Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туризм үҫешһә, төбәк тә үҫешә
Туризм үҫешһә, төбәк тә үҫешәБынан өс тиҫтә йыл элек Бөрйән районы республиканың иң артта ҡалған төбәктәренең береһе ине. Юлһыҙлыҡ, инфраструктураның үҫешмәүе халыҡтың йәшәү кимәленә лә кире йоғонто яһаны. Үҫемлек һәм хайуандар донъяһына бай тәбиғәтен, мөһабәт тауҙарын, данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһен дә күптәр ишетеп кенә белде. Бөгөн хәлдәр тамырынан үҙгәрҙе: Бөрйәнгә асфальт юлдар буйлап елдереп барып етәһең, район үҙәге, ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә, үҫә, төрлө социаль-мәҙәни объекттар, сауҙа нөктәләре ҡалҡып сыға, тәбиғәттең гүзәллеген күрергә теләгән туристар ағымы йылдан-йыл арта.
Республикала хакимиәт башлыҡтары араһында иң йәше һаналһа ла, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшлекле, талапсан, тыуған төбәгенең киләсәген асыҡ күҙаллаған илһөйәр итеп танытҡан Рөстәм Шәрипов районға етәкселек итә.
Төбәктең бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, киләсәккә пландары тураһында ҡыҙыҡһынып, беҙ Рөстәм Динислам улына мөрәжәғәт иттек.

– Төбәктең иҡтисади хәлен нисек баһа­лар­һығыҙ?
– Бөгөн Бөрйән районының иҡтисади күрһәт­кес­тәре тотороҡло. Былтыр бюд­жет­ҡа 586,2 миллион һум килем инде. Беҙ­ҙә эре предприятиелар, завод-фабри­калар юҡ, район иҡтисадының төп нигеҙен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, бюджет ойошмалары һәм бюджет ярҙамы тәшкил итә. Был­тыр урында етештерелгән 278,7 миллион һумлыҡ тауар һатылды һәм хеҙ­мәт күрһәтелде. Бөтә төр предприя­тие­лар­ҙа түләнгән уртаса эш хаҡы 18956 һум тәшкил итә.

Туризм үҫешһә, төбәк тә үҫешә– Ҙур предприятиелар булмағас, Бөр­йән халҡын элек-электән эш табыу проблемаһы борсоно. Бөгөн дә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡаламы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема бөгөн дә киҫкен тора. Эш урыны эҙләү­се­ләргә төрлө һөнәрҙәр буйынса профессиональ әҙерлек үтергә ярҙам итәбеҙ, түләүле йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тырышабыҙ. Һөнәр һайлау һәм социаль яраҡлашыу буйынса мәшғүллек үҙәге тарафынан даими консультациялар ойошторола.
Бөгөн халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уны социаль яҡлау факторы булып һаналған үҙаллы мәшғүллеккә тейешле иғтибар биреү мөһим. Һуңғы йылдарҙа бә­лә­кәй һәм урта эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫеш ала башланы, бөгөн ошо өлкәлә шөғөл­лән­гән 373 субъект иҫәпләнә, былтырғы осорҙа ғына уларҙың һаны 66-ға артты. Хакимиәт тарафынан был юҫыҡҡа яңы импульс биреү өсөн муниципаль програм­маларҙы тормошҡа ашырыу, консультатив аңлатыу эштәре алып барыла, кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар үткәрелә.
Уҙған йылда республика һәм район бюджетынан ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эшен башлаған дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығына, туризм һәм икмәк бешереү йүнәлешендә эшләгән эшҡыуарҙарға 3 миллион 588 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелде. Район өсөн яңы һаналған аут­сорсинг буйынса эш башлаған өс субъект та иғтибарҙан ситтә ҡалманы, һөҙөм­тәлә халыҡ күптән һораған автобус маршруты булдырылды. Былтыр ете кеше 58 меңлек субсидия алып үҙ эшен асты.
Шулай уҡ бөгөн халыҡтың үҙ хужалы­ғына таянып йәшәргә ынтылышы күҙәтелә. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ғаиләләрен ҡарап, балаларын уҡытып, бынамын итеп көн иткәндәр күп. Әлеге ваҡытта районда ҡортсолоҡ киң үҫеш ала, йылдан-йыл хужа­лыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөллән­гән кешеләр һаны арта.

– Һәр райондың иҡтисади-социаль үҫешендә төҙөлөш комплексы мөһим әһәмиәткә эйә. Бөрйәндә был тармаҡта хәлдәр нисек?
– Республика етәкселегенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында, би­герәк тә һуңғы йылдарҙа төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Бөгөн Иҫке Собханғолда 120 урынлыҡ интернатты реконструкция­лау­ҙың икенсе этабы тамамланды, өсөнсө этабы, йәғни тирә-яғын төҙөкләндереү, бы­йыл башҡарыласаҡ. Иҫке Мөсәт һәм Яңы Собханғол ауылдары киҫешкән урында 108 урынлыҡ мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөү “Баш­ҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проектына индерелеп, эштәр башланды. Ағиҙел ҡасабаһындағы ошондай уҡ мәктәп менән балалар баҡсаһы проекты, дәүләт экспертизаһын уңышлы үтеп, республиканың адреслы инвестициялар программаһына индерелде, төҙөлөш быйыл башлана. Бынан тыш, күперҙәр, юлдар, йылылыҡ селтәрҙәре төҙөкләнде­релде.

Туризм үҫешһә, төбәк тә үҫешә– Халыҡтың инициативаһына һәм ҡатнашлығына нигеҙләнгән программалар нисек тормошҡа ашырыла?
– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ, ошо арауыҡта 27 проект тор­мошҡа ашырылды. Тәүге йылдарҙа күптәр программаның һөҙөмтә килтере­ренә ышанып та етмәне. Хәҙер бөтөнләй икенсе ҡараш, ауылдарҙа халыҡ ҙур әүҙем­лек күрһәтә, үҙ өлөшөңдө индереп, уның һөҙөмтәһен күреү кемгә оҡшамаһын инде!
Программа нигеҙендә үткән йылдарҙа Исламбай, Кейекбай, Брәтәк ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелде, спорт майҙансыҡтары төҙөлдө. Өс ауылға мобиль янғын һүндереү комплексы алынды. Быйыл конкурста 12 биләмәнең 10-ы ҡатнашырға теләк белдерҙе.

– Бөрйәнгә килгән һайын юл буйында урынлашҡан ауылдарҙа шыңғырҙап торған төҙ бүрәнәләрҙән төҙөлгән йорттарҙың ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк шикелле күбәйеүенә шаһит булаһың...
– Эйе, йылдан-йыл шәхси төҙөлөш киң ҡолас ала, былтыр ғына 7500 квадрат метр майҙан сафҡа индерелде. Районда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү маҡсатында “Йорт комплекты” программаһы эшләп килә. Былтыр дүрт ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланды, бөгөн исемлектә 15 ғаилә тора.
Йәштәр бөтә уңайлыҡтары булған иркен, хатта икешәр ҡатлы йорт һалырға тырыша һәм төҙөлөш материалы итеп күп осраҡта ағасты һайлайҙар. Элек халыҡҡа йылына 70-80 кубометр ҡарағай ағас бүленә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа кәметелде. Ошо сәбәпле ағастан йорт һалырға теләгәндәргә бер нисә йыл сиратта торорға тура килә.
Урман – Бөрйәндең төп байлыҡтары­ның береһе – дөйөм майҙандың 82 процентын тәшкил итә. Райондың иҡти­са­дын, халыҡ хужалығын, көнкүрешен үҫтереүҙә лә ул төп таянысыбыҙ. Әммә биләмәбеҙҙең күпселек өлөшөн урман фонды ерҙәре биләп тороуы проблема ла тыуҙыра – халыҡҡа йорт төҙөү, эш­ҡыуарлыҡты һәм төбәктең инфраструк­тураһын үҫтереү өсөн ер майҙаны етмәй, сөнки уларҙы урман фонды һәм ҡурсау­лыҡтар иҫәбенә генә киңәйтергә мөмкин. Мәсьәлә юғары инстанцияларҙа хәл ителә.

– Һуңғы йылдарҙа республика буйынса күҙәтелгән “демографик соҡор” Бөрйәнде лә урап үтмәгән икән...
– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр тыуым алдағы йыл менән сағыштырғанда 22 сабыйға әҙерәк теркәлде. Дөйөм ал­ғанда, Бөрйәндә халыҡ һаны бер кимәлдә ҡала килә.
Демография – ил һәм республика етәк­селегенең һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Тыуымды арттырыу маҡсатында беренсе бала тыуғас, торлаҡ һатып алыу йәки ипо­тека кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплауға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған тү­ләүҙе алыр өсөн былтыр 34 ғаилә мөрә­жәғәт итте, уларҙың алтауһының һорауы ҡәнәғәт­ләндерелде. “Башҡортост­ан Рес­публикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға ярашлы, Яңы Монасип ауылынан күп балалы ғаиләгә 600 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелде.
Быйылғы йыл башынан илебеҙ, респуб­ликабыҙ етәкселеге тарафынан ғәмәлгә индерелгән маҡсатлы саралар демография проблемаһын хәл итергә этәргес булыр тип ышанам. Киләсәктә демографик сәйәсәт уңышлы барһын өсөн ата-әсәләр­ҙең яуаплылығы – юғары, ғаилә ҡиммәт­тәре һәм абруйы ныҡлы булырға, быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш.

– Демография торошонда социаль сәйәсәт мөһим әһәмиәткә эйә. Был өлкә тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләрен хәл итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
Былтыр мәғариф өлкәһенә 352 миллион һум аҡса бүленде, ул район бюджетының 59,2 процентын тәшкил итә. Мәктәптәрҙә бөтәһе 2967 уҡыусы белем ала. Мәктәпкә­сә йәштә булған 2410 баланың 1482-һе балалар баҡсаларында тәрбиәләнә. Белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында күп эш баш­ҡарыла.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проектына ярашлы бүленгән 474 мең һум аҡсаға Байназар урта мәктәбендә баскетбол майҙансығы төҙөлдө. Ошондай уҡ проект нигеҙендә Аҫҡар урта мәктәбе­нең спорт залын төҙөкләндереүгә 600 мең һум йүнәлтелде. “Реаль эштәр” проекты буйын­са шулай уҡ Әбделмәмбәт урта мәктә­бе һыу менән тәьмин ителде, Килдеғолда мәктәптең ҡыйығы алмаштырылды, Нә­биҙә белем усағында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.
Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Өс объектта янғын сигнализацияһы терге­ҙел­де,13 белем биреү учреждениеһында автоматлаш­тырылған сигнал биреү ҡо­ролмалары урынлаштырылды.
Бөрйән уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, үҙ­ҙә­рен күрһәтеп тора. Мәктәпте тамам­ла­ған йәштәр юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеп, һайлаған һөнәрҙәре буйынса уҡыуын дауам итә. Киләсәктә лә был өлкәнең үҫешенә бар көсөбөҙҙө һа­ласаҡбыҙ. Балаларҙың сифатлы белем алыуы һәм уҡыу процесының уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа үтеүе мөһим.
Мәҙәни тормош та ҡайнай Бөрйәндә. Мәҙәниәт усаҡтары эште йәмәғәт ойошмалары, мәктәп, йәштәр бүлеге һәм ауыл биләмәләре менән берлектә башҡара. Район таланттары, халыҡ-ара, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс-бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап, Бөрйән данын алыҫ­ҡа тарата.
Мәҙәни эшмәкәрлек бихисап сығымдар ҙа талап итә. Былтыр республика бюдже­тынан бүленгән 500 мең һум аҡсаға район мәҙәниәт йортонда, Иҫке Монасип, Ислам­бай, Байғаҙы һәм Байназар ауылы мәҙә­ниәт усаҡтарында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. “Урындағы мәҙәниәт йорто” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Байназар күп функциялы мәҙәниәт үҙәге­нең матди-техник базаһын нығытыуға 1,7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратура, костюмдар алыу, ремонт эштәре башҡарыу өсөн 621 мең һум аҡса бүленде. Шулай уҡ Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейҙың тирә-яғы төҙөклән­дерелде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе айырым иғтибар талап итә. Бөрйән үҙәк дауаханаһы, Байназар амбулаторияһы һәм ауылдарҙа 26 фельдшер-акушерлыҡ пункттары халыҡ һаулығы һағында тора. Сирҙәрҙе, шул иҫәптән профессиональ ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау маҡсатында диспансерлаштырыу юғары кимәлдә үтә.
Бөгөн поликлиника кабинеттары һәм үҙәк дауахананың бүлексәләре Республика медицина мәғлүмәт-аналитика система­һына тоташтырылған. Үҙәк дауаханала сиратты кәметеү маҡсатында “Асыҡ регистратура” булдырылды.
Сәләмәт тормошто пропагандалау, ха­лыҡты күпләп спортҡа йәлеп итеү маҡ­сатында күп эш башҡарыла. Уҙған йылда ойошторолған 100-ҙән ашыу спорт сара­һында алты мең кеше ҡатнашты. Спорт залдарынан, “Урал” физик культура һәм һауыҡтырыу комплексынан, район үҙәген­дә һәм ауылдарҙа урынлашҡан 12 боҙ майҙансыҡтарынан спортты үҙ итеүселәр өҙөлмәй.

– Бөрйәндең хозур тәбиғәтен республикала белмәгән кеше юҡтыр, Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәй, хатта сит илдәрҙә лә танылыу тапты. Турис­тарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында районда нимәләр эшләнә?
– Туризм райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ял итеү маҡсатында беҙгә килгән кешеләр һанының һуңғы йылдарҙа артыуы был өлкәлә эш иткән эшҡыуар­ҙар­ға яңы мөмкинлектәр аса. Бөгөн 16 эшҡыуар туризм менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу, ағас һырлау, сувенирҙар эшләү кеүек художество кә­септәре алға әйҙәгән йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙә йылы­на 40 меңгә яҡын кеше ял итә. Былтыр 31 мең турист Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Киләсәктә туризм район эшҡыуар­ҙарына һәм халыҡҡа иҡтисади яҡтан отош­ло булһын өсөн, был күрһәткесте тағы ла арттырыу мөһим.
Районда йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп итерлек саралар ойоштороу туризм өлкәһен үҫтереүҙең бер алымы булып тора. Был йәһәттән “Бөрйән балы – баш­ҡорт даны” этнофестивале, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ат сабыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса фес­тиваль үткәрелде.
Кешеләр хәҙер уңайлы, хәүефһеҙ шарт­тарҙа ял итеүҙе өҫтөн күрә. Былтыр Морат туғайы ерлегендә сымһыҙ элемтә бәйлә­нешенең булдырылыуы килгән туристар­ҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәр асты. Хәҙер ҡурсаулыҡҡа килгән кешеләр онлайн тәртибендә фотолар, видеояҙмалар менән уртаҡлашып, сәйәхәт тураһында баһаларын ҡалдыра ала.
Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡхана индустрия­һы ла шәп тиҙлек менән үҫешә. Был өлкә­лә шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың һаны артыуы, продукция ассортиментының киңә­йеүе, хеҙмәтләндереү сифатының яҡшы­рыуы ҡыуандыра.
Шулай уҡ ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү йүнәлешендә күп эш башҡарыла. Юлдар, майҙандар, күперҙәр, йәмәғәт урындары, торлаҡ йорттар һәм шәхси ихаталар эргәһендәге биләмәләр тәртипкә килтерелә, шишмәләр, һыу ятҡы­лыҡтары таҙартыла, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыла.
Беҙ Хоҙай тарафынан бирелгән бындай хозур тәбиғәтте һаҡларға, уның гүзәллеген киләһе быуындарға мираҫ итеп ҡалды­рырға, йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә бурыслыбыҙ тип һанайым. Шул осраҡта йәшәү сифаты тағы ла яҡшырыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518