Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һорауҙар күп булыр, моғайын...
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының 22 февралдә буласаҡ ултырышында депутаттар республика буйынса эске эштәр министрының һәм Контроль-иҫәп палатаһы рәйесенең үткән йылғы эшмәкәрлек буйынса отчеттарын тыңларға әҙерләнә. Улар пленар ултырыштың көн тәртибе проектына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Президиумы тарафынан тәҡдим ителгән.

– Эске эштәр министрының республикалағы тәртип һаҡ­лау торошо тураһындағы сығышы һәр саҡ депутаттар­ҙың ҙур иғтибарын йәлеп итә, министрға ҡарата һорауҙар ҙа күп була, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Беҙҙе енәйәтселектең тотош республика буйынса һәм айырым муниципалитеттарҙағы кимәле, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡануниәтте боҙоуҙы иҫкәр­теү буйынса ниндәй саралар күреүе, граждандарҙың хәүефһеҙлеге һәм законлы мәнфәғәттәре нисек тәьмин ителеүе ҡыҙыҡһындыра.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының айырым хеҙмәттәренең үҙен­сәлеге тураһында фекер алышыу ҙа планлаштырыла. Депутаттар бирергә ниәтләгән күп һорауҙар уларҙың һайлаусыларынан килгән йәки уларҙың райондарҙа халыҡ менән осрашыуында йыйылған.
Контроль-иҫәп палатаһының һәр уҙған йылға отчеты республика парламентында даими тикшерелә. Депутат­тарға һәм халыҡҡа ҡаҙна аҡсаһының ҡайҙа һәм нисек тотонолоуын аныҡ күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был даирәләге иң таралған хоҡуҡ боҙоуҙар, уларҙы асыҡлау һәм бөтөрөү, иҫкәртеү саралары ла йәмәғәтселек контролендә торорға тейешле. Палата рәйесенә лә, ҡағиҙә булараҡ, һорауҙар күп бирелә.
Бөтә талаптар, әлбиттә, ғәмәлдәге ҡануниәткә нигеҙ­ләнеп ҡуйыла. Шуға күрә киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында ҡануниәттең торошо тураһында” тип аталған мәсьәлә лә ҡараласаҡ. Был хәлгә баһа депутаттарҙың артабанғы эшмәкәрлеге өсөн дә, республика ҡануниәте нормалары менән көндәлек хеҙмәтендә йыш осрашҡан белгестәр өсөн дә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513