Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағышлы, нағышлы бала саҡ
Һағышлы, нағышлы бала саҡ“Атаһы әсир төшкән...”

Был хәбәр дуҫым Һаҙиҙың атаһы тура­һында. Әсәйем быны ҡолағыма бышылдап әйтте: “Ауылда был турала һөйләргә ҡушылманы”.
Шул көндән Һаҙи беҙгә килмәҫ булды. Мин барғас, башын аҫҡа эйеп йөрөгәнен күреп, бик ҡыйынһындым. Бығаса шат-ирмәк малайҙы алыштырғандар, тиерһең. Йөҙөн ҡайғы баҫҡан. Әсәһе лә өндәшмәй, ҡустыһы ла. Миңә нишләргә?
Өйгә ҡайтҡас, әсәйем шуны өҫтәне: “Силсәүиткә хәбәре килгән-килеүен, ләкин дөрөҫмө-түгелме, бер кем раҫлай алмай”.
Бер нисә көндән Һаҙиҙар ауылдан китеп барҙы. Өйҙәрен әллә һаттылар, әллә юҡ, төйөнсөктәре генә бар ине. И-и йәл булды. Рәхәтләнеп уйнай инек. Ул беҙҙә, мин уларҙа. Йәшкә олораҡ булһа ла. Һаҙи миңә тырнаҡ менән дә сиртмәне, тиң күреп ярата ине.
Һуғыштың беренсе мәлендә ҡолаҡҡа инеп ҡалған “әсир” һүҙе олоғайған һайын тулыраҡ мәғәнәлә аңлашыла барҙы. Беҙҙең ғәскәрҙәр дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған осраҡтарҙа немец ҡама­уында ҡалыу ваҡиғалары булғылап торған. Ирекһеҙҙән әсирҙәр. Кем үҙ теләгенән дошман яғына сыҡһын! Был хәл башҡа һыймай.
Әсирҙәр яҙмышы тураһында һүҙ сыҡҡас, бер замандашым атаһы тураһында һөйләне. Һуғыштың беренсе мәлендә үк немецтарға эләккән икән. Урындан-урынға ҡыуылып йөрөп, биш лагерь үткән. Ни ғәжәп, иҫән ҡалған. Ҡасҡан. Тотолмаған. Француздарға тап булып, фашизмға ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан. “Илемә ҡайтам!” — тип ҡанатланып торғанда, Совет хөкөмө был ирҙе ун йылға иркенән мәхрүм итеп, Колымаға ебәргән...
“Мин атайһыҙ һәм әсәйһеҙ үҫтем, — ти был замандашым, — ике бер туғаным астан үлде. Үҙем нисек иҫән ҡалғанымды аңлата алмайым”.
Әсирлек яҙмышына дусар ителгәндәр һәм уларҙың туғандары мең яҙмыш һынауы аша үтә алманы. Балалыҡ дуҫым Һаҙи шулай ғәйеп булды.

Эш тә эш...

Һуғыш осороноң икенсе яҙына аяҡ баҫҡанда михнәт сигеү башланды. Бәрәңге баҡсаһын Әминә апайым һәм Ғайса ҡустым менән ҡаҙыйбыҙ. Быныһы уртаҡ эш. Утын бар, ләкин ҡул арбаһы менән сыбыҡ-сабыҡ ташыйбыҙ. Үлән буйға еткәс, салғы тотоп, бесән әҙерләп маташыуҙар ғәҙәткә инде. Нужа өйрәтте...
Иртә таңдан киске ҡараңғыға тиклем эш тә эш. Әсәйебеҙ һис тынғы бирмәй. Утын ҡырҡып аҙапланғанда ҡаҡлығып киткән ағас түмәр ҡаҡ маңлайға бәрелде.
“Һыйырҙы һаҡлағыҙ, бәрәңге үҫтерегеҙ, икмәктең валсығын да әрәм итмәгеҙ”, – тип яҙа атай фронттан.
Аш-һыу нормаһы 12 йәшлек Әминә апайым ҡулында. Хужабикә булыу үҙенә килешеп тора. Беҙ ғаиләлә дүрт малай. Бишектәге төпсөк Хәмит тә ашарға һорай. Ҡустыбыҙ Муса үлән ҡушымталары менән әҙерләнгән ризыҡҡа әйләнеп тә ҡарамай, уға бармаҡ осондай булһа ла ҡамыр ашы, бер-ике бәрәңге, һөт-ҡатыҡ булһын.
1942 йылдың көҙөнән аслы-туҡлы тормош башланды. Кемдер һыйырһыҙ ҡалды, кемдер бәрәңге үҫтерә алманы, запасһыҙ ҡалған­дарҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Яҡшы өйҙө һатып, иҫкерәгенә күсеү күренеше төҫ алды. Һуғыш иң тәүҙә ғаилә тамырын ҡоротто.

Аслыҡ фажиғәһе

Ҡырҡ өсөнсөнөң яҙы һәм йәй башы күптәр өсөн фажиғәле булды. Иген запасы юҡ, бәрәңге ашалып бөткән, һөт-ҡатыҡ һағынып һөйләргә ҡалған. Астар һуҙыла ла ята. Башта биттәре шешенә, күҙҙәре тоноҡлана, тауыштары һүнә. Бала-саға, ҡарт-ҡоро тауыш-тынһыҙ яҡты донъянан китә лә бара.
Атайымдың бер туғаны – Фәйзрахман бабайыбыҙ ырҙын ҡарауыллай ине. Йәй көнө эш урынында үлгәнен ишеттек. Бер ҡарт ат ҡәберлегендә ҡаҙынып, ит табып бешереп ашаған, тип һөйләнеләр. Беҙгә яҡын күрше Ишбулды ағай ҡасандыр баҡсала күмелгән бәрәңге соҡорон эҙләп ыҙа сикте.
Ҡар аҫтында ҡышлаған иген башағын йыйып ашағандар ҡан төкөрөп үлде. Септик ангина тигән сир барлығын шунда белдек. Ошондай фажиғәләрҙе бер беҙҙең генә ауыл кисермәгәндер, бөтөн ил өҫтөнә төштө һуғыш михнәте.
...Һикһәненсе йылдар. Баҡсамда ҡышлаған бер тоҡ бәрәңге “кәлжемә” хәлендә икәнлеген күреп шатландым. Алып ҡайтҡас, ҡатыным Наиләгә ҡуштым: иҙгәс, он ҡуш, бер нисә йомортҡа һыт, аҡ май, һуған... Бик тәмле күмәс беште, ләкин балалар ашаманы. Ә теге ваҡыттамы...

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә

Икмәк ҡәҙере ныҡ артты. Мәктәптә бер көн уҡыһаҡ, икенсе көн төшөп ҡалған арыш, бойҙай, тары башаҡтарын йыябыҙ. Һәр кем ярты тоҡ башаҡ йыйырға бурыслы. Бының өсөн сәғәттәр буйы йөрөргә тура килә. Йыйылған башаҡты уҡытыусыға күрһәтәһең. Ә ҡыш йорттан-йортҡа йөрөп, көл, тауыҡ тиҙәге йыябыҙ.
Өлкәнерәк балалар ҡыш буйы ырҙында. Көлтә-көлтә өйөлгән эҫкерттән иген һуғалар. Ҡатмарлы һуҡтырғыс көнө буйы эшләп тора.
Двигателенән киң ҡайыш шап-шоп йүге­реп йөрөй. Уны нефттә эшләтәләр. Киң ҡа­йыш аша көс-ҡеүәт молотилкаға бирелә. Үҫә төшкәс, мин дә унда эшләнем. Кемдер уң ҡулыңа көлтәләрҙе һона, ә һин уның бауын сисеп, таяҡ менән таратып, молотилкаға йоттораһың. Бушҡа әйләнһә, ҙур тауыш сы­ға­ра, ә мулыраҡ “йотторһаң”, тонсоға ла ҡуя.
Егет ҡорона ингән минең кеүек “подавальщик”тар менән иҫәпләшәләр. Танауҙы күтәрмәй, эйәкте алғараҡ ҡуйып, тамаҡ төбөнәнерәк тауыш сығарып һөйләшә белһәң, үҙеңде һанлай башлайҙар. Бына кем ул “подавальщик”!
Йәй уртаһында арыш башағы һөт хәленә инә башлау менән кешеләрҙә аслыҡтан ҡотолоу өмөтө яңыра. Ярай бер ус башаҡ эләктереп өлгөрә алһаң. Һыбайлы һаҡсы килеп ҡамсылай ҡалһа, бөттө баш... Әнүәр дуҫымдың арҡаһында ҡамсы эҙе ҡартайғансы бөтмәне.
Сталиндың “Башаҡтар тураһындағы” законына ярашлы бер апай өс башаҡ өсөн өс йылға, икенсеһе биш башаҡ өсөн биш йылға ултырғанын үҙем күрҙем.
Тамаҡ бик күптәрҙе һәләкәткә дусар итте. Колхоз эшенән ҡайтыусы ҡатын-ҡыҙҙы ялағай оло йәштәге ир тентегәнде, береһен үткәрмәй ҡапшағанды кем күҙ алдына килтерә алһын... Ә кейем аҫтына бер нисә ус ашлыҡ йәшермәй ҡайтыу шулай уҡ мөмкин түгел ине.

“Капитал” менән ҡыҙыҡһыныу

Бөгөн бындай хәлде күҙ алдына килтереү мөмкин түгел: ул йылдарҙа дәреслектәр юҡ. Китапты уҡытыусы ҡулында күреп ҡалабыҙ. Бындай аяныслы хәл һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла дауам итте.
Карл Маркстың “Капитал” исемле китабын нисек бүлгеләүебеҙҙе һис онотмайым. Йыртҡыстар йәнлек түшкәһен йолҡҡолаған кеүек ҡыланабыҙ, һарғая төшкән ҡағыҙы һәйбәт, юл аралары иркен, дәфтәр урынына ярай. Яҙ ҙа яҙ. Тик перо юҡ. Дуҫым Әнүәр ҡалайҙан ҡырҡып перо эшләй, мин мейес ҡоромон иретеп ҡара яһайым. Пероны саған ботағына бәйләйбеҙ.
Шәп уҡыным, “бишле”гә генә. Бер мәл бүләккә ике дәфтәр менән ҡәләм бирҙеләр. Эй һөйөндөм, ләкин үҙемә яҙманы, өлкәнерәк бер малай талап алды. Ә мин һаман “Капитал”ды “үҙләштерәм”. Олоғайғас, сәйәси белемгә ынтылыуыма, бәлки, мәшһүр ғалим яҙған ошо тәғлимәт тә этәргес булғандыр. Был китапты әле лә ҡулға алғылайым.
Һуғыш хәүефе зиһендәргә 1942 йылдың йәйендә ныҡлап инде. Немец ғәскәрҙәре Сталинград янында. Ауыл ҡарттары уфтаныша, фашист Сталинградты алһа, эш харап, тиҙәр. “Япондарға ышаныс юҡ” тигәнгә, икенсеһе “Һин төрөктө уйла, төрөктө” тип ут­ҡа май һипкәндәй өҫтәп ҡуя. “Төрөк ҡуҙ­ғалһа, ахырызаман буласаҡ. Был турала китапта яҙылған”, – тиеүҙәренән тән зымбырҙап китә.
Ололарҙың әңгәмәһе күңелдә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Тарихтың мәңге үҙ төҫөн юғалт­маҫ биттәре. Орсоҡтай ғына малай булыуыма ҡарамаҫтан, донъялағы тигеҙһеҙлекте, көстәр нисбәтен шунда аңлай башлағанмын һымаҡ тойола.

Туң бәрәңге ҡарҙа бешмәй

Урманда ҡар билдән. Сатнама һыуыҡ үҙәккә үтә. Ошо шарттарҙа беҙ – ике малай – бәрәңге бешереп ашарға булдыҡ.
Беҙ – дүртенсе класта. Әхәт әйтә: “Һин шырпы, ҡағыҙ һәм бер көлтә һалам ал”. Ә үҙе, ҡартинәһе тышҡа сыҡҡан арала, йәһәт кенә баҙға төшөп, ике кеҫәһенә бәрәңге йәшереп алып сыҡты.
Ауыл күҙҙән юғалғас, усаҡ әтмәләй башланыҡ. Мин, ҡорһағым менән ҡар һөрә-һөрә, ҡоро утын ташыйым. Әхәт (ул минән булдыҡлыраҡ), ҡар өҫтөнә сыбыҡ-сабыҡ түшәп, усаҡ яҡмаҡсы.
Ҡағыҙ тиҙ генә янып елгә осто. Һалам янған һайын уның аҫтында ҡаҙан һымаҡ соҡор барлыҡҡа килде. Ә саған, йүкә, имән ҡабыҡтары ялҡынды ҡабул итмәне. Ситтә ҡалған һаламды “ҡаҙан”ға һалыу усаҡҡа көс өҫтәмәне.
Әхәт, ас кешенең асыуы яман тиһәләр ҙә, миңә ҡаршы һүҙ әйтмәне. Бер бәрәңгене алып кимермәксе итһә, уныһы туңа башлаған. Сәйнәп йотҡас, сырайын һытты һәм бәрәңгеләрҙе атып бәрҙе. Аслыҡтың ахыры сигенә етелгән, дуҫым нимә эшләгәнен үҙе белмәй ине.

Үҙе белмәй, тигәндән...

Әхәт Красноусолға барып, икмәк магазины янында күпмелер уралған да, йәне теләгән ризыҡты “сәлдереп”, ысҡынмаҡсы булған. Теүәлен белеп бөтөрмәйем, сөнки үҙе һөйләмәне. Ҡыҫҡаһы, ултыртҡандар. Ошо хәлдән һуң яҙмышы яңылыш юлға дусар ителде лә торҙо.

Күрше хаҡы

Ҡара таңда ишек шаҡыйҙар, әсәйебеҙ ишек асыуға, Ҡәнифә әбей сәсен туҙҙырып килеп керҙе. Һоҫҡо тотҡан.
— Төтөн сыҡҡанын әллә ҡасан күрҙем. Күмер төшкәндер?
Әсәйебеҙ уны дүрт күҙ менән оҙата сыҡты. Берүк осҡон төшөп ҡалмаһын өсөн. “Утҡа йөрөү” мәшәҡәте булмаһын өсөн, мейес күмерен ҡаҙан аҫтына тартҡас, ҡалын көлгә күмеп ҡуяһың. Иртәнгә саҡлы һаҡлана.
Күршеңә йомошҡа кереү – ғәҙәти хәл. Бигерәк тә бер ус тоҙ йәки бер стакан он мохтажы килтереп ҡыҫҡанда. Ниндәй генә йомош төшмәҫ тиһең! Кем аҡса биреп тора, кем – бер бешереп ашарлыҡ бәрәңге. Ҡайҙалыр дәрәжәле урынға барырға булһа, өҫ кейеме һораусы була. Бер күршебеҙ көн дә тиерлек балта һорап торор ине. Ҡыш башланғас уҡ полещиктан балтаһын алдыр­ған. Ҡайтарып ала алмаған, бирер нәмәһе булмағас, тәки йөрөнө йәйгә сыҡҡансы һоранып.
Эйе, һоранып йөрөүселәр ҡулбаштарына тоҡсай аҫып килеп керер ине. “Христа ради”­ларҙы ла ҡыуып сығармай инек. Ә “серағым” ҡырғыҙ ҡарты һуғыш бөткәнсе йөрөнө.
Кешеләр бер-береһенә йылы ҡарашта, теләктәшлектә ине. Фәҡирлек берләштер­гәнен, күрше хаҡы тәңре хаҡы икәнлеген белеп үҫтек. Үҙ-ара ярҙамлашыу йәшәү рәүеше, мохтажлыҡты еңеү сараһы булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509