Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » В.И. Ленин музейы
В.И. Ленин музейыӨфө ҡалаһында, Достоевский урамы, № 78 йортта В.И. Ленин музей-өйө асылды. Был йортта В.И. Ленин 1900 йылдың йәйендә бер айҙан артығыраҡ торған. Ул Өфөлә административ һөргөндә иҫәпләнгән Надежда Крупская янына килгәйне.

Владимир Ильич Өфөгә килеүен административ һөргөндә булған кешеләрҙән һәм Өфө эшселәренән “Искра” юнәлешендә группа ойоштороу өсөн файҙаланды. Административ һөргөндәгеләр араһында был ваҡытта Свидерский һәм Цюрупа иптәштәр бар ине. В. И. Ленин Өфө социал-демократтары менән “Искра” юнәлешендәге социал-демократтар группаһы ойоштороу һәм Өфө губернаһындағы эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында политик эш алып барыу мәсьәләләре буйынса бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрҙе.
Лениндың актив ҡатнашлығында административ һөргөндәгеләрҙән һәм Өфө эшселәренән Өфөлә “Искра” юнәлешендә группа ойошторола, ул группа Ленин тарафынан ойошторолған “Искра” газетаһы менән тығыҙ бәйләнеш алып бара. Был группа Өфө губернаһындағы эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында ҙур революцион эш алып бара. Был группаның юлбашсылығы һәм актив ҡатнашлығында (Якутов, Свидерский, Цюрупа һ. б.) Беренсе рус революцияһы йылдарында самодержавиеға ҡаршы демонстрациялар һәм забастовкалар үткәрелә.
Музей-өй ҙур булмаған 4 залдан һәм мезониндан (икенсе ҡатта 2 бүлмә) тора. Беренсе залда В. И. Лениндың балалыҡ ваҡыты, йәшлек йылдары һәм революцион деятельносының башланыуы күрһәтелгән. Музейҙың икенсе залында В. И. Лениндың 1901 йылдан 1918 йылға тиклемге булған тормош һәм революцион деятельносы тураһындағы экспонаттар урынлаштырылған. Музейҙың өсөнсө залында Владимир Ильичтың 1918-1923 йылдарҙағы революцион деятельносын сағылдырған экспонаттар ҡуйылған. Дуртенсе зал В. И. Лениндың үлеүе тураһындағы ҡайһы бер материалдар менән йыйыштырылған траур залы.
Музей-өйҙөң бишенсе залы мезониндан тора. Бында В. И. Ленин Н. К. Крупская янына Өфөгә килгән ваҡытта торған.

ҒАЙСАРОВ,
музейҙың директоры.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1941 йыл, 21 ғинуар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506