Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шаҡайҙа, йөҙ йыл элек
Шаҡайҙа, йөҙ йыл элекБыл айҙы беҙҙең башҡортта шаҡай тип тә атайҙар. Әлбиттә, был һүҙгә, бәғзе диалекттарҙа ҡулланылғанса, иҫәр мәғәнәһе һалынмаған. Февралде рустар сирень, лютый тип тә йөрөтә. Бәлки, үҙебеҙҙәге шаҡай һүҙе шаҡырайып туңыуҙан, ҡаты хәлгә килеүҙән дә тамырланып киткәндер? Февраль – кандауай ҡыштың өсөнсө айы. Унда декабрь – аҡъюлай – ҡарының селт аҡлығы ла, ғинуарҙың уҫал һыуығы ла, алда көтөп торған марттың көн үҙәктәрендә күренеп ҡалыр имшетеүе лә бергә. “Февраль йөрөй ҡырҙар ҡыҙырып, күҙ асҡыһыҙ буран туҙҙырып”, – тип, ошо айҙа тәбиғәт күрһәтер ҡылыҡты шиғри юлдар менән Абдулхаҡ Игебаев ағайыбыҙ нығытып та ҡуйған.


Миҙгелдәр, айҙар, йылдарға атама­ларҙы халҡыбыҙ, быға шигем юҡ, уйнап түгел, бәлки, уйлап, һәр миҙгелдең уға ғына хас үҙенсәлеген күрә йөрөп биргән. Фекерем менән ризалашаһығыҙмы-юҡмы, иллә-мәгәр ил-дәүләт тормошо, сәйәси ваҡиғалар ҙа хатта тәбиғәттең ҡайһы бер мәлдәрҙәге холҡо менән бәйләнгән һымаҡ.
Февраль яҡты көндө өс сәғәткә оҙайта. Быныһы бәхәсһеҙ. Йөҙ йыл әүәл Рәсәйҙә, Башҡортостаныбыҙҙа булып, әле лә йөрәкте ашығыбыраҡ тибергә мәжбүр иткән ваҡиғаларҙы хәҙер күҙ алдына килтерергә тырышһаҡ, дәүләтебеҙҙең ниндәй ғәрәсәтле заманда тыуыуына ғына түгел, ә тарихта күп ваҡиғаларҙың тиҫтәләрсә йыл үткәс тә ҡабатланыуына ышанырбыҙ. Беҙ йәш саҡта гел генә тел осонда йөрөгән: “Инҡилаптың башы бар, әлбиттә, ләкин уның аҙағы ғына булмай”, – тигән һүҙҙең фәлсәфәүи мәғәнәһе тәрән икән.
Ысындан да, революция рухы менән һуғарылған сәйәси, социаль йүнәлештәге хәл-әхүәлдәр Рәсәйҙең төп ҡалаларында ла, пайтәхеттәрҙән алыҫтағы төбәктәрҙә лә һис һүрелмәҫтәй дауам иткән.
Шулай, ваҡиғалар сылбыры өҙөлөү белмәй. Ил эсендә синфи ҡара-ҡаршы тороу ҡораллы көрәш төҫөн ала. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй империяһының армияһы 1917 йыл уҡ, большевиктар ҡотҡоһо, немец һәм австрияктарҙан бер-бер артлы еңелеүҙәр һөҙөмтәһендә, ғәмәлдә тарҡалғайны инде. Әлегә фронт тотоусы ғәскәрҙәр ҙә, тәртип һәм берҙәм идаралыҡ булмау арҡаһында, немецтарға ҡаршы тороу урынына, үҙ белдеге менән йорт-ерҙәренә таралыша. Һалдаттар, күпселеге ҡоралын да ҡалдырмай, өйҙәренә ҡайтырға ашыҡһа, генералдар, офицерҙар, советтар менән көрәште ойоштороу маҡсатында, Донға, Төньяҡ Кавказға, Рәсәйҙең көньяғына юллана.
Бер үк ваҡытта, фронтта Рәсәй яғынан ышаныслы хәрби частарҙың булмауынан һәм совет делегацияһының солох тураһында договорҙы имзалауҙан баш тартыуынан файҙаланып, австро-герман ғәскәрҙәре көллө йүнәлештәрҙә 18 февралдә һөжүмгә күсә. Делегацияның Брест-Литовскиҙан ҡайтып китеүе Совет Республикаһын ғәйәт ауыр хәлдә ҡалдыра. Шул уҡ көндә, кис һуң ғына, РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында В.И. Ленин, көс-хәл менән, солох файҙаһына ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшә. 19 февралдә Берлинға совет хөкүмәтенең герман яғының шарттары менән ризалашыуы тураһында телеграмма һуғыла. Әммә уға яуап 23 февралдә генә алына. Ул арала дошман һөжүмен дауам итә. Алмандар яңы, тағы ла ауырыраҡ шарттар ҡуя һәм уны ҡабул итеүгә 40 сәғәт бирә. Бик сая алыштар һәм хатта Үҙәк Комитеттан сығыу менән янап ҡына Ленин ультиматумдың шарттарын кисектергеһеҙ ҡабул итеүгә ризалаштыра. Был 24 февралгә ҡаршы төндә була. Брест-Литовскиҙа совет делегацияһының эш һөҙөмтәләре тураһында март айы күҙәтеүендә ҡыҫҡаса әйтербеҙ әле.
Ул арала хәл уғата ҡатмарлана. Бресттағы һөйләшеүҙәр өҙөлгәс һәм немец ғәскәрҙәре Балтик буйында һөжүмен дауам иткәс, Балтик флотын Таллинн һәм Гельсингсфорстан (хәҙер – Хельсинки) Кронштадтҡа күсереү башлана. Немецтар 25 февралдә Псковты баҫып ала. Ә ул Петроградтан бигүк алыҫ түгел.
21 февралдә В.И. Ленин “Социалистик Ватан ҡурҡыныс аҫтында!” тип аталған декретты үҙ ҡулы менән яҙа. Декрет-мөрәжәғәттә ошондай һүҙҙәр бар: “Совет Социалистик Республикаһы ғәйәт хәүефле хәлдә ҡалды, …Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарар итә:
1. Илдең һәммә көс һәм мөмкинлектәре тотошлай революцион оборона эшенә йүнәлтелә.
2. Бөтөн Советтарға һәм революцион ойошмаларға һәр позицияны һуңғы тамсы ҡанға тиклем һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Декретта оборона сараларын үткәреү һәм шпиондарҙы, спекулянттарҙы һ.б. енәйәт урынында атыу хоҡуғы тураһында күрһәтмәләр бар.
23 февралдә Ҡыҙыл Армияға ирекле рәүештә күпләп яҙылыу башлана. Ошо көндәрҙә генә уның сафтарын тиҫтәләрсә мең эшсе һәм элекке армиянан киткән һалдаттар тулыландыра. Әүәл Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө, хәҙер Ватанды һаҡлаусылар көнө тип йөрөтөлгән байрам булдырылыуға, шулай итеп, быйыл бер быуат. Республика ғәскәрҙәре ошо көндө дошмандың Петроградҡа һөжүмен туҡтата ала.
Башҡортостанда һәм Ырымбурҙа барыусы сәйәси көрәш һәм болалар барышында 1918 йылдың февралендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм шураһының бәғзе ағзалары – улар араһында Әхмәтзәки Вәлиди, Мөхәмәтдин Әҙеһәмов, Сәғит Мерәсов, Илдархан Мутин, Аллабирҙе Йәғәфәров һ.б. була – ҡулға алына, әммә, Ҡыҙыл гвардия отрядтары Ырымбурға ингәс, ғәйепләүҙең нигеҙһеҙ икәнлеге асыҡлана.
Атаһы тороп – улы һөйләр, инәһе тороп – ҡыҙы һөйләр заманға еткәс, ни хәл итәһең.

Рубриканы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506