Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтә
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтәМин уны тәүге тапҡыр Баймаҡ районында ялан сәхнәлә күрҙем дә иҫем китте. Был ҡыҙ ысынбарлыҡмы, әллә “Урал батыр” эпосынан килеп сыҡҡан Һомаймы? Кеше шул тиклем дә сибәр була аламы икән? Йә, Хоҙай! Ергә ебәрелгән фәрештәме был актриса? Әллә башҡорт халҡының гүзәл заты шундай күркәм булыуын һәр заман күрһәтеп торор өсөн Күктәр кешеләр араһына ошондай ҡыҙҙарын ебәрәме икән? Сара, ысынлап та, матур актриса. Уйлы актриса. Башҡарған ролдәренә лә ул бар күңелен, үҙе аңлаған асылдың бар һынланышын һалған. Ҡайһы образын ғына алып ҡараһаҡ та, унда Сараның профессионал булараҡ тыуҙырған героиняһы ғына түгел, үҙенең ауазы ла сағыла төҫлө миңә.
Эйе, әңгәмә барышында мин уның һыҙланыуҙарын да, йөрәк әрнеүҙәрен дә тойҙом. Хатта икеләнгән мәлдәре лә булған. Әммә бөгөн шуныһы көн кеүек асыҡ: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тап ул уйнарға тейешле, тамашасы күңелен аҡтарып сығарырлыҡ ролдәр башҡорт сәнғәте күгенә яҙылған булған. Мин һис икеләнмәйем. Тап Сара Буранбаева ғына әйткән һүҙҙәр, йөрәк кисерештәре бар был сәхнәлә. Шулар миңә, тамашасыға, бына инде нисәмә тиҫтә йыл яраларыма ямау эҙләп килгән театр һөйөүсегә, бик мөһим. Күп нәмәләр тураһында һөйләштек. Шуларҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Әңгәмәсе булараҡ та Сара тулы фекерле, тәрән хисле. Башҡарған ролдәренең ҡайһы берҙәрен һанап китәм багаж өсөн: “Иҙеүкәй менән Мораҙым” — М. Буранғолов (дебют, 1990), Зойка-Зәйнәб (“Мөхәббәт исемлеге” – Ф. Бүләков), Кинйә Нурия (“Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” — Ф. Бүләков), Нәзирә (“Ҡыпсаҡ ҡыҙы” — А. Йәғәфәрова), Һомай (“Урал батыр” – Ғ. Шафиҡов), кино һәм телефильмдарҙа Сания (“Миҙал”, 2000), Ғәҙилә (“Ай ҡыҙы”, 2001, 2002; “Башҡортостан” ДТРК-һы), Кесе инәй (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Башҡортостан” киностудияһы, 2005), Сәрүәрә (“Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” – Т. Ғарипова), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә” – М. Кәрим), Өмөлхаят (“Әхмәтзәки Вәлиди Туған” – Н. Асанбаев), Римма (“Мин — ҡатын-ҡыҙ” – Т. Миңнуллин), Фәғилә (“Шәүрәкәй”), Сабира (“Яңғыҙҙар ташы” – Ә. Ғаязов), Гөлшат (“Ике төш” – М. Багаув)... Сара Буранбаева “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған спектаклдә Һомай ролен башҡарыуы һәм ошо хаҡта инсценировка авторы, шағир, драматург, публицист Ғ. Шафиҡовтың: “Һомай – мин көткән Һомай – Сара иҫ киткес гүзәл, сихри, нур бөркөлгән образ тыуҙырҙы”, – тигән һүҙҙәрен академтеатрҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡтылар. Бик күптәр әленән-әле уның образдарына ҡарата фекерҙәрен белдерә.
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтә– Актриса булыу теләге һиндә ҡасан яралғайны, Сара?
– Беләһеңме, Лариса, дөрөҫөн әйткәндә, минең актриса булғым килмәне. Был һөнәр хаҡында бер ҡасан да уйламаным да, күңелемә яҡын да йөрөмәне. Ләкин йылдар үтеү менән, ваҡыт йомғағын һүтә-һүтә, шундай һығымта яһап ҡуям: актерлыҡҡа килеүемдең ишаралары, ниндәйҙер эске аң кимәлендәге ауаздары булған ул. Бигерәк тә бала саҡты иҫкә алһам, унда ниндәйҙер үҙебеҙ уйлап тапҡан донъяла йәшәп, шуны уйнап йәшәүебеҙ ошо хаҡта һөйләй төҫлө.
Атай менән әсәй шуға иғтибар итһә, кем белә, бәлки, юлым туп-тура сәнғәт донъяһына әҙерлектән башланыр ине. Әммә һәр кем үҙ һуҡмағынан бара. Биш баланы ҡараған әсәйем донъя мәшәҡәт­тәренән арынманы. Атай баҫыу эштәренән, колхоз, совхоз хеҙмәтенән бушаманы. Әгәр улар бөгөнгө ата-әсәләр кеүек, бала­ларының ҡылыҡтарын өйрәнеп, иғтибар итеп ултырһа, миндә актерлыҡ һәләтен кү­рерҙәр ине. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә – ауыл балалары, атай-әсәйҙәребеҙ эштән буша­маған. Хәйер, ваҡыты ла шулай булған бит. Кемдең ғаиләһендә уның ҡыҙыҡһы­ныу­ҙарына шулай ҙур иғтибар бүлеп ул­тыр­ҙылар икән? Йәнә лә тәбиғи рәүештә үҫ­кән һәләт барыбер үҙ юлын табалыр ул.
Уҡытыусыларым да абайламағандыр инде, әммә мин сәнғәт донъяһына ынтылышым булыуын аңлайым.
– Нисек аңлап ҡалдың быны? Ҡасан?
– Был ынтылышымды мин, йылдар үткәс, уҙғандарға анализ биреүем һөҙөмтәһендә аңланым. Мәҫәлән, апайым менән быҙау эҙләргә сығып китәбеҙ. Көн дә ҡабатлана был хәл. Шул саҡ апайым әсәйемә әйтә: “Мин Сара менән бармайым. Ул йә кеше көлдөрә башлай, йә ҡысҡырып шиғыр һөйләй, йә әллә ниҙер йырларға тотона! Миңә оят”, – ти торғайны. Тимәк, мин нимәләрҙер ҡыланғанмын, уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыр, бөгөнгө тел менән әйткәндә, сәхнә күренештәре эшләгәнменме икән инде. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған апайым, ғөмүмән, минең менән ҡайҙа ла булһа барырға ояла ине.
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтәШунан беҙ бала саҡта һинд киноларын йыш күрһәтәләр ине. Бер бүлмәлә ултырғанымда әсәйем килеп кереп, ҡото осоп ҡарап торған һәм: “Балам, һин нимә эшләйһең ул?” – тип ҡысҡырып ебәргәнен хәтерләйем. Шул кино тәьҫирендә әллә ниндәй кисерештәргә бирелеп, героиня булып уйнап торам икән. Әсәйем, ана шулай гелән уйланып ултырғанымды күреп: “Фильмдарҙан һуң тетрәнеп, тәрән кисерештәргә бирелеп, төндә тәҙрәләргә ҡарап уйланғаныңдан, йә булмаһа үҙ алдыңа шул геройҙар булып һөйләшеүеңдән ҡурҡа торғайным”, – ти.
– Ысын театрҙың тәьҫире ҡасан булды икән?
– Бер мәл ауылға Сибай башҡорт драма театры килде. Унда Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева бер эскесе ҡатын ролен илай-илай уйнаны. Был образ миңә шул тиклем тәьҫир итте, оҙаҡ күңелемдән сыҡманы, әрнетте, илатты, эске донъямды аҡтарып сығарҙы. Шунан апайым менән ошо спектакль хаҡында һөйләшкем килә, ә ул мине аңламай: сәхнәлә булған нәмә шунда ҡала тип иҫәпләй ине, шикелле. Шуға күрә ул минең был тиклем әҫәрләнеүемде өнөп етмәне. Һәр кем донъяға үҙенсә баға бит инде. Ул донъяны нисек бар шулай, ысынбарлығы менән ҡабул итә, был уның асылы. Донъяла төрлө кешеләр була. Ә минең булмышыма, күрәһең, тормошто образдар аша күреү һәләте һалынған. Һәр кем үҙенсә инде, алда әйткәнсә.
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтәҺеңлем менән бала саҡта бына 7-се класҡа тиклем өй уйнай торғайныҡ. Тимәк, үҙемсә бер театрлаштырылған тамаша ҡороп, шунда уйҙырма уйнағанбыҙ бит. Был күренеш өйҙә генә түгел, йылға буйында ла дауам итә. Ҡомдан йорттар һалып, унда йыһаздар яһап, үҙебеҙсә тамаша ҡорабыҙ инде, йәнәһе. Бына шундай уйындар менән үткән бала саҡ.
– Атай-әсәйең нисек ҡарай ине һөнәр һайлауға?
– Атайым минең коммунист булды. Ул беҙгә уйлау мөмкинлеге лә бирмәне, апайыма ла, миңә лә һөнәрҙе үҙе алдан һайлап ҡуйғайны. Апайым – уҡытыусы, ә мин табип булырға тейешбеҙ. Атай әйтте һәм был хаҡта ҡабат фекер алышыу юҡ. Берәү ҙә беҙҙән һорап та торманы, башҡа һөнәрҙә күрергә лә теләмәне. Шуға күрә мин бала саҡтан мединститутҡа барасағымды белә инем һәм шунда барҙым. Әммә, әсәйем ауырып китеү сәбәпле, бер йыл ауылда ҡалдым. Шул саҡ мәшһүр бейеүсе Рәүилә апай Хажиева менән данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт ағай Заһретдинов беҙҙең яҡҡа килеп сыҡмаһа, белмәйем, яҙмыш нисек хәл ителер ине. Ул мине күреп ҡалды ла: “Һиңә бит сәнғәткә барырға кәрәк”, – тине. Ауылдарҙан йөрөп балаларҙы йыялар, эҙләйҙәр, ә бында әҙер кандидат тора, эҙләргә лә кәрәкмәй, тип әйткәне лә хәтеремдә. “Мин һиңә бейеү ҡуям, һин шуны башҡарасаҡһың!”– тине. Шулай итеп, мин “Грузин сәйе”н бейенем. Шул хәлдең икенсе йылына атайымды алдаштырып, Өфөгә киттем. Сәнғәт институтында имтихандар июлдә, ә медта – августа. Шуға күрә лә Рәүилә апай иртәрәк килеп, сәнғәткә кереп ҡарауҙы хәстәрләргә тырышты. Мединститутҡа уҡырға инеп китеүем дә көн кеүек асыҡ факт түгел ине бит әле. Сәнғәт институтына документтарҙы тапшырып, биреп кенә ҡарайым тип барҙым һәм үтеп киттем. Осраҡлы хәл булды был. Әле булһа шуны уйлап ғәжәпләнеп ҡуям: әгәр тормошомда Рәүилә апай менән Роберт ағай осрамаһа, кем белә, бәлки, мин бөтөнләй икенсе һөнәр кешеһе булыр инем.
– Әлбиттә, һиңә, һис шикһеҙ, аҡ халат та килешер ине. Матур кешегә септә япһаң да килешә, тиме әле халыҡ әйтеме. Әммә башҡорт сәхнәһе үҙенең бер йәменән яҙған булыр ине...
– Әллә инде, кем белһен... Рәүилә апай: “Оҙон буйлы, һомғол һынлы кеше сәхнә өсөн ярала”, – тип әйтергә ярата ине. Ул мине, үҙ балаһылай яҡын күреп, сәхнә гүзәллекте сағылдыра, тип тә бында әйҙәгәндер инде, күрәһең.
– Мин һине тәүге тапҡыр туҡһа­нынсы йылдар аҙағында Баймаҡ райо­нында үт­кән Башҡорт йәштәре көндә­ренән хәтер­ләйем. Һин унда эпостан бер сәхнә күре­не­шендә уйнаның, ахырыһы. Ныҡ һоҡла­нып ҡараған ҡатындарым бар. Шунда һи­ңә ҡарап иҫем киткәнемде иҫләйем: шулай ҙа матур кеше буламы икән ни тип!..
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтә– Ата-әсә ҡыҙ балаһын маҡтап, һин матурһың, күркәмһең, тип үҫтерә бит инде. Бөгөн психологтар ҙа шуны раҫлай. Ғалимдар балаға уның яҡшы яҡтарын, уңыштарын хуплау һүҙен йәлләмәҫкә ҡуша. Әммә мине атай-әсәйем бер ҡасан да “матурһың, сибәрһең” тип әйтеп үҫтермәне. Был күренеш, ғөмүмән, башҡорт халҡына хас һыҙат та түгел. Беҙ йылы һүҙгә һаранбыҙ. Үҙемде мин матур тип иҫәпләмәнем дә: муйыным һуҙылып тора, килбәтһеҙ һымаҡ инем хатта. Ләкин атайымдың дуҫтары ауыҙынан уға әйткәндәрен ишеткәнем булды: ҡыҙың бигерәк матур, ти ине улар. Был һүҙ хатта ҡолаҡҡа ятмаған төҫлө ине. Шаярталармы икән әллә, тип уйлай торғайным.
Шунан бер мәл малайҙар ғашиҡ була башланы. Хатта 2-се класта. Минең өсөн һуғышып та бөтәләр ине. Записка яҙалар, сәсемдән тарталар. Асыҡтан-асыҡ нимәлер әйтеү юҡ ине ул. Шул мәлдә лә мин үҙемде матур тип иҫәпләмәнем. Институтҡа ингәс, йыш ишетелә башланы бындай һүҙҙәр. Беҙ уҡырға ингәндә ҡыҙҙар күп ине, әммә араларынан оҙон буйлы булыуым менән айырылып торҙоммо икән инде, һин мотлаҡ инәсәкһең, тине бөтәһе лә. Күрәһең, башҡалар миндә нимәлер күргән. Тыйнаҡ, үҙ ҡиәфәтемә артыҡ иғтибар бирмәй үҫтергән атай-әсәйем йөҙөндә мин үҙебеҙҙең милли һыҙаттарҙы күрәм. Һинең тышҡы йөҙөң, һының ул бит шәхси ҡаҙанышың түгел. Ә бына шәхси эштәр – ул беҙҙең рухи, физик көс һөҙөмтәһе.
– Балаларын улай әҙәпле итеп тәрбиәләгән ата-әсәң кемдәр улар?
– Атайым агроном ине, “Урал” совхозының бүлек идарасыһы булып эшләне. Әсәйем хужабикә булды. Етем үҫкән ул. Учалы районы ҡыҙы. Ябай ғаиләнән. Бар ғүмерен беҙҙе тәрбиәләүгә бағышланы. Ғаиләлә мин икенсе бала. Институтҡа уҡырға ингәс, күптәр мине ҡала ҡыҙы тип уйланы. Төпкөл Әлмөхәмәт ауылынанмын, тиһәм, ышанмайҙар ҙа ине, әйтерһең, шаяртам.
Хәйер, 8-се кластан һуң клубҡа сыҡҡан саҡтарҙа ла әрменән ҡайтҡан егеттәр араһында ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙ тип ҡабул итеүселәр булды. Беҙ йәш саҡта, тип ебәргән булайым, гармун моңо яңғырап тора ине. Фәйзинур тигән егет ойотоп ҡына уйнап ебәрә ине гармунда.
Ғаиләлә ике ҡустым менән ике һеңлем бар тағы ла. Нәҫелебеҙҙә лә, туғандар араһында ла артистар юҡ. Әсәйем йырлауын-йырланы инде, әммә етем булғас, иғтибар етмәгәндер инде. Беҙҙә хатта ҡурайсы, йыраусылар ҙа юҡ. Шуға атай-әсәйҙең башына ла инмәгәндер ҡыҙҙарын әртис итеп күреү ниәте. Атайым мин һайлаған юл менән бик үк риза булманы, өндәшмәҫ кеше ине, әммә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә алды барыбер.
Әммә бер мәл И. Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк” спектакле менән үҙебеҙҙең яҡтарға ҡайтҡанда ул беҙҙең сығыштарҙы, эш мәшәҡәттәрен ҡарап, һынап йөрөгәндән һуңмы икән инде: “Эшең бик еңелдән түгел икән шул, ҡыҙым!..” – тине. Йәйге гастролдәрҙең үҙенең ҡатмарлыҡтары бар бит инде. Беҙ тирләп-бешеп, хәлебеҙ бөтөп өҫтәл артына килеп ултырғас, әйтте ул был һүҙҙәрен. Беҙ Фирҙәттәр менән ҡайтҡайныҡ унда ауылға. Бына шул булды уның бар баһаһы минең эшемә.
– Бик ҙур баһа, минеңсә. Етмәһә, уның риза түгеллеген белгәндән һуң!..
– Еңел аҡса эшләмәйһең икән шул, тигәнен дә хәтерләйем аҙаҡтан. Ә былай ул бигерәк иртә китте һәм барыбер, минеңсә, бик үк риза булманы эшемдән. Өҫтәүенә мин бер ҡолағына алҡа таҡҡан Филүсте өйгә алып ҡайттым. Ул, моғайын, үҙе табип булмаһа ла, кейәүе етди, төплө һөнәр эйәһе булыр, тип көткәндер. Әммә хәлдәр башҡасараҡ барып сыҡты. Филүс саҡ Голландиянан ҡайтып төшкәйне, үҙе йәп-йәш, шортик кейеп алған. Хәҙер уйлайым да, атайым өсөн был көтөлмәгән хәл булғандыр инде. Атай бер ни әйтмәне, әммә аңланым уның риза түгеллеген. Улыбыҙҙың тыуғанын да күрмәй 62 генә йәшендә атайым яҡты донъя менән хушлашты... Бик үкенес булды, әлбиттә... Бөгөн кейәүенең данлыҡлы Ф. Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләүен дә күрмәне бит, исмаһам, тим ҡайһы саҡ Филүскә. Ғорурланыр ине ул.
– Белеп яталыр ул. Шулай уйлайыҡ. Улай еңелерәк бит. Ә үҙең һуң нисек уй­лайһың: артист һөнәре төплө түгелме ни?..
– Юҡ, атайҙың ҡарашын әйттем мин. Уның позицияһын белдертергә тырыштым. Әлбиттә, минең фекерем башҡа. Әгәр бүтән булмаһа, мин ошо юлды, сәнғәт өлкәһендә эшләгән хәләл ефетемде, сәхнәне һайламаҫ инем.
Бына бөгөн, мәҫәлән, беҙ үҙебеҙ ҙә, атай-әсәй булараҡ, балабыҙҙың киләсәген уйлайбыҙ. Улыбыҙҙың ошо һөнәргә килеүен һайлар инемме икән? Бына ошо хаҡта минән йыш һорайҙар. Ҡаршы килмәҫ инем. Рамаҙанға әле 13 йәш, ул ҡурай уйнарға өйрәнеп алды. Кеше үҙ һөнәрендә лә бәхет табырға, бәхетле булырға тейеш. Уға ошо эшен башҡарыуы күңелле булыуы зарур. Әгәр һин эшеңде яратмайһың, теләп башҡармайһың, һәр саҡ үҙеңдең кәрәклегеңдә шикләнәһең икән, хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә шул самалы булалыр. Мин улымдың күңеленә ятҡан һөнәр һайлауын теләйем. Ул эшен яратып, кинәнеп башҡарһын. “Мин сәнғәтте һайлайым!” – тиһә, риза булыр инем.
Эйе, беҙҙең һөнәр бик ҡатмарлы ул. Беҙ бик хисле кешеләр. Актрисалар ҙа һәр саҡ һәр режиссерға ҡыҙыҡлы булмауы ихтимал. Шул саҡта күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелеп китәһең һәм: “Атай хаҡлы булманымы икән? Бәлки, табип булһам, күптәргә кәрәгерәк булмаҫ инемме? Яҡындарыма ярҙамым нығыраҡ теймәҫ инеме икән?”– тип уйланған саҡтар ҙа була. Беҙ бит кешеләр, кәйефтәр ҙә төрлөсә булып китә. Ижад кешеһенә эҙләнеү хас, уны һәр саҡ һорауҙар борсой. Ул шулай булырға тейеш тә, сөнки эҙләнеү­һеҙ үҫеш тә, алға барыш та юҡ. Хатта шул уҡ икеләнеүҙәр, һыҙланыуҙар беҙҙе үҫтерә, уйландыра, һис уйламағанда ниндәй ҙә булһа образды эшләгәндә ярҙам итеп ҡуя.
Йәш барған һайын үҙеңә күберәк һорауҙар бирәһең. Әле беҙҙең эш күпкә еңелерәк, сөнки оҙайлы гастролдәр юҡ. Иртән балаң, ирең янында уянаһың. Уларҙы йылы аш менән ҡаршы алаһың. Әгәр элекке быуын актрисаһы булһам, мин, моғайын, был һөнәрҙән киткән булыр инем. Эшемдән ҡурҡҡан өсөн түгел, әлбиттә, ә балама, ғаиләмә иғтибарлыраҡ булырға теләү ниәтенән. Сабыйымды тапҡас ҡына, мин баланың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңланым. Улар күберәк булырға тейеш ине, әммә сәхнәгә алданып, мин әсәлек бурысым хаҡында онотоп ебәрмәнемме икән, тим. Рамаҙан улым йөҙөндә атҡарам әсәлек бурысымды. Ул әсәлек бурысы ғына түгел бит, ә ҡатын-ҡыҙ бурысы. Был донъяла ҡатындарҙың ошонан да ҙурыраҡ миссияһы булыуы мөмкинме? Юҡ, әлбиттә. Һәр хәлдә мин шулай уйлайым. Бала таба алған ҡатын күп итеп бала табырға, ғүмерен уларҙы тәрбиәләүгә бағышларға бурыслы.
– Театр һәм ғаилә алдында һайлау торһа?
– Әгәр ғаиләмә тейешенсә иғтибар бирә алмаһам, был хис мине ғазаплай. Эйе, театр минең яҙмышыма әйләнгән, унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Миңә тиклем ижад иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер юлына күҙ һалам һәм ижад өсөн ғаиләләренән баш тартыуҙарын дөрөҫ түгел, тип уйлайым. Эйе, заманаһы шулай булған, ҡатындар үҙҙәрен эштә, хеҙмәттә, ир-ат менән бергә типә-тиң эшләп, үҙ йөҙҙәрен табырға тырышҡан. Әммә улай үҙеңде сәнғәт өсөн ҡорбан итеү кәрәк булдымы икән? Ә ғаиләң? Балаларың? Улар ҙа бит беҙҙең иғтибарға мохтаж! Улар ҙа бит беҙҙең һөйөүгә лайыҡ! Улар ҙа бит беҙҙән йылылыҡ көтә!
Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтәШул уҡ ваҡытта әгәр ул мәшһүр актрисалар өйҙәрендә генә ултырһа, сәнғәт нин­дәй ролдәрҙе, образдарҙы, шәхестәрҙе юғал­тыр ине. Сәхнә бит ярым-яртылаш өндө, бер аҙ ғына тигәнде яратмай, ул үҙенә тотош­лайы менән бирелгәндәрҙе үҙендә йота.
– Былар барыһы ла һиндә әсә булыу миссияһы шатлығы ҡысҡы­ралыр, моғайын?
– Эйе, тап шулай. Алда әйткәнемсә, ошо иң төп бурысыбыҙ түгелме һуң, тип ғазапланам мин. Театр тип йән атып, бер генә бөртөк бала менән тороп ҡалғанмын.
– Аллаға шөкөр, тиң. Бала бәхетен татытҡан бит Аллаһ Тәғәлә. Ә шулай ҙа бына мине нимә ғәжәпләндерә: атайың риза түгеллеген тойғанһың, етмәһә, Фи­лүсте эйәртеп ҡайтҡанһың... Был нимә ул: башҡорт ҡыҙының башбаштаҡлығымы, әллә мөхәббәтме?
– Холоҡ сағылышымы икән инде, белмәйем, әммә үҙемдең ижадтағы көслө рухлы, ныҡышмал асылымды яратам. Тормошта үҙ урынын тапҡан ҡатындар, үҙ юлынан атлаған образдар – улар минеке. Уларҙы миңә хатта уйнарға ла кәрәкмәй кеүек. Меҫкен, туҡмалған ҡатындарҙы бөтөнләй яратмайым.
– Ә ни өсөн?
– Холҡомдан киләлер инде, күрәһең. Институтта белем алғанда беренсе йылдан беҙ тәжрибә курсында уҡыныҡ. Мәскәүҙән, Ижевскиҙан студенттар бар ине, улар драма түңәрәктәрендә йөрөп килгән, донъя әҙәбиәте менән таныштар. Ә мин үҙе­беҙҙең башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәтен өйрәнгәнмен, спектаклдәр ҡарағанмын. Мин, бала саҡтан бик оялсан бала, тағы ла нығыраҡ ояла, уңайһыҙлана башланым. Ҡыйыу кеүек күренһәм дә, ҡыймайым да ҡуям нимәлер эшләргә. Ана шул оялып йөрөүем арҡаһында 1-се курста 26 кеше араһында бер үҙемдең “актер оҫталығы” дәресенән “3”-лө сыҡты. Ә минең өсөн был ҡот осҡос хәл ине. Нисек инде ул мин һәм “3”? Ошо һорау мине сәмләндереп ебәрҙе лә инде. Холҡомдоң иң төп һыҙаттарының береһе – ул сәмләнеү.
Йәнә лә уҡытыусыларым да һиҙеп ҡалып, күңел төбөндәге ынйыларҙы балҡытырға тырышты. Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина мине тәүге көндән үҙ итте. Нимә булһа ла уға барам, кәңәшлә­шәм, бер ҡасан да ярҙамдан баш тартманы. Бына ошо аралашыу ҙа мине эске яҡтан нығытты, үҫтерҙе. Әле булһа уның ҡараштары күҙ алдымда тора. Башҡалар­ҙан айырмалы иғтибар бүлде ул миңә.
Үҙ һүҙле булдым бала саҡтан. Уҡырға ингәс, бик ныҡ ауылды һағындым. Шуға күрә ана шул үҙһүҙлелегем һәм һағыныуым арҡаһында саҡ уҡыуымды ташлап ҡайтып китмәнем.
Суфия апай Кусимова минең уҡытыу­сым булды. Элек бит инде демонстрациялар йыш үткәрелә ине, ана шунда ла ҡалмай ҡайтып китә торғайным. Бигерәк тә баҫым яһай башлаһалар, минең өсөн эш харап. Әллә әсәйҙең яратып, иркәләп үҫтереүе тәьҫир иттеме икән, бөтөнләй тауыш күтәрмәй инем. Шуға күрә мине кемдер мәжбүр итеп демонстрацияларға сығара алмай ине, ә Суфия апай сту­денттарҙы аңлап ҡарарға тырышҡандыр инде. Миндә барыһын да аңлау самаһы бар, әммә ана шул баҫым яһарға тырышыуҙы, ҡысҡырыуҙы бөтөнләй ҡабул итә алмайым. Хатта режиссер шулай алып барырға уйлаһа репетицияларын, минең ул мөхитте ташлап сығып киткән саҡтарым да булды. Күҙ алдымда башҡаларға баҫым яһағанды ла күтәрә алмайым. Кешене меҫкен итергә тырышыу минең өсөн фажиғәгә тиң. Бер-береңә ышанып, ихтирам менән эшләү яғындамын.
– Мөхәббәткә ышанаһыңмы?
– Әлбиттә. Мин белмәйем беҙ Филүс менән бер-беребеҙгә яратам тип әйткәнебеҙ булдымы икән өйләнешкәнгә тиклем, әммә бер хәл килеп сыҡты. Әллә шаяртып, әллә ысынлап, ул тотто ла: “Мин АҠШ-ты күреп ҡайттым, дуҫ егетем менән шунда бейергә китәбеҙ!”– тине. Бер ҡараһаң, донъя ла ишелмәгән, туфан да ҡалҡмаған. Әммә уның ошо һөйләмде әйтеүе булды, миңә ер әйләнеүенән туҡтаған кеүек тойолдо. Донъя юҡҡа сыҡтымы, әллә бүтән хәл булдымы унда, белмәйем, төрлөсә атарға була, әммә мин унһыҙ йәшәй алмаясағымды аңланым. “Мин унһыҙ нисек?”– тигән уй бөтәһен дә хәл итте. Ул бар, миңә рәхәт. Ул булмаһа, миңә ҡыйын. Күрәһең, мөхәббәт ошолор инде. Беҙ бер-беребеҙ менән оҙон-оҙаҡлап осрашып йөрөмәнек тә, яратам тип әйтешмәнек тә, хатта әле лә беҙ ул һүҙҙе ҡулланмайбыҙ. Әммә яныбыҙҙа бер-беребеҙҙе тойоу кәрәк.
– Һин бәхетлеме? Ғөмүмән, һинеңсә, нимә ул бәхет?
– Бәхетлемендер, тим. Бәхет – ул күңел торошо. Әгәр күңелең ялҡынланып тормай икән, был ауыр хәл. Мин иртән уянам һәм яҡындарымдың эргәмдә булыуын күрәм. Күңелем тыныс. Бына ошо минең өсөн – бәхет. “Прометей”ҙа эшләйһе ролем бар. Шул да миңә ҡыуаныс. Буласаҡ ролем өҫтөндәге ижади эштәр ҡанатландыра.
Бер ваҡыт та ғәмһеҙ тормош менән йәшәмәйем. Үҙемә һорауҙар ҡуям, шуға яуап­тар эҙләйем. Хатта ҡайһы берҙәренә яуап таба алмай ғазапланам. Былар мине бәхетһеҙ итә түгел, киреһенсә, тормошомдо мәғәнәле итә.
Халҡыбыҙҙың ҡайһы бер һыҙаттары мине әрнетә лә, ҡайһы бер холоҡ-фиғеле ҡыуандыра ла. Бөтә йыйған ижади багажымды асыр ролемде көтәм. Ошо өмөт тә мине дәртләндерә.
– Шундай гүзәл ҡатынына Филүстең ниндәй бүләк эшләгәне бар?
– Төрлө бүләктәре бар. Әммә иң ҙуры – ул Филүстең миңә мөнәсәбәте. Ул шундай кешелекле. Маҡтағым да килмәй, күҙ тейеүҙән ҡурҡам. Минең эргәмдә – мине аңлаған ир-егет. Уның эргәһендә ҡартайыуҙан ҡурҡмайым. Ошонан да ҙурыраҡ бүләк булыуы мөмкинме? Ҡатын-ҡыҙ бөгөн матур, иртәгә сәскәләй һулыуы ла бар, ә Филүс янында миңә бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508