Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – Аралбаевтар, Башҡортостандан!
Беҙ – Аралбаевтар, Башҡортостандан!Буранбай ауылынан Зарифа менән Фәттәх Аралбаевтар, улдары Хәлил, Хәбир, Зәкир Сочи ҡалаһында фин-уғыр халыҡтарының “Фин-уғыр транзиты: ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, үҙҙәрен илебеҙгә танытып ҡайтты.


– Был фестивалдең асылы нимәлә?
Зарифа:
— Фестиваль йыл һайын төрлө ҡалаларҙа уҙғарыла. Былтыр ул 18 – 22 сентябрҙә Сочи ҡалаһының Лазаревское районында “Милли-мәҙәни үҙәк”тә булды. Фин-уғыр халыҡтары бергә йыйылып, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтә. Был сара бер нисә йыл барған фестивалдең гала-концерты ине. Концертта ете милләт вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан иһә беҙҙе ҡунаҡ итеп саҡырҙылар.
– Ә ни өсөн тап һеҙҙең ғаиләгә фестивалдә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде?
Фәттәх:
— Ошондай уҡ сара беҙҙә, Нефтекамала, уҙҙы. Фестивалдән һуң башҡорт мәҙәниәтенә, ҡунаҡсыллығына һоҡланып ҡайтҡан ойоштороусылар бер башҡорт ғаиләһен гала-концертта күрергә теләүҙәрен белдергән. Баш­ҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, “Дуҫлыҡ йорто”, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге Сочиҙа уҙасаҡ был фестивалдә ғаиләбеҙ менән ҡатнашып, башҡорттарҙың мәҙәниәтен күрһәтеп ҡайтырға тәҡдим итте. Бер яҡтан, был беҙҙе бер аҙ ҡурҡытты ла, сөнки ҙур яуаплылыҡ тойҙоҡ. Тотош респуб­ликаның намыҫын яҡлап сығыш яһарға кәрәк ине бит. Икенсе яҡтан, улдарыбыҙ төрлөһө төрлө яҡта эшләй һәм уҡый. Аллаға шөкөр, етәкселәре бер ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәне, киреһенсә, ҡыуанып ризалыҡтарын бирҙе. Шулай итеп, оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң беҙ риза булып юлға сыҡтыҡ.
– Фестивалдә кемдәр ҡатнашты?
– Ленинград өлкәһенән Вепстарҙың “VARASTA” ансамбле, Карел Респуб­ликаһынан “Pengerel” ансамбле, Мари Иленән Лукьяновтарҙың ғаилә ансамбле, Мордванан “Поюня” ансамбле, Удмурт Республикаһынан “Пельга” һәм “Шудо семья” ансамблдәре, Коми Республикаһынан “Зорюшка” ансамбле, Пермь өлкәһенән Ермаковтарҙың ғаилә ансамбле, Ханты-Манси Республикаһынан “Касумёх” ансамбле, Эстониянан “Leiqarid” ансамбле һәм Башҡортостандан беҙҙең ғаилә ансамбле ҡатнашты.
– Фестиваль нисек ойошторолдо?
Фәттәх:
— Барып еткәс, беҙҙе матур итеп ҡаршы алдылар һәм урынлаш­тырҙылар. Кис бөтә ғаиләләрҙе йыйып, танышыу ойошторҙолар. Иртәгәһенә инде репетициялар башланды. Гала-концерт 20-һенә тәғәйенләнгәйне. Байрам көнөндә фестивалдә ҡатнашыу­сыларҙы “Милли-мәҙәни үҙәк”тә матур итеп ҡаршы алдылар.
Концерт башланыр алдынан реклама рәүешендә бөтә ғаиләләр ҙә урамдағы сәхнәлә сығыш яһаны. Улдарым бейеүҙәренең бер өҙөгөн генә күрһәтте. Башҡорт көйҙәрен ишетеп, ситтә йәшәгән, шунда ял итергә барған туристар килеп етте.
Шул ваҡытта өлкән генә йәштәге бер фотограф та килгәйне. Һуңынан ул беҙҙең янға килеп: “Ниһайәт, нисәмә йыл эшләү дәүеремдә иң яҡшы фотом­ды төшөрҙөм”, – тине, ҡыуанып. Ысынлап та, кадр шәп килеп сыҡҡайны.
Зарифа:
— Концерт ваҡытында сығыш яһар алдынан һәр республика тураһында йәнһүрәт күрһәтелде. Беҙҙең Башҡортостанда ғына солоҡ балы алыуҙары, илебеҙҙең нефткә бай икәнлеге, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәт бирелде. Ә сығышҡа килгәндә, тәүҙә Фәттәх менән улдарыбыҙ “Урал”ды йырланы, артабан ҡурайҙа “Ҡазанды алған марш”ты уйнаны. Сығышыбыҙҙы дауам итеп, баян һәм ҡурай көйөнә Йәүҙәт Бикбирҙин һалған “Ҡыҙҙар байығы” бейеүен башҡарҙым. Аҙаҡтан улдарыбыҙ Риф Ғәбитовтың “Еҙ үксә”һен бейене. Бөтә сығыштарыбыҙ ҙа шундай ҙур алҡыштар оҙатыуында барҙы. Шулай матур, ихлас ҡабул иткәндәренә ҡыуанып бөтә алманыҡ. Мәскәүҙән килгән ойоштороусылар, гала-концерт­тың финалы бик тос, башҡорттарҙың сығышы көслө булды, тип рәхмәт белдерҙе.
Фәттәх:
— Биш көн барған сара матур байрамға әүерелде. Программа бик бай төҙөлгәйне. Төрлө милләт халҡының быуындан быуынға тапшырылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары күрһәтелде. Фин-уғыр халыҡта­рының музыка ҡоралдары, бейеүҙәре, йырҙары сағылыш тапты. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн күңелле ял сәғәттәре лә ойошторолғайны. Асыҡ диңгеҙгә сығыу мөмкинлеге лә булды. Ҡара диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең көнкүреше, йәшәйеше менән таныштыҡ. Беҙ бигерәк тә хантылар менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Улар диңгеҙгә сәйәхәт ойошторҙо.
Зарифа:
— Рәсәйҙә иң бейек һаналған 85 метр бейеклектәге тамаша ҡуласаһына менеп, тирә-яҡтың хозурлығына һоҡ­ландыҡ. Һауа торошона килгәндә, беҙҙә һалҡыныраҡ булһа, унда 32 градус эҫелек ине. Шундай мөмкинлектән файҙаланып, диңгеҙ буйында ял итеп, һыу инергә лә өлгөрҙөк. Шулай уҡ бай һәм әһәмиәтле мәғлүмәттәр тупланған Лазарев этнографик музейында ла булдыҡ.
Фәттәх:
— Һәр ғаиләгә берәр оҙатып йөрө­төүсене тәғәйенләп, ҡала буйлап сәйәхәткә алып сыҡтылар. Беҙ урам буйлап та башҡорт кейемендә йөрөнөк. Зарифаның селтәренә, беҙҙең ҡара төлкө тиреһенән тегелгән бүреккә һоҡландылар. Башҡорт милли кейемен танып, күрешеп китеүселәр ҙә, машиналарынан “Башҡорттар! Һаумыһығыҙ!” тип ҡысҡырып үтеүселәр ҙә булды. Ишембайҙан бер ир килеп китте. Армиянан һуң украин ҡыҙына өйләнеп, шунда ҡалған икән. “Ике йыл башҡортса һөйләшкәнем юҡ ине, күңелемә рәхәт булып китте”, — тине ул, күҙҙәрен йәшләндереп.
Зарифа:
— Беҙҙе шулай уҡ “Милли-мәҙәни үҙәк”тә экскурсияла йөрөттөләр. Был үҙәк үҙе бер нисә милләттең үҙәген берләштерә. Унда рус, белорус, адыгей, украин, әрмән, грек халыҡтарының көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һүрәтләгән үҙәктәр ойош­торолған. Шунда уҡ төрлө мәҙәни түңәрәктәр эшләй, саралар уҙа. Беҙ уларҙың бөтәһендә лә булып, ҡарап танышып сыҡтыҡ.
– Әйткәндәй, улдарығыҙ хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
Фәттәх:
— Өс улыбыҙ бар. Хәлил Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй, врач-лаборант. Хәбир улым Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейей. Зәкир — БДУ-ның 4-се курс студенты. Ҡайҙа ғына эшләп-уҡыһалар ҙа, улар сәнғәтте ташламай.
– Быйыл фестивалдең ҡайҙа үтәсәге билдәлеме?
Зарифа:
— Эйе, ул Ханты-Манси һәм Удмурт республикаларында уҙасаҡ. Удмурт ерендә уҙған фестиваль “Быг-быг”, йәғни аш-һыу фестивале тип аталасаҡ.
– Һеҙ төрлө милләт халҡы менән ниндәй телдә аралаштығыҙ?
Фәттәх:
— Рус телендә аралаштыҡ. Ә бына эстондарҙың оло быуын вәкилдәре генә рус телен яҡшы белә. Ә йәштәре тик үҙ телендә һәм инглизсә һөйләшә икән. Шуныһы ҡыҙғаныс булды. Ә шулай ҙа башҡорттарҙы милли геройыбыҙ Салауат Юлаев аша белеүҙәре ҡыуандырҙы. Башҡортостандың бер илдән дә кәм түгел икәненә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Шундай оло рухи байлығыбыҙ, үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бар. Ә иң мөһиме – үҙебеҙҙең башҡорттар булыуыбыҙға ғорурланып, башҡа милләт халҡы менән бергә аралашып, яңы дуҫтар табып, ял итеп ҡайттыҡ.

Л. ТИМЕРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511