Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал буйҡайының аҫыл егете Данҡайҙары сығыр ҙа ир булыр
Урал буйҡайының аҫыл егете Данҡайҙары сығыр ҙа ир булырБеҙ ҡурай менән, дөйөм алғанда, башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡылары аша таныштыҡ, сөнки бармаҡ һанына ла етмәҫ сығанаҡтарҙан белеү мөмкинлеге сикләнгәйне. Әле килеп Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Сала-уат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдиновтың “Ҡурай һәм ҡурайсылар” тигән китабын ҡыҙым Гөлнәзирә башҡортсанан урыҫ теленә тәржемә иткәс, уға диалект һәм тарихи һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу маҡсатынан сығып ҡына ҡыҙыҡһына башлағайным, был китаптың үтә ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле, фундаменталь хеҙмәт икәнен аңланым. “Һай, башҡортомдоң батыр улдары” тип йырлағым килеп китте.
Бығаса ҡурай тураһында әҙәби әҫәрҙәр, ҡурайсыларға арналған мәҡәләләр күп яҙылыуға ҡарамаҫтан, ҡурайҙың башҡорт халҡының уникаль этник музыка ҡоралы булыуын эҙмә-эҙлекле өйрәнеп, урындағы мәғлүмәттәр менән байытып, популяр телдә тулы йыйынтыҡ яҙылманы. Быға, әлбиттә, үҙебеҙҙең һәлкәүлек тә ҡамасауланы. Хәҙер, шөкөр, тормошта ла, яуҙа ла башҡорт менән бергә булған ҡурайыбыҙ тураһында хеҙмәттәр күренә башланы.



Юлай Ишбулды улының математик, уҡытыусы, данлыҡлы ҡурайсы, ҡурайҙы пропагандалаусы, уның буйынса эксперт икәнен белә инек. Уның төрлө варианттары менән өс йөҙҙән ашыу башҡорт ха­лыҡ көйөн, шул иҫәптән йөҙҙән ашыу оҙон көйҙө ҡурайҙа башҡарыуы ла ха­лыҡ­ҡа мәғлүм булды. Оҙаҡ йылдар “Баш­ҡортостан” дәүләт телерадиоком­па­ния­һының “Хазина” программаһы етәксеһе, сценарийҙар авторы булараҡ, өс йөҙҙән ашыу телетапшырыу алып барҙы, фильм­дары зәңгәр экрандарға сыҡты. Уның “Йыр тарихы – халыҡ тарихы” радиотап­шырыуын кемдәр генә яратып тыңла­ма­ған икән! Матбуғат биттәрендә баҫыл­ған йөҙәрләгән мәҡәләһе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Авторҙың башҡорт сән­ғә­тенә ҡарата сикһеҙ мөхәббәте, уның киләсәге хаҡында борсолоп йәшәүе күренеп тора.
Талантлы, белемле шәхес ул Юлай Ишбулды улы. “Ҡурай һәм ҡурайсылар” тураһындағы энциклопедик характерҙағы ун биш бүлектән торған был хеҙмәтендә ул ҡурайҙың кәмендә ун ете быуатлыҡ тарихына үҙ һәйкәлен һалды. Уның хеҙ­мәтенең үҙенсәлеге шунда: ҡурайҙы ул башҡорт милләте булмышының айырыл­ғыһыҙ өлөшө итеп ҡарай, башҡорттоң һәр ырыуына хас уйнау оҫталығы мәктә­бе, уларға ғына хас репертуарҙары бар­лығын раҫлай һәм шул төбәктең борондан бөгөнгәсә ошо сәнғәтте һаҡлап килгән остаздарының исем-шәрифен барлай. Шунлыҡтан китапта һүҙ ауыр һынауҙар үткән башҡорттоң сал тарихы менән йә­нәш ҡурай тарихы ла бөгөнгәсә алып ба­рыла. Башҡорт ни күрһә, ҡурай ҙа шуны кисерә.
Фән һәм мәҙәни байлыҡтарҙың гармоник бәйлелеге нигеҙендә яҙылған китапта халҡыбыҙҙың билдәле булмаған ижадсылары тарафынан тыуҙырылып, быуындан быуынға күсеп килгән, беҙҙең эраның IV быуат ваҡиғаларын тасуир­лаған ”Ҡуңыр буға” эпосы кеүек ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларынан алынған ми­ҫалдарҙан башлана ҡурай тураһын­да­ғы етди һүҙ. “Иң боронғо осорҙарға ҡа­раған мәғлүмәттәр мәшһүр фольклорсы, сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың хеҙмәттәре аша беҙҙең көндәргә килеп етте. Башҡорт халҡының тарихы, ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынған XIX – XX быуат урыҫ ға­лимдарының, яҙыусы­ларының хеҙмәт­тәрен­дә ҡурайҙың баш­ҡорт рухиәтендәге урыны, башлыса, дөрөҫ баһалана”, – тип яҙа автор.
Ҡурайсы-сәсәндәр Салауат Юлаев исеме менән башлана. Ҡаһым түрә, Ғәбит сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Хәмит сәсән ке­үек “ҙур шәхестәребеҙ булған ерҙә генә быуаттар һынауын үтерҙәй хазиналар ижад ителә. Шуның өсөн ысын мә­ғәнәһен­дәге халыҡ музыканттарының тор­мош юлын, уларҙың булмышын, психоло­гияһын сағылдырған мәғлүмәттәр – халыҡ музыка ижады лабораторияһына үтеп инергә, аҙмы-күпме уны аңларға яр­ҙам иткән асҡыс та ул. Икенсенән, бын­дай мәғлүмәттәрҙең хәҙерге быуын халыҡ музыканттарын тәрбиәләүҙә фай­ҙаһын да инҡар итеп булмай”, – тип һанай Юлай Ишбулды улы. Китап бына ошондай бик тәрән һәм оло маҡсат менән яҙылған.
Һәр бүлектең темаһы ҡыҫҡаса ғына һүрәтләнмәй йәки һанап үтелмәй, уларҙы автор ғилми сығанаҡтарҙан, әҙәбиәттән алынған миҫалдар, өлкән ҡурайсыларҙың һәм үҙенең фекере менән байыта бара. Һөҙөмтәлә яҙыусы-шағирҙарҙың ҡурайға арнап яҙылған өс тиҫтәнән ашыу әҫәре индерелә. ”Ҡурай тураһында яҙмаған ша­ғир юҡ”, – тигән фекерҙе ҡеүәтләй улар.
Башҡортостандың егерме алты райо­нының данлыҡлы ҡурайсылары исемлеге генә ни тора! Бер Баймаҡтан ғына йөҙгә яҡын ҡурайсыны һанап сыға ла, тыуған ауылы айырыуса талантлы шәхестәргә бай булғанғамы, Таулыҡай ауылы ҡурай­сыларының исемлеген тәҡдим итә. Бының менән мин исемлектәрҙә тиҫтәләп кенә түгел, йөҙәрләп ҡурайсының исем-шәри­фе, ауылы, тыуған һәм үлгән йылы, хатта ҡайһы берҙәренең мөһим автобиографик белешмәләре килтерелеүен билдәләгем килә.
Һәр төбәктең ҡурайҙа уйнау традиция­лары, репертуарҙары, төбәк мәктәп­тәре­нең үтә сағыу остаздары тураһында ла айырым мәҡәләләр бар. Мәҫәлән, Ғата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Заһир Исмәғилев, Йомабай Иҫәнбаев, Әҙһәм Исҡужин, Кәрим Дияров, Ғиниәт Ушанов, Ғәлиастан Шәмсетдинов, Ғәй­фулла Сарбаев, Мөхәмәт Рәхмәтуллин, Хәмит Әхмәтов хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр килтерелә.
Атаҡлы музыка белгесе Сергей Ры­баковтың “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” һәм фольклорсы Лев Лебединскийҙың ”Башкирские песни и наигрышы” исемле хеҙмәт­тә­рендә иҫкә алынған ҡурайсыларҙың ижади тормош юлы архив документтары, тере вариҫтары йәки өлкән быуын вәкил­дәренең иҫтәлектәре, тарихи фотоһүрәт­тәр менән нығытыла. Ҡурайсыларға арналған дүрт һүрәт, һәр фото, алты архив документы ошоно раҫлай.
Борон ҡурайсылар тарихсы, йырсы, хат­та бейеүсе лә булған, шунлыҡтан Юлай Ғәйнетдинов күп яҡлы талант эйәләренә айырым туҡталып үтә. Бының сағыу миҫалы — Ғиниәт Абдулла улы Ушанов.
Йыраусы-ҡурайсылар, уларҙың репер­туар­ҙары тураһында яҙғанда ла оҙон көй­ҙән миҫалдар килтерелеп, ҡайһы берҙәренең нота яҙмаларын бирә. Оло хөрмәт менән бер үҙе оло сәхнәләрҙе тул­тырған, ҡурайҙа тау ярырҙай тауыш сығарған Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовты иҫкә ала. Йөҙ йылға бер тыуыр йырсы­ларыбыҙҙың моң даръяһы китап биттәре аша күңелгә ташып сыға. Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Ғилман Сәфәрғәлин, Мөхәмәт Түләбаев ағайҙарҙың моңо мәңге күңеле­беҙҙән сыҡмаҫ төҫлө.
Тыйылған йырҙары өсөн Себергә оҙа­тылып, юҡҡа сығарылған халыҡ таланттары, сәйәси золом ҡорбандары хаҡын­дағы мәғлүмәт тә уҡыусыны иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. “Өҙөлгән моң” тип аталған мәҡәләһендә тасуирланған Әбдрәхим Исҡужиндың яҙмышы – быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, бындай тыйыуҙарҙың борондан килгән икәнлегенә Юлай Ишбулды улы үҙ фекерен өҫтәй. Бер ҙә юҡҡа ”Аҡ­мырҙа” исемле башҡорт халыҡ йырында “Аҡмырҙа ла, меҫкен, белмәгәндер Йыры етер тип үк башына” тиелмәгәндер.
Кәрим Дияров, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Әҙһәм Исҡужин кеүек остаздарҙың оло таланты йәш быуынға нисек йоғонто яһағанын Юлай үҙ тәжрибәһенән сығып раҫлай. Күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ тамырҙарын онотмауы, урын-ере менән һаман да ҡурайсы­лары булыуы – үтә лә ҡыуаныслы хәл.
Китапта быуындар бәйләнеше айырыуса һиҙелә, хәҙерге замандың ҡурай яһаған оҫталары, Өфө, Салауат, Учалы, Октябрьский ҡалаларының музыка буйынса уҡыу йорттарының ҡурай класын тамамлаған­дар исемлеге ошо быуындар бәйләнешен киләсәккә алып китер тигән өмөттәбеҙ.
Республикабыҙ халҡын дер һелкетеп, йөрәктәрен ярһытып, уларға дәрт-дарман өҫтәп уҙғарылған ҡурайсылар бәйгеләрен, байрамдарын һәр йыл һайын көтөп ала­быҙ. Ниңә уларҙы һәр районда үрнәк итеп үткәрмәйҙәр икән тигән борсолоу­ҙарҙы ла ишетергә тура килә. Бөтә донъя, Бөтә Рә­сәй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә, кон­курс­тарҙа ла ҡурайсылар Башҡорт­оста­ныбыҙ­ҙың данын юғары күтәреп ҡай­та. Улар­ҙың исемдәре ҡурай сәнғәте та­ри­хына алтын хәрефтәр менән яҙы­лыуға хаҡлы.
“Братислава призы” исемле халыҡ-ара музыкаль фольклор радиояҙмалары конкурсында бер нисә йыл рәттән алтын миҙал яулаған Баймаҡ районы Байыш ауылының йәш ҡурайсыһы Ташбулат Дәү­ләтшиндың, үҙендәге халыҡ музыканттарына хас сифаттарҙы үҫтереп, киләсәк быуын ҡурайсыларының маһир остазына әүерелеүен, ҡурай сәнғәтен юғары күтәреүен теләргә ҡала.
Ҡурайҙың сит илдәрҙә юғары баһала­ныуына сағыу миҫал итеп, Юлай Ишбулды улы Японияның күренекле композиторы, этнографы, музыка белгесе Кадзуюми Танимото әфәнденең үҙҙә­рен­дә уҙғарылған йыр сәнғәте сараларына өс тапҡыр баш­ҡорт ҡурайсыларын һәм йырсыларын са­ҡырыуын күрһәтә. Танимото әфәнде донъя буйлап эҙләгән ат ҡыуыусы хаҡындағы бер йырына тиң моң байлығын, венгр этнографтары тәҡ­диме менән, башҡорт халҡының ҡурай оҙаты­уында башҡарылған оҙон көйөндә таба.
Китап бик ябай һәм һәр кемгә аң­ла­йыш­лы тел менән яҙылған, халҡыбыҙ тарихында, бөтә йыһанда тотҡан урынын билдәләгәндә уның ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, талантлы шәхестәребеҙҙе, ғөмүмән, хал­ҡыбыҙҙың булмышын өйрәнеүҙә бына тигән уҡыу-уҡытыу әсбабы була ала ул. Ундағы ҡурайсы кодексы ижади эштәрен­дә маяҡ булырға тейеш. Киләсәгебеҙ өсөн борсолоп йәшәгән уҙаман юғары мил­ли рухта яҙылған китабы аша күп­тәр­ҙе ҡу­рай­сылар тураһында өҫтәмә мәғ­лүмәт йыйырға, яңы ижади йүнәлештәргә тотонорға саҡыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518