”
“Мин – герой улы”Редакцияла ғәҙәти эш көнө. Бер мәл һаҡ ҡына ишек шаҡынылар.
— Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, — тинек бер тауыштан.
Ишектән уртаса буйлы бабай күренде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул ни сәбәпле килеүен аңлатты.


— Улым, был донъяла нахаҡ ғәйеп йөрөтөүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр, — тип башланы ул һүҙен. — Мин — фронтовик улы. Атайым һуғыш башланған йылдың авгусында фронтҡа алына, батыр яугир була. Ҡаты яраланып, 1943 йылда дауаханала үлеп ҡала. Әммә ауылда күрә алмаған ҡайһы берәүҙәр уны һуғышта булмаған тип хәбәр тарата. Был һүҙ башҡаларға ла етә ҡала. Тирә-яҡта имеш-мимеш тарала. Тап шуға ла бәләкәй саҡта мине, һинең атайың һуғышмаған, тип күп рәнйеттеләр. Ә мин уларға, “Һеҙ дөрөҫ һөйләмәй­һегеҙ, минең атайым герой булған, мин – герой балаһы”, тип әйтә торғайным. — Зинфир ағай, күрәһең, ауыр, хәсрәтле бала саҡ йылдарын иҫләп, бинахаҡҡа рәнйетеүҙәренән хәтирәләре яңырып, күҙ йәштәрен һөртөп алды. Шунан ул беҙҙең алға бер папка ҡағыҙҙарын, документтарын һалды. — Һуғышта ҡатнашмаған кешегә ошондай документтар бирәләр, – тине.
Беҙ ҡағыҙҙарҙағы яҙыуҙарҙы һаҡ ҡына уҡый башланыҡ. Быныһы Сәйет Йәрмөхәмәтовтың “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына тәҡдим иткәндә яҙылған бүләкләү ҡағыҙы. Унда яугирҙең 1908 йылда Шишмә районында тыуыуы, 1941 йылдың 28 авгусынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүе, сержант званиеһында, башҡорт милләтенән булыуы күрһәтелгән.
Артабан Сәйет Шәймөхәмәт улының хәрби батырлығына ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирелгән. “Беҙҙең подразделениеның немец баҫҡынсыларына ҡаршы Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк сержант Йәрмөхәмәтовтың орудие расчеты батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. 1942 йылдың 6 июлендә тревога буйынса Йәрмөхәмәтов хәрби алышҡа сығып, дошманға ҡаршы һөжүм аса. Дошман уты яуып тороуға ҡарамаҫтан, улар тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ ут һиптерә. Һалдаттар команданы үҙ ваҡытында һәм аныҡ үтәй. Был көндә батарея дошмандың көсөн баҫтыра. Артабан да 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлы артиллерия дивизионының 101-се бүлексәһенең өсөнсө батарея орудие командиры Сәйет Йәрмөхәмәтов тыуған ил өсөн иң яуаплы һәм хәл иткес минутта тәүәккәллеге һүрәтләнә — дошмандың миномет батареяһы ҡыйратыла, хәрби йөк тейәлгән өс автомашинаның көлө күккә оса. “Немец баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышта ныҡышмалылыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө, расчет етеҙлегенә өлгәшкәне, минометты хеҙмәтләндерә белгәне өсөн Йәрмө­хәмәтов Хөкүмәт наградаһы — “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ”, — тип тамамлана бүләкләү хаты.
Йәнә бер ҡағыҙҙы ҡулға алам. “Секретно” тип билдәләнгән документҡа “Приказ войскам Брянского фронта” тип ҙур хәрефтәр менән яҙылған. Ваҡыты “1942 йыл, 31 июль” тип күрһәтелгән. “СССР Юғары Советы Президиумы исеменән немец баҫҡын­сыларына ҡаршы көрәштә хәрби мәсьәләләрҙе өлгөлө үтәгән һәм намыҫ, батырлыҡ өсөн фронттағы командованиены бүләкләйем” тигән исемлектә сержант Сәйет Шәймөхәмәт улы Йәрмөхәмәтовтың исем-шәрифе лә бар. Иң ахырҙа Брянск фронты ғәскәрҙәре командующийы генерал-лейтенант Рокоссовскийҙың, Брянск фронты хәрби советы ағзаһы, бригада комиссары Шабалиндың имзалары ҡуйылған.
Бына һиңә мә! Үлемесле яу ҡырында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, ҙур бүләккә лайыҡ булған яугир хаҡында ғәйбәт таралһын әле.
— Атайым Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында тыуған, — ти Зинфир ағай. – Колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған. Әсәйем һөйләүенсә, бик эшсән, тынғыһыҙ кеше булған. Һуғышҡа үҙенең аты менән киткән, тәүҙә Алкин ҡасабаһында хәрби әҙерлек үткәндәр. Бер мәл бушаған арала аты менән ауылға ҡайтып килгән. Шул мәлдә мин яралғанмын, ә инде 1942 йылдың 9 майында донъяға килгәнмен.
— Атайың һуғышта ҡатнашмаған, ирең фронтта булмаған!..
Уларҙың ғаиләһенә ошо ҡәһәрле һүҙҙе йыш ишетергә тура килә, әмәлгә ҡалғандай, район хәрби комиссариатында документтар ҙа булмай. Бөйөк Ватан һуғышындағы сетерекле ваҡиғалар, нахаҡҡа ғәйепләнеүҙәр, буталған яҙмыштар хаҡында күп тапҡыр ишеткәнем булһа ла, Зинфир ағайҙан:
— Нилектән былай килеп сыҡты икән? — тип һорамай булдыра алманым.
— Әйтеүемсә, атайым колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған. Ауыр аслыҡ йылдары, ашарға етешмәй. Ауылда эшләргә яратмаған бер нисә кеше лә булған. Атайым уларға он биреүҙән баш тарта, эшләп ашарға кәрәк, ти. Аңлауымса, был нахаҡ һүҙҙе улар тарата.
Халыҡ ауыҙын ҡаплау мөмкинме һуң! Яҡшы һүҙҙе халыҡ әллә ни ишетеп бармаһа ла, яманы етмеш аяҡлы була уның.
Йыл да үткән Еңеү байрамында хатта район етәкселәре лә Сәйет Ишмөхәмәтовтың исемен телгә алмай, ғаилә һуғыш ветерандарына тейешле льготаларҙан да файҙаланмай.
Һуғыш яланында ҡаты яраланған батыр 1943 йылдың 31 майында госпиталдә вафат була. Әлбиттә, ҡатыны Зәбирә апай ире янына өлкән ҡыҙы Зоя, олатаһы менән бара. Яугир үҙе лә күрмәгән сабыйының хәлен һорай. Хәленең мөшкөллөгөн аңлаған батыр яуҙаштарына:
— Үлә ҡалһам, миңә һәйкәл ҡуйығыҙ, балаларым ҡарар, — ти. Һалдаттар иптәшенең үтенесен үтәй — уның ҡәберенә обелиск ҡуйыла.
“Атайың һуғышта булмаған!” Ошо һүҙ кескәй малайҙың күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ яралар һала.
— Үҫәйем әле бына, барыбер атайымдың ҡаһарман булғанлығын иҫбат итәсәкмен. Мин — батыр балаһы! — тип үҙенә ант бирә малай.
Йылдар үтә, Зинфир Сәйет улы эҙләнеүҙән туҡтамай. Төрлө урындарға хаттар яҙа, дөрөҫлөктө табырға теләй һәм таба ла. Атаһы сержант Сәйет Йәрмөхәмәтовтың хәрби юлын өйрәнеп, уның тыуған ил азатлығы өсөн батырҙарса көрәшеүен һәм юғары наградаларға лайыҡ булыуын асыҡлай. Хәҙер атаһы вафат булған Ырымбур өлкәһенең Әсекәй станцияһындағы мәрмәр таҡтаташта Шишмә районынан фронтта һәләк булғандар исемлегендә уның атаһының исеме лә бар.
Атаһын иҫән килеш бер тапҡыр күрмәһә лә, уның менән ғорурланып йәшәй Зинфир ағай. Бала сағы ауыр йылдарға тура килһә лә, юғалып ҡалмай. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң токарь һөнәрен үҙләштереп, Өфө моторҙар берекмәһендә эшләй, һуңынан 30 йылдан ашыу “Синтезспирт” йәмғиәтендә өлкән машинист булып тир түгә. Әрмәнстанда ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, Спитакта, Ленинаканда ике тапҡыр командировкала була. Уңған егет Мәрзиә исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерә. Бөгөн улар олатай, өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерә.
— Хәҙер күңелем тыныс, — тине Зинфир ағай. — Атайым һуғышта батырҙарса алышҡан. Иң мөһиме — шуны асыҡланым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509