Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡут иле тарта, Башҡортостан һағындыра...
Яҡут иле тарта, Башҡортостан һағындыра...Заманалар һиҙелеп үҙгәрә, ваҡыт арбаһы яңылыҡты бер туҡтауһыҙ өҫтәй генә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡайһы бер ҡалыплашҡан фекерҙәргә бөгөн бүтәнсәрәк ҡарайбыҙ түгелме? Әлбиттә, был йәһәттән бәхәсләшергә һәр саҡ мөмкин, шулай ҙа...


Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы, тиһәләр ҙә, Арсен Һағынбаев йәһәннәмдә ятҡан Яҡутстан менән яҙмышын ваҡытлыса бәйләгән. Баштан алып һөйләгәндә, хәл-ваҡиғалар ағышы түбәндәгесә. Егет тыуған төйәгендә бер нисә йыл эшләп ҡарағандан һуң ситкә сығып китеүҙе уңайлы тип тапҡан. Ни өсөн? Бер урында хеҙмәт хаҡын өс-дүрт айға һуңлатып биргәндәр, ойошманың уға һаман да ҙур бурысы бар әле. Икенсеһендә иһә кәкре ҡайынға терәткәндәр, эш хаҡын ҡасан түләүҙәрен тегеләрҙән ҡат-ҡат һорай торғас, тамам төңөлгән дә инде ул. “Аҡса ҡоло булма”, “Аҡса – бер көнлөк, һаулыҡ – мәңгелек” тип ҡабатларға яратһаҡ та, килешәйек, кеҫәң таҡыр саҡта бер нимә лә ҡыйратып булмауын үҙ башыбыҙҙан кисергән бар, бигерәк тә хәҙер финанс мәсьәләһе күпте хәл иткән заманда.
Әйткәндәй, башҡортостандар эшкә йыш йөрөгән төбәктәр исемлеген асыҡлағандар. Былтыр республи­ка­быҙҙан 150 мең тирәһе кеше ситтәрҙә көнлөксө хәлендә ҡалған, хатта кемдәрҙелер байытып ҡайтҡан. Тырыштар йорт төҙөгән, хужалыҡта тир түккән, шулай уҡ бүтән төрлө ваҡ-төйәк эштәргә йәлеп ителгән.
Тегендә майлы ҡоймаҡ әҙерләп ҡуймағандар, тиһәләр ҙә, яҡташтарыбыҙ әле лә Себер тарафтарына ағылыуын дауам итә. Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек эре ҡалаларҙа бил бөгөүҙәрен телгә алыу артыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, күршеләр – Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренә, Пермь крайына, Удмурт һәм Татарстан республикаларына сығып та “һауа алмаштырып” ҡайта.
Күптәнге танышыма һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. Тыуған яғыңда һәр кем батыр тигәндәй, ә бына ситтә үҙеңдең бәхетеңде һынап, хатта табып ҡара! Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәрҙең ситкә сығып ғаиләһен ҡарарлыҡ аҡса табыуына ҡараш төрлөсә. Шуны беләм, күптәр ундай йүнселдәрҙе хуплай. Әңгәмәсем дә был йәһәттән бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәй, киреһенсә, был аҙымды яһаусыларҙы сынығыу осорон кисереү менән сағыштыра. Йыраҡ йөрөйһө түгел, иҫке сумаҙанын күтәреп, йыраҡҡа китеүселәрҙең зиннәтле автомобилдәрҙә ҡайтып инеүен нисек баһаларға?! Әлбиттә, хупларға кәрәк.
– Минеңсә, хеҙмәт хаҡының юғары­лығын иҫәпкә алғанда, юлдағы йонсоу­ҙар, урынлашыу мәшәҡәттәре, ундағы климатҡа яраҡлашыу һәм башҡа көйһөҙлөктәргә күҙ йоморға ла мөмкин, – ти ул. – Уның ҡарауы, был тарафтарға мәңгелеккә килмәгәнмен дәбаһа. Тәжрибә уртаҡлашыу, эшкә өйрәнеү ҡасан да кәрәк. Вагонда йәшәйбеҙ, махсус кейем бирҙеләр, туҡланыу насар түгел.
Гәзит уҡыусым, сос егет Яҡутстанда алмас таба, тип уйлаһа, мәсьәләгә саҡ ҡына яҡын килде. Йә булмаһа, нимә менән шөғөлләнеүен уның үҙенән һөйләтәйек.
– Ағайымдың кәңәше буйынса ситкә юлландым, – ти сығышы менән Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан булған Арсен. – Яҡут илен ишетеү менән, ысынлап та, шунда уҡ алмас һәм мәғрур тауҙар күҙ алдына баҫа. Республиканың ысынында алмас табыуҙа лидерлыҡты бирмәүен күҙаллап, ошо эшкә барырға ла мөмкин ине, ләкин улай итмәнем. Һүҙ ҙә юҡ, унда беҙҙәгегә ҡарағанда күберәк түләйҙәр. Асылда, беҙҙең бурыс – Ҡытайға газ торбалары һуҙыу, шундай изге уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырабыҙ. Яҡутстандан һуҙылған газ торбалары, Амур өлкәһе аша үтеп, Ҡытайға барып етергә тейеш.
Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр тигәндәй, ул киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Арсен, әҙме-күпме аҡса йыйғас, Башҡортостанға ҡайтып үҙ эшен асмаҡсы. Ҡайһы йүнә­лешкә тотонорон сер итеп ҡалдырҙы, әммә ыҙалап төрлө яҡта йөрөмәһендәр өсөн шәхси предприятиеһына яҡташтарын ғына йәлеп итәсәген аныҡ белдерҙе.
– Яҡутстанда башҡортостандар тәүҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, әле арта барыуына иғтибар иттем. Барыбер ҙә беҙҙең яҡты бер төбәк тә алмаштыра алмай, ситтә йөрөһәк тә, күңелдәребеҙ һәр ваҡыт тыуған яғыбыҙҙа. Йәшермәйем, һағындыра, – тип тамамланы һүҙен Арсен Һағынбаев.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518