Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман ҡарауылсыһы
Урман ҡарауылсыһы– Айыу! Айыу ҡарарға килегеҙ!..
Урамдан шундай тауыштар ишетеп беҙ, бер төркөм балалар, тышҡа йүгереп сыҡтыҡ. Арба егелгән аттың артынан бер өйөр бала-саға эйәргәйне. Беҙ ҙә уларға ҡушылдыҡ, беҙҙең дә тере айыу күргебеҙ килә. Рамаҙан олатайым Маликовтарҙың (хәҙер гүр эйәһе инде) ишек алдына килеп туҡтағас, улар башына биҙрә кейҙерелгән ҡарасҡының муйынынан арҡан менән бағанаға бәйләне. Рамаҙан олатайым, шулай уҡ урмансы булып эшләгән Ҡыямитдин олатай Моталов биҙрәне тартып алды. Вәт, исмаһам, айыу (дөрөҫөрәге, айыу балаһы – беҙ бәләкәй булғанға ул бик ҙур булып күренгәндер инде)!



Беҙ ҡурҡыуҙан артҡа сигенеп ҡуйҙыҡ. Ҡыйыуыраҡтар алға уҡ сығып баҫты. Күҙәтә башланыҡ. Айыуға Асия инәйемдең түп-түңәрәк өй икмәген ырғыттылар. Йәнлек уны ике ҡулына тотоп ашай башланы. Тасҡа ҡойолған һыуҙы түңкәреп ебәреп, ерҙән эсергә маташты. Ә һыу ағып бөттө лә ҡуйҙы. Тәбиғәт балаһы ҡайҙан ғына һыуҙы һауыттан эсә белһен инде.
Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, ике трактор килеп туҡтаны. Өлкәндәр саҡыртҡан икән, айыуҙы кире урманға оҙатырға. Уны алдағы тракторға бәйләп ҡуйҙылар, арттан икенсеһе төштө. Ә уның артынан бала-саға, ололар теҙелде. Шулай итеп, беҙ айыуҙы Йылайыр йылғаһына тиклем оҙатып барҙыҡ.
Артабан өлкәндәр рөхсәт итмәне. Аҙаҡ һөйләүҙәренсә, айыуҙы ысҡын­дырып ебәргәс, уның бер ҙә генә кешеләрҙән айырылғыһы килмәгән. Урманға ҡыуып индереп ебәрһәләр, кире боролоп, халыҡты баҫтыра икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Был беҙҙең урман хужаһы менән тәүге танышыуыбыҙ булды. Унан һуң тағы ла айыу менән осрашҡан саҡтар булды, ләкин тәүгеһе бигерәк тә хәтерҙә уйылып ҡалған.
Форсаттан файҙаланып, Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында йәшә­гән, бар ғүмерен урман хужалығына бағышлаған Ҡыямитдин олатай Моталов менән осрашып, уның менән әңгәмә ҡорҙом. Урмансы булып эшләгән йылдарын ул һағынып иҫкә ала:
– Зариф олатайым, беҙҙең тоҡом­доң урман һаҡсыһы, ситкә китеп йө­рөмә, тип эшкә алып ҡалды. Беҙ бай­лыҡ туплар өсөн түгел, ә күңелебеҙ ҡушҡанды эшләнек. Урмансыға уҡы­маһам да, өлкәнең бар нескәлек­тә­рен, серҙәрен беләм. Тәү ҡара­маҡҡа, урмансыға нимәгә уҡып торорға, ағасты ни кем дә йыға, тигәндәй. Ә баҡһаң, һәр эштең үҙ нескәлектәре бар икән. Һәр ағастың холҡон, үҙенсәлеген, ниндәй ауырыуға тиҙ бирешеүен, нисек дауаларға, тәрбиәләргә кәрәклеген, үҫемлектәр, хайуандар донъяһын, ҡоротҡос бөжәктәрҙең төрҙәрен, уларға ҡаршы көрәш ысулдарын, утынлыҡ ағасты ҡасан киҫергә, ағас ҡасан өлгөрә һәм башҡа ошондай мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнәһең, йыл әйләнәһенә урман тормошо менән йәшәйһең. Ауыр ҙа, күңелле лә. Урманда тыныслығы ла, хәүефе лә, мажараһы ла етерлек. Һаҡ йөрөмәһәң, эт-ҡошҡа юлығыуыңды көт тә тор. Йәнлек­тәрҙең холҡон, үҙ иткән төбәген, өҫтөнлөк биргән ризығын белеү ҙә күп осраҡта ярҙам итә. Яҙғыһын йоҡонан уянған айыуҙарҙан, ҡышҡыһын бүре-һеләүһендән һаҡ булырға кәрәк. Инә айыуҙар айырыу­са хәүефле. Бер шулай алыҫ участкала Дәүләтҡәле Тулыбаев, Йәғәфәр Иҙелбаев, Дәминдәр Моратовтар менән ятып эшләй инек. Иртә менән Дәүләтҡәле беҙҙе уятты. “Өс яҡтан өс айыу килә”, – тине ул. Төрлөсә тауыштар сығарып, ҡысҡыра башланыҡ. Кем кәстрүлгә, кем утынға һуға, тигәндәй. Бер аҙҙан айыуҙар китте, ләкин беребеҙ юҡ булды. Ағас төбөндә һыңар итеге генә ятып ҡалған. Беҙ һөрәнләп уны эҙләй башланыҡ. Баҡтиһәң, дуҫыбыҙ ағас башына менеп ултырған икән...
Эйе, урман — үҙе бер серле донъя инде ул. Һәр ағастың, һәр ҡыуаҡтың, үлән-сәскәнең үҙ холҡо. Йәнлектәр донъяһының ни тиклем бай һәм яҡлауға, һаҡлауға мохтаж икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Ә бәләкәс кенә орлоҡтан шул хәтлем дә мөһабәт ағастар үҫеп сығыуы – үҙе бер мөғжизә! Беҙҙең яҡтарҙа ла хәҙер элек булмаған шыршылар үҫә. Шәһит диләнкәһендә ҡара ҡайындар бар.
Олоғайған көндә үкенесем бар, ни өсөн тәбиғәтте күҙәтеүҙәрем тураһында бер дәфтәр алып бармағанмын икән? Мин бит — шәхси тәжрибәм, күҙәтеүҙәрем аша урмансы булған кешемен. Ҡайһылай бай мәғлүмәт тупланған булыр ине...
Урманда йөрөгән кеше яҡшы белә: һайланып тормайһың, ниндәй аҙыҡ табаһың – шуны ашайһың. Урман еҫе һеңгән икмәк менән ҡара сәй ҙә тәмле. Аҙыҡ та боҙола һалып бармай. Һөт, май, ҡаймаҡ кеүек нәмәләрҙе йылға буйына төшөрөргә була, ташлы урындарҙа ла һәйбәт һаҡлана. Урмансыға иң кәрәкле нәмә – тоҙ һәм шырпы. Ҡырҙа кеше ас ҡалмай ул. Йылғанан балыҡ тотоп, ҡурып ашарға була. Шулай уҡ төрлө емеш-еләк тә бар. Бәшмәктәрҙең ниндәйе генә юҡ.
Ерҙә үҫкән һәр нәмә тәсбих әйтеп ултыра, тиҙәр. Урманды ҡарау – ул фатиха алыу. Элек урман янғындары бик һирәк булһа, хәҙер иһә йышайҙы. Тәмәке төпсөгөн ташлау, быяла ярсыҡтары ла янғын сығыуға булышлыҡ итә.
Һәр кем үҙ ғүмерендә бер генә булһа ла ағас ултыртырға тейеш. Шулай уҡ берәүҙе ҡырҡһаң, урынына унды ултырт, тигән тәрбиәүи һүҙҙәр ҙә бар. Ағас ултыртыу эшенә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итә торғайнылар. Был мәлдәрҙе күптәр яҡшы хәтерләйҙер әле. Яҙ көндәре бөтә мәктәп урманға сыға ине. Ә саф һауала йырлап барыу, йырлап ҡайтыу! Бер ниндәй экскурсияң да кәрәкмәй. Ә беҙ ултыртҡан ағастар һуң? Улар күптән буй етмәҫлек, ғорур булып үҫеп еткән. Уларға ҡарап күңел ҡыуана, ләкин урмандың аяуһыҙ ҡырҡылыуы ғына эсте бошора.
Урмансы халыҡ менән дә эшләргә тейеш. Шишмә буйҙарын, урман­дарҙы бергәләп таҙартыу зарур. Элегерәк миндек бәйләп, дарыу үләндәре, миләш, балан емештәре, тубырсыҡтар йыйып тапшыра инек. Орлоҡ әҙерләү ҙә, ағас ултыртып, ул үҫеп киткәнсе ҡарап, тәрбиәләп тороу ҙа беҙҙең иңдәге бурыс булды. Һепертке бәйләп, көрәк-һәнәк һаптары әҙерләп, сана һәм башҡа кәрәк-яраҡ эшләп тә тапшыра инек.
Күңелде ҡырған мәлдәр ҙә булды. Һорауһыҙ ағас ҡырҡырға маташыу­сылар һәр заман өсөн хас. Улар менән ҡануниәт кимәлендә һөйлә­шергә, аралашырға тура килә. Замана менән кешенең ҡарашы ла, талабы ла үҙгәрә. Шулай ҙа урманды һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһа ине. Туйындырған да, йылытҡан да, кейендергән дә шул бит. Хоҙай биргән ошо байлыҡ урмансыларға ышанып тапшырылған икән, беҙ был бурысты намыҫ менән атҡарырға тейешбеҙ...
Тәжрибәле урмансы Ҡыямитдин Моталовтың был һүҙҙәре йәш урман һаҡсыларына ғына түгел, бөтә кешеләргә лә төбәп әйтелгәндер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509