Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ӘхирәттәрҮрге Төкөн менән Александровка ауылдары бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Тәүгеһендә башҡорттар йәшәһә, икенсеһендә – урыҫтар. Ике ауыл халҡы бер-береһен яҡшы белә, йомош төшкәндә бара. Һәр кемдең үҙ знакумы бар, тигәндәй.


Элек-электән башҡорттарға урыҫтар балыҡ тоторға килгән, ә беҙҙекеләр уларҙан йәшелсә, еләк-емеш һатып алған. Элегерәк Үрге Төкөн ауылында сепаратор булмаған, шуның өсөн кешеләр Александровкалағы знакумына һөт айыртырға ла йөрөгән. Ул ваҡыттарҙа башҡорттар урыҫса белеп еткермәгән, был бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, аралашыуға әллә ни ҡамасауламаған.
Бына шулай нисәмә быуат ике халыҡ бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәй. Бәләкәйҙән үк миңә урыҫ ғаиләләрендә булырға тура килде. Знакумдарыбыҙ ҡунаҡҡа саҡыра торғайны. Өҫтәлгә төрлө ҡамыр аштары, тоҙланған ҡыяр, бәшмәк ҡуялар ҙа ҡыҫтай-ҡыҫтай һыйлайҙар. Пасха байрамдарында төрлө төҫкә буялған йомортҡалар ҡыҙыҡ булып хәтерҙә ҡалған. Улар ифрат тәмле тойола ине...
Яңыраҡ ҡына шул көндәрҙе – йыраҡ та, яҡын да булған үткәндәрҙе әсәйем менән иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Знакумдар хаҡында һүҙ сыҡҡас, әсәйем, Зәйнәп Кинйәбулат ҡыҙы, бигерәк йәнләнеп киткәндәй тойолдо.
– Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ауылыбыҙҙың күп кешеһе Ағиҙел буйында асылған карьерҙа ҡом сығарыуҙа эшләне. Шунда халыҡ ваҡытлыса күсенеп барып, вагондарҙа, барактарҙа йәшәне. Бында төрлө милләт вәкилдәре йыйылғайны: башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, ҡырғыҙҙар, сыуаштар, мордвалар, украиндар, ҡаҙаҡтар... Әсәйем, ағайымдар менән мин дә унда йәшәнем һәм ошондағы эшселәрҙең балалары менән бергә Александровка ауылына уҡырға йөрөнөм. Ара йыраҡ булғанлыҡтан, фатирҙарҙа йәшәргә тура килде. Полина Новоселова исемле мәрйә апайҙа тороуым әле булһа хәтерҙә. Беҙ, өс милләттән булған өс ҡыҙ, бергә йәшәнек. Фатир хужабикәһе шул тиклем йомарт, изге күңелле кеше ине. Суйынында үҙе яһаған билмәндәрен күп итеп бешерә лә алдыбыҙға ҙур һауыт менән ултырта һәм туйғансы ашарға ҡуша торғайны. Яғымлы, йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәне, фәһемле кәңәштәрен дә ихлас күңелдән бирҙе мәрйә апайыбыҙ. Әйткәндәй, тормош юлында артабан да урыҫтар менән эшләргә һәм аралашырға насип булды. Улар яғымлы, тура һүҙле, ярҙамсыл булыу менән айырылып торҙо. Изге күңелле кешеләр менән осраштырғанына яҙмышыма рәхмәт, – тип хәтирәләргә бирелде әсәйем.
Уларҙың береһе – Мария Помилова. Мария Андреевна менән әсәйем карьерҙа бала саҡтарында уҡ танышҡан. Ғүмер буйы бер-береһенә ҡәҙерле кешеләр булып ҡалдылар. Йылдар үтеү менән уларҙың дуҫлығы өҙөлмәне, ә нығынды ғына. Әсәйемдең башына ҡайғы килгәндә (йәш кенә көйө тол ҡала, артабан әсәһе, бер туған ағаһы баҡыйлыҡҡа күсә), бәлә һағалағанда, тормош һуҡмағында яңғыҙ тороп ҡалғанда һәр ваҡыт ошо ябай мәрйә ҡатыны ярҙамға ашыға. Әсәйем өсөн Маруся (ул ғүмер буйы шулай тине) серҙәш тә була белде. Йортҡа килә алмаһа, сәләмдәрен еткерҙе, таныштар аша күстәнәстәрен ебәрҙе. Әсәйем һөнәре буйынса ветеринар ине, уның малын да дауаланы. Ғөмүмән, башҡа урыҫ таныштары ла уның яҡшылыҡтарын бер ваҡытта ла онотманы, хатта икеләтә, өсләтә ҡайтарҙылар. Яңылыш ҡына осрашҡанда ла, яҡын туғандарҙай күреп, ихлас ҡаршы алыуҙарына әсәйемдең һөйөнөүенең сиге булмай...
Хоҙай кешеләрҙе төрлө итеп яралтҡан. Телдәребеҙ, диндәребеҙ башҡа, ләкин намыҫ, тоғролоҡ, изгелек кеүек төшөнсәләр милләткә ҡарамай. Урыҫ халҡы менән тарихыбыҙ бер булғас, яҙмыштарыбыҙ ҙа уртаҡ. Әсәйем менән Мария Андреевна ауырлыҡ менән ҡайғыны уртаҡ кисерҙе, бер-береһенә кәңәшсе булып йыуатты, терәк булып йәшәне. Бер-береһенең динен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам иттеләр. Шулай эш менән дә, тел менән дә, рухи яҡтан да ярҙамлашып, матур итеп ғүмер кисерҙеләр. Хәҙер инде әсәйем һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһа, ә әхирәте унан бер нисә йәшкә өлкәнерәк. Әммә бала саҡта, йәшлек осоронда башланған дуҫлыҡ өҙөлмәй, хистәр юйылмай, эскерһеҙ аралашыу дауам итә.

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840