Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәштән яҙышмағаныма үкенәм”
Был донъяға һәр кем үҙенсә яраҡлаша. Берәүҙәр еңел килгән бәхеткә ҡойоноп йәшәһә, икенселәр ғүмер буйы ҡаршылыҡтар аша алға атлай. Ни өсөн шулай? Минеңсә, был аҡлы-ҡаралы тормоштоң мәрхәмәтһеҙ, етешһеҙ яҡтарына битараф ҡалмай, ундай хәл-ваҡиғаларҙы йөрәге аша үткәргәндәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ҡатмарлы юлды һайлай. Кемгәлер, нимәгәлер яраҡлашырға тырышып интекмәй улар. Ни өсөн тигәндә, үҙ ниәттәре, маҡсаттары, юлдары бар.

Бына шундай шәхестәрҙең береһе – ауырлыҡтар алдында һис ҡасан теҙ сүкмә­гән, тормош һынауҙарына бирешмәгән, шул уҡ ваҡытта кешелекле, кеселекле, ябай булып ҡала белгән уҙаман, Башҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Ишғәле Нурғәлиев.
Йәмле Һәләүек йылғаһының урта ағы­шын­да, Сағыл тауҙары араһында ятҡан Әп­тек ауылында (Ишембай районы) донъя­ға килә ул. Ғаиләлә бишенсе бала була. Сә­йә­си золом йылдары уның атаһы менән олатаһын да урап үтмәй. Артабан – һуғыш. Шуға ла Ишғәленең күңеленә бала сағы әрнеү­ле хәтирәләр менән уйылған. Ул уҡыусы сағында шиғырҙар яҙа, китап уҡыуға әүәҫ була. Әптектә башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан белем алыуын күрше Сәлих ауылында дауам итә. Унан хәрби бурысын үтәп, әлеге Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, барлыҡ ғүмерен хеҙмәткә бағышлай.
Ишғәле Ширәй улы менән уның матбуғат баҫмаларындағы яҙма­лары аша таныштым. Ҡәләме үткер уның. 2005 йылда Стәрле­тамаҡ яҙыусылары ойошмаһына тулы ижади багаж менән килде. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләре даими сыға, бынан тыш, урыҫ телендә “Моя медицина” тигән китабы донъя күрҙе.
“Ҡарабаш турғай” исемле повесында иһә Ишғәле Ширәй улының бар тормошо са­ғыл­дырылған. Ундағы ваҡиғаларҙың бе­реһе һаман йөрәгемде әрнетә: үҫмер ҡыш алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауыл мәктәбенә яланаяҡ йөрөп уҡый. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, был – ысынбарлыҡ. “Үткәндәре­геҙ­ҙән нимәгәлер үкенәһегеҙме?” тигән һо­ра­уыма яҙыусы: “Бер нәмәгә лә үпкәм юҡ, – тип яуапланы. – Тик, ниңә йәштән үк ныҡ­лап яҙыш­маным икән, тип кенә бошоноп алам”.
Ваҡиғалары йылдам үҙгәреп торған ҡатмарлы быуатта сыныҡҡан Ишғәле Ширәй улының ихтыяр көсөнә, рух ныҡлығына хайран ҡалмалы. Ифрат сабыр, сәмле һәм ғәмле кеше ул. Тап шундайҙар – йәмғиәттең терәк-таянысы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512