Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙҙары
Халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙҙарыБөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы республикала алдынғыларҙан һанала. Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың абруйын күтәреү, ғаилә институтын нығытыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һанап бөткөһөҙ күп эш башҡара ойошма. Уға лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан райондың абруйлы кешеләренең береһе Рәмилә Салауатова етәкселек итә.

Күптән түгел Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының тырышлығы менән “Бөрйәндең данлы ҡыҙҙары” тип исемләнгән китап донъя күрҙе.
— Йыш ҡына эш буйынса ауылдар буйлап йөрөйбөҙ, халыҡ менән осрашыуҙар, саралар уҙғарабыҙ. Һәр урында ябай, әммә һоҡланғыс ғүмер кисергән, тырышып эшләгән, аҡыллы балалар үҫтергән өлгө булырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Етәксе урындарҙы биләгән, табип, уҡытыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренә ихтирам һәм хөрмәт күрһәтелә, ә ябай ҡатын-ҡыҙҙарға йәмғиәттә иғтибар етешмәй һымаҡ тойолдо һәм башыма райондың данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙары тураһында китап сығарыу фекере килде, — ти китаптың мөхәррире.
Рәмилә Салауатованың изге ниәтен ул ваҡытта Бөрйән районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Динир Әхмәтйәнов та хуплай. Шулай итеп, 2013 йылда райондың хөрмәткә лайыҡ, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙары тураһында китап сығарыу эше башлана.
— Иң тәүҙә мөхәрририәт төҙөп, буласаҡ китап тураһында “Таң” гәзитендә белдереү яһаныҡ. Материалдар йыйыуҙа һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтте, урындағы хакимиәт башлыҡтары ла беҙҙең башланғысты күтәреп алды.
Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр, өс йылда байтаҡ материал йыйыла. Райондың яңы етәксеһе Рөстәм Шәрипов хәстәрлеге менән китапты баҫтырып сығарыу өсөн аҡса бүленә.
Китап бик эстәлекле килеп сыға, ул район хакимиәте башлығының тәбрикләү һүҙе һәм Бөрйән районы менән таныштырыуҙан башланып китә. Икенсе өлөштә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында белешмә бирелә, артабан район үҫешенә тос өлөш индергән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан эшсән һәм талантлы ҡатын-ҡыҙҙар, алдынғы хеҙмәткәрҙәр, герой-әсәләр хаҡында ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәт тупланған.
— Шөкөр, маҡсатыбыҙға өлгәштек, бөгөн “Бөрйәндең данлы ҡыҙҙары” китабы райондың һәр китапханаһында бар, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Киләсәк быуын өсөн уның әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Китапты сығарыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә, бигерәк тә Бөрйән районының “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлеге етәксеһе, хакимиәт башлығы Рөстәм Шәриповҡа сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, — тип ҡыуанысын йәшермәне Рәмилә Салауатова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511