Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абзый китте тауға януар ауларға…
Абзый китте тауға януар ауларға…“Хәлде алды был… Сәйнәп ташларға ынтылды бит… Күрәһең, әжәлем ошондалыр…” Сәлих бер ҡанһыраған кәүҙәһенә ҡарай, бер тирә-яғына бағып, көсөн самалай. Үтеп йөрөүселәр ҙә осрамаҫ ҡышын. Хәйер, ҡарурман... Ҡулын айыу тешләп һындырған, аяҡтарында ла йәрәхәттәр етерлек… Ә иң яҡын ауылға тиклем – бер нисә саҡрым!..

Тәүге табыш – бесәй…

Был ваҡиға хаҡында әле бала сағымда уҡ ишеткәйнем. “Үргәрмет (Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында йәшәүсе) Сәлих Сиражетдинов айыу менән алышҡан” тигән хәбәр оҙаҡ ҡына сабый күңеленә тыныслыҡ бирмәне – күҙ алдына ҙур хайуан менән һуғышҡан батыр пәйҙә булды. Иҫкә төшөп-төшөп ҡуя ошо ваҡиға. Эх, нисек булған икән айыу менән осрашыу? Һунарсы – үҙе гүр эйәһе, кемдән белергә һуң ошо хаҡта? Бәхеткә күрә, айыу менән алышыусының һеңлеһе – Мәрйәм инәй Сираева, Аллаға шөкөр, иҫән-имен. Ҡағыҙға теҙгәндәр – уның ауыҙынан.
— Сәлих абзыйым бәләкәйҙән торғаны бер оҫта һунарсы ине, — тип һөйләп китте әңгәмәсем. – Ҡойма башында бесәй йөрөй алманы, туғаным уны күреп ҡалһа, үҙе эшләгән уҡ-һаҙағы менән атып төшөрә һала.
Эйе, бәлки, ҡулыңа мылтыҡ алыр йәшкә етеп, был шөғөлгә өйрәнеп китергә мөмкиндер. Шулай ҙа ҡандан килә, бала саҡта күңелдә ярала оҫталыҡ. Бер һунарсы хаҡында һүҙ алып барғанда ла, милли кимәлдә фекер йөрөткәндә лә – шулай. Сәлих тә малай ғына көйө ололарҙы ла аптыратырлыҡ ҡылыҡтар ҡылып ҡуя: йә бейектән ҡош-ҡорт атып төшөрһөнмө, йә йәнлектәр донъяһын иҫе китеп күҙәтһенме. Күрәһең, замандаштары:
“Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка”, —
тип техниканы маҡтап йырлап, техникаға һыйына барыуҙарына ҡарамаҫтан, шул ваҡытта уҡ аңлай буласаҡ һунарсы: кеше – тәбиғәт балаһы! Һәм был фекеренә ул һәр саҡ – урмансы булып эшләгәндә лә, колхоз умарталарын ҡарағанда ла тоғро ҡала.
— Атай-әсәй тауҙа (колхоздың йәйләүендә) эштә, беҙ, балалар, өләсәй менән генә. Бер мәл абзыйымды йылан саҡты. Яра шеште лә китте. Беҙҙең яҡтарҙа йылан сағыуҙан кеше үлмәһә лә, өләсәй хафаланып бер булды, әммә абзый бирешмәне, — тип һүрәтләй әңгәмәсем йәнә һунарсының бала сағын. Бына шулай тамамлана Сәлихтең хайуандарға тәүге һунары. Бәхеткә күрә, яра уңала. Малай йәнә уҡ-һаҙағын тотоп йүгерә башлай. Ҡалай ғына тимә, был һабаҡ уның файҙаһына була – кеше хайуандарҙы, йәнлектәрҙе еңә ала икән! Хатта улар (йәнлектәр-хайуандар, януарҙар) үҙҙәре ташланһа ла. Ошо уйҙар һунарсыла һис шикһеҙ тәүәккәллек, батырлыҡ хистәрен тәрбиәләй һәм һунар өсөн генә түгел.
— Һуғыш бара. Атайҙар – фронтта, әсәйҙәр яланда алыша. 1943 йылда бер көн беҙгә лә иң ҡурҡҡан “батырҙарса һәләк булды” тигән ҡағыҙ килтереп тотторҙолар, ләкин ҡайғы яңғыҙы ғына көтмәгән икән – хат алғас, күп тә үтмәне, өйөбөҙ янды, — Мәрйәм Нәсибулла ҡыҙы тәрән көрһөнөп ала.
Әлбиттә, колхоз башына ҡайғы төшкән үҙ эшсеһен яңғыҙ ҡалдырмай бындай осраҡта: иген һаҡларға яраҡһыҙ бура бирәләр. Ғаилә унан өй әтмәләп сыға. Ошо өйҙө эшләүҙә, атайһыҙ ҡалған ғаиләлә кесе туғандарын аяҡҡа баҫтырышыуҙа ла тәүәккәллек, батырлыҡ күрһәтә Сәлих Сиражетдинов, яуаплылыҡ тойоп үҫә. Ғөмүмән, юлында осраған тормош һынауҙарын һунарсылай сабырлыҡ менән еңә.

Айыу тешенән ҡуян ҡотҡара

Үҫмер сағында өйрәнгән ҡылығын, ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас, тағы ла нығыраҡ сәм менән дауам итә һунарсы. Ҡуян, төлкө, бүре… һанап ҡына өлгөр.
— Бер мәл бүреләр баҫты. Ҡурҡмайынса, ауыл урамына инә башланылар. Беҙ ситтә йәшәгәс, бигерәк тә хәүефле ине. “Етте, мин уларға һуғыш иғлан итәм”, — тине лә абзыйым ул саҡта үтә хәстәрлек һәм ныҡышмалылыҡ менән генә ҡулға төшөрә алған ҡаргиҙәренә ултырып һунарға сыҡты. Тирә-яҡ урманды көнө буйы ҡыҙырып йөрөй торғас, тапҡан бит тегеләрҙе. Береһен һуғып алған да ҡаргиҙәренә арҡыры һалып ҡуйған, икенсеһен ҡыуып алып ҡайтты. Ҡаршылашырға хәле булмаған бүре Сәхи исемле бабайҙарҙың һарайына инеп ҡасҡан. Бер табышының һөлдәһен ҡатырып, ҡапҡа алдына ҡуйһа, икенсе бүрене тереләй аҫраны, — тип һүрәтләй инәй мажаралы кино сюжетын һөйләгәндәй.
Әлбиттә, һунарсы бүрене өйөндә һаҡты көсәйтәм тип тотмай – йәнә тәбиғәт менән кеше араһындағы мөнәсәбәтте аңлау ғәләмәте, күрәһең. Нисек кенә булмаһын, бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай тиме, хайуан йорт тормошона берегеп китә алмаған. Иң мөһиме — был күренештән дә һунарсы ниндәйҙер һығымтаға килмәй ҡалмағандыр. Хай­уандар донъяһына тырнаҡ осондай ғына ла төшөнөү, уларҙың ҡылығын алдан күрә белеү – һунарсы оҫталығының бер сере. Бал ҡортоноң гөжләүенән алып айыу үкереүенә тиклем ишетеп төшөнә был сергә Сәлих. Гөжләүҙе көндәлек эшендә ишетһә, үкереү, билдәле, һунарҙа!
Айыу менән бәйле фажиғәгә тарығансы был януарҙы Сәлих Сиражетдинов бер нисә тапҡыр аулап өлгөргән була инде. Бер мәл тау яҡтарынан ул (айыулы тип тә йөрөтә ул яҡтарҙы урындағы халыҡ) хатта ике табыш тейәп ҡайта. Арбала ятҡан тауҙай ике айыуҙы күргәс, ауылдаштары “аһ” итеп ҡала. Бейегәне түгел, үлеһе лә ҡыҙыҡ тигәндәй, табыштарҙы тунағанда ғәм халыҡ йыйылып китә. Тик айыуҙы ҡулға төшөрөү һәр саҡ уңышлы тамамланмай шул…
Бер мәл Сәлихкә Өфөлә йәшәгән дуҫтарынан айыу һөлдәһенә заказ килә. Һунарсы, мылтығын алып, ҡышҡы урманға йүнәлә.
— Абзый тауға януар ауларға китте, беҙ хафаланып ҡалдыҡ, — тип иҫләй ул ваҡиғаны әңгәмәсем. Хәүефләнеү бушҡа булмай – айыу көтмәгәндә ҡаршы ала уны.
Абзый китте тауға януар ауларға…Һунар һунар инде. Хатта тәжрибәле айыу аулаусыларҙың да бәләгә тарыуы ихтимал. Был юлы ла шулай була. Айыу өңөн билдәләп китеү, гөжөү һәм башҡа һунар алымдары был юлы Сәлихте урап үтә. Һунарсы яҡын-тирәлә януар барлығын һиҙә, әммә ҡайһы ерҙә йоҡлағанын аңлай алмай йөрөй. Тик бер мәл артында ғына үкереү ишетеп ҡала, әйләнһә – ул! Атырға ла өлгөрмәй... Күрәһең, айыу сит ҡунаҡты үҙе һиҙеп сыҡҡан, тик яңғыҙы түгел… Кешеме һин, айыумы, бала һәммәһенә лә ҡәҙерле.
Янындағы сабыйын ҡыҙғанып, ул һунарсыға шунда уҡ ташлана. Сәлих осоп барып төшә, тик ҡулынан мылтығын ебәрмәй. Дошманы ҡоланы, айыуға шул ғына кәрәк. Ул һунарсының өҫтөнә ябырыла. Сәлих айыуға һуға, тибеп ҡарай, тик шул тиклем кәүҙәне өҫтөңдән алып ташлап ҡара әле! Януар һунарсының әле был еренән, әле теге еренән тешләй. Ҡулын һындырғансы ҡаба хатта. Шулай ҙа ул йышыраҡ дошманының муйынына үрелә, башын йәрәхәтләргә ынтыла. Тик тәжрибәле көрәшсе лә бирешеүселәрҙән түгел! Айыу күкрәген тешләргә ынтыла икән, ауыҙы шылып тик тора ти, сөнки Сәлих һунарға ҡуян тиреһенән тегелгән жилетын кейеп йөрөгән – йыртҡыс шыма тирене тешләй алмаған.
Шулай көрмәкләшә торғас, мылтыҡ айыуҙың ауыҙына инеп китә һәм бына ул хәл иткес мәл: һунарсы тәтегә баҫа. Тик яраланған йыртҡыс тиҙ генә бирешергә теләмәй, ауыҙынан ҡан урғылыуға ҡарамаҫтан, һөжүмен дауам итә. Хәле мөшкөлләнгәс кенә ташлап китә ул һунарсыны.
Эйе, Сәлих айыуҙан ҡотола, тик үҙе лә хәл өҫтөндә ҡала. Түҙә алмаҫлыҡ итеп яралар әрней, йәһәннәмдәге урманда – яңғыҙы!
…Шулай ҙа был юлы әжәл килмәй һунарсыға. Үлемдән уны башта ҡуян (дөрөҫөрәге, ҡуян тиреһе) ҡотҡара, дуҫы иһә дауаханаға алып бара.
— Бәхетенә атыу тауышын осраҡлы рәүештә Красноусолдан шул уҡ урманға һунарға килгән Захлыстин фамилиялы урыҫ дуҫы менән уның иптәштәре ишетеп ҡала. Улар иҫен юғалта барған абзыйым янына йүгереп килеп етә һалып яраларын бәйләй, аҡҡан ҡанын туҡтата, — тип иҫләй инәй ваҡиғаның ҡыуаныслы финалын.
Хәйер, ҡыуаныслы тип, урман бит тауҙар араһындағы соҡорҙа булып сыға. Йәрәхәтлене тау башына күтәреп мендерергә, унан һуң дауаханаға тиклем алып барып өлгөрөргә кәрәк. Тик кеше кешене бәләлә ҡалдырырға тейешме ни?! Һеңлеһе әйтеүенсә, ике тиҫтәнән ашыу тән йәрәхәте алһа ла, хатта табиптар “ҡулын киҫергә” тип хәл итһәләр ҙә, һунарсы аяҡҡа баҫа. Сәлих Сиражетдинов был ваҡиғанан һуң оҙаҡ ҡына йәшәне, ҡулы ла төҙәлде.
…Ғәҙәти һунар мажараһы тип ҡабул итергә булыр ине был ваҡиғаны, ләкин башҡа күҙлектән дә бағайыҡ әле уға, мөхтәрәм гәзит уҡыусым. Йыш ҡына “кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ” тигән фекер яңғырай. Эйе, ул “косилка-молотилка” эшләй, йыһанға оса, һыу аҫтында әллә күпме ваҡыт тын алмай тора ала, магияға ла һәләтле. Тик ошоларҙы барлағанда, әлеге ваҡиғаға ла иғтибар итеү зарур, минеңсә. Үҙеңдән бер нисә тапҡыр көслө, яһил һәм яуыз, ғәзиз балаһын һаҡлаған айыуҙы еңеп ҡара әле! Ошо ла мөмкинлектәрҙең сикһеҙ икәнен аңлата түгелме ни?! Етеҙҙән-етеҙ, сос­тан-сос, көслөнән-көслө һунарсы – әҙәм балаһы. Сөнки… уның аҡылынан да камилыраҡ аҡыллы йән эйәһе юҡ был донъяла!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840