Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл йәмле улар менән
Ауыл йәмле улар менәнҺәр ауылдың үҙ биҙәге – өлгөлө ғаиләләре булғандай, Уҫман ауылында ла бар ундайҙар. Шуларҙың береһе – Роза менән Илһам Искәндәровтар. Бер-береһенә пар килгән был ғаилә менән танышҡанда, уларҙың ихласлығына, йорт хужаһының тырыш, хужабикәнең хәстәрлекле булыуына һоҡланаһың.


Илһам Усман улы тыумышы менән ошо ауылдан. Ҡатыны Роза Әнүәр ҡыҙы күрше Йөҙимәндән. Тиҫтерҙәре бәхет эҙләп ситкә һибелгәндә, Искәндәровтар, киреһенсә, тыуған тупраҡҡа, йәнтөйәккә береккән. Һәр эште бергәләп кәңәшләшеп, донъя йөгөн тигеҙ тартырға тырышып ғүмер итәләр. Үҙ көстәре менән йорт һалып ингәндәр, төкәтмә төҙөп, өйгә газ, һыу индергәндәр, канализацияһы ла бар, ҡыҫҡаһы, бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Йорттары ауылға ҡот, йәм биреп ултыра. Күңел йылылығы бөркөлөп торған өйҙәрендә ырыҫ, ҡот, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тамыр йәйгән.
Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Уҫман башланғыс мәктәбендә балалар уҡытҡан Роза Әнүәр ҡыҙы мәктәп ябылғас, әлеге мәлдә күрше Йөҙимән мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә, директор урынбаҫары ла үҙе. Ошо дәүер эсендә хәреф танымаған күпме кескәй балаға ғилем тауына үрләгәндә тәүге аҙым яһарға ярҙам иткән, оло тормош һуҡмағына баҫтырған мөғәллимә ул. Балаларға ҡарата һөйөү, күңел йылыһы уҡытыусының мөләйем йөҙөндә сағыла.
Туған Салауат исемендәге колхозда төрлө эште башҡарған Илһам Усман улы иһә Наумовкалағы ауыл хужалығы техникумында уҡып, агроном һөнәренә эйә булғас, тап ошо вазифала эшләй. Артабан Өфөләге аграр университетта тиҙләтелгән курста уҡып, юғары белемле белгес булып хеҙмәт юлын дауам итә. Әммә хужалыҡ тарҡалғас, ауыл клубы мөдире, һуңынан мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. Уныһы ла ябылғас, эшһеҙ ҡалған ғаилә башлығы мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫа.
Ауыл ерендә йәшәгән кеше эшһеҙ тора буламы ни инде! Шәхси хужалыҡтарындағы ишле мал-тыуарҙы ҡарап-тәрбиәләү, өҫтәүенә, һимертергә ҡуйылған бер нисә баш йәш малды тейешенсә туҡландырырға кәрәклеген иҫәпкә алғанда, Илһамдың бер минут буш ваҡыты юҡ. Көр малдарының тәмле итен һатып алыусы үҙ клиенттары ла бар. Өҫтәүенә, йәйгеһен ауыл халҡынан һөт йыйып, Бурлылағы “Ғафури һөтө”нә тапшырғандар һәм үҙ ваҡытында иҫәпләшеп барғандар. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Бал ҡорттары күстәрен ишәйтергә иҫәптәре. Шулай уҡ һауын һыйырҙарын да арттырырға уйлайҙар. Уларҙы яңыртыу уйы менән Үзбәк ауылы фермаһынан таналар һатып алғандар. Һауын аппараттары ла бар. Мал аҙығын да күпләп әҙер­ләйҙәр, былтыр ете эҫкерт ултырт­ҡандар. Бының өсөн бар техника ла үҙҙәренеке. Хатта бесән ваҡытында ауылдаштарына ярҙамлашырға ла өлгөрә бөтмөр хужа, бынан да ғаилә бюджетына әҙме-күпме аҡса килә.
Йәшәүгә көс биргән дә, донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәткән дә, барлыҡ мәшәҡәттәрҙе, ҡайғы-хәсрәттәрҙе оноторға мәжбүр иткән дә – ул бала. Йәшәүҙең бар мәғәнәһе лә, асылы ла – һинең дауамың булған сабыйҙарҙа. Был күркәм, татыу, тырыш ғаиләлә Искәндәровтар быуынын дауам иткән биш бала үҫеп буй еткерә. Ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 26 йыл ваҡыт үткән. Ошо арауыҡта олатай-өләсәй булырға ла өлгөргәндәр. Иң өлкәндәре – Красноусолда төпләнеп, Балалар шифаханаһында эшләп, әле декрет ялындағы ҡыҙы Гөлназ – хәҙер үҙе күмәк балалы әсә. Ситтән тороп аграр университетта инженер-технолог һөнәрен дә үҙләштерә. Ғаиләләге икенсе ҡыҙҙары Илнара БДПУ-ны тамамлап, магистратурала уҡыуын дауам итә, автосалонда эшләй. Улдары Илнар Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрле­тамаҡ филиалында III курста уҡый. Илсаф I класта белем ала, ә иң бәләкәстәре Ильясҡа тиҙҙән биш йәш тула. 2016 йылда Роза Искәндәрова “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
Розаның уңыштарында Илһамдың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – хәстәр­лекле ғаилә башлығы, ярҙамсыл тормош иптәше, яратҡан атай. Кесе сабыйын өс айлыҡ ҡына сағынан ҡал­дырып эшкә сығыуында иренең ныҡлы таяныс, ғаилә терәге булыуына ина­наһың. Шулай икең дә бер төптән булғанда, донъяң да алға бара, йәшәүе лә күңелле. Ирле-ҡатынлы Искәндәров­тарҙы ғаилә усағын дөрләтеү­селәр генә түгел, ә ауыл тормошон йәнләндереү­селәр йәки сараларҙы башлап йөрөүселәр, тип әйтергә мөмкин. Ғаилә башлығының маһир йырсы булыуы, хужабикәнең яҙыу-һыҙыуға оҫталығы ла ярҙам итә. Былтыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыуға ла дәртле ауылдаштары менән берлектә Искәндәровтар күп көс һалған. Сарала “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында билдәләүҙәре лә юҡҡа түгел, улар быға лайыҡ. Роза Искәндәрова иһә 2016 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, “Уҡытыусы-ижадсы” номинацияһына лайыҡ булды.
Ауыл Искәндәровтар кеүек уңған ғаиләләр менән матур.

Индира ИШКИНА.

Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840