Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөнгө үлсәм иртәгәгә ярамай
Бөгөнгө үлсәм иртәгәгә ярамайРәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин күптән түгел ҡайһы бер граждандарға, хеҙмәт стажы һәм балл етмәү сәбәпле, пенсия тәғәйенләнмәүе тураһында белдерҙе. Бер ҡараһаң, ғәҙел дә кеүек – хеҙмәт йәшендә эшләмәгән һәм ҡаҙнаға һалым да түләмәгән икән, хәҙер килеп ни намыҫы менән пенсияға өмөт итһендәр... Ғәмәлдә был хәл беҙҙең бөгөнгө иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төп үҙенсәлектәренә барып тоташа.


Ғәмәлдә – бар, исемлектә – юҡ
Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, әлеге мәлдә “һоро” секторҙа 15 миллион кеше эшләй, ләкин Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы рәсми теркәлмәй эшләгән һәм страховка иғәнәһе түләмәгән кешеләр һанын 33 миллион тип күрһәтә. Икенсе төрлө әйт­кәндә, уларҙың хатта яҡынса һаны ла билдәле түгел, фәҡәт сама менән генә. Был ҡатлам кеше­лә­ре­нә шәхси эшҡыуарҙарҙы, шәхси яр­ҙамсы хужалыҡ менән шөғөллән­гәндәрҙе, шәхси йорт һалыусыларҙы йәки фатир ремонтлаусыларҙы, кооператив ағзала­рын, адвокаттар менән нотариустар­ҙы, таксистарҙы, фотографтарҙы, йортҡа барып сәс ҡырҡыусыларҙы, бала ҡарау­сыларҙы, тәржемә­се­ләрҙе, репетитор­ҙарҙы, еләк-емеш йыйып һатыу­сыларҙы һәм башҡа ҡайһы бер һөнәр эйәләрен ин­дереү ҡабул ителгән. Улар эшһеҙ ҙә түгел, ялланып та хеҙмәт итмәй, башҡа­ларҙың эш көсөн дә файҙаланмай, шул уҡ ваҡытта бер ойошмала ла теркәл­мә­гән. Тимәк, страховка стажы (белеүе­беҙ­сә, хәҙер хеҙмәт стажы юҡ), йәғни эш биреүсе пенсия фондына ай һайын иғәнә түләп тороуҙан барлыҡҡа килергә тейешле стаж юҡ тип иҫәпләнә.

Әлегә әҙ күренә лә бит...
Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ҡа­рағанда, яҡын киләсәктә страховка пенсияһынан ҡолаҡ ҡағыу хәүефе янаған граждандарҙың иҫәбе алып барылмай. Был Фонд йыл һайын 1,8 – 1,9 миллион кешегә ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйен­ләй икән. Ғариза биреп тә балл етмәү сәбәпле пенсияға хоҡуҡтары булмаған­дар 1,2 процент ҡына тәшкил итә, ләкин был күрһәткес пенсияға сығыу йәше бөгөн килеп еткән ҡатламға, йәғни уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында тыуған­дарға ҡағыла. Ә артабан улар күпме булыр?
Быйылғы йыл башына ҡарата Рәсәйҙә 145 миллион кеше йәшәһә, шуның 85 миллионы хеҙмәткә яраҡлы тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәү­ләт хеҙмәте академияһы менән Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды биргән күрһәткестәрҙең уртасаһын алһаҡ, рәсми теркәлмәй эшләгән кеше­ләр һанын 24 миллион итеп күрһәтһәк тә, “күләгәлә” йөрөгәндәр хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 28 проценты булып сыға! Етмәһә, Рәсәйҙең иҡтисад министры Максим Орешкин яңыраҡ илебеҙ халҡының хеҙмәткә яраҡлы өлөшө йыл һайын 800 мең кешегә кәмей барасағы тураһында белдерҙе. Күпме граждан һөҙөмтәлә страховка пенсияһынан ҡолаҡ ҡағыр? Был турала ла аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ.

“Күләгә”гә ҡасалар икән, юҡҡа түгел
Бөгөнгө йәмғиәттә “күләгәләге иҡтисад” тип аталған күренешкә төрлөсә ҡарайҙар. Әгәр ҙә йылдар буйы бер ҡайҙа ла тер­кәл­мәй эшләп һәм һалым да түләмәйенсә бер йәки ике фатир һатып алырға һәм артабан уны ҡуртымға бирергә хәлеңдән килә икән, тимәк, һиңә пенсияның да артыҡ кәрәге булмай сыға... Өфөлә, мәҫәлән, бер бүлмәле фатирҙы айына 14-16 мең һумға ҡуртымға бирергә була. Ә бит ҡайһы бер кешенең пенсияһы унан да аҙыраҡ. Етмәһә, ауыр саҡта был мөлкәтте һатыуҙы ла бер кем тыя алмай. Йә булмаһа, аҡсаны табыш кил­терә торған башҡа йүнәлешкә һалырға мөмкин. Әйткәндәй, пенсионерҙарҙың да байтаҡ өлөшө рәсми теркәлмәй генә эшләүҙе ҡулайыраҡ күрә, сөнки был осраҡта улар мәшғүл түгел тип иҫәпләнә, һәм пенсия ла даими индексациялана.
Ғәҙәттә, рәсми теркәлмәй эшләргә риза булыусылар ҙур хеҙмәт хаҡы вәғәҙә итеүҙәренә ҡыҙыға. Ә ундай фирмалар­ҙың, ҡағиҙә булараҡ, был талапты ҡәнә­ғәтләндерерлек мөмкинлеге була, сөнки хеҙ­мәткәрҙәрҙең килеменән һалым түләмәй. Ғөмүмән, мөмкинлек тыуғанда, ҡануниәттең үҙе өсөн отошло булмаған башҡа талаптарын да үтәмәҫкә тырышалар. Рәсми рөхсәт буйынса эшләгән һәм бөтә бухгалтерияһы асыҡ булған ойошмалар, тәбиғи, бик йыш ҡына улар менән ярыша алмай.
Әммә йәш саҡта уҡ ҡартлығын тәьмин итерлек аҡса туплап ҡалырға йәки уны табыш алырлыҡ ергә урынлаштырырға бөтәһенең дә хәленән килмәй. Барыһын да законлы нигеҙгә күсереү – дәүләттең бурысы. Был йүнәлештә байтаҡ эш башҡарыла. Бөлгөнлөккә дусар булмаҫ өсөн генә үҙ килемен йәшерергә мәжбүр булған эшҡыуарлыҡ ойошмалары ла бар. Уларға дәүләт яғынан йоғонтоло ярҙам күр­һәтелгәндә байтаҡ халыҡтың эш хаҡын легалләш­тереүҙе һәм пенсия алыуҙы ла тәьмин итергә була.

Ә донъяла нисек?
Иҡтисадтың бер ҡайҙа теркәлмәгән һәм һалым органдарына билдәле булма­ған өлөшө бөтә донъяға хас. Хатта социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән дәүләт­тәрҙең береһе булған Италияла ла эске продукттың 17 проценты ошо секторға тура килә. Ә Нигерия, Боливия һәм Таиланд кеүек “өсөнсө донъя” илдә­рендә ул хатта рәсми иҡтисад күләмен дә артып китә.
Эксперттар раҫлауынса, “күләгәләге иҡтисад”тың кире генә түгел, ә ыңғай яҡтары ла бар: бер яҡтан, ул ҡаҙнаға йыйылырға тейешле һалым күләме үҫешен тотҡарлаһа, икенсе яҡтан, эш­һеҙлекте кәметә. Әммә икенсеһе бөгөнгө көнгә генә ҡағыла икәне аңлашылалыр. Әлегә пенсионерҙарҙың хеҙмәт осоронда рәсми теркәлмәй эшләгән өлөшө күп түгел. Ә артабанғы быуын кешеләре араһында, киреһенсә, сағыштырып та булмаҫлыҡ күберәк. Улар пенсия йәшенә килеп еткәс, хәл нисек булыр?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 729

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 733

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 870

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 028

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 864

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 828

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 846

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 110

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 147

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 257

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 239

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 215